6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Конфликттар

Ваххабизмдан ҡурҡырға кәрәкме
20.04.04


       Ошо көндәрҙә РФ генераль прокурор урынбаҫары Владимир Кол есников Рәсәйҙә террорсылыҡ менән көрәшеүҙең бик ябай алымын
       - Уголовный кодексҡа ваххабизм өсөн яуаплылыҡ индерергә тәҡ дим итте. Колесниковтың тәҡдиме буйынса яңы башлаусы экстре мистарҙы бер йылға хөкөм итергә , ә башҡаларына ҡарата " иң
       көслө яза сараһын" күрергә кәрәк. Әммә бының өсөн ваххабизм ды закондан тыш тип иғлан итеү генә кәрәк.
       Террорсылыҡ һәм ваххабизм араһында тигеҙлек билдәһе ҡуйып
       буламы Закондар сығарыу буйынса Дәүләт думаһы комитеты рәй есе Павел Крашенинников юҡ тип һанай. Уның һүҙҙәре буйынса, һәр диндәге кеүек үк ваххаббиттар араһында ла насар кешеләр бар, һәм ниндәйҙер дини ышаныуҙар өсөн түгел, билдәле аҙымда р өсөн яза биреү мотлаҡ. Дәүләт думаһының хәүефһеҙлек буйынс а комтет рәйесе урынбаҫары, Халыҡ партияһы рәйесен башҡарыус ы Геннадий Гудков та ошондай уҡ фекерҙә тора. Уның фекеренсә , "ваххабизм йыш ҡына террорсылыҡҡа нигеҙ булып тора, әммә б ыл ике күренеш араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйырға ярамай". Мос олман дине вәкилдәре лә Колесниковтың билдәләмәһенә ҡәтғи р изаһыҙлығын белдерҙе. Улар был тәҡдимде дини дискриминация т ип атаны. Полемикала Рәсәйҙең мосолман дине алдынғылары йыш ҡына бер - береһенә "ваххабит" тип мөрәжәғәт итә, был һүҙҙең
       икенсе мәғәнәһе, эксперт - теолог аңлатмаһы буйынса расколь ник йәки проьестант тигәнде аңлата.
       Тағы бер мөһим аспект, ҡайһы бер бай илдәрҙә, әйкәндәй, у лар менән Рәсәй дипломатик бәйләнештә тора, ваххабизм рәсми дин булып тора. Һәм исламдың бер йүнәлешен тыйыусы статьяның
       барлыҡҡа килеүе Рәсәйҙе бик уңайһыҙ хәлгә ҡуйыуы ихтимал, с өнки был илдәрҙә йәшәүсе халыҡ, ниндәйҙер маҡсат менән унда барыусы беҙҙең граждандар ҙа автоматик рәүештә террорсылар тип һаналасаҡ. Ул ваҡытта ниндәй дипломатик мөнәсәбәт тураһы нда һүҙ йөрөтөргә мөмкин һуң
       Ваххабизмдың тарихына күҙ һалайыҡ. Белгестәр фекеренсә, б ыл исламдың бер йүнәлеше түгел, ә ун һигеҙенсе быуатта Арави я күсмә халҡының Осман хакимлығынан азатлыҡ өсөн көрәше ваҡы тында барлыҡҡа килгән дини - сәйәси хәрәкәт. Уға нигеҙ һалыу сы булып дини реформатор Мөхәммәт ибн Әбд әл - Ваххаб ( 1703
       - 1787) иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта уның хеҙмәттәре нигеҙендә Аравияла ислам динен ысынбарлығын тергеҙеүгә йүнәлтелгән ҡеү әтле дини - сәйәси хәрәкәт барлыҡҡа килгән. Ул барлыҡ мосома ндарҙың туғанлығын, ислам принциптарын һаҡлау, байлыҡ артына н ҡыуыуҙы тәбрикләмәүгә ҡоролған.
       Ваххабизм ысынында террорсылыҡ йә экстремизм кеүек күрене штәргә бәйле түгел. Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө заманда "ваххабиз м", "ваххабиттар" тигән терминдар тел практикаһына исламдың тар хәрби - террор формаһы булараҡ үтеп инде. Шуға күрә шул уҡ ваҡытта ваххабиттар, мәҫәлән, Владимир Жириновский һәм Һи нд океанында итек йыуырға хыялланған уның яҡлыларға "либера л - демократ" термины тап килмәүе тураһында әйтә алыр ине.
       Ниңә һуң "ваххабизм" һүҙе киң мәғәнәһендә дини - сәйәси э кстремизмды билдәләүҙә ҡулланыла һуң Белгестәр фекере буйын са, ваххабизмдың бөгөнгө версияһы үҙенең күпселек принциптар
       буйынса Мөхәммәтт ибн Әбд әл - Ваххаб ваҡытына оҡшаш. Көнба йыш манераһында бөтә доньяны "алтын миллиард" мәнфәғәтендә глобалләштереү өсөнсө донья илдәренең иң ҡыйырһытылған өлөшө нөң нәфрәтен тыуҙыра, әлбиттә. Һөҙөмтәлә үҙҙәренең агрессив хәрәкәттәренең тап ошо сәбәп менән аңлатҡан йәш дини берекмә ләр инициативаны үҙ ҡулдарына ала. Был йәһәттән ваххабиттарҙ ың уй -хыялдарын Афғанстандағы "Талибан" исемле фундаментал истик хәрәкәт тулыһынса уртаҡлаша. Фундаменталист - ваххабит тарҙың төрлө халыҡ - ара террористик ойошмалар бөтә донья бу йлап тиерлек таралған. Ислам илдәренең барыһы тиерлек көсөр гәнешле һуғыш сигендә тора. Мәҫәлән, Алжир һәм Египетта ғы на һуңғы йылдарҙа меңәрләгән мосолмандар менән бергә ваххаб иттар ҙа һәләк булды. Етмәһә, Алжирҙа фундаменталистар мосо лман ауылдарҙа йәшәүселәрҙе, ҡул аҫтына эләккән христиандарҙ ы ла һуйып сыға. Бай Сауд Ғәрәбстанында, мәҫәлән, власть һә м радикалдар араһында ҡораллы конфликттар булғаны юҡ. Һуңғы лары рәсми рәүештә тыйылған, шуға күрә улар шейх- миллионе рҙар менән йәшерен генә бәйләнеш тота.
       Уҙған аҙнала Һамара ҡалаһының транспорт милицияһы хеҙмәткәр ҙәре шикле һаҡал баҫҡан өс кешене ҡулға ала. Ситтән килеүс еләрҙең үҙҙәре менән документтары ла булмай сыға, әммә милиц ионерҙар уларҙа экстремистик әҙәбиәт, төрлө пропагандистик материалдар таба. Уларҙың барыһында ла тиеролек федераль вла сттың эшмәкәрлегенә ҡамасаулыҡ итеүгә саҡырыуҙар һәм өндәүҙә р булып сыға. Эксперттарҙың асыҡлауынса, әҙәбиәт беренсе сир аттамилләт - ара, халыҡ- ара ыҙғыш сығарыуға йүнәлтелгән йөк мәткеле булып сыға. Пропаганда материалдарында шулай уҡ "Рә сәй башҡорттарына һәм татарҙарына мөрәжәғәт" тә булып сыға. Был "документҡа" хатта Бен Ладен үҙе ҡултамға ҡуйған.
       Күптән түгел республикабыҙҙың башҡалаһында "Юношеская библ иотека" туҡталышында һаҡал баҫҡан көнсығыш кешеһенә тап булд ым. Ул ниндәй маҡсат менән Өфөгө килгәндер әйтеүе ҡыйын, хат та махсус органдар ҙа уларҙын бындай һорауға аныҡ ҡына яуа п алал алмай. Шуға күрә "Көнсығыш -ул енскә мөнәсәббәтттәр и ле" тигән билдәле фраза менән килешмәй булмай.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал