6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Етем балалар ҡурсауға лайыҡ
20.09.10


       Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 19475 етем бала иҫәпләнә. Шуларҙың 1075-е генә балалар йортонда йәшәй. Башҡалары республика буйынса ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Шул уҡ мәлдә балалар йортондағы балалар һаны йыл һайын кәмей бара.
       Әммә параллель рәүештә балаларҙан баш тартыу һәм уларҙы дәүләт учреждениеһына кире ҡайтарыу осраҡтары ла арта.
       - Былтыр республикала балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу тураһында 160 ҡарар кире ҡайтарылды, - тип билдәләне БР мәғариф министры урынбаҫары Зөлфиә Әхмәтова БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара советы ултырышында. - Ә ағымдағы йылдың алты айында етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу тураһындағы 130 ҡарар ғәмәлләштерелмәне.
       Бының сәбәптәре күп. Уҙған йылда 104 баланы балалар йортона опекундар үҙҙәре кире ҡайтарҙы. 50 бала баланы ҡарауға алған ата-әсәләрҙең тәрбиәләү һәм аҫрау буйынса бурыстарын насар үтәүе арҡаһында кире ҡайтарылды. Былтыр йәнә балалар менән рәхимһеҙ мөғәмәлә итеүҙең алты осрағы асыҡланды.
       Быйыл баланы аҫрауға алған ата-әсәләр инициативаһы менән 112 етем бала дәүләт йортона кире ҡайтты. Ә 18 баланың балалар йортона кире ҡайтарылыуына ғаилә башлыҡтарының опекунлыҡ вазифаһына илке-һалҡы ҡарауы сәбәпсе.
       Зөлфиә Әхмәтова әйтеүенсә, опекундар күп ваҡыт үҙ-ара аңлаша алмағанға күрә балаларҙан баш тарта. Бындай баш тартыуҙар баланың нәҫелдән килгән "мираҫы", шулай уҡ опекундың үҙенең ауырыуы менән дә бәйле була. Йыш ҡына балалар опекунлыҡҡа алған ғаиләнән үҙенең тыуған ғаиләһенә, ата-әсәһенә, ҡайта.
       - Быйыл аҫрауға алған ғаиләләрҙең теләге менән 112 бала кире ҡайтарылды, - ти министр урынбаҫары. - Сәбәптәре төрлө. Шулай ҙа бер-береңде аңламау өҫтөнлөк итә. 45 бала ошо сәбәпле кире ҡайтарылды. Туғыҙ бала, тәрбиәгә алған ата-әсәләре ауырыу сәбәпле, балалар йортона кире ҡайтты, ете баланы тәрбиәгә алған ололар мәрхүм булды, ә өс баланың ата-әсәһе хөкөмгә тарттырылды. Ун баланан нәҫелдән килгән "мираҫы" арҡаһында баш тарттылар. Башҡа төрлө сәбәптәр ҙә бар. Балалар йортона әйләнеп ҡайтҡан тәрбиәләнеүселәрҙең 20-һе үҙенең ата-әсәһенә бирелде, өс бала уллыҡҡа алынды.
       Балаларҙы иң күп кире ҡайтарыу осраҡтары республиканың Белорет, Кушнаренко һәм Көйөргәҙе райондарында, шулай уҡ Өфө, Күмертау һәм Октябрьскийҙа күҙәтелә.
       Тәрбиәгә алған ата-әсәләрҙең балаларҙы тәрбиәләү һәм ҡарау буйынса бурыстарын насар башҡарыуы опека һәм попечителлек органдары менән ентекле тикшерелә, - тип өҫтәне Зөлфиә Әхмәтова. - Бындай осраҡтарҙы булдырмаҫ өсөн беҙ барыһын да эшләйбеҙ. Мәғариф министрлығы квартал һайын етем балаларҙың нисек йәшәүен тикшерә, опека һәм попечителлек органдарына етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыуҙы арттырыу, балаларға ҡарата мәрхәмәтһеҙ мөғәмәләне иҫкәртеү кеүек функцияларын үтәүҙә ярҙам күрһәтә. Ошондай эштәр һөҙөмтәһендә быйыл етем балалар менән шәфҡәтһеҙ мөғәмәлә итеү осраҡтары асыҡланманы.
       Республикала 28 төрлө хеҙмәт етем балаларҙың ғаиләләрҙә йәшәүен контролдә тота. Шулар араһында балалар йорто ҡарамағындағы 26 патронат хеҙмәте, республиканың Етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу үҙәге һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы ҡарамағындағы "Ғаилә" үҙәге бар. Тәрбиәгә алырға теләгән ата-әсәләрҙе әҙерләү һәм уҡытыу, уларға артабан һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү төп функцияларҙың береһе булып тора.
       Башҡортостанда балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт инспекторҙары эше системаһы булдырылған. Бындай инспекторҙар опекундар, тәрбиәгә бала алған ата-әсәләрҙең эшмәкәрлеген контролдә тота.
       - Бөгөнгө көндә республикала 11992 бала - опекаға, 3006 бала уллыҡҡа алынған, аҫрауға алған ғаиләләрҙә 2084 бала тәрбиәләнә, патронат ғаиләләрҙә - 715 бала, - тип билдәләне министр урынбаҫары. - Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, ғаиләгә алынған балаларҙың үҙҙәренә ҡарата баһаһы, контроле арта, уҡыуҙа яҡшыраҡ өлгәшеүҙәре күренә. Дөйөм алғанда, балаларҙы тәрбиәгә ғаиләгә биреү уларҙың психик үҫешенә ыңғай тәьҫир итә.
       Шуға ҡарамаҫтан БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов республика район һәм ҡалаларының опека һәм попечителлек органдары эшен ҡәнәғәтләнерлек түгел тип баһаланы:
       - Балалар йортона кире ҡайтарылған һәр бала - ул эшебеҙҙәге брак, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов. - Бала өсөн дәүләт йортона кире ҡайтыу - ул стресс. Был баланың яҙмышы беҙҙән тора. Шуға күрә баланы ғаиләгә биргәнсе, потенциаль ата-әсәләрҙе әҙерләргә һәм етди тикшерергә кәрәк. Опека һәм попечителлек органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең эшенә иғтибарлыраҡ булырға тейеш.
       Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы етәксеһе Салауат Дауытов был проблеманы хәл итеү юлын опека һәм попечителлек мәсьәләләренә комплекслы ҡараясаҡ, бәлиғ булмағандар хоҡуғын яҡлауҙан тыш, гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм бурыстарын башҡарырға һәләтле булмаған йәки өлөшләтә генә башҡарырға һәләтле бәлиғ граждандарҙың да хоҡуҡтарын күҙәтеүҙе тулы кимәлдә тәьмин итәсәк берҙәм структура төҙөүҙә күрә. Бөгөнгө көндә был мәсьәләләрҙе республиканың төрлө район һәм ҡалаларында төрлө власть органдары алып бара.
       Рәсәйҙә балалар менән аяуһыҙ мөғәмәлә итеү һәм балалар хеҙмәтен эксплуатациялау осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында ағымдағы йылдың 1 сентябренән берҙәм бөтә Рәсәй телефоны эшләй башланы. Ауыр хәлдә ҡалған һәр бала 8-800-2000-122 телефонына бушлай шылтыратып, тейешле ярҙам һорай ала.
       Башҡортостан Хөкүмәте был идеяны хупланы һәм балалар өсөн йәнә ике ышаныс телефоны булдырҙы. Шуларҙың береһе - 246-12-12 - балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта асылһа, икенсеһе - 273-09-00 - Республика ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгендә эшләй.
       Фото www. lifeisfoto.ru сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал