6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Яңы сыҡҡан китаптар

Һүҙ артынан - кеҫәгә
21.06.10


       Ике көн элек Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө үтте. Үҙенең һөнәри байрамын мәҙәниәткә хеҙмәт итеүселәр, уны һаҡлаусылар - театр, концерт ойошмалары, үҙешмәкәр художество коллективтары эшмәкәрҙәре, музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт йорттары, ауыл һәм ҡала клубтары белгестәре билдәләне. Был дата алдынан Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Францияның Реймс университеты докторы Лилиә Хәсәнова китабының презентацияһы үтте. Сараны ойоштороусыларҙың береһе, нота баҫмалары һәм тауыш яҙмалары бүлеге мөдире Адель Рәшитова әйтеүенсә, уникаль баҫма ижад итеүсе, мәҙәниәт өлкәһен күҙәтеп барыусы һәр кешегә оло бүләк буласаҡ.
       "Халыҡ аҡылы хазинаһы" (Кладезь народной мудрости) мәҡәлдәр китабы Республика Йылына һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡарата нәшер ителгән. Китап нигеҙен 50-нән ашыу башҡорт халыҡ мәҡәле тәшкил итә, улар ете телгә - рус, инглиз, немец, француз, испан, итальян, латин телдәренә тәржемә ителгән. Авторҙың "үле" телгә мөрәжәғәт итеүе осраҡлы түгел. Латин телендәге бихисап әйтемдәр тарих, юриспруденция, политология, дипломатия кеүек бер нисә дисциплинала ҡулланыла. Лилиә Хәсәнова әйтеүенсә, китап өсөн материал йыйғанда мәҡәлдәрҙең бер өлөшөнөң Рим әйтемдәре һәм мәҡәлдәренән үҙләштерелеүе асыҡланған.
       Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм уларҙың ете Европа телендәге оҡшаштарын туплаған бындай китаптың әлегәсә нәшер ителгәне булмаған. Уның авторы - филолог түгел, ә 20 йылға яҡын сит илдә эшләгән, бер нисә Европа телен яҡшы белгән микробиолог. Китап Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Камил Ғөбәйҙуллин һүрәттәре менән иллюстрацияланған. Былтыр билдәле график үҙенең 60 йәшен билдәләгән һәм юбилейына ҡарата башҡорт мәҡәлдәренә арналған 60 картинан торған серия сығарған, шуларҙың 46-һы "Халыҡ аҡылы хазинаһы" китабына ингән.
       Лилиә Хәсәнова әйтеүенсә, 2010 йылдың февралендә балалар һәм ололар өсөн журналдың беренсе һанын әҙерләгәндә унда китап сығарыу уйы тыуа. Тап ошо баҫма биттәрендә тәүге тапҡыр Камил Ғөбәйҙуллин һүрәттәре менән иллюстрацияланған башҡорт мәҡәлдәре һәм уларҙың башҡа телдәрҙәге аналогтары баҫылып сыға. Лилиә Хәсәнова билдәләүенсә, уны был эш шул тиклем мауыҡтыра, һәм ул мәҡәлдәрҙе йыйыуҙы дауам итергә, системаға һалып, башҡа телдәрҙәге аналогтарын артабан эҙләргә ҡарар итә. Автор бик күп сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә, сит илдәрҙәге, шулай уҡ Рәсәйҙәге ғалим-лингвистарҙың хеҙмәттәрен файҙалана. Хеҙмәте һөҙөмтәһендә "Халыҡ аҡылы хазинаһы" китабы донъя күрә.
       - Бар мәҡәлдәрҙе лә дүрт төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин, тигән һығымтаға килдем. Тәүгеһе - боронғо әҙәби сығанаҡтарҙан үҙләштерелгән мәҡәлдәр, атап әйткәндә, латин телендәге әйтемдәр. Икенсеһе - бер үк фекерҙе белдереү өсөн төрлө телдә бер үк төшөнсәләр ҡулланылған мәҡәлдәр (һүҙмә-һүҙ тәржемәгә оҡшаған). Өлөшләтә тап килгән мәҡәлдәр ҙә бар, улар өсөнсө төркөмгә ҡарай. Һуңғы, дүртенсе төркөмгә мәғәнәһе буйынса оҡшаш, әммә төрлө һүҙҙәр ҡулланылған мәҡәлдәр инә. Мәҫәлән, урыҫтар былай ти: "У семи нянек дитя без глаза", ә итальян телендәге аналогы икенсерәк яңғырай: "Бала ҡараусы етәүҙең балаһы ашһыҙ". Киң ҡатлам уҡыусыларға классик сентенцияларҙы Камил Ғөбәйҙуллиндың уникаль иллюстрациялары аша ла еткергем килде.
       "Халыҡ аҡылы хазинаһы" китабы классик аҡлы-ҡаралы гаммала бирелгән. Китап концепцияһын башҡорт рәссамының график картиналары репродукцияһы ла уңышлы тулыландыра. Лилиә Хәсәнова әйтеүенсә, баҫманың кеҫәгә һыйышлы форматта булыуы ла осраҡлы түгел. Йыйынтыҡты сумкаға һалып юлда йөрөтөүе уңайлы. Европа илдәре буйлап туристик сәйәхәткә сыҡҡанда, мәҫәлән, сит илдәр менән танышыуҙы халыҡ аҡылына мөрәжәғәттән башларға мөмкин.
       - Бөгөн, ил араһындағы сиктәр шартлы булғанда, кеше бер ҡитғанан икенсеһенә еңел генә сәйәхәт ҡылғанда, тел төп бәйләүсе быуын ролен үтәй. Телде өйрәнеү иһә тиҙ һәм һөҙөмтәле булырға тейеш. Мәҡәлдәр - телде үҙләштереүгә төп асҡыс кеүек. Мәҡәлдәрҙе бер нисә телдә өйрәнеп, һеҙ төрлө халыҡтың күп йылдар дауамында туплаған тәжрибәһенә эйә буласаҡһығыҙ, - тип һығымта яһай Лилиә Хәсәнова.
       "Халыҡ аҡылы хазинаһы" йыйынтығы презентацияһына ғалимдар, профессорҙар, рәссамдар саҡырылғайны.
       - Был китап башҡорт халыҡ философияһының бар донъя философияһы менән бер бөтөн булыуын дәлилләй. Баҫма менән яйлап танышып сыҡтым, иллюстрацияһын ҡараным, мәҡәлдәрҙе уҡыным. Иманым камил, ваҡыты-ваҡыты менән был китапҡа мөрәжәғәт иткән һәр кеше үҙенең аң-белем даирәһен киңәйтер, һүҙ байлығын арттырыр, - тип мәҡәлдәр йыйынтығына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Педагогика институты директоры Әлфис Ғаязов. Профессор, шулай уҡ, драматург булараҡ уға был баҫмала бирелгән аҡыллы әйтемдәрҙең геройҙарының холоҡ-фиғелен, образын тыуҙырғанда ярҙам итәсәген дә билдәләне.
       Китаптың бер нисә экземплярын бүләк итеп алған Америка профессорҙары ла Өфөләге хеҙмәттәшенең һүҙҙәрен ҡеүәтләне. Уларҙың билдәләүенсә, ошо китап арҡаһында башҡорт халҡының менталитеты, мәҙәниәте менән танышҡан сит ил халҡы иҫәбе артасаҡ.
       Автор фекеренсә, "Халыҡ аҡылы хазинаһы" "Ер планетаһы мәҡәлдәре" исемле күләмле интернет-проектҡа нигеҙ һалырға тейеш. Акция сиктәрендә "Кавказ һәм Урал мәҡәлдәренең тере китабын" һәм "Кавказ - Европа - Урал" баҫмаһын нәшер итеү планлаштырыла. Уларҙы нәшер итеү был территорияларҙағы этностарҙың тарихи бәйләнешен күрһәтәсәк һәм мәҙәни йәмәғәтселекте - рәссамдарҙы, яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы, ғалимдарҙы, уҡытыусыларҙы һәм халыҡтар араһындағы тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм татыулыҡҡа битараф булмағандарҙы берләштерәсәк. Үҙегеҙ өсөн мөһим тип тапҡан мәҡәлдәрҙе ойоштороусыларға ебәреп, проектта һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ.
       Китап презентацияһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ойошторолған берҙән-бер сара булманы. Тантана алдынан Профсоюздар йортонда республиканың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен наградлау сараһы үтте. Артистарға, яҙыусыларға, балалар сәнғәт һәм музыка мәктәбе уҡытыусыларына, китапхана хеҙмәткәрҙәренә РФ Мәҙәниәт министрлығы һәм Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзынан Маҡтау грамоталары тапшырылды. Уларҙы 14 кеше алды. Бөгөнгө көндә бындай наградалар Башҡортостандың 750-нән ашыу хеҙмәткәренә бирелгән.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал