6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Ҡануниәт

Дәғүәселәрҙең һәм яуапҡа тарттырылыусыларҙың исемдәре аталасаҡ
05.07.10


       Теләге булған һәр кеше хәҙер ҡарар сығарыу тураһында суд актының тексы менән таныша ала. Документтар барлыҡ Рәсәй судтарының рәсми сайттарында асыҡ формала баҫыласаҡ: ҡарарҙар тексы ҡабул ителгәс тә, ә хөкөмдәр - законлы көсөнә ингәс. 1 июлдән көсөнә ингән һәм судьяларҙың үҙ-үҙен контролдә тотоуҙы һәм Фемида хеҙмәткәрҙәре рәтендә коррупцияға ышаныслы ҡаршылыҡ булдырыуҙы күҙаллаған "Рәсәй Федерацияһында суд эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтте ҡулланыуҙы тәьмин итеү тураһында" Федераль закондың талаптары был. Шул уҡ мәлдә халыҡ менән диалог хөкөм сығарғанда судьяларға йәмәғәтселек фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәклеген аңлатмай: бында уларҙың берҙән-бер кәңәшсеһе - закон. Шулай уҡ сайттарҙа суд эшенең тәртибе һәм ваҡыты, эштең ҡайҙа ҡаралыуы, ғариза һәм эштең "хәрәкәте" тураһында тулы мәғлүмәт биреләсәк.
       Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы менән 2008 йылдың декабрендә үк хупланған был яңы закон положениеларын ҡулланыуға индереүгә рухи һәм техник яҡтан әҙерләнеү өсөн судтарҙың ваҡыты етәрлек ине. Процестарҙа ҡатнашыусыларҙың персональ мәғлүмәтен баҫтырыу буйынса бәхәстәр генә күп ваҡытты алды. Һөҙөмтәлә шәхестәрҙе идентификациялауға йәшел ут бирҙеләр. Шулай итеп, ҡарарҙар һәм хөкөмдәр тексында, шаһиттарҙан тыш, суд процесында ҡатнашыусыларҙың барыһының да исем-шәрифтәре тулыһынса күрһәтеләсәк, бығаса инициалдар ғына яҙылып килде. Шул уҡ мәлдә процеста ҡатнашыусылар паспортындағы мәғлүмәт, йәшәгән адресы, телефон һандары һәм башҡалар киң йәмәғәтселек өсөн ябыҡ булып ҡала.
       Интернет ҡулланыусылар өсөн - дәүләт хәүефһеҙлеге һәм этика нормаларын күҙ уңында тотоп - ҡайһы бер категориялағы эштәр буйынса мәғлүмәттәр ҙә йәшерен булып ҡала. Атап әйткәндә, дәүләт һәм хеҙмәт серенә бәйле, шәхестең енси именлегенә бәйле һәм бәлиғ булмағандар мәнфәғәтенә ҡағылған эштәр - мәҫәлән, уллыҡҡа алыу тураһында.
       Башҡортостан Республикаһының Юғары судында суд ҡарарҙары текстары 2010 йылдың майынан алып баҫтырыла. Бындай мәғлүмәттәрҙе судтың рәсми сайтында "Суд акттары" бүлегендә табырға мөмкин.
       - Суд ҡарарҙарының асыҡлығын һәм үтә күренмәле булыуын тәьмин итеү, суд процесының халыҡҡа билдәлелек принцибын үтәү - суд системаһының тәү сираттағы бурысы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Юғары судының матбуғат секретары Елена Макушина.
       БР Юғары судының сайты 2005 йылдан эшләп килә һәм бөгөн унда суд эшмәкәрлеген регламентлаусы норматив акттар, суд бинаһында тәртип ҡағиҙәләре, ҡаралыу өсөн билдәләнгән енәйәт һәм граждан эштәре исемлеге, ҡаралған эштәр буйынса суд ҡарарҙары, белешмә кеүек судтың ойоштороу структураһы тураһында ентекле мәғлүмәт бирелгән. "Граждандар мөрәжәғәте" бүлеге лә бар, уның ярҙамында интернет ҡулланыусыларға он-лайн режимда Юғары суд эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирелә. Ошо йылдан алып сайтта судьялар һәм суд аппараты хеҙмәткәрҙәре килеме хаҡында мәғлүмәт тә баҫыла.
       Суд мәғлүмәте менән мәғлүмәт терминалдары ярҙамында ла танышырға мөмкин. Суд бинаһында сенсорлы мәғлүмәт-белешмә киоскылары - "Электрон белешмәләр" урынлаштырылған. Улар аша халыҡ, атап әйткәндә, суд составы, эш графигы, төбәк судтарының ҡайҙа урынлашыуы, дәүләт һалымын түләү өсөн реквизиттарҙы белә ала. Ошонда уҡ процессуаль документтар тултырыу өсөн өлгөләр, шулай уҡ һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған датала тикшереүгә билдәләнгән енәйәт, граждан, административ эштәрҙең даими яңыртылып барыусы исемлеге бирелгән.
       Суд ултырыштары залында әлеге мәлдә ҡаралыусы эштәр һәм судта тәртип ҡағиҙәләре буйынса мәғлүмәт күрһәтелгән плазма панелдәр ҡуйылған.
       Видеоконференция элемтәһен ҡулланыу ҙа һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған.
       - Видеоконференция бәйләнеше кассацион ялыуҙар йәки суд хөкөмөнә рәсми тәҡдимдәрҙе, шулай уҡ надзор суд производствоһы тәртибендәге ялыу һәм күрһәтмәләрҙе ҡарағанда ҡулланыла, - тип аңлатма бирә Елена Макушина. - Система хөкөмгә тарттырылғандарға суд ултырышында ситтән тороп ҡатнашырға мөмкинлек бирә, был иһә уларҙы суд ултырышы залына алып килеү менән бәйле сығымдарҙы ҡыҫҡарта, процеста ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген һәм суд производствоһының оперативлығын арттыра. Шулай уҡ был система судьялар менән хоҡуҡ менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса семинар-кәңәшмә үткәреүҙә файҙаланыла. Бындай кәңәшмәләр эшендә бер үк ваҡытта он-лайн режимда Рәсәй Федерацияһының бер нисә субъекты суды ҡатнаша.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал