6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Байрамдар

Торатау итәгендә "Салауат йыйыны"
17.06.10


       Торатау магнит кеүек үҙенә халыҡты тартты. Уҙған ял көндәрендә тау янына бер Ишембай районынан ғына түгел, эргә-тирәләге тораҡ пункттарҙан, Өфөнән, Башҡортостандың башҡа ҡала һәм райондарынан да иртә таңдан кешеләр ағылды. Билдәле тау янында быйыл "Салауат йыйыны - 2010" (Салауат көндәре) республика фольклор байрамы үтте.
       Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа арналған күләмле проект беҙҙең республикала алтынсы тапҡыр ойошторола. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев һәм башҡа вазифалы кешеләр байрамдың абруйлы ҡунаҡтары булды. Унда тағы Рәсәйҙең төрлө төбәгенән, сит илдәрҙән йыйылған III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегатары ла ҡатнашты.
       Торатауҙы уратып йәштәрҙең "Салауатты данлап!" патриотик йыр концерты, "Салауат йыйыны батыры" һәм "Сая ҡыҙҙар", "Иң яҡшы тирмә" кеүек спорт һәм ижади конкурстарҙан үрелгән байрамдың төп саралары йәйелдерелде. Байрамға ял итергә килгәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Халыҡ уйындарын ойоштороусылар балалар һәм ололар өсөн ҡатнашыусыларҙан сослоҡ һәм сыҙамлыҡ талап ителгән һәр төрлө эстафеталар һәм конкурстар үткәрҙе. Тамашасыларҙың иң ҡыйыу һәм дәртлеләре был сифаттарын һелкенеп торған бүрәнәнән йөрөгәндә, тоҡтар менән һуғышҡанда һәм башҡа төрлө халыҡ уйындарында күрһәтте. Профессиональ спортсылар һәм һәүәҫкәрҙәр - милли көрәш буйынса турнирҙа, ә һыбайлылар традицион ат сабышында көсөн һынай алды.
       - Салауат көндәре яҡынлашһа, Рәсәй кимәлендә булһынмы ул, халыҡ-ара спорт уйындарымы - барыһы ла артҡы планға күсә. Салауат көндәрендә ҡатнашыуҙы һәр спортсы ҙур хөрмәт күреп ҡабул итә. Республика күләмендәге байрам Башҡортостан көрәшселәренең сығышынан тыш үтмәй. Спортсылар өсөн был яҡшы физик формала булыуҙарын күрһәтеүгә мөмкинлек булһа, тамашасыларға - көслө спортсыларҙың көрәшенә һоҡланыуға мөмкинлек, - ти "БАШвест"ҡа Өфөнән Рөстәм Арсланов.
       Дзюдо, самбо һәм милли көрәш буйынса төрлө ярыштар еңеүсеһе "Салауат йыйыны - 2010" спорт аренаһында йөҙ килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында беренсе урын алды. Рөстәм Арсланов әйтеүенсә, "алтын" өсөн ныҡ тырышырға кәрәк булһа ла, үҙенең сығышы менән ул ҡәнәғәт ҡалған.
       Көрәш буйынса турнир 165 спортсыны йыйҙы. Абсолют категорияла иң көслөһө тип Өфөнән Рәдиф Аҡсурин табылды. Бергә-бер көрәш буйынса төрлө кубоктар еңеүсеһе был юлы республика башлығы Мортаза Рәхимов ҡулынан бүләк алды.
       Ат сабышы ла сағыулығы буйынса башҡа төрлө спорт ярыштарынан ҡалышманы. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хөрмәтенә Башҡортостан Президенты призына саф тоҡомло менге аттар сабышы һәм "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамына бағышланған "Бәйге" иң мауыҡтырғыс тамашаларҙың береһенә әүерелде.
       Торатау итәге театрлаштырылған тамаша майҙанына ла әйләнде. Күләмле спектаклдә меңләгән кеше, шуларҙан йөҙгә яҡын һыбайлы ҡатнашты. Тамашасы алдында Салауат Юлаев тормошо картиналары һүрәтләнде. Бында халыҡҡа барыһы ла һүҙһеҙ ҙә аңлашылды, ә тәбиғәт ландшафты күркәм декорация булып хеҙмәт итте.
       Тамаша бер Салауат Юлаев исеме менән бәйле тарихи ваҡиғаларға ғына нигеҙләнмәгәйне. Байрамды ойоштороусылар башҡорт халҡының башҡа данлыҡлы улдарына, төрлө осорҙағы күренекле тарихи шәхестәргә лә айырым иғтибар бирҙе. Улар араһында бер нисә быуындың ғорурлығы булған башҡорт риүәйәттәре һәм эпостары батырҙары, мәғрифәтселәр, полководецтар - Урал батыр, Ҡаһым түрә, Әхмәтзәки Вәлиди лә бар ине. Билдәле ғалим - төркиәтсе, башҡорт азатлыҡ хәрәкәте лидеры Әхмәтзәки Вәлидигә спектаклдә бер нисә сәхнә күренеше бағышланған. Билдәле булыуынса, Ишембай районы - төрки телле илдәр быйыл 120 йыллығын билдәләгән сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуған ере.
       Башҡорт халҡының милли колоритын башлыса Торатау янында бер төн эсендә ҡалҡып сыҡҡан ауыл сағылдырҙы. Байрам үҙенең ҡунаҡтарын ябай йорттар урынына тирмәләрҙә ҡабул итте. Милли костюмдарҙағы ҡунаҡсыл хужалар уларҙы башҡорт аш-һыуы менән ҡаршыланы. Татлы һыйҙан ауыҙ иткәс, тамашасылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тирмә эсен ҡараны, шулай уҡ оҫталар күрһәткән халыҡ кәсептәре менән танышты.
       Республиканың Өфө районынан билдәле ҡул эше оҫтаһы Тәғзимә Мәрҙәнованың ҡулдан яһалған, элек әсәһе эшләгән ағас станокта төрлө төҫтәге йөн ептәрҙән сағыу балаҫ һуҡҡанын халыҡ хайран ҡалып күҙәтте. Балаҫтың һәр биҙәге үҙенсәлекле, һәр киләһе биҙәктең ниндәй булыуы фантазиянан һәм оҫтаның тәжрибәһенән генә тора.
       Боронғо кәсептәрҙең юҡҡа сыҡмауын, артабан да үҫтерелеүен үҙенең өлгөһөндә Башҡортостандың Ейәнсура районы кәсепселәре лә иҫбатлай. Улар биҙәгән ихата үҙенсәлекле колориты менән айырылып торҙо. Бында тимерлекте, тирмәнде, хатта быйма баҫыуҙарын да ҡарарға мөмкин ине. Йәйге эҫегә ҡарамаҫтан ҡышҡы аяҡ кейемен баҫыуға тамаша ҡылырға теләүселәр күп ине. Оҫта Әмирхан Йылҡыбаев бер өйөм йөндән нисек быйма баҫылыуын күрһәтте.
       - Бер ҡыш эсендә 60 пар самаһы эшләргә мөмкин. Заказдар күп, эшһеҙ ултырмайым, - тине ул беҙҙең гәзиткә. - Йәйгеһен иһә мейес һалам. Был кәсеп халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана.
       Тәтешле районы ихатаһына күҙ һалғас, тамашасы тәүҙә һаламдан үрелгән тарантасҡа ғәжәпләнде. Муниципаль берәмек вәкилдәре әйтеүенсә, был арба тормошта ла файҙаланыла. Уға өс ат егәләр һәм туйҙарҙа, һабантуйҙа ҡулланалар. Тамашасыларға тарантас янында фотоға төшөргә рөхсәт бирелде, ә бына ултырып ҡарау бәхете күп осраҡта балаларға ғына тәтене.
       - Алдағы йылдарҙағы кеүек, быйылғы "Салауат йыйыны" ла киң ҡолас алған. Мөһабәт Башҡортостан тәбиғәте ҡуйынында әҙерләнгән байрамға беҙ мотлаҡ бар ғаиләбеҙ менән киләбеҙ һәм рәхәтләнеп ял итәбеҙ, яҡшы кәйеф һәм көс-ҡеүәт туплайбыҙ, - тип "БАШвестЪ" менән байрамға ҡарата фекере менән уртаҡлаша билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев. - "Салауат йыйыны"нда хакимлыҡ иткән атмосфера беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың йыйындарҙа ниндәй тойғолар кисергәнен аңларға мөмкинлек бирә. Бында улар ырыуға ҡағылышлы иң мөһим мәсьәләләрен хәл иткән, хәрби башлыҡтарын һайлаған, батырҙар өсөн ярыштар ойошторған.
       "Ырыуҙар ташы" мәҙәни комплексы төҙөләсәк урынға нигеҙ ташы һалыу тантанаһы "Салауат йыйыны - 2010" байрамының үҙенсәлеге булды. Буласаҡ мемориал боронғо ырыуҙарға һәйкәл булып, башҡорт халҡының берҙәмлеген символлаштырасаҡ.
       Олег Яровиков фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал