6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Конструктив ҡоролтай
18.06.10


       - Ҡоролтайҙың бар ҡарарҙары конструктив характерҙа һәм йәмғиәтебеҙҙең һәм дәүләттең артабанғы үҫешенә йүнәлтелгән, - тип белдерҙе төбәк һәм федераль киң мәғлүмәт саралары журналистары менән осрашҡанда Башҡортостан Республикаһы Президентының Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев.
       Өфөлә 10-12 июндә үткән III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһын үткәреү кәрәклеген ул матбуғатта уның ҡарарҙарына ҡарата бер төрлө генә ҡараш булмауы менән аңлатты.
       Тәү сиратта Сергей Лаврентьев республика етәкселегенең ил етәкселеге сәйәсәте яҡлы булыуына баҫым яһаны: атап әйткәндә, республика Президент Дмитрий Медведев менән билдәләнгән модернизациялауға алынған курсты, шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы сараларын хуплай. Башҡорт халҡы, үҙ сиратында, был модернизациялауға әҙер:
       - Ҡоролтай башҡорт халҡының өлгөргәнлеген, уның тотош Федерация проблемаларын хәл итеүгә ынтылышын, республиканың күтәрелеш кисереүен күрһәтте, ә уның халҡы илде модернизациялауҙың нимә икәнен аңлап, барлыҡ ҡеүәтен файҙаланып, был процесҡа ҡушылырға әҙер.
       Шул уҡ ваҡытта башҡорттар үҙҙәренең милләтен үҫтереү кәрәклеген дә төшөнә. Башҡорт халҡын модернизациялау бар донъя башҡорттарының берләшеүенә нигеҙләнгән - Ҡоролтай эшендә ике тиҫтәгә яҡын илдәрҙән йыйылған делегаттарҙың ҡатнашыуы осраҡлы түгел. Өс тел белеүҙе Сергей Лаврентьев ХХI быуат башҡортоноң конкурент өҫтөнлөгө тип атаны: рус теленән тыш башҡорттар үҙенең ата-бабалары телен, өҫтәүенә, берәр сит ил телен белергә тейеш.
       БР Президенты Мортаза Рәхимов башҡорттарҙың этник консолидацияһын, башҡорт теле үҫешен, милли мәҙәниәтен һаҡлау өсөн сығыш яһаны. Шул уҡ ваҡытта республикала Башҡортостанда йәшәгән йөҙҙән ашыу башҡа төрлө милләт вәкилдәренең үҫеше һәм үҙбилдәләнеше өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
       Төбәк башлығы Башҡортостандың республика булараҡ артабанғы үҫешен һәм федератив мөнәсәбәттәрҙең камиллашыуын яҡлап сығыш яһаны. Ошондай уҡ фекерен "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең быйыл март айында Новосибирскиҙа үткән төбәк конференцияһында сығыш яһағанда Рәсәй Хөкүмәте башлығы Владимир Путин да белдерҙе: "Барыһы менән дә үҙәктән идара итергә ярамай", - тип цитата килтерҙе Сергей Лаврентьев.
       Ул, шулай уҡ, форум эше барышында әйтелгән бер нисә резонанслы белдереүҙәргә лә комментарийҙар бирҙе. Мәҫәлән, Ҡоролтай йомғаҡлау документтарында федераль Милли сәйәсәт министрлығын тергеҙеүҙе хупланы, был турала III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышындағы сығышында Федерация эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса Федерация Советы Комитеты рәйесе Рәфғәт Алтынбаев әйткәйне.
       Артабан Сергей Лаврентьев төбәк башлыҡтарын һайлауҙы ҡайтарыуҙы тәҡдим итеүҙәрендә сенсация күрмәүен билдәләне. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һуңғы һорау алыуға ярашлы, рәсәйлеләрҙең 42 проценты ошо фекер яҡлы.
       Етәксе вазифаһына "варяг"ты тәғәйенләүгә килгәндә иһә, быға республиканың ҡарашы бер: бындай яуаплы посты төбәк спецификаһы меән яҡшы таныш кеше биләргә тейеш. Федераль ведомстволар иһә Башҡортостанда артығы менән: уларҙа һигеҙ меңләп дәүләт хеҙмәткәре эшләй, шул уҡ мәлдә республика чиновниктары ике тапҡырға тиерлек аҙыраҡ - биш мең самаһы.
       - Шул уҡ мәлдә барыһы өсөн дә Башҡортостан Президенты яуаплы, - тип билдәләне Сергей Лаврентьев, - һәм был йәһәттән Мортаза Рәхимов үҙенең бурысын яҡшы үтәй. Федераль кимәлдә уның авторитеты бик юғары.
       Дәүләт советнигы ғәмәлдәге республика Президенты вәкәләттәренең срогы 2011 йылдың октябрендә үтеүен телгә алды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал