6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тормош сәхифәләре

Йөрәктә - Америка
29.06.10


       Штаттарҙа уңышҡа өлгәшер өсөн Ринат Булгаковҡа ҡатмарлы юл үтергә тура килә. Ул, Голливуд фильмындағы төп герой кеүек, үҙенең Америка хаҡындағы бәхетен бойомға ашырыу өсөн ныҡышмалы һәм ҡыйыу көрәшә...
       Америка тураһында хыял күңелемде биләне...
       - Мин 14 йәшемдән Америка тураһында хыялландым. Шуның өсөн Башҡорт дәүләт университетының сит ил телдәре факультетына уҡырға индем. Мәктәп уҡытыусыһы булырға теләк юҡ ине. Өфөнөң Совет районында Район эске эштәр бүлегендә бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор булып эшләнем. Өлкән лейтенант званиеһын алдым, әммә тиҙҙән һаулығым арҡаһында эштән китергә тура килде. Бер ваҡыт дуҫымдан уҡырға бер нисә китап алдым, улар иғландар гәзитенә төрөлгәйне. Шуларҙың береһе тормошомдоң аҫтын өҫкә килтерҙе: унда хат аша дуҫлашырға теләгән американлыларҙың адресы бирелгәйне.
       1986 йылдан 1990 йылға тиклем Өфөгә Американан хаттар килде. Ә 1990 йылда беҙ ҡатыным менән саҡырыу буйынса тәүге тапҡыр Америкаға ҡунаҡҡа юлландыҡ.
       Ул көндәрҙә Америка тураһында хыял йөрәгемде нығыраҡ биләне... Ике аҙнанан ашыу ваҡытҡа һуҙылған был сәфәрҙе беҙ мөмкин тиклем файҙалыраҡ үткәрергә тырыштыҡ. Ҡабатланмаҫ Лас-Вегас уттарын күрҙек (әйткәндәй, казиноларҙың береһендә 10 доллар уйнаным). Артабан Голливуд, Лос-Анджелес, Санта-Барбарала булдыҡ, - тип йылмайып һөйләй Ринат Булгаков.
       Бынан һуң ул әйләнеп ҡайта һәм төрлө илдәрҙәге дуҫтары менән хатлашыуын дауам итә. Ә Америка ебәрмәй. Киреһенсә - тағы ла нығыраҡ тарта... Ләкин билетҡа аҡса юҡ. Ринаттың хәле ауыр икәнен белеп, хат аша аралашҡан танышы уны Австрияға, үҙенең пансионатына эшкә саҡыра.
       - Австрияға барыр өсөн мин бик күп нәмәмде һаттым. Пансионаттан бер нисә саҡрымда урынлашҡан фермаға урынлаштым. Сәғәт биштә эш урынына барып етеп, һыйырҙарҙы көтөүгә ваҡытында ҡыуыр өсөн төнгө өстә торам. Һарайҙарҙы таҙартам, мал ҡаршылайым, һыйыр һауам. Әммә бындай ритмға ни бары өс аҙна сыҙаным. Шулай ҙа Америкаға сәфәргә етерлек сумма бар ине инде, - тип хәтерләй Ринат Булгаков.
       Кеҫәлә 67 доллар...
       - Өфөгә ҡайттым һәм шунда уҡ АҠШ-ҡа билет алдым. Мине вокзалда ҡаршыларға тейешле кеше килмәне. Тәүҙә мин Толидола (Огайо штаты) инглиз теленән уҡытыусы Энтони ғаиләһендә йәшәнем. Уның менән беҙ оҙаҡ хат алышҡайныҡ, телефон аша ла һөйләшкәнебеҙ бар ине. Бер ваҡыт Энтони мине болгар православие сиркәүенә саҡырҙы. Унда бик матур кешеләр менән таныштым, улар миңә һуңынан ныҡ ярҙам итте, - тип дауам итә әңгәмәсебеҙ.
       Уҡырға урын эҙләү ҙур ауырлыҡ менән бара. Шулай ҙа ул Толидо университетында уҡыу өсөн документтар әҙерләүгә өлгәшә. 1995 йылда Булгаков урта мәктәптә инглиз телен уҡытыуға лицензия ала һәм тулы хоҡуҡлы уҡытыусы булып китә. Тиҙҙән уны Толидо мәктәптәренең береһенә эшкә саҡыралар.
       - Уҡыусылар имен булмаған райондан ине. Тәртип һаҡлауы ҡыйын. Уҡыусылар аяғын партаға һала, дәрес уртаһында тороп йөрөй, уҡытыусыға оятһыҙ һүҙ менән өндәшә, бар класс менән эҫелә курткаһын сисмәйенсә ҡарышып ултырыу ҙа бер ни түгел. 19 ай буйы мин ошондай шарттарҙа эшләнем, - ти Булгаков.
       Һәм тағы эҙләүҙәр...
       Эш биреүселәр буйлап сираттағы йүгереүҙән һуң Ринат Әнүәр улы үҙенә кәрәген таба. Ҙур мебель компанияһында яҡташыбыҙ корпорация вице-президенты ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләнә. Делегацияларҙы ҡаршы алыу һәм оҙатып йөрөү, компания ҡунаҡтарын урынлаштырыу уның өҫтөндә була. Мөһим осрашыуҙарҙа Ринат Әнүәр улы бик йыш вице-президент урынында эш итә. Һәм ошо арала параллель рәүештә докторлыҡ диссертацияһын яҙа.
       Йондоҙҙар, ҡоромдан изге нәмәләр, үрләү һәм түбән тәгәрәү
       Ринат Әнүәр улының хәләл ефете лә Америкала докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Һәйбәт, перспективалы эш таба. Улы университетҡа уҡырға инә. Булгаковтар ғаиләһе Балтимор ҡалаһына күсә (Мериленд штаты).
       - 15 йыл Америка ҡушма штаттарында йәшәгәндә төрлөһөн күрҙем. 1994 йылда төрлө һөнәр буйынса эшләп ҡараным. Төндә келәттә йөк бушатыусы булдым. Көндөҙ уҡыным. Ярлылыҡтан яҡшы тормошҡа сығып булыуын үҙемдең тәжрибәмдә төшөндөм. Төрлө ваҡытта донъя кимәлендәге йондоҙҙар - Тина Тернер, Мадонна, Пол Маккартни һәм башҡаларҙың концертында булдым. Нью-Йорктағы Бөтә донъя сауҙа үҙәге емерелгәнгә тиклем бер нисә ай алдан беҙ "игеҙәк башнялар"ҙың береһендә экскурсияла булдыҡ. "Йондоҙҙар аллеяһы", Чикаго, Ниагара шарлауыҡтары, Беверли-хиллз, АҠШ-тың башҡа билдәле урындарын ҙур теләк менән ҡараным, - тип хәтерләй Булгаков. - Эйе... Нимә генә ишетмәнем дә, нимә генә күрмәнем! Ыңғайы ла булды, насарҙары ла. Тормош бит...
       Ә бер ваҡыт бик мәҙәк хәл булды. Мин барыһын да урындағы телевидениенан күҙәттем. Көндәрҙән бер көндө эстакада аҫтынан үтеп барыусылар бетон стенала Дева Мария һынын күрә. Оло кеше хәтле аҡлы-һарылы һүрәтте шунда уҡ мөғжизә тип нарыҡланылар. Стена ғибәҙәт ҡылыу урынына әйләнде: көн һайын меңәрләгән кеше сәскәләр алып килә, шәм ҡуя. Алиһәгә табыныусылар стена янында тубыҡланып тора, доға ҡыла. Ғибәҙәт ҡылыусылар транспорт хәрәкәтенә ҡамасаулай... Һәм бер мәл ғалимдарҙың береһе "мөғжизә"гә анализ эшләргә килә. Стенаның өҫкө ҡатламын тикшергәс, улар күңелһеҙ һығымта яһай. Асыҡланыуынса, был бер ниндәй ҙә мөғжизә түгел, ә һыу менән ҡоромдоң йәки машина майының ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән һүрәткә оҡшаған оҙон тап икән. Һәм шунда уҡ киң мәғлүмәт сараларында барған ҡыҙыу бәхәстәр, фекер алышыуҙар тынды. Барыһы ла шым ғына уңайһыҙ хәлдән сығырға тырышты, - тип көлөп хәтерләй Ринат Әнүәр улы.
       Тыуған илгә ҡайтыу
       Эш эҙләү уңыш килтермәй. Гражданлыҡ талап ителә. Бер нисә сәбәп арҡаһында уны алып булмай. Ринат Әнүәр улына Өфөгә ҡайтырға тура килә. Әммә тәжрибәһе һәм белеме Булгаковҡа Рәсәй мөхитенә яраҡлашырға ярҙам итә. Бөгөн ул ҙур ихласлыҡ менән Америка тураһында һөйләй, инглиз теленән уҡыта, Америкала йәшәү тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Гүзәл Ғирфанова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал