6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сауҙа

Өфөлөләргә арзан картуф
16.09.10


       Көҙ етте. Тимәк, йәрминкәләр миҙгеле башлана, ҡышҡылыҡҡа йәшелсәләр һатып алырға ваҡыт. Көҙгө йәрминкәләрҙә, үткән йылдар тәжрибәһенән сығып әйтәм, картуф, сөгөлдөр, кишер, һуғанды һәм яратҡан кәбеҫтәбеҙҙе магазин һәм баҙарҙарға ҡарағанда күпкә арзанға һатып алырға була бит.
       Өфөлөләрҙе быйыл нимә көтә икән? Был хаҡта Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева һөйләй:
       - Быйыл көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре миҙгелен бал йәрминкәләре асты. Улар 4 һәм 5 сентябрҙә үтте. Был көндәрҙә өфөлөләр 50 тоннаға яҡын бал алды. Әммә балға хаҡтар быйыл уҙған йыл менән сағыштырғанда күпкә ҡиммәтерәк булды. Балдың килограмы 350-450 һумға һатылды, былтыр иһә уның килоһы 200-250 һум ине. Шулай ҙа балға һорау барыбер кәмемәне.
       Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләренең рәсми рәүештә асылыуы 25 сентябргә билдәләнһә лә, ҡаланың ҡайһы бер майҙандарында улар 11 сентябҙән алып үткәрелә. Мәҫәлән, уҙған ял көндәрендә элекке "Аврора" кинотеатры алдындағы майҙанда картуф һатыу ойошторолдо. Ә алдағы ял көндәрендә картуфты Спорт һарайы янында һәм элекке С.Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда һатып алырға мөмкин буласаҡ.
       Был йәрминкәләрҙә картуфты сағыштырмаса арзанға, килограмын 18-20 һумға, алырға мөмкин. Картуф ҙур партиялар - бер юлы 35 килограмлыҡ тоҡтар менән һатыла.
       - Быйыл ауыл хужалығы йәрминкәләре үткән йылдар менән сағыштырғанда иртәрәк башланды, - тип билдәләне Ирина Рублева. - Был картуфҡа булған ажиотаж һорауҙы ошо рәүешле баҫырға ҡарар итеүебеҙ менән бәйле. Сер түгел, республикабыҙҙа быйыл картуф уңманы, шуның арҡаһында уға хаҡтар күтәрелә башланы. Баҙарҙа картуфтың килограмы әле 35-40 һум тора. Йәрминкәләр ойоштороп, юғары хаҡты төшөрөргә ниәтләйбеҙ.
       Башҡа төбәктәрҙән ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрҙе йәлеп итеү быйылғы йәрминкәләрҙең үҙенсәлеге буласаҡ. Әгәр үткән йылдарҙа Өфө йәрминкәләрендә нигеҙҙә республика эшҡыуарҙары ғына сауҙа итһә, быйылғы йылда, уңыштың булмауын иҫәпкә алып, ҡала хакимиәте картуф һәм башҡа төрлө йәшелсәләрҙең уңышы мул булған Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә мөрәжәғәт итте.
       - Йәрминкәләр осоронда беҙ бер картуфҡа ғына түгел, башҡа йәшелсәләргә лә хаҡтарҙы төшөрөргә тырышасаҡбыҙ, - тип өҫтәне Ирина Рублева. - Йыл башынан алып байтаҡ продукттарға хаҡ күтәрелде бит. Миҫал өсөн, кәбеҫтә - 153 процентҡа, кишер - 127 процентҡа, башлы һуған 61 процентҡа ҡыйбатланды.
       Йәрминкәләр йола буйынса ҡаланың 17 майҙанында ойоштороласаҡ. Дим биҫтәһендә - "Алтын" сауҙа комплексы алдындағы майҙанда, Калинин районында - Баландин бульварындағы 15-се магазин алдындағы майҙанда, "Ауыл хужалығы йәрминкәләре" сауҙа-сервис комплексы янында, "Шакша" сауҙа комплексы эргәһендә, "Йәшел" сауҙа комплексы янында һәм Төньяҡ һыу алыу ҡоролмаһы районында Өфө - Шакша автомобиль юлы буйында. Киров районында - элекке "Аврора" кинотеатры бинаһы алдындағы майҙанда, Ленин районында - Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда, Орджоникидзела - Орджоникидзе исемендәге майҙанда, "Йүрүҙән" сауҙа үҙәге алдында, "Тирәктәр" ("Тополя") сауҙа йорто янында, "Лопатино" сауҙа-сервис комплексы эргәһендә, Еңеү урамында - Ҡулса һәм Беренсе Май урамдары арауығында һәм Тыныслыҡ менән Яңы Черкассы урамдары киҫелешендә. Октябрь районында - Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм "Зинин" сауҙа-йәрминкә комплексында. Совет районында - Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда (элекке "Юбилей" мәҙәниәт һарайы).
       Йәрминкәләр ял көндәрендә 31 октябргә тиклем барасаҡ. Ихтыяж булһа, улар мотлаҡ дауам ителәсәк.
       Фото www. 1rnews.ru сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал