6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Арҡайым серен асабыҙ
24.06.10


       Уралдағы иң билдәле археологик ҡомартҡы - Арҡайым күптән инде халыҡ араһында серле көс тупланған урын данын алған. Ошо билдәһеҙ көс, милләте һәм диненә ҡарамаҫтан, илебеҙҙең төрлө төбәгенән бихисап кешеләрҙе йәлеп итә. Боронғо ҡаласыҡты уратҡан убаларҙа йөҙәрләгән ғибәҙәт ҡылыусылар бер-береһен алмаштыра. Меңәр йыл элек беҙҙең ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, улар таштан һалынған ишелмә һыҙыҡҡа килеп, Ҡояш Аллаһына мөрәжәғәт итә. Күптәр был бөйөк көскә әле лә ышана. Бигерәк тә йәйге ҡояш торошо көндәрендә. Был осорҙа ғибәҙәт ҡылыусылар күп тапҡырға арта. Һәм ышанған кешеләрҙең дөйөм энергетикаһы арҡаһында был көндәрҙә серле урындың энергетикаһы ла күпкә көсәйәлер, моғайын.
       Арҡайым кешеләрҙе йыя
       Үткән ял көндәрендә тарихи ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡыуыштарҙан төҙөлгән ҙур ҡаласыҡ барлыҡҡа килде. Илебеҙҙең төрлө төбәгенән, хатта башҡа илдәрҙән халыҡ боронғо байрамды билдәләргә һәм тарихты өйрәнергә йыйылды. Һәм күптәр боронғо онотолған йолаларға кире ҡайтыуға ҡарағанда быны күпкә әһәмиәтлерәк ваҡиға һанайҙыр, моғайын. Мәҙәни йәһәттән боронғо йолаларға Арҡайымда яңы ғүмер бирелә.
       Эҙләнеү юлында булған һәр кешене Арҡайым ихлас ҡаршылай. Һәм һәр йән эйәһе бында үҙенең онотолған тамырҙарын таба. Төрлө тарихи осорҙоң, төрлө мәҙәниәттең Урал далаһы киңлектәрендә берләшеүе, бергә үрелеүе уны барыһы өсөн дә дөйөм йорт итә. Күршеләш урынлашҡан таш быуат осорондағы балсыҡтан яһалған скиф йорттары ла, XIX быуат - XX башындағы казак усадьбаһы ла берлектә гармониялы күренеш хасил итә. Ер үҙе лә һәм тирә-яҡ мөхит тә бында тарих сағылышы кеүек. Күптән онотолған боронғо Тәңреләр һаман да тере һымаҡ.
       Ғөмүмән, бында бер тапҡыр булһа ла сәйәхәт ҡылғандар минең менән ризалашасаҡ: бар елдәргә асыҡ далаға килгәс, үҙеңде бөтөнләй башҡа донъяға эләккән кеүек хис итәһең. Һәм ваҡыт та бында икенсе төрлөрәк аға, көндәр ҙә оҙонораҡ кеүек. Ә туристар араһында йөрөгән һауа торошоноң тиҙ үгәреүе тураһындағы имеш-мимеш ысынлап та раҫ хәбәр. Һауа торошо бында бик үҙенсәлекле һәм ваҡыты менән көтөлмәгән яғын күрһәтә. Бер нисә сәғәт эсендә ул бер нисә тапҡыр үҙгәрә ала. Һанаулы минуттар эсендә аяҙ күк йөҙөн ауыр ҡара болоттар ҡаплай, йәнә бер нисә сәғәттән даланы ел-дауыл тарап үтә, әммә артынса быларҙың эҙе лә ҡалмай. Һәм, әйтеүҙәренсә, бында һәр ваҡыт шулай.
       Ҡояш тауҙар артылышында
       Арҡайымға йәйге иң оҙон көнгә бағышланған боронғо байрам ваҡытында бар илдән халыҡ йыйылды. Ҡояш бейек убалар артынан сыҡҡас та, палаткалар ҡаласығында һәм һөнәрселәр кибетендә боронғо кейемдәрҙәге славян общинаһы вәкилдәре күренде. Кришнаиттар общинаһы иһә халыҡты күңелле байрам музыкаһы менән дәртләндерҙе һәм күптәр уларҙың бейеүенә ҡушылды.
       Һәр сәхнәлә байрам кәйефе хакимлыҡ итте. Теләге булған һәр кеше күңеленә хуш килгән мәҙәни программаны һайлап ала алды. Кемдер үҙешмәкәр фольклор коллективы концертын ҡараны, ә кемеһелер казак ҡыҙҙары менән боронғо бейеүгә төштө. Ҡыҙҙар теләге булғандарға ниндәй хәрәкәттәр башҡарыу кәрәклеген күрһәтте һәм ритмға инергә ярҙам итте.
       Боронғо кәсептәр музейында һәм асыҡ майҙандарҙа халыҡ ижады һәм кәсептәре буйынса семинарҙар үтте. Сигелгән биҙәк һалынған сарафандарҙағы ҡыҙҙар боронғоса сепрәктән ҡурсаҡ яһап күрһәтте. Уларҙан алыҫ түгел балсыҡтан һауыт-һаба яһарға һәм уны биҙәргә өйрәнергә мөмкин ине. Ә фольклор музыкаль инструменттары менән сауҙа итеүселәр борғола, һыбыҙғыла йәки дөңгөрҙә уйнап ҡарарға тәҡдим итте.
       Ҡыҙыҡһынмаған кешегә былар мөһим түгел һәм хәҙерге заманда мәғәнәһеҙ кеүек тойолор, бәлки. Әммә Арҡайымда бындай кешеләр һирәк. Кешеләр башлыса аныҡ маҡсат менән килә бында. Милли мәҙәниәтен һәм үҙ халҡының үҙенсәлеген һаҡларға ынтылған күптәр өсөн ул башҡа кешеләр менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә. Бындай ынтылышы булмағандар ҙа бихисап яңы нәмәгә өйрәнә ала.
       Ут культы
       Был көндәрҙә Арҡайымда күҙгә ташланған төрлө мәҙәниәттәр араһында ут культы айырым иғтибарға лайыҡ. Әлбиттә, хәҙер боронғо мәжүси йолалар тураһында белеүсе һирәктер, әммә ҡояшҡа арналған байрамда улар төп урынды алып тора. Оло байрамда ҡатнашыусылар көн яҡтыһында уларҙы артыҡ һиҙмәгәндер ҙә, моғайын. Серле йола үтәүҙәрен дә күрмәгәндер. Әммә көн оҙоно ҡояш йылытҡан далаға төн төшкәс тә, улар яҡҡан оло усаҡтарға тирә яҡтан кешеләр ағыла башланы.
       Барабандарҙың яңғырауыҡлы тауышына хикмәтле бейеү башҡарып, шамандар ҡояшты һәм уттты данлаусы йоланы үтәй. Тамашаға халыҡ эркелә, уны бейеү энергетикаһы йәлеп итә. Шамандар бейеүҙән туҡтап, ҡараңғылыҡҡа инеп юғалғас, улар урынын икенселәр ала. Бер-бер артлы төн пәрҙәһен йыртып яңы уттар ҡабына һәм үҙенең хәрәкәтен башлай. Уттар сағыуыраҡ янған һайын усаҡ тирәләй бейегән ҡыҙҙар асығыраҡ күренә. Улар тирәләй янған ут та тере, улар менән бергә бейегән кеүек тойола. Был тамашанан ҡарашты айырып булмай.
       Был сағыу байрамдың ике көнө лә фаер-шоу менән тамамланды. Рәсәйҙең төрлө ҡалаһынан килгән егеттәр утты йүгәнләү оҫталығын күрһәтте. Берләшеп, улар ысынлап та күҙҙең яуын алырлыҡ тамаша тәҡдим итте.
       Арҡайым һәр кешегә асыҡ
       Әгәр кемдер бындай байрамда ҡатнашырға теләп тә, әлегәсә мөмкинлеге булмаған икән, хәтерегеҙгә төшөрәм, йәйге ҡояш торошо йыл һайын була. Ә Арҡайым бар көндәрҙә лә асыҡ. Әгәр һеҙҙе тарих, мәҙәниәт ҡыҙыҡһындыра икән, уны үҙегеҙ өсөн ҡайтанан асырға тәҡдим итәм. Боронғо ҡалала һеҙҙе һәр ваҡыт яңылыҡ көтә. Бында тарихты күңелең менән тойорға, тотоп ҡарарға, ваҡыттар бәйләнешен тойорға, үҙеңдең тамырҙарыңа ҡағылырға мөмкин.
       Автор фотоһы.

Илья Александров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал