6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Федерация төбәктәр менән көслө
16.06.10


       Теге йәки был ваҡиғаның республика өсөн әһәмиәте хаҡында "БАШвестЪ" гәзите мөхәрририәтендә барған хәл-ваҡиғаларға ҡарап фекер йөрөтөргә мөмкин. Әгәр был сараға беҙ бер нисә ай алдан әҙерләнә башлаһаҡ, һәм уның турала һәр оператив кәңәшмәлә һөйләнһә, сараны яҡтыртыуға бар журналистар ҙа, фотохәбәрселәр ҙә йәлеп ителһә - тимәк, был иң мөһим ваҡиға. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын тап шундай дәрәжәләге мөһим ваҡиғаға индерҙек. Өс көнгә -10-12 июндә - башҡорт милләтенең бар вәкилдәре өсөн Өфө донъя кимәлендәге баш ҡалаға әйләнде. Делегаттар үҙҙәре генә 850-нән ашыу кеше ине, һәм был бер Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, 20-ләгән сит илдәрҙән килгән кешеләр. Уларға махсус саҡырылған ҡунаҡтарҙы, юғары вазифалы шәхестәрҙе лә өҫтәргә кәрәк.
       Был форумға яҡына арала матбуғат конференцияһында йомғаҡ яһаласаҡ һәм "БАШвестЪ" уны киләһе сығарылыштарында мотлаҡ билдәләп китәсәк. Бөгөн иһә беҙ юғары трибунанан әйтелгәндәрҙе хәтерҙә яңыртырға теләйбеҙ.
       - Быуаттар дауамында башҡорттар иң мөһим мәсьәләләрҙе ҡоролтайҙарҙа тикшергән. Атай-олатайҙар васыят итеп ҡалдырған ҡоролтайҙар милләтте берләштереүҙең мөһим бер формаһы булып торған, килешеп, ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн уның иң яҡшы вәкилдәрен йыйған. Тап дүрт быуат ярым элек халыҡтың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуы тураһында ихтыяры белдерелгән. Тап ҡоролтайҙарҙа кешеләр ғәҙелһеҙлеккә һәм иҙеүгә ҡаршы бергәләп сығыш яһау өсөн һөйләшеп килешкән. Тап ошондай йыйылыш ҡарарҙары менән ХХ быуат башында республикабыҙ - Федератив Рәсәйҙең тәүге автономияһы төҙөлгән. Башҡорт халҡының был күркәм традицияһын уңышлы тергеҙеүебеҙ менән ғорурланабыҙ, - тип ҡунаҡтарҙы тәбрикләне БР Президенты Мортаза Рәхимов. Әйтергә кәрәк, төбәк башлығы үҙе лә форум делегаты ине, үҙенең тыуған Күгәрсен районынан вәкил итеп һайланған.
       Һуңғы 15 йыл эсендә Башҡортостанда өс Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы үтте: беренсеһе - 1995 йылда, артабан 2002 һәм 2010 йылдарҙа. Төрлө ваҡытта - төрлө проблемалар. 1995 йылда, мәҫәлән, халыҡ-ара кимәлдәге форумда күп осраҡта ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Сәскә атҡан 2002 йылда, ил күтәрелеш кисергәндә, көн тәртибендә уның артабанғы үҫеше һәм сәскә атыуы тураһында һүҙ алып барылды. 2010 йылда иһә бар мәсьәләләр ҙә йәмғиәт эшмәкәрлегенең бар өлкәһенә лә йоғонто яһаған донъя иҡтисади көрсөгө эҙемтәләрен күҙ уңында тотоп билдәләнде.
       Үҙенең сығышында республика башлығы Башҡортостандың бөгөн дә алдынғы позицияһын юғалтмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
       - Инновацион технологияларға нигеҙләнгән иҡтисад ҡатмарлы структуралы проекттарҙы тормошҡа ашырырға - производствоны яңыртырға, транспорт, элемтә, ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ йәшәйешенең башҡа өлкәләре үҫешен тәьмин итеүсе заманса юлдар, күперҙәр һәм юл айырмалары, ҙур ҡоролмалар төҙөргә ярҙам итә, - тип билдәләне Президент. - Социаль сәйәсәттә бөтә төп гарантиялар һаҡланған, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, өлкән быуынға һәм инвалидтарға ярҙам итеү буйынса әүҙем саралар күрелә.
       Ҡунаҡтарҙы төбәктең ағымдағы социаль-иҡтисади торошо менән таныштырғас, Мортаза Рәхимов бөгөн республика һәм уның күп милләтле халҡы алдында торған төп мәсьәләләр тураһында һөйләне. Президент бар донъялағы башҡорттарҙың артабанғы этник консолидацияһын тәьмин итеү, милләттең мәҙәни оҡшашлығын һаҡлау, башҡорт телен үҫтереү, тыуымды арттырыу һәм федератив мөнәсәбәттәрҙең камиллашыуын төп маҡсаттар иҫәбендә тип билдәләне.
       - Ил өсөн ҡеүәтле үҙәк тә, үҙ аллы көслө төбәктәр ҙә берҙәй кәрәк. Беҙ Рәсәйҙең киләсәге федерализмда булыуын иҫбатлауҙан туҡтамаясаҡбыҙ. Артабан да иҫбат итәсәкбеҙ, күп милләтле Рәсәйгә илдең милли-дәүләт берәмектәрен өҫтөн ҡуйған көслө дәүләт сәйәсәте кәрәк! - тип йомғаҡланы сығышын төбәк башлығы.
       - Беҙҙең Рәсәй ерлеге өсөн милли-территориаль характерҙағы федератив дәүләт ҡоролошо мөмкин булған берҙән-бер вариант булып тора. Рәсәй дәүләтселеген шулай ғына һаҡлап ҡалырға мөмкин, - тип Президент фекерен ҡеүәтләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Азамат Ғәлин. - Үкенескә күрә, бөгөн беҙ Рәсәй Федерацияһындағы милли төбәктәрҙең мәнфәғәте күҙәтелмәүен, республикаларҙың коституцион хоҡуҡтарын юҡ итергә тырышыуҙарын күрәбеҙ. Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, беҙҙең активистарға баҫым яһаған, дөйөм башҡорт милли хәрәкәтенә "экстремист" ярлығын тағырға маташҡан, Рәсәйҙе губернизациялау тураһында хыял йөрөткән билдәле көстәр барлыҡҡа килде. Беҙ, Рәсәйҙең башҡа халыҡтары кеүек үк, һәр ваҡыт унификация сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһаныҡ һәм яһаясаҡбыҙ, беҙ түҙәсәкбеҙ һәм сәйәси баҫым яһарға тырышыуҙарына бирешмәйәсәкбеҙ.
       Бик киҫкен килеп сыҡҡан сығышында Ғәлин бер нисә программалы белдереү яһаны. Атап әйткәндә, һалымдарҙың федераль ҡаҙна менән республика бюджеты араһында ҡап уртаға бүленергә тейешлеген билдәләгән һорау ҡуйҙы, хәҙерге ваҡытта иһә Башҡортостан һалым түләүҙәренең 70 процентын үҙәккә ебәреп тора.
       Шулай уҡ Башҡарма комитет рәйесе төбәктәр башлығын һайлау системаһына кире ҡайтырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, был "илде тиҙ арала көрсөктән сығарыу өсөн" дә кәрәк.
       - Һуңғы йылда федераль киң мәғлүмәт саралары республикаға "варяг" тәғәйенләнеү мөмкинлеге тураһында сәйәси имеш-мимеште әүҙем ҡуйырта, был бик күп проблема тыуҙырҙы, һәм тәү сиратта халыҡтың федераль киң мәғлүмәт сараларына ышанысын, иң мөһиме, федераль власть органдарына ышанысты ҡаҡшатты. Халыҡ тойғоларын даими инҡар итеү, сәйәси эксперименттар тәрән аҡыллы һәм сабыр халыҡтың түҙемлеген бөтөрә. Башҡорт халҡы үҙенең башлыҡтарын, етәкселәрен һәр ваҡыт үҙаллы һайлаған һәм улар өсөн яуаплылыҡ тойған. Белгестәр әйтеүенсә, республикаға "варяг" тәғәйенләнеүе арҡаһында етди конфликт тыуыуы һәм властың легитимлығы юғалыуы ихтимал, - тип билдәләне Азамат Ғәлин.
       Был фекерҙе пленар ултырыштан һуң үткән матбуғат конференцияһында Мортаза Рәхимов та ҡеүәтләне. Уның билдәләүенсә, төбәк етәксеһе вазифаһына лайыҡлы Башҡортостандың үҙенең белемле кадрҙары бар.
       - Тиҫтәләгән кешеләр килә. Уларҙы бында кәрәкле нәмәләр, шул иҫәптән фатир менән тәьмин итәләр, әммә ғәҙәттә ике-өс йыл эшләгәс, фатир алалар ҙа, кире китәләр. Ә бында эшләгәндәр ситтә ҡала, - тип билдәләне Президент.
       Шул уҡ мәлдә ул: "Башҡортостан Рәсәй менән бер үк юл буйынса үҫешәсәк, айырым түгел. Беҙҙең 450 йыл бергә булған оло ағайыбыҙ бар", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       Ҡоролтайҙың икенсе көнөндә үҙ өлкәһендәге белгестәр, 11 тематик секцияларға бүленеп, көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышты. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, демография, хәҙерге заманда ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урыны, ерҙән файҙаланыу, эшҡыуарлыҡ, конституцион мөнәсәбәттәр һәм федерализм, тел һәм башҡорт халҡының рухи традициялары, милли матбуғат - һорауҙар барыһын да үҙ эсенә ала.
       Шулай уҡ был көндө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә тәүге тапҡыр башҡорт йәштәре ҡоролтайы үтте. Шуны ла билдәләп китәйек, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары араһында йәштәр 30 проценттан кәм түгел ине. Республика, Рәсәй төбәктәре, сит илдәрҙең йәмәғәт ойошмаларынан йыйылған 750-нән ашыу делегат хәҙерге йәштәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе комплекста тикшерҙе. Асыҡланыуынса, йәштәрҙең фекере "ололар" Ҡоролтайы позицияһы менән тап килә. Мәҫәлән, үҙәктең ҡайһы бер функцияларын төбәктәргә тапшырыу, белем биреү процесына төбәк компонентын ҡайтарыу тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр иҫәбенә индерелде.
       Республика етәкселегенең, делегация башлыҡтарының Ишембай районына сәфәре ҡоролтайҙың һуңғы аккордына әйләнде. Тап шунда, Торатау итәгендә, боронғо башҡорт ырыуҙары үҙҙәренең йыйынын - халыҡ йыйылыштарын үткәргән, уларҙа, әлеге ҡоролтайҙағы кеүек, иң мөһим мәсьәләләр хәл ителгән. 12 июндә унда "Салауат йыйыны - 2010" республика фольклор байрамы үтте, шулай уҡ "Ырыуҙар ташы" мемориаль комплексы төҙөләсәк урынға тәүге нигеҙ ташы һалынды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал