6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Һуғыш башланған көн
23.06.10


       СССР-ҙың көнбайыш сигендә урынлашҡан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының уҡсылар дивизияһы ялан күнекмә лагерында ғәҙәттәгесә киске тикшереү үтте. "Отбой!" командаһынан һуң ҡыҙыл армеецтар палаткалар буйлап таралды һәм йоҡларға ятты, төнгө һаҡта тороусылар ғына үҙҙәренең маршруттары буйынса йөрөүен дауам итте. 22 июнь таңын барыһы ла иҫән ҡаршы алмаясағын әле береһе лә белмәй ине...
       Ошондай эпизод менән башланды ошо көндәрҙә Өфөнөң Еңеү паркында үткән Бөйөк Ватан һуғышына арналған "Һуғыш башы. Тәүге яу" исемле хәрби-тарихи реконструкция. Ул Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата үткәрелде һәм 69 йыл элек немец илбаҫарҙарының тәүге һөжүмен үҙ өҫтөнә алған һалдат һәм офицерҙарҙың ҡаһарманлығын күрһәтте.
       Был театрлаштырылған тамашала Өфө, Новоуральск, Ырымбур һәм Һамарҙың хәрби-патриотик клубтарынан йыйылған һуғыш башланған осорҙағы хәрби формалағы һәм экипировкалағы 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Тарихты һәм хәрби эште яҡшы белгән кешегә, әлбиттә, етешһеҙлектәр шунда уҡ күҙгә ташланды, мәҫәлән, Судаев автоматтары 1941 йылда бөтөнләй булмаған. Яу реконструкцияһы оҙаҡ ваҡытты алманы - ярты сәғәттән аҙ ғына күберәк булғандыр, әммә ҡыҫҡа ваҡытлы яуҙы артыҡ һуҙҙылар, шулай ҙа башҡарыусыларҙың энтузиазмы һәм тамашасыларҙың һоҡланыулы ҡарашы, әйткәндәй, улар араһында малайҙар күп ине, тәүге кире тәьҫораттарҙы һыпырып алғандай булды. Пиротехника ярҙамында башҡарылған махсус эффекттар ҙа хайран итте.
       ...Лагерь территорияһындағы ҡара ерҙе өйөрмә итеп күккә күтәргән шартлауҙан таң һыҙылып килгән күк йөҙө ялтланы, һәм бар нәмә ерҙе тетрәткән ҡолаҡ тондорғос тауышҡа күмелде. Был Германия бомбардировщиктары бомба ташлай, ә орудие һәм минометтар совет ғәскәрҙәрен утҡа тота. Артабан немец пехотаһы һөжүмгә ташланды, ә беҙҙең һалдаттар һәм командирҙар, ҡаршы тора алмай, артҡа сигенде, ә немецтар лагерҙы тикшереп, "яралыларҙы" юҡ итте һәм ялға туҡтаны, әммә ошо ваҡытта ике яҡтан совет яугирҙары һөжүм итте, һәм ике төркөм ҡул һуғышында осрашты. Егерҙарҙы нисек тә юҡ итеп, яралыларға тәүге ярҙам күрһәтеп, совет ғәскәри часы ауыр сигенеү юлына сыҡты. Һуғыштың был тәүге көнө 1418 көн һәм төнгә һуҙылған, Советтар Союзы халҡына иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡайғылар килтергән ҡан ҡойошло һуғыштың башы ине.
       Артабанғы ваҡиғалар ошо сценарий буйынса барҙы, ә тамашанан һуң "БАШвест"ҡа уның бер нисә ҡатнашыусыһы менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
       - Вермахт тау егерҙарының реконструкцияланған осорҙағына оҡшаш униформаһын һәм кәрәк-ярағын өлөшләтә заказ буйынса алабыҙ, өлөшләтә үҙебеҙ эшләйбеҙ. Арзан хеҙмәт түгел, ғәҙәттә һәр ҡатнашыусы өсөн тулы бер комплект бер нисә йыл ентекле хеҙмәт һөҙөмтәһендә йыйыла. Беҙҙең клубта II Бөтә донъя һуғышы осорондағы немец һәм совет ғәскәрҙәре формаһына, ҡоралы һәм наградаларына һәм урта быуаттарҙағы яугирҙар кейеменә баҫым яһала. Беҙ дошмандың дөрөҫлөккә тура килгән образын күрһәтергә тырышабыҙ. Сөнки дошманды нисек кенә мыҫҡылларға, түбәнһетергә тырышмаһындар, Ҡыҙыл Армияға дүрт йыл ҡаршы һуғышҡан юғары әҙерлекле, ныҡлы ҡоралланған ғәскәрҙән өйрәнер нәмә күп. Беҙ немецтарҙы илаһилаштырмайбыҙ, ә ни бары ысынбарлыҡта ниндәй булғандарын күрһәтәбеҙ, - ти "Росстань" үҫмерҙәр берекмәһенең "Рейд" хәрби-патриотик клубы етәксеһе, "тыныс тормошта" медицина колледжы студенты һәм өҫтәмә белем биреү педагогы Асҡар Хәбиров.
       "Йәш булмаған ир-егеттәргә нимәгә кәрәк һуң был?" тигән һорауға аныҡ яуапты Һамарҙың "Ватанға дан!" клубынан 48 йәшлек Александр Редин биргәндер, моғайын.
       - Бындай тамашалар хәрби-патриотик тәрбиәнең иң көслө сараһына әйләнде һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәр тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн хеҙмәт итә, йәштәрҙе күп һанлы ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһөндә тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Хәрби реконструкция хәрәкәт булараҡ Европала 60-сы йылдарҙа барлыҡҡа килде, Рәсәйҙә - үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында. Беҙҙең клуб ойошторолғанға ла байтаҡ ваҡыт үтте, тәүге тапҡыр беҙ Мәскәүгә 1991 йылда, 1812 йылдағы Ватан һуғышына арналған реконструкцияға барғайныҡ. Шунан алып даими ҡатнашабыҙ.
       Хәрби-тарихи реконструкция - аңлы рәүештә һайланған мауығыу ул, сөнки был шөғөл еңелдәрҙән түгел. Мин һәм минең клубташтарым Рәсәйҙә ватансылыҡты тергеҙеү яҡлы, Ватанды бит аҡсаға һаҡламайҙар. Егеттәрҙе хәҙер ғәҙәти булмаған, сағыу нәмә менән генә ҡыҙыҡһындырырға мөмкин, һәм тап ошондай сара аша беҙ уларҙы илебеҙ тарихын өйрәнеүгә ылыҡтырырға, Ватанды һаҡлағанда уларҙың да атай-олатайҙары һәләк булыуын хәтергә төшөрөргә тырышабыҙ. Әлеге үҫмерҙәр һуғыштың нимә икәнен аңлап бөтмәй. Ә беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бер нимәгә ҡарамай һөжүмгә барған, еүеш үлән буйлап шыуышҡан, ҡарҙа батҡан. Клуб тарих ысынбарлығын үҙеңдә һынап ҡарарға мөмкинлек бирә. Ә ҡорал һәм униформа әҙерләгән арала йәштәр тағы әллә күпме файҙалы кәсепкә өйрәнә. Беҙ шул осорҙағы оригиналдарҙың күсермәһен эшләйбеҙ, һәм был йәһәттән интернеттың ярҙамы ҙур: фекерҙәштәрҙе табырға, улар менән идеяларҙы уртаҡлашырға, бер-береңә һыҙмалар һәм һуғыш осорондағы ҡорал өлгөләренең һәм кәрәк-ярағының тулы һүрәтләмәһен биреп ярҙам итергә мөмкин. Үҙем, мәҫәлән, ППД автоматының макетын эшләнем, сығыштарҙа уны файҙаланам.
       Был сараны Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, Республика Хәрби Дан музейы, "Росстань" клубы, "190-сы пехота Очаков полкы" хәрби-тарихи реконструкция клубы, Өфө Балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялар йорто ойошторған. Тамашанан һуң ойоштороусылар тамашасыларҙы һәм журналистарҙы клубтар менән таныштырҙы, иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләкләне.
       Автор фотоһы.

Ирек Мөхәмәҙиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал