6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Георгий Гречко: йәштәрҙең мөмкинлектәре күп
22.06.10


       Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына яңы профессор килде. Ябай түгел, абруйлы, билдәле, бөйөк, уның исеме был планеталағы һәр кешегә таныштыр, моғайын. Космонавт Георгий Гречко мөһим сара - дипломдар тапшырыу тантанаһы алдынан мантия, шапка-конфедератка һәм почетлы профессор дипломын алды. Георгий Михайлович ситтән тороп белем алыусы студенттарҙы юғары уҡыу йортон тамамлауҙары менән тәбрикләне.
       - Был минең өсөн ҙур хөрмәт, - тип билдәләне йондоҙло йыһанды яулаған шәхес. - Мин үҙем дә ситтән тороп уҡыған кеше һәм йәштәрҙе яҡшы аңлайым. Эш менән уҡыуҙы бер үк ваҡытта алып барыуы ҡатмарлы.
       Студент йылдарын Георгий Гречко иң бәхетле һәм иң ауыр ваҡыт тип иҫкә ала. Уға, бала сағы оккупацияла үткән кешегә, студент булыу бәхете еңел бирелмәгән.
       - Мин техник вуздың ракета факультетына уҡырға инергә йыйынғайным. Бар имтихандарҙы ла "бишле"гә тапшырҙым. Әммә уҡырға ингәндәр исемлегендә фамилиямды тапманым. Һуңынан мине ректорға саҡырҙылар һәм, артиллерияға барғаның яҡшыраҡ булыр, тинеләр. Ә мин киләсәк ракета факультетында, тип иҫәпләй инем. Һәм миңә уны үҙемә ижад итеүе ҡыҙыҡлы ине. Өҫтәлдә ятҡан анкетамды күрҙем, ә ул ҡыҙыл менән сыйылып бөткән. Мин 10 йәшемдә оккупациялағы территорияла йәшәгәнмен дә, йылдар үтһә лә ышанысһыҙ иҫәпләнәм икән. Һуңынан мин, оккупацияла булған 10 йәшлек малай, дошман менән хеҙмәттәшлек итмәүем тураһында белешмә алдым. Анкетамдан ҡыҙыл төҫ китте.
       Белемгә һәм яңылыҡҡа ынтылыш буласаҡ космонавт өсөн тормошондағы төп мәғәнәгә әйләнә. Мәктәп йылдарында һуғыштан һуң барыһы ла уҡырға ынтыла һәм аттестат алыу өсөн бар ҡаршылыҡтарҙы ла үтергә тырыша. Георгий Михайлович әйтеүенсә, мәктәптә уның иң кәрәкле нәмәһе - дәфтәре лә булмай. Ҙур ҡаза түгел, обойҙарҙы ҡырҡып, бер-береһенә ҡатлап һалып тегә - һәм дәрескә йүгерә. Мәктәпкә барып етеүе үҙе бер бәлә - буласаҡ геройҙың ботинкалары булмай. Гречко үҙе, һәм класташтарының яртыһы аяҡтарына сепрәк урай ҙа, уҡтай мәктәпкә атыла. Унда сепрәк-сапрағын сисеп, мейескә киптерергә ҡуя.
       - Мин Башҡортостан вузының аудиторияларын ҡараным һәм ҙур шатлыҡ кисерҙем - барыһы ла шәп эшләнгән! - ти ҡунаҡ. - Бихисап корпустар, сәнғәт студиялары һәм тағы ла әллә күпме нәмәһе бар. Һәм береһе лә эшһеҙ тормай, барыһы ла эшләй. Бында 119 белгеслек буйынса белем алырға мөмкин икән! Нимәһе шәп, Өфөлә бер компьютерға, йәки бер математикаға ғына өйрәтмәйҙәр. Студенттар балсыҡтан төрлө әйберҙәр ижад итә, артистар булараҡ үҙҙәрен һынай, теүәл фәндәр менән ижадты бергә алып бара. Шуныһы бигерәк тә шатлыҡлы, ситтән тороп уҡыусылар ҙа әүҙем тормоштан артта ҡалмай.
       Әйтергә кәрәк, был сығарылыштың 90 проценты әле үк педагог булып эшләй. Ун проценты уҡыуын аспирантурала дауам итергә ҡарар иткән. Бындай ынтылыш һәм инициативалылыҡ перфекционист Георгий Гречкоға оҡшай.
       - Ситтән тороп уҡыусы - студенттың бөтөнләй икенсе төрө ул, - тип һығымта яһай космонавт. - "Соловей учился петь очно, а воробей заочно", тигән рустар әйтеме менән риза түгелмен. Көндөҙгө бүлектә уҡыусы - шул уҡ мәктәп уҡыусыһы ул, күп осраҡта ата-әсә ҡарауына мохтаж бала. Ситтән тороп белем алыусы иһә ныҡышмал һәм дисциплиналы. Мин был сығарылыш студенттары менән тиңдәштәр кеүек һөйләшә алыуыма шатмын - үҙем дә уҡыу менән эште бергә алып барған кеше. Мәскәүҙән 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Подлипкила йәшәнем. Эштән һуң электричкала баш ҡалаға юлланам, артабан ике автобус менән Ленин тауҙарына барам, һуңынан бер аҙ йәйәү атлайым. Артабан - лекциялар. Уңышлы осраҡта төнгө икелә-өстә өйгә ҡайтып етәһең, ә иртәнге туғыҙҙа эштә булырға кәрәк. Уңышһыҙ осраҡта электричкала йоҡлап китәм дә, һуңғы станцияла төшөргә тура килә. Шпалдар буйлап ҡайтып еткәнсе, эшкә торорға ла ваҡыт етә.
       Георгий Михайлович әйтеүенсә, Өфөгә визит - үҙенә күрә бурыс ҡайтарыу ул.
       - Донъя буйлап күп йөрөнөм һәм бер ваҡыт Ватаныма ҡарағанда сит илде яҡшыраҡ белеүемде төшөндөм. Хәҙер Рәсәйҙең төрлө төбәгендә һәм элекке Союз илдәрендә булырға тырышам. Күптән түгел Иранда булдым - был бик боронғо дәүләт, боронғо Персия. Ер тарихы, унда йәшәгән халыҡтар тураһында күп нәмә белдем. Һәм унда Өфөлә Иранға арналған күргәҙмә асылыуын әйттеләр. Мотлаҡ барып күрергә ниәтләнем. Нимәһе ҡыҙыҡ, Өфөлә фарсы телен дә өйрәнергә мөмкин икән. Башҡортостандың баш ҡалаһына визитымдың икенсе маҡсаты - беҙгә алмашҡа кемдәр килеүен күреү. Хәҙерге йәштәрҙең ниндәй булыуын, уларҙың нимә менән ҡыҙыҡһыныуын аңлау. Һәм, ниһайәт, миңә ярҙам иткәндәргә ниндәйҙер кимәлдә бурысты ҡайтарыу. Эш шунда, ғүмерем буйы миңә ғәҙәти булмаған, үҙенсәлекле кешеләр осраны. Ғалимдар, артистар, архитекторҙар менән осрашып күрешеү бәхете тейҙе, һәм был кешеләр миңә тормошта үҙ юлымды табырға ярҙам итте. Кем белә, бәлки минең менән булған әңгәмә ошо студенттарҙың береһенә тормошта үҙ һуҡмағын билдәләргә ярҙам итер.
       Георгий Гречко менән теләһә ниндәй темаға һөйләшергә мөмкин. Ул тәрән аҡыллы һәм алсаҡ кеше, бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсе. Әммә, нисек кенә булмаһын, һүҙ ахырҙа барыбер космосҡа барып тоташа.
       - Беҙҙең турала, космонавтар тураһында, күп һөйләнеләр һәм яҙҙылар. Һәм, ҡағиҙә булараҡ, был тормоштан алыҫ торған штамптар. Тәүҙә беҙҙе ниндәйҙер супермендар, мөһим ҡарарҙы күҙ асып йомған арала хәл итеүсе киң яурынлы һоро күҙле батырҙар итеп һүрәтләнеләр. Мин һәр ваҡыт ҡабатлайым, был - штамп. Мин бер ҡарарҙы ла ҡыҙыу баштан ҡабул итмәнем. Әгәр бындай хәл була ҡалһа, ул хата булыр ине. Һуңынан икенсе штамп барлыҡҡа килде. Космонавтарға ниңә награда бирәләр, тип һорай торғайнылар. Көн буйы ҡаҡ салҡан ята ла, төймәләргә генә баҫа, йәнәһе. Тап өҫтөнә баҫтығыҙ, тип яуап бирәм. Бигерәк тә ауырлыҡты юғалтыу шарттарында арҡа ышҡығандан һөйәл сығарып булмағанда. Тик бына берәүһе урынына икенсе төймәгә баҫһаң, һәләкәт булыуы ла ихтимал бит әле. Һуңынан беҙ үҙебеҙҙең статус квоны раҫларға ҡарар иттек һәм космонавт - ул ябай булмаған шарттарҙа эшләүсе ябай кеше, тигән ҡарарға килдек.
       Тантананан һәм сығарылыш студенттары менән аралашҡан һуң Георгий Михайлович юғары уҡыу йортонда йәнә бер аҙға тотҡарланы - автографтар таратты һәм студенттар менән фотоға төштө. Һәр әңгәмәсеһенә йылы һүҙ таба белде.
       - Хәҙерге йәштәрҙең мөмкинлеге күпкә артығыраҡ, уларға һайлау бәхете бирелгән. Мин йәштәр өсөн бик шат, улар мөмкин тиклем күберәк белем алырға тырыша. Бындай мөмкинлек беҙгә, һуғыш утынан өтөлгәндәргә, тәтемәне.
       Ринат Исҡужин фотоһы.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал