6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Йәштәр сәйәсәте

Мул аванс
28.06.10


       Йәштәр көнө Рәсәйҙә 27 июндә билдәләнә. Был Яңы йыл йәки Рәсәй көнө кеүек күләмле байрам түгел, әлбиттә. Һәм уны бар ил халҡы түгел, йәш быуын ғына билдәләй. Әммә бынан байрамдың әһәмиәте бер ҙә кәмемәй. Йәштәр - илдең киләсәге бит.
       Йыл һайын йәштәр байрамы алдынан Башҡортостанда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттарын наградлау тантанаһы үтә. Был матур традицияға быйыл 15 йыл.
       Премия 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән булдырылған. Шунан бирле иң һәләтле, сағыу, үҙенсәлекле, маҡсатлы 60 кеше уның лауреаты исемен алған. Уларҙың күптәре беҙҙең республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәлелек яулаған.
       Быйыл был премияға дәғүә итеүселәрҙән 11 ғариза ҡабул ителгән. Әммә иң яҡшылары тип дүрт кеше табылған: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Андрей Ганичев, скульптор Руслан Ниғмәтуллин һәм Рөстәм Ямалетдинов менән Павел Мазиндан торған ижади архитекторҙар коллективы.
       "БАШвест"ҡа премия лауреаттары менән осрашып, ниндәй ҡаҙаныштары өсөн уларҙың бындай юғары наградаға лайыҡ булыуҙарын белергә форсат тейҙе.
       Андрей Ганичев Өфө дәүләт сәнғәт институты (хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) уҡыусыһы. Йәштәр театрында эшләүенә ун йыл. Был арала донъя һәм рус классикаһынан, шулай уҡ хәҙерге драматургиянан 30-ҙан ашыу роль башҡарған. Республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара фестивалдәрҙә бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан, ике рәт иң яҡшы ир-егет роле өсөн бүләкләнгән. Ә Анатолий Приставкиндың "Ночевала тучка золотая" әҫәре буйынса ҡуйылған ошо уҡ исемдәге спектакль, Андрей унда төп ролде башҡара, билдәле "Алтын битлек" театраль форумында беҙҙең республика данын яҡлай. Әйткәндәй, Бабич исемендәге премия Андрейға тап ошо спектаклдәге Колька Кузьмин роле өсөн бирелгән.
       - Артыҡ бер ҡаҙанышым да юҡ, - ти Андрей. - Премияны мин мул аванс кеүек ҡабул итәм, уны эшләп түләргә кәрәк әле. Премия иңемә ҙур яуаплылыҡ һала. Хәҙер икеләтә тырышлыҡ менән эшләргә кәрәк буласаҡ, улар бит миңә ҙур ышаныс күрһәтте.
       - Премияны нимәгә тотонорға ниәтләйһең?
       - Аҡсаның бер өлөшөн күңел асыуға тотонмаһам, дуҫтар үпкәләйәсәк. Шуға ла ҙур байрам эшләрмен инде. Йәнә бер аҙ ял итергә лә кәрәк, ике аҙнаға диңгеҙгә барырға ине.
       - Һиңә премия бирелгән "Ночевала тучка золотая" спектаклендәге ролең нимәһе менән айырыла?
       - Мин аныҡ ҡына белмәйем, тап ошо ролем өсөн бирелдеме икән премия, әллә дөйөм эшем өсөнмө... Иң мөһиме, бирҙеләр, Аллаға шөкөр.
       - Лауреат булғаныңды белгәс, ғәжәпләнмәнеңме?
       - Аптырау бар ине. Әммә көтөлмәгән нәмә булманы. Бәлки мин үҙ-үҙемә артыҡ ныҡ ышанамдыр, ләкин бер-бер артлы төрлө фестивалдәрҙә иң яҡшы ир-егет роле өсөн приз бирелә башлағас, алда мине ҙурыраҡ нәмә көтәлер, моғайын, тигән уй тыуҙы. Минең менән ризалашырһығыҙ, моғайын, үҙеңдең баһаңды тоймай йәшәүе еңел түгел.
       - Һинең яратҡан ролең бармы?
       - Артист үҙен ҡасан уңайлы тоя, шул яратҡан роле, тимәк. Әммә мин үҙем өсөн түгел, тамашасыларым өсөн эшләйем. Шул уҡ Колька Кузьмин - минең яратҡан ролем түгел, ул һынылыш, "шиза" сигендә, уны уйнауы ауыр.
       - Ниңә һин актер булырға теләнең?
       - Ата-әсәйем техник белем алған. Сәнғәт институтына мине хәйләле ысул менән алып барҙылар. Конкурс бер урынға 22 кеше ине, ниңәлер бер мине генә ҡабул иттеләр. Унда уҡырға ингәс, оҙаҡ ыҙаландым, ҡайҙа эләктем инде, тип борсолдом... Сөнки мауығыуҙарҙы онотоп, бар көстө уҡырға һалырға кәрәк ине. Өсөнсө курста ғына ниңә актер белгеслеген үҙләштереүемде төшөндөм һәм барыһы ла килеп сыға башланы.
       Руслан Ниғмәтуллин Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын 2006 йылда тамамлаған. Әммә скульптураларын ул унан алдараҡ эшләй башлаған. 2001 йылдан алып Руслан республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ул һынлы сәнғәт жанрында сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ бихисап әҫәр ижад иткән. Скульпторҙың "Режиссер Әйүпов портреты", "Үгеҙ", "Көҙ", "Елгә ҡаршы", "Демон", "Кәрим" исемле эштәре иң әһәмиәтлеләрҙән һанала. Быйыл Наил Лотфуллин исемендәге Хәҙерге заман сәнғәте музейында уның тәүге шәхси күргәҙмәһе үтте. Руслан "Наурыз" исеме аҫтында берләштерелгән эштәр серияһын тәҡдим итте. Йәш скульптор эштәре Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шулай уҡ Рәсәй халҡының һәм башҡа илдәрҙең шәхси коллекцияларында ла бар.
       Руслан Шәйехзада Бабич исемендәге премияны билдәле бер эше өсөн түгел, ә дөйөм алғанда бар ижады өсөн алған. Был хәҙерге башҡорт скульптураһының күп яҡлы традицияһын яҡтыртыуын һәм БР һынлы сәнғәтенә индергән өлөшөн баһалау ул.
       - Премия артабан үҫергә этәргес бирҙе, - ти Руслан. - Ул мине яңы ижади еңеүҙәргә дәртләндерәсәк.
       - Нисек скульптор булырға ҡарар иттең?
       - Барыһы ла бала саҡтан килә: ҡомлоҡ, балсыҡ...
       - Ҡайһы скульптуралар һиңә ҡәҙерле?
       - Ғаиләм ағзаларының һындары. Мәҫәлән, бәләкәй улыма арналған "Кәрим" скульптураһы.
       - Скульптураларыңды нисек ижад итәһең?
       - Скульптура яралыуы - хәл-ваҡиғаларҙың тап килеүе ул, уйҙар менән күңел торошо ҡушыла ла, ижад процесы башлана.
       - Йәнә бер шәхси күргәҙмә ойошторорға теләмәйһеңме?
       - Яҡын арала юҡ. Сөнки скульптуралар эшләү - оҙайлы ваҡыт һәм ҙур хеҙмәт талап иткән арзан булмаған процесс.
       Рөстәм Ямалетдинов һәм Павел Мазин төрлө ваҡытта Өфө дәүләт нефть-техник университетының архитектура-төҙөлөш факультетын тамамлаған. Улар 2007 йылдан алып бергә эшләй. Ошо арала төрлө архитектура проекттарын башҡарған. Улар проектлаған торлаҡ йорттар, мәктәптәр, дауахана, балалар баҡсаһы һәм административ биналар ҡалабыҙҙы биҙәй. Уларҙың проекттары "Иң яҡшы йыл проекты" республика смотр-конкурсында даими призлы урындар ала. Бынан тыш, улар йыл һайын үткәрелеүсе "Зодчество" ("Төҙөлөш сәнғәте") халыҡ-ара конкурсында ла бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан.
       Рөстәм менән Павел Шәйехзада Бабич исемендәге премияны Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһы-интернатын реконструкциялау проектын эшләгән өсөн алған.
       - Архитекторҙар өсөн идеяларының һәм проекттарының тормошҡа ашыуы ҙур әһәмиәткә эйә, - тип һөйләй Рөстәм. - Һәм был һөҙөмтәне күреүҙәре, юғары баһалауҙары икеләтә ҡыуаныслы. Шәйехзада Бабич исемендәге премия артабанғы ҡаҙаныштар өсөн ҙур стимул ул. Ҡалабыҙҙы һәм республиканы биҙәйәсәк йәнә бик күп проекттар эшләй алырбыҙ, тип ышанам.
       - Төҙөлгән бина - ул архитекторҙарҙың ғына түгел, бихисап кешеләрҙең эш һөҙөмтәһе, - тип өҫтәне Павел. - Беҙҙең еңеү дөйөм тырышлыҡ менән өлгәшелгән. Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһы-интернатының яңыртылған бинаһы оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер, һәм гимназия әллә күпме һәләтле скульпторҙар, рәссамдар, архитекторҙар тәрбиәләр, тип өмөтләнәбеҙ.
       Рөстәм әйтеүенсә, премия уның өсөн көтөлмәгән ҙур шатлыҡ булған:
       - Проект өҫтөендә эшләгәндә, бер награда тураһында ла уйламаныҡ. Беҙ Өфөлә йәнә бер уңайлы һәм матур бина барлыҡҡа килһен, тигән теләктә инек. Хеҙмәтебеҙҙе улай юғары баһалағандарына бик шатбыҙ, әлбиттә.
       Андрей Старостин фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал