6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Атайҙар даны
15.09.10


       Ата-бабаларының тарихи хәтеренә, атайҙар һәм ҡартатайҙарҙың яуҙағы ҡаһарманлығына битараф кеше бармы икән. Ләкин был ғорурлыҡ бик йыш ҡайҙалыр аң төбөндә тороп ҡала һәм һирәк-һаяҡ байрамдарҙа ғына йәнләнә.
       Шулай ҙа ябай кешеләр, шул уҡ уҡытыусылар, уҡыусылар, эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр, араһында ата-бабаларҙың хәрби данын һүҙҙәр һәм уйҙарҙан башҡаһы менән тергеҙергә ынтылған кешеләр ҙә бар. Улар - хәрби-тарихи реконструкция клубы егеттәре.
       Ҡайһы берәүҙәре менән миңә күп йылдар дауамында тығыҙ аралашырға тура килде, ә ҡайһылары менән һуңғы аҙналарҙа эшләү бәхете тейҙе. Өфөлә бер нисә реконструкция клубы эшләй: "Росстань", "Медвежий угол", "Өфө пехота полкы", "Төньяҡ амурҙары" һәм башҡалар. Улар төрлө йүнәлештәрҙә эшләй. Берәүҙәре - Урта быуат осоро менән, икенселәре - Төньяҡ Америка индеецтары, өсөнсөләре Граждандар һуғышы менән шөғөлләнә. Ә Башҡортостандың хәрби үткәндәре менән "Төньяҡ амурҙары" һәм "Өфө пехота полкы" ғына туранан-тура бәйле. Үҙенең эшмәкәрлеген 1812 йылдағы Ватан һуғышына бағышлаған был ике клуб илебеҙ тарихындағы беренсе Ватан һуғышының данлы мираҫын һаҡлау буйынса ҙур эш башҡара.
       Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, доцент Рәмил Рәхимов бик күп йылдар "Өфө пехота полкы" клубына етәкселек итә. Был подраздлениеның тарихын өйрәнгәндә, ул реконструкция менән мауыҡмайынса ҡала алмай.
       - Өфө полкы Бородино алышының апофеозы булған Раевский батареяһын обороналауҙа мөһим роль уйнаған, - тип һөйләй Рәмил Рәхимов. - Һәм уның артабанғы һуғыш юлы ла данлыҡлы эштәр менән билдәләнгән.
       "Төньяҡ амурҙары" төшөнсәһе тыуған яҡ тарихы менән бәйле киң билдәле "бренд"ҡа әйләнде. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт атлылары, европалылар фекеренсә, сәйер ҡоралланыуҙары, тышҡы ҡиәфәттәре һәм кавалерия атакаларындағы етеҙлеге өсөн Европала шундай ҡушамат ала. Күптән түгел Таһир Күсимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромында "Төньяҡ амурҙары - 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары" тип исемләнгән хәрби- тарихи реконструкция фестивале үтте. Был ваҡиға Башҡортостан реконструкторҙары өсөн үҙенә күрә смотр булды. Ат өҫтөндә оҫта йөрөү һәм марштар, уҡ атыу, барабан тауышы бер тамашасыны ла битараф ҡалдыра алмай. Бигерәк тә, Өфө клубтарының әле генә йыл һайын үткәрелеүсе фестивалдән, Бородино яланынан ҡайтҡанында.
       Үткән быуаттың 90-сы йылдары уртаһында уҡ башҡорт интеллигенцияһы мөхитендә йәштәрҙе башҡорт халҡының хәрби традицияларында тәрбиәләү уйы тыуа. "Төньяҡ амурҙары" клубына нигеҙ һалыусы Рөстәм Исҡужин, Илдар Юлбарисов һәм башҡалар ул ваҡытта башҡорттар казачествоһын булдырыу тураһында ла фекер йөрөтә. Хәйер, был идея, беҙҙеңсә, бөгөн дә бик урынлы һымаҡ. "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубы" республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов "БАШвест"ҡа интервьюһында уның фекерҙәштәре алдында торған проблемалар һәм маҡсаттар тураһында бәйән итте.
       - Бөгөн беҙҙең ойошма 1812 йылғы һуғышты реконструкциялауҙан башҡа, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштары ваҡытындағы башҡорт атлылары менән дә шөғөлләнә, - ти Илдар Шәйәхмәтов. - Әле беҙ, асылда, юлыбыҙҙың башында торабыҙ. Эшләргә лә эшләргә кәрәк.
       - Илдар, әйтегеҙ әле, костюмдар эҙләргә йәки тегергә, ниндәйҙер фестивалдәрҙә ҡатнашырға - былар һеҙгә нимәгә кәрәк?
       - Реконструкторҙар - бутафор кейемдәр кейеп, һалдаттар булып уйнаған кешеләр генә икән, тип уйларға ярамай. Был белем менән нығытылырға тейешле һәм күп көс, оҙаҡ ваҡыт талап иткән хеҙмәт.
       Хәрби реконструкция эшен белмәгән кешегә был шул осорҙағы форманы кейеү кеүек күренә. Әммә баталияларҙа ҡатнашыусыларға ҡаты талаптар бар, һәм эш бында бер костюмдарҙа ғына түгел. Төп нөсхәләге лекалалар буйынса форма һайлау, һатып алыу йәки тегеү - еңелдәрҙән түгел, әммә башҡарып сығырлыҡ эш. Ә бына образға йән өрәсәк тарихи, хәрби белемдәрҙең арыу багажын туплау - ябай мәсьәләләрҙән һаналмай.
       Һүҙ ыңғайында, Бородинола "амурҙарҙың" береһе Данис Фәтхетдинов менән һөйләшеүем хәтергә төштө. Төрлө кешеләр (уландар, француз кирасирҙары, рус ополченецтары) менән бергә усаҡ янында ултырғанда Данис башҡорт халыҡ йыры "Урал"ды һуҙҙы, ике быуат элек башҡорттар нисек ҡабул ителгән, уны ла шулай ҡабул иттеләр. Ул ваҡытта Данис миңә реконструкцияла ҡатнашыуҙың уның өсөн бер "һуғыш уйыны" һәм ата-бабаларҙың хәрби оҫталыҡтарына эйә булырға ынтылыш ҡына булмауын әйтте. Был, ысынында, аныҡ эштәр аша тамырҙарға, халыҡтың көнкүреш һәм рухи йолаларына әйләнеп ҡайтыу икән ул. Бородинола "Төньяҡ амурҙары" лагеры ҡунаҡтарының рәхәтләнеп ҡорот, талҡан ашауҙары, ҡымыҙ эсеүҙәре күренеше уның һүҙҙәренә күрһәтмә дәлил кеүек булды. Амурҙарҙың фестивалдең төп сараларынан башҡа ваҡытта ла башҡорт кейемендә йөрөүҙәре оҡшаны, һәм был бик тәбиғи күренде. Минең уйлауымса, бында ғәжәпләнерлеге юҡ. Күсмә халыҡтың традицион кейеменең уңайлылығы һәм ябайлығы уның "консервацияһына" сәбәпсе булған, һәм башҡорт ауылдарының көнкүреше менән таныш кешегә ул нисек кенә булғанда ла "үҙенеке" кеүек күренә.
       Илдар Шәйәхмәтов аңлатыуынса, уларҙың клубының эшмәкәрлеге күп осраҡта тап ошо тәү ҡарашҡа артыҡ һиҙелеп бармаған быуындар күсәгилешлеген, тәбиғәт һәм тышҡы донъя менән тәбиғи бәйләнеште һаҡлауға йүнәлтелгән.
       - Үкенескә күрә, беҙ бөгөн үк хатта ауылдағы малайҙарҙың да үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа атҡа ултырмауын, бер тапҡыр ҙа уҡ ата алмаясағын билдәләй алабыҙ. Һуңғы йылдарҙа, быуаттар төпкөлөнән килгән йолаларыбыҙға ҡарамаҫтан, бихисап ҡымыҙ яһаусы хужалыҡтарыбыҙҙы юғалтырға башыбыҙ етте, - тип әсенеү менән билдәләне "амурҙар" етәксеһе, - ә бит иппотерапияның, традицион туҡланыу, экотуризмдың аныҡ тойомларлыҡ сикләнмәгән иҡтисади ресурсы бар.
       Бында Илдар Шәйәхмәтов менән килешергә тура килер. Икенсе яҡтан, Өфө реконструкция клубтары егеттәренең үҙ эштәренә инанғанлығын, бирелгәнлеген күреп, мәңгелек традицияларҙың дауам ителеренә ышанаһың. Уларҙың мауығып эшләүе, ваҡыты менән балаларса дәрт-дарманы, уның менән бергә сабырлығы, булдырыу теләге һәм тыуған яғыңдың үткәненә һөйөү бары тик хөрмәткә лайыҡ. Был ипле, тыныс уҡытыусылар һәм студенттарға, эшселәр һәм музей хеҙмәткәрҙәренә ҡарап, данлы ата-бабалары кеүек улар ҙа илде ҡыйын хәлдә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, тигән ышаныс тыуа.
       Андрей Старостин фотоһы.

Рәмил Рәхмәтов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал