6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Йәштәр сәйәсәте

Сәйәсмәндәр ҡабул ителә
17.09.10


       Кисә Өфөлә төбәк Рәсәй сәйәсәте мәктәбе эш башланы. Бығаса тиңдәше булмаған был проект Башҡортостанда урындағы ваҡыт менән 17 сәғәттә интернетта старт алды. Ҡабул итеү һәм уҡыу шарттары менән ufatrening.ru һәм treningufa.ru сайттарында танышырға мөмкин. Сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе маҡсат иткән 20-35 йәштәрҙәге кешеләр - юғары курс студенттары, юғары уҡыу йортон тамамлаусылар һәм аспиранттар ҡатнашыуға саҡырыла.
       Был турала кисә төбәктәге Рәсәй сәйәсәте мәктәбе дирекцияһы етәксеһе, "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең Төбәк сәйәси советы ағзаһы, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы директоры Рөстәм Әхмәҙинуров, Башҡортостан Республикаһындағы Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәгенең генераль директоры Дмитрий Трапезников, БР Тренерҙар һәм менеджерҙар ассоциацияһы президенты Ғабдулла Хәмитов һәм "Работа для вас" гәзитенең баш мөхәррире Арсен Нуриджанов хәбәр итте.
       Брифингыла ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Башҡортостандағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбе "Берҙәм Рәсәй" Юғары советы рәйесе Борис Грызлов патронажы аҫтында һәм "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге нигеҙендә ғәмәлгә ашырылған ошо уҡ исемдәге федераль проекттың беренсе төбәк проекцияһы булып тора. Үҙәк бер нисә йыл эшләп килә һәм был арала тиҫтәләгән талантлы белгестәр әҙерләгән. Төбәктәрҙә Рәсәй сәйәсәте мәктәптәрен асыу быйылғы планда була, һәм уларҙың беренсе филиалы беҙҙең республикала барлыҡҡа килде.
       - Был проектты Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыу уйы Өфөлә "Берҙәм Рәсәй"ҙең кадрҙар форумын үткәргәндә тыуҙы. Был форум Башҡортостан потенциалының юғары булыуын, әммә төбәктә инициативалы, маҡсатлы, инновацион фекерләүсе кешеләрҙең етешмәүен күрһәтте. Хөкүмәт составын билдәләгәндә быны республика Президенты Рөстәм Хәмитов та таныны, - ти Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең төбәк дирекцияһы етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. - Башҡортостанда Рәсәй сәйәсәте мәктәбе 35 йәшкә тиклемге перспективалы йәш кешеләрҙе эҙләү менән генә сикләнмәгән үҙенсәлекле кадрҙар проекты булып тора. Ул йәштәргә белем биреүҙе, уларға ярҙам итеүҙе һәм артабан төбәктең дәүләт власы органдарында эшкә урынлаштырыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп билдәләгән.
       "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе проекттың инициаторы булараҡ сығыш яһай, әммә был Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең ошо йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре өсөн генә эшләүен аңлатмай. Мәктәптә башҡа төрлө сәйәси ҡарашлы кешеләр ҙә уҡый ала. Иң мөһиме, улар республиканың сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни өлкәләрен яҡшыртыуға йүнәлтелгән идеяларын тәҡдим итергә һәм ғәмәлгә ашырырға һәләтле булырға тейеш.
       Төбәк Рәсәй сәйәсәте мәктәбендә әлеге ваҡытта республикала эшмәкәрлек алып барған сәйәсмәндәр - Президенттан башлап министрҙарға тиклем, төп эксперттар, политологтар, идарасылар, уңышлы эшҡыуарҙар һәм топ-менеджерҙар, шулай уҡ саҡырылған күренекле Мәскәү эшмәкәрҙәре уҡытасаҡ. Уларҙың күптәре фән докторҙары һәм кандидаттар дәрәжәһенә эйә. Лекциялар өсөн улар түләү алмаясаҡ. Уҡыу ҙа сәйәсәт мәктәбе студенттары өсөн бушлай буласаҡ.
       - Хәҙерге заман үҙ ҡағиҙәләрен көсләп таға: бөгөн өҙлөкһөҙ уҡырға һәләтле кешеләр кәрәк, - ти БР Тренерҙар һәм менеджерҙар ассоциацияһы президенты Ғабдулла Хәмитов. - Министрлыҡтар сәйәсәте үҫеше бизнестан ныҡ артта ҡала, бының бер сәбәбе - эшҡыуарҙар өҙлөкһөҙ белемен камиллаштырғанда, башҡалар иҫке багажы менән йәшәй. Үткән быуаттың 50-се йылдарында бер белем ғүмерлеккә етә ине, 70-се йылдарҙа - өс-дүрт йыл һайын, тағы бер аҙҙан йыл һайын квалификация күтәрергә кәрәк булды. Әле иһә өҙлөкһөҙ белем алыу заманы етте. Рәсәй сәйәсәте мәктәбе заман талап иткән инновацияға, яңы мөмкинлектәргә йүнәлеш ала.
       Рәсәй сәйәсәте мәктәбенә уҡырға инер өсөн имтихан тапшырырға кәрәкмәй, шулай ҙа абитуриенттарға етди конкурс һайлауынан үтергә тура киләсәк. Имтихан һынауҙары сифатында Мәктәптең эксперт комиссияһы үҙҙәренең сайтында анкета тултырырға тәҡдим итә. Унда биографияға ҡағылышлыһынан тыш, уйларға, фекер тупларға кәрәк булған һорауҙар ҙа бар. Мәҫәлән, профессиональ һәм шәхси планда биш-ун йылдан һуң үҙегеҙҙе кем итеп күрәһегеҙ, тигән һорауға фекер йөрөтөргә кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, һеҙҙән тормошҡа ашырырға ниәтләгән авторлыҡ проектығыҙҙың эстәлеген һәм төп идеяларын ҡыҫҡаса һәм төплө асып бирерлек итеп эссе яҙыу, шулай уҡ психологик тест үтеү талап ителә. Конкурстың икенсе этабында "Vision Нового Башкортостана" стратегия сессияһында ҡатнашырға тәҡдим ителә, унда төбәк үҫеше перспективаһын нисек күҙаллауығыҙ тураһында яҙып бирергә тура киләсәк.
       Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар уҡыусылар йыйыу осоронда 250-300 заявка булырына өмөтләнә. Сәйәсәт һәм бизнеста тәрән белемле кешеләрҙән, кадрҙар агентлыҡтары һәм тренингылар үҙәктәре вәкилдәренән торған эксперт комиссияһы улар араһынан 30-лап кешене һайлап аласаҡ. Рәсәй сәйәсәте мәктәбендә анкеталар һәм эсселар ҡабул итеү 6 октябрҙә тамамлана. Артабан төркөмдәр квартал һайын тупланасаҡ.
       Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең төбәк дирекцияһы етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, иң лайыҡлылары 15-23 октябрҙә Өфөлә үтәсәк лекцияларға һәм мастер-кластарға саҡырыласаҡ. Уҡыу сиктәрендә практика ойоштороласаҡ һәм уның барышында һәр ҡатнашыусынан йәмғиәт тормошоноң билдәле бер өлкәһен яҡшыртыуға йүнәлтелгән проект тәҡдим итеүе көтөлә. Уҡыу йомғаҡтары буйынса идара һәм власть вәкилдәре ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл" ойоштороласаҡ, унда Мәктәп студенттары үҙҙәренең проектын яҡлап, уны бойомға ашырыу кәрәклеген иҫбатларға тейеш. Бынан һуң улар дәүләт учреждениеларында һәм власть органдарында практика үтәсәк.
       Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаған сығарылыш уҡыусыларына сертификат тапшырыласаҡ. Яҡшы өлгәшкәндәр һәм ижади фекерләүселәр "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең, БР Президенты Хакимиәтенең кадрҙар резервына инәсәк.
       Фото intermebel.ru сайтынан.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал