6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Киң мәғлүмәт саралары

Ә "БАШвестЪ" бит яңы!
01.07.10


       Хәтерегеҙҙәлер, беҙ һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, яратҡан "БАШвестЪ" интернет-гәзитебеҙҙең дизайнын яңыртырға һүҙ биргәйнек. Беҙ www.bashvest.ru сайты сағыуыраҡ, функциональ һәм заманса буласаҡ, тип вәғәҙә иткәйнек. Һәм бына, ниһайәт, вәғәҙәбеҙҙе үтәнек.
       Бөгөн һеҙҙе сюрприз көтә. "БАШвест"тың рус телендәге битен асҡас, һеҙ гәзиттең яңыртылған сайтына эләгәсәкһегеҙ.
       - Гәзиттең яңы дизайны өҫтөндә эшләгәндә беҙ сайт төҙөлөшөнөң яңы алымдарын файҙаландыҡ, - тип аңлатма бирә техник тәьминәт хеҙмәте егеттәре. - Һәм гәзиттең биҙәлеше сағыу һәм креатив килеп сыҡты. Яңыртылған сайтта башта функциональ блокҡа - көнүҙәк, мауыҡтырғыс һәм иң күп уҡылған материалдар урынлаштырылған сағыу промоанонсҡа иғтибар
       итәсәкһегеҙ. Шулай итеп, уҡыусылар көнүҙәктә булған төп темалар менән һәр ваҡыт еңел танышып барасаҡ.
       Яңы дизайнға өйрәнеүе ҡыйын булыр, тип ҡайғырмағыҙ. Сайт структураһы, асылда, элеккесә ҡалды. Һул яҡта "Ял зонаһы" урынлаштырылған, уң яҡта - төп яңылыҡтар.
       Шул уҡ мәлдә ете йыл дауамында "БАШвест" авторҙары менән яҙылған бар статьялар ҙа гәзит архивында һаҡланды. Кәрәк булғанда, "Эҙләү" төймәһен баҫып, уларҙы еңел генә табырға мөмкин.
       "Билдәле тауыш" рубрикаһын ҡарауы уңайлашты. Уҡты билдәле кешеләрҙең фотоларына алып барһаң, шунда уҡ уларҙың теге йәки был мәсьәләгә ҡарата фекерен белергә мөмкин. Һәр көнгә яҙылған йондоҙнамәне белер өсөн хәҙер төп биттән күсергә кәрәкмәй. Ә аҙна һайын үткәрелеүсе һорау алыуҙарҙың һөҙөмтәләре һәр ваҡыт күҙ алдында буласаҡ. Әйткәндәй, һорау алыу, эҙләү һәм календарь сайттың һул яғына күскән.
       Фотографиялар ҡарау ябайлаштырылған. Хәҙер һәр фотоны айырым асыу мотлаҡ түгел. Махсус уҡтар ярҙамында фотоларҙы бер-бер артлы ҡарарға мөмкин.
       Сайттың төҫө һәм гәзит логотибының нисек үҙгәреүенә иғтибар итегеҙ. Дизайн өҫтөндә эшләгәндә градиент техникаһы, йәғни бер төҫтөң икенсеһенә күсеү алымы ҡулланылған. Сайт исемендә файҙаланылған төҫтәр гәзит бүлектәре исемендә лә ҡулланылған. Һәм был стиль өҫтәй.
       - Киләсәктә сайт дизайны яйлап үҙгәрә барасаҡ. "БАШвестЪ" мөхәрририәте өлгәшелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Бойомға ашырырға теләгән уй-ниәттәребеҙ байтаҡ. Мәҫәлән, сайтта уҡыусылар менән бәйләнеш булдырыу теләге бар. Әлеге ваҡытта улар электрон хат аша йәки мөхәрририәткә шылтыратып фекерен әйтә ала. Уҡыусыларыбыҙҙың статьяларға баһа биреү, сайтта фекерен белдереү мөмкинлеге юҡ. Ә был бик ҡыҙыҡ булыр ине. Яҙған кешегә лә, уҡыусыларға ла.
       Яңыртылған һәм киңәйтелгән "Күңел асыу урыны" ла ҡыҙыҡлы проект булып күҙаллана. Унда беҙ уҡыусыға ҡалабыҙҙа булған күңел асыу сараларының тулы спектрын, ял ваҡытын үткәреү варианттарын тәҡдим итергә ниәтләйбеҙ. Халыҡ әйтмешләй, ваҡыт кәрәк. Яңыртылған гәзит һеҙгә оҡшар һәм һеҙҙең өмөттәрегеҙ аҡланыр, тип ышанғы килә!

"Башвестсылар".
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал