6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Биҙәк төшкән сағыу ҡыңғырауҙарым минең...
02.07.10


       Күнегелгән, көндәлек әйбер артыҡ хис-тойғо уятмай, ләкин тәү ҡарашҡа бер-береһенә тап килмәгән төшөнсәне нисектер берләштерә алған үҙенсәлекле берәй нәмәне күрһәк, шунда уҡ йәнләнәбеҙ. Беҙҙең фантазиябыҙ үҫешенә булышлыҡ итеүсе был ижад емештәре ҡайҙа барлыҡҡа килә һуң? Ҡайһы берәүҙәрен тәбиғәт үҙе тыуҙыра, ҡайһылары - кеше ҡулының эше. Әммә тегенеһен дә, быныһын да, ғәҙәттә, сувенирға индерәләр.
       Ә сувенир эшенең деталдәренә белгестәр ярҙамында төшөнөү яҡшыраҡ булыр, моғайын. Беҙҙең героинябыҙ - биҙәү-художество изделиелар етештереү компанияһының коммерция директоры Наталья Максименко - тап шунда белгес.
       - Барыһы ла өс йыл элек, пенопластан шарҙар етештереү буйынса ҡулайлама эшләгәс, башланды, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша эшҡыуар. - Илебеҙ баҙарын тултырған Ҡытайҙа етештерелгән Яңы йыл уйынсыҡтарына арзан һәм халыҡ һорауы менән файҙаланған альтернатива табыу ине маҡсатыбыҙ.
       Һис шикһеҙ, күптәр өсөн был сәйер яңғырар - ул ваҡытта Рәсәйҙәге бер предприятие ла бындай производство менән шөғөлләнмәй ине!
       Ә материал сифатында беҙ, патриоттар кеүек, Башҡортостан нефтехимия заводтары продукцияһын - пенопласт һәм пенопропиленды һайланыҡ.
       - Артабан нимә булды?
       - Шарҙарҙың тышын нимәнән эшләргә, тип оҙаҡ ваҡыт баш ваттыҡ. Һәм француз япмаһында - акрил чипсыларҙа туҡталдыҡ.
       Продукциябыҙҙың халыҡ араһында һорау менән ҡулланыуын күргәс, уйға ҡалдыҡ - уйынсыҡтарҙың тағы ниндәй формалары йәшәүгә хоҡуҡлы икән? Яуап тиҙ табылды - ҡыңғырау. Яңы йыл һәм Раштыуа символы, ғөмүмән алғанда, бар донъяла тыныслыҡ һәм яҡлау символы. Был йүнәлештә мәғлүмәт йыя башлағас, үҙебеҙ ҙә аптыраныҡ, донъя халыҡтарында был форма шул тиклем киң таралған!
       Һәм эштәр көйләнде. Флоктан алып билдәле айырым биҙәктәргә тиклем барыһы ла файҙаланыла башланы. Бөгөн беҙҙең ҡыңғырауҙарға төшөрөлгән биҙәктәрҙең ниндәйе генә юҡ!
       - Нисек уйлайһығыҙ, уңышығыҙҙың сере нимәлә?
       - Быяла уйынсыҡтар әле 200 һум тора, ә беҙҙекеләр - 15-70. Өҫтәүенә, ярылыу проблемаһы тормай, быяланан әйберҙәр яһаусыларҙа иһә ул 15 процентҡа етә! Беҙҙә бындай проблема юҡ - изделиеларыбыҙҙы иҙәнгә ташларға мөмкин, һәм ҡурҡыныс бер нәмә лә булмаясаҡ. Шуныһы мөһим, был ҡыңғырауҙар аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҡулланылыусы, экологик яҡтан таҙа материалдан эшләнә, һәм быны Роспотребнадзор сертификаттары ла раҫлай. Шуға күрә, Ҡытайҙа етештерелгән аналогтарҙан айырмалы, беҙҙең сувенирҙарҙы хәүефләнмәйенсә ҡулға алырға мөмкин.
       - Әйтегеҙ әле, һеҙҙең сувенирҙарығыҙ ниндәй маҡсатта хеҙмәт итә?
       - Хәҙер улар Яңы йыл уйынсыҡтары ғына түгел, иҫтәлеккә бирелеүсе матур бүләк тә. Балалар уйынсығы, компания логотибы ҡуйылған промо-сувенир... Ә ҡапҡаслы һауыт кеүек сувенирҙы кофе, сәй, кәнфит һәм, әлбиттә, канцелярия тауарҙары өсөн контейнер сифатында файҙаланырға була. Ысынында иһә ҡулланыу даирәһе киң. Мәҫәлән, күптән түгел беҙ V Халыҡ-ара янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар чемпионаты сиктәрендә янғын һүндереүсе каскаһы төҫөндә ҡыҙыл ҡыңғырауҙар эшләнек, әлеге мәлдә Мәскәү менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ - ҡыңғырауыбыҙҙың баш ҡала сығарылыш уҡыусылары өсөн даими сувенирға әйләнеүе ихтимал.
       - Ниндәй проблемалар осрай?
       - Изделиеларыбыҙ ныҡ арзан булыуға ҡарамаҫтан, магазин кәштәләренә барып еткәнсе, уларҙың хаҡы бер нисә тапҡырға күтәрелеүе бар. Ә был ошолай килеп сыға: тәүҙә күмәртәләп һатыу базаһы 60-80 процентҡа хаҡты арттыра, артабан күмәртәләп һатыусы вағыраҡ ойошмалар үҙенең өлөшөн индерә һәм, ниһайәт, магазин үҙе. Ә балаһы менән магазинға килгән әсә уйға ҡала - балаға уйынсыҡ алырғамы, әллә был сумманы ашауға тотонорғамы? Һөҙөмтәлә продукцияның һатылмай ҡалыуы ихтимал.
       Был хәлдән нисек сығабыҙ һуң? Беренсенән, күмәртәләп һатыусыларҙы урап, минималь хаҡ өҫтәү юлы менән (килешеү буйынса) туранан-тура магазиндар менән эшләргә тырышабыҙ. Промо-сувенирҙар йүнәлешен әүҙем үҫтерәбеҙ, сәнғәт мәктәптәре һәм халыҡ ижады үҙәктәре өсөн мастер-кластар ойошторабыҙ.
       Беҙҙә йәнә ҡулдан эшләү өсөн әҙерләнгән сувенирҙар йүнәлеше лә бар. Бер контейнерға буялмаған дүрт ҡыңғырауҙы, дүрт тарелканы һалабыҙ, флок (төҫлө тышса), биҙәү әйберҙәрен айырым тултырабыҙ. Балаларға шарҙы елемләргә һәм үҙе теләгәнсә биҙәргә генә ҡала. Һәм был йыйылманың хаҡын минималь күләмдә - 50 һум самаһы тип билдәләнек.
       Ғәҙәттә бындай йыйылманы беҙ мастер-класс сиктәрендә күрһәтәбеҙ, һәм балалар уның менән эшләргә бик ярата! Сөнки әсәйең йәки уҡытыусың өсөн үҙ ҡулдарың менән эшләгән сувенирға бер нимә лә етмәй!
       Шуны асыҡ әйтә алам, хәҙерге заман шарттарында производство менән шөғөлләнеүе ныҡ ҡыйын. Бик яй алға барабыҙ - минең холҡом менән 100 тапҡырға шәберәк булыуын теләйем дә бит! Әммә тормош ашығырға ярамағанлығын төшөндөрә. Уйлауымса, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ.
       - Сувенирҙарҙы биҙәүселәр өсөн махсус белем кәрәкме?
       - Әлбиттә. Был өлкә өсөн белгестәр әҙерләүсе лицей бар, һәм мин бик йыш уның сығарылыш кисәләренә барам, йәш таланттар "аулайым". Үкенескә күрә, йәш рәссамдарҙың 90 проценты үҙ урынын тапмай. Эш шунда, улар эшләй алырлыҡ халыҡ кәсептәре предприятиелары хәҙер бик аҙ. Һәләтле сығарылыш уҡыусыларын эшкә алып, беҙ ниндәйҙер кимәлдә был проблеманы хәл итәбеҙ.
       - Ҡытайҙар һеҙҙең өсөн конкурентмы?
       - Дөрөҫөрәге, хаҡ буйынса ориентир. Ысынында, Ҡытай халҡын ихтирам итәм - улар баҙар талаптарына тиҙ яраҡлаша, йүнселдәр. Ләкин бына бәлә - беҙҙең магазиндарҙағы бар Ҡытай продукцияһы - контрафакт, тимәк, үтә арзан. Әгәр законлы рәүештә килтерелгән продукция менән конкуренция алып бара алһаҡ, контрафакт менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ.
       - Нисә хеҙмәткәрегеҙ бар?
       - Фирманың төп көсө - өс кеше. Әммә теләһә ҡайһы ваҡытта беҙ килешеү буйынса ундан иллегә тиклем хеҙмәткәр йәлеп итә алабыҙ. Йәғни фирма баҙар талабы буйынса тиҙ арала үҙгәрә ала, һәм был бик уңайлы. Рәссамдар, төргәккә төрөүселәр, дизайнерҙар... Йыш ҡына студенттарҙы йәлеп итәбеҙ, һөҙөмтәлә фирмала күңелле һәм ыңғай атмосфера барлыҡҡа килә.
       Күптән түгел геройыбыҙ Түбәнге Новгородтан 70 километр алыҫлыҡтағы Семенов ҡалаһында үткән "Золотая хохлома" фестиваленән ҡайтҡан.
       - Тәьҫораттар иҫ китмәле! - ти Наталья Семоновна. - Нимәһе ҡыҙыҡ, Семеновта сүп һауыттарына ла биҙәк һалынған. Бындай сәфәрҙә тупланған тәжрибә ҙур әһәмиәткә эйә. Күпме яңы идеялар алып ҡайтырға була уларҙан! Өҫтәүенә - эксклюзив каталогтар, күтәренке кәйеф... Ғөмүмән, халыҡ кәсебе продукцияһына ҡағылышлы бар нәмә энергетик көскә эйә. Йөҙәр йыл дауамында ул кеше ҡулы менән эшләнә һәм оло энергетик көс таратыусы булып тора! Һәм бындай сараларҙа ҡатнашыу, арыуға ҡарамаҫтан, ҙур шатлыҡ бирә.
       - Аңлауымса, һеҙгә был бизнес менән шөғөлләнеүе ныҡ оҡшай.
       - Әлбиттә. Ғөмүмән алғанда - ғәжәп, ижад кешеләрҙе ни эшләтә! Беҙҙең бизнесты күргән һәр кеше - хеҙмәткәрҙәр генә түгел, производствоға ҡағылышы булмаған дуҫтар, таныштар ҙа ижади фекерләй башлай. Улар беҙгә теге йәки был идеялар, декор варианттары тәҡдим итә, фекерҙәрен белдереү өсөн шылтырата...
       Хәйер, үҙең дә ижади эшләү генә түгел, шул рәүешле йәшәй башлайһың. Күргәҙмәләр, фестивалдәр, йәрминкәләр...
       - Һәм һуңғы һорау - ижади пландарығыҙ ниндәй?
       - Әлеге ваҡытта беҙ уйынсыҡтарҙың яңы формаһы өҫтөндә эшләйбеҙ, әммә был - әлегә сер. Шуны ғына әйтә алам, был гирлянда һәм стенаға эленеүсе панно буласаҡ. Һәр хәлдә ижади процесс бер урында тормай. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ла шуны уҡ кәңәш итәм. Тенденцияларҙы күҙәтеп барырға, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормаҫҡа... Әгәр проблема тыуа икән - уның сәбәбенә төшөнөргә һәм еңеп сығырға!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал