6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ике парад
24.06.10


       Бөгөн, 2010 йылдың 24 июне - илебеҙ тарихында әһәмиәтле көн. 65 йыл элек Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенә арналған данлыҡлы парад үткән. Шул тарихи парадта ҡатнашыусы бер нисә яҡташыбыҙ араһында Белореттан Федор Ҡудашев та була. Уның яҙмышы шуның менән үҙенсәлекле - ул ошо парадта ғына түгел, шундай уҡ әһәмиәткә эйә, Ҡыҙыл майҙанда 1941 йылдың 7 ноябрендә үткән парадта ла ҡатнаша. Бөгөн, үкенескә күрә, Федео Антонович иҫән түгел, әммә заманында миңә уның менән осрашып күрешергә һәм тормошонда булып үткән мөһим ваҡиғалар тураһында бәйән иткәнен яҙып алырға форсат тейҙе.
       Бөйөк Ватан һуғышы Федор Ҡудашев өсөн 1941 йылдың август иртәһендә башлана. Тар тимер юлдан тәгәрәгән вагондар туҡылдауын тыңлап, ул дүрт йөҙ ир-егет менән фронтҡа юллана.
       - Минең менән бергә һуғышҡа киткәндәрҙе әллә ҡасандан бирле эҙләйем, - тип хәтер ебен һүтә Федор Антонович, - әммә береһен дә осратманым. Минән башҡа был 400 кешенең береһе лә өйөнә әйләнеп ҡайтманы микән ни? - ти ветеран.
       Ике ай рядовой Ҡудашев Свердловскиҙа пехота мәктәбендә хәрби серҙәргә төшөнә. 1941 йылдың 15 октябрендә был мәктәптең курсанттарын тейәгән эшелон Мәскәүгә ҡарай юл ала. 19-ында ул баш ҡалаға етәрәк Перово станцияһында туҡтай.
       - Беҙ ошонда уҡ дары еҫкәнек, - тип һөйләне миңә Ҡудашев. - Вагондарҙан сығып та өлгөрмәнек, бомбалар яуа башланы. Беҙ, тәжрибәһеҙ йәштәр, ҡайҙа етте, шунда ауҙыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡурҡыныс ине. Бомбалар бит күктән төшә.
       Ошо көн, 1941 йылдың 19 октябре, Мәскәүҙе обороналауҙың тәүге осоро булараҡ айырым билдәләнгән. Дәүләт Оборона Комитеты ҡарары менән октябрҙән алып баш ҡалала һәм уның эргә-тирәһендә ҡамауҙа ҡалғанда ҡулланылыусы режим индерелә.
       - Мәскәүҙә лә, уның эргә-тирәһендә лә ауыр ине, - тип һөйләй ветеран. - Дошман нисек булһа ла баш ҡаланы ҡулға төшөрөргә теләй ине. Һәм быға тап 7 ноябрҙә өлгәшергә ынтылды. Беҙ иһә, аңлашыла, был хәлгә юл ҡуя алмайбыҙ. Һәм Свердловскиҙан килгәс тә көндәлек мәшәҡәттәргә сумдыҡ - нығытмалар, ҡурғау ҡоролмалары төҙөнөк, диверсанттар менән көрәштек.
       6 ноябрҙә кистән Ҡудашев хеҙмәт иткән полк яугирҙарын ҙур ваҡиға көтөлөүе хаҡында иҫкәртәләр. Барыһы ла баш вата - ниндәй ваҡиға һуң? Иртән генә асыҡлана - хәрби колонналар баш ҡала үҙәгенә юллана. Һәм ғәскәр буйлап хәбәр тарала - парад буласаҡ!
       - Һуңынан уның турала күп һөйләнгән һәм күп яҙылған 1941 йылдың 7 ноябрендәге данлыҡлы парад ине был, - тип һүҙен дауам итә "Тарихтан бер көн"дөң геройы. - Теүәл иртәнге һигеҙҙә атҡа атланған Семен Михайлович Буденный сыҡты. Парад менән генерал Артемьев етәкселек итте. Беҙ урындарҙа ҡатып ҡалдыҡ. Минең бығаса байрам барған Ҡыҙыл майҙанды күргәнем булманы, әммә ул ваҡытта майҙан ниңәлер шомло күренде. Көҙгө иртә булғанға һәм ҡар яуғанғалыр, моғайын. Әммә, һуңынан асыҡланыуынса, быға һауа торошо менән һалҡын иртә генә сәбәпсе булмаған икән. Эш шунда, был юлы майҙанда парад расчеттары урынына ошонан тура фронтҡа юлланасаҡ ғәскәрҙәр сафҡа теҙелгән булған. Журналист Ортенберг хәтерләүҙәренән: "Парадтан һуң ҡатнашыусыларҙың күбеһе казармаларға ял итергә түгел, ә Мәскәүгә бөтөнләй яҡынлашҡан фронтҡа китергә тейеш ине. Тыныс йылдарҙағынан айырмалы, пехота патрондар менән тулы сумкалар, бәләкәй сапер көрәктәр, противогаз, башҡа һуғыш кәрәк-яраҡтарын йөкмәгәйне. Барыһы ла фронтҡа йүнәлде".
       Беҙ Истраға ҡарай атланыҡ. Беҙгә ошонда оборона тоторға кәрәк ине. Әммә, үкенескә күрә, Истраны дошмандар яуланы. Беҙгә бихисап ауыр мәлдәр кисерергә тура килде. Ваҡыты менән ниңә сигенеүебеҙ хаҡында уйланым. Юл буйлап ҡатындар, балалар, ҡарт-ҡоролар баҫып торғанда, ошо ҡайғы баҫҡан кешеләр араһынан артҡа сигенеүебеҙ рәхәт булған, тип уйлайһығыҙмы?
       Беҙҙең ғәскәрҙәр Истраны 1941 йылдың 11 декабрендә азат итә. Артабан фашистарҙы Мәскәү эргәһенән ҡыуып алып китә. Һәм Федор Ҡудашевты алда тағы әллә күпме һуғыш айҙары көтһә лә, тап ошо Мәскәү янындағы тәүге алыштар ғүмерлеккә иҫтә ҡала.
       Рядовой Ҡудашев Румынияға, 1989 йылда Чаушеску режимына ҡаршы халыҡ ихтилалға күтәрелгән Тимишоарға тиклем барып етә. Ә Еңеүгә бер нисә көн ҡалғас, Федор Антоновичты подразделениеның башҡа яугирҙары менән бергә тиҙ арала Мәскәүгә күсерәләр. Һәм тағы барыһы ла, 1941 йылдағы кеүек, ниңә тиҙ кәрәк булды икән, тип аптырашта ҡала. Ниндәйҙер махсус заданиеға әҙерлектер, моғайын, тигән ҡарарға киләләр.
       Барыһы ла май аҙағында, Еңеү Парады буйынса Генштаб директиваһы килеп еткәс асыҡлана. Унда ошондай пункт та була: "5. Парадта ҡатнашыу өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе яуҙа батырлыҡ күрһәткән һәм ордендары булғандар араһынан һайлап алырға...".
       - Белмәйем, нимәгә ҡарап һайлағандарҙыр, - тип һөйләне миңә Федор Ҡудашев, - ләкин 1945 йылдың 24 июнендә мин Ҡыҙыл майҙанда парадтағылар сафында инем. Парад барған ике сәғәт дауамында ямғыр ҡойҙо. Әммә беҙ уны һиҙмәнек тә. Хәҙер был көндө мин ҡояшлы, аяҙ кеүек хәтерләйем.
       Бына хәҙер уйлағыҙ инде - һуғыш рядовойы Федор Ҡудашев ниндәй уңышлы кеше? Башынан аҙағынаса һуғышты үткән...
       - Йәйәү, - тип өҫтәне ул ваҡытта фронтовик.
       Ике тарихи парадта ҡатнашҡан кеше артабан Көнбайыш Украинала бандформированиеларға ҡаршы көрәшә. Унда Окно тигән ауыл була.
       - Шул ауылда дуҫымды үлтерҙеләр, һуғыштан һуң әле ул, полк командирын тәне менән ҡапланы, ә үҙе һәләк булды, - тип ауыр һулай әңгәмәсем.
       Федор Антонович күрһәткән ул йылдарҙағы документтарҙы ентекләп ҡараным. Шуларҙың береһе айырыуса иҫтә ҡалды - был 1945 йылдың 24 июнендәге Еңеү Парадында ҡатнашыусы Ҡудашевҡа СССР Хөкүмәтенән байрам ашына шәхси саҡырыу ҡағыҙы ине.
       - Уға тиклем дә, унан һуң да мин үҙ ғүмеремдә был көндәге кеүек ул тиклем күп һәм төрлө һый-ниғмәтте күрмәнем, - тип йылмайҙы Ҡудашев. - Шуға күрә еңеү йылының 24 июне икеләтә иҫемдә ҡалды - парад һәм шәп төшкө аш менән.

Александр Урцев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал