6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тирә-яҡ мөхит

Космос йәштәр өсөн
30.06.10


       Рәсәй актеры Владимир Машков интервьюларҙың береһендә үҙҙәренең быуынын космос тураһында хыял итеүселәрҙең һуңғыһы, тип билдәләне. Балаларҙа йондоҙло йыһанды яулау теләге бөтөнләй тиерлек юғалған.
       - Йәштәр Королевтың, Терешкованың кем икәнен белмәй, хатта Юрий Алексеевич Гагаринды ла хәтерләмәйҙәр, - тип бошоноуын йәшермәне йыһангир Владимир Коваленок.
       Осош барышында 300 тәүлек самаһы космоста булған ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Өфөгә ошо хәлде яйға һалыу маҡсатында килгән. Владимир Коваленок СССР заманында эшләп килгән структураның вариҫы - Рәсәй Космонавтика федерацияһын етәкләй.
       - Космонавтика федерацияһы 30 йылдан ашыу эшләй. Федерацияның маҡсаты икәү: йәштәрҙе әүҙемләштереү һәм ветерандарға ярҙам итеү, - тине космонавт. - Беҙ үткәргән мониторинг күңелһеҙ һөҙөмтәләр бирҙе. Мәскәү үҫмерҙәре Королев урамын билдәле йырсы исеме менән бәйләй һәм космосҡа беренсе булып американлылар осҡан, тип иҫәпләй. Ейәнем иһә минең китабымды уҡымауын белдерҙе, бына нисек була бит. Федерация бындай эштәр торошон үҙгәртергә теләй. Беҙ космонавтиканы ғорурлығыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ һәм быны йәштәргә аңлатырға ынтылабыҙ. Бөгөн федерацияға төбәктәрҙең, айырыуса Башҡортостан кеүек прогрессив төбәктең ярҙамы бик мөһим. Һеҙҙә йәштәр әүҙем, хөкүмәт алдынғы, авиатөҙөлөш һәм космос менән бәйле юғары уҡыу йорттары бар.
       Рәсәй Космонавтика федерацияһы илдең 58 субъектында төбәк вәкиллеге асты. Хәҙер Башҡортостанда ла бүлексә барлыҡҡа килде. Бай эстәлекле һәм төрлө яҡлы эш планлаштырыла. Мәктәптәрҙә дәрестәр үткәреү өсөн республикаға йыһангирҙар һәм конструкторҙар киләсәк. Әүҙем уҡыусылар һәм студенттар Байконур космодромынан пилотлы корабль осороуҙарын үҙ күҙҙәре менән күрәсәк.
       - Бындай экскурсияларҙы беҙ Мәскәү студенттары менән үткәрҙек, - тип һөйләй Владимир Коваленок. - Космодромға барғанда барыһы ла шаяра, күңел аса, шаулай. Әммә һуңынан, экипаждың стартҡа атлауын, минуттарҙы иҫәпләүҙәрен күргәс, ракетаның йыһанға атылыуына һоҡланғас, музейҙы ҡарағас, улар етдиләнеп ҡала. Ҡайтырға сыҡҡас, барыһы ла үҙҙәрен тыныс һәм шым тота, уйға бата. Йыһан кешене аҡыллыраҡ итә.
       Владимир Коваленок билдәләүенсә, Рәсәй иң мөһим нәмәне - матди базаны һәм кадрҙар потенциалын һаҡлап ҡала алған. Шуға ла космос технологиялары буйынса алдынғылыҡ беҙҙең ил яғында ҡалырға тейеш. Ләкин бының өсөн йыһан киңлектәрен йәштәр өсөн асырға кәрәк.
       - Халыҡ-ара йыһан станцияһы проекты аҙағына еткәс, беҙ милли йыһан проектын булдырырға тейешбеҙ, - тине ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы. - Мин йыһан туризмы менән мауығыуға ҡырҡа ҡаршымын - был бик күп көстө ала. Уларҙы үҙебеҙҙең кадрҙарҙы әҙерләүгә йүнәлтеү яҡшыраҡ буласаҡ. Космонавтика - бөйөк эш. Ул йәмғиәт сирҙәренән прививка кеүек. Йыһанда эшләргә теләгән кеше бер ҡасан да наркоман булмаясаҡ. Өҫтәүенә, космонавтика фән һәм тәрән аҡылдан айырылғыһыҙ. Ул ҙур мөмкинлектәр бирә. Бигерәк тә, Юрий Гагарин менән эшләгән кешеләр әле иҫән-һау булғанда. Улар ҙур ихласлыҡ менән тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Космонавтика федерацияһы 300 меңдән ашыу белгесте берләштерә. Конференцияларҙың береһенә беҙ Гагаринды йыһанға ебәргән кешене саҡырҙыҡ. Ул үҙен онотолған һәм берәүгә лә кәрәкмәй, тип уйлаған. Был улай түгел. Беҙ белгестәрҙе эҙләп табабыҙ, берләштерәбеҙ. Иҫ китмәле ваҡиғалар була. Мәҫәлән, уникаль белгестәрҙең береһе машиналар ҡуйыу урынында һаҡсы булып эшләгән, байҙарҙың автомобилдәрен һаҡлаған. Бындай хәлгә юл ҡуйылырға тейеш түгел.
       2011 йылда кешенең беренсе тапҡыр йыһанға осоуына 50 йыл тула. Ошоноң менән бәйле Космонавтика федерацияһы Гагарин уҡыуҙары, бер нисә конференция үткәрергә ниәтләй. Әммә тантаналы саралар - төп нәмә түгел. Урындарҙа, төбәктәрҙә әүҙем эш алып барыу әһәмиәтлерәк.
       - Мин оҙаҡ ваҡыт йыһанда булдым, ләкин, оятыма күрә, ҡайһы бер ҡорамалдарҙың Өфөлә эшләнеүен белмәнем, - тине Коваленок. - Өфө, асыҡланыуынса, һәр йыһангирға яҡын ҡала икән. Өфө предприятиеларының береһендә һәр космонавтта булған бик яҡшы электр ҡырынғыстары етештерелә. Һәм улар йыһангирға арналған һәр музейҙа бар. Шулай ҙа була: йыһангир ергә төшөүе була, уны ҡаршыларға йүгереп килгән кешеләр шәхси әйберҙәренең береһен иҫтәлеккә музейға тапшырыуҙарын һорай. Ҡапыл ғына нимәне тотоп бирергә була һуң? Беҙ ғәҙәттә "Ағиҙел" ҡырынғысын бүләк итәбеҙ.
       Әңгәмә барышында Коваленок йыһандың беҙҙең ғорурлығыбыҙ булыуын бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һәм был абстракт төшөнсә түгел. Йыһангир тыуып үҫкән һәр ҡала, һәр төбәк үҙенең геройы менән ғорурлана. Космонавтика федерацияһының республика бүлексәһе етәксеһе Рәмил Дәүләтбаев та ошондай ҡарашта.
       - Мәктәптәрҙәге ватансылыҡ дәрестәре, йыһангирҙар менән осрашыуҙар һәм Байконурға экскурсиялар - бүлексә ҡуйған бурыстарҙың был иң кәме. Беҙҙең бүлексә фекеренсә, беҙҙең төп маҡсат - Башҡортостандан йыһангир әҙерләү, - тип белдерҙе Дәүләтбаев.
       Владимир Коваленок шулай ҙа федерацияның йыһангирҙар ҡаласығына егеттәр йыйыу менән шөғөлләнмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә йәштәр яңынан билдәһеҙ планеталар тураһындағы хыялға ышанһын өсөн нимәлер эшләү - уларҙың ҡулында. Йыһан, асыҡланыуынса, беҙ уйлағандан күпкә яҡыныраҡ икән.
       Андрей Старостин фотоһы.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал