6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Дәүләт имтиханына бер ҡараш
10.06.10


       Майҙың һуңғы көндәрендә тәбиғәт тә сығарылыш уҡыусыларына ярҙам итергә һәм эшкә көйләргә ҡарар итте, күрәһең. Ул ваҡытта ҡояшты күк пәрҙәһе ҡапланы һәм ҡалаға һалҡын төштө. Дәрескә бер нәмә лә ҡамасауламаны. Өфөнөң 9-сы мәктәбе берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға әҙер уҡыусыларҙы ихлас ҡабул итә. Үҫмерҙәр йөҙгә етди, әммә көсөргәнешлек һиҙелмәй. Элекке ғәҙәттәге имтихандарҙан бер ниндәй айырма юҡ һымаҡ.
       Нимә һуң ул берҙәм дәүләт имтиханы, ниңә уның тирәләй бәхәстәр, янъялдар күп?
       2001 йылда индерелгәненән алып БДИ тирәләй һүҙ көрәштереү туҡтамай. Ул ваҡытта был кемдеңдер күңеленә ятмаған эксперимент ҡына ине. Тәүге тапҡыр БДИ индереү буйынса эксперимент һигеҙ дисциплина буйынса Сыуашстан, Мари Иле, Саха (Якутия) республикаларында, шулай уҡ Һамар һәм Ростов өлкәләрендә үтте. 2002 йылда иһә ул илебеҙҙең 16 төбәгенә таратылды. 2003 йылда эксперимент - Рәсәй Федерацияһының 47 субъектын, ә 2004 йылда - илебеҙҙең 65 төбәген үҙ эсенә алды. 2006-ла БДИ-ны Рәсәйҙең 79 төбәгендә 950 мең самаһы уҡыусы тапшырҙы. 2008 йылда бар төбәктәр ҙә дөйөм эшкә ҡушылып, сығарылыш уҡыусыларының күбеһе БДИ тапшыра башлағас, проблема йәнә киҫкенләште.
       Бер төркөм уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре, юғары уҡыу йорттары педагогтары, шулай уҡ ҡайһы бер мәктәп уҡытыусылары берҙәм дәүләт имтиханына кире ҡарашта. Күптәр уҡыусыларҙың БДИ тапшырғандағы баһалары мәктәптә уҡығандағы баһаларға тап килмәй һәм ғәҙәттәге имтихандағына ҡарағанда кәмерәк була, тип иҫәпләй. Әммә 2009 йылдан алып өлгөргәнлек аттестатында һәр фән буйынса, БДИ-нан алынған баһаның ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сығарылыш уҡыусыһының һуңғы ике йыл уҡыу дәүерендә алған билдәләре буйынса уртаса арифметик баһа сығарыла, шул уҡ мәлдә БДИ-ла алынған билдә биш баллы шкалаға әйләндерелмәй.
       Ҡайҙан килә һуң негатив? Белемде баһалау формаһының был заманса алымы түгелме ни? Барыһы ла үҙгәрә, алға табан хәрәкәт итә бит. Мәғариф - киләсәктең нигеҙен тәшкил итеүсе өлкә - бер урында тапана алмай. Уҡытыу алымдары ла әллә ҡасан үҙгәргән, профилдәр, донъяға ҡараш та икенсе, ниңә һуң күп кеше имтихан тапшырыу формаһын һаман үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш, тип иҫәпләй?
       БДИ - Рәсәйҙә үҙәкләштереп үткәрелгән имтихан. Бер үк ваҡытта мәктәптә сығарылыш имтиханы һәм юғары, урта махсус белем биреү йорттарына уҡырға инеү өсөн һынау булараҡ хеҙмәт итә. Имтихан тапшырғандан һуң барыһына ла фән буйынса балдар күрһәтелгән БДИ һөҙөмтәләре тураһында танытма (халыҡ уны сертификат тип тә йөрөтә) тапшырыла. 2009 йылдан башлап БДИ мәктәптә сығарылыш имтиханының берҙән-бер формаһы һәм юғары уҡыу йортона ингәндә тапшырылған имтихандың төп формаһы булып тора, һәм шул уҡ мәлдә киләһе йылдарҙа БДИ-ны ҡайтанан тапшырыу мөмкинлеге бар.
       Уйлап ҡарағыҙ әле, күпме ыңғай яғын һанарға мөмкин... Бәлки, бар кире фекерҙәр ҙә уйҙырмалыр? Бәлки, киң мәғлүмәт сараларындағы был "ойошҡан истерика" ни бары ябай трюктыр? Әйҙәгеҙ был имтихан формаһының ыңғай яҡтарын барлап ҡарайыҡ. Иң мөһиме, минең уйымса, БДИ уҡыусыларҙы имтиханға әҙерләнеүгә, үҙаллылыҡҡа этәрә. Ҡарағыҙ әле, имтиханға әҙерлек барған һуңғы айҙарҙа мәктәптә эштәр нисек тора! Берәү ҙә ваҡытынан алда мәктәптән ҡасмай, барыһы ла етди әҙерләнә. Талаптарҙың артыуы белем сифатының, үҙ аллы уҡыуҙың, уҡытыусылар квалификацияһының һәм уҡыу әсбаптары сифатының артыуына килтереүе билдәле. Бынан тыш, быйыл БДИ процедураһында үҙгәрештәр булды. Имтиханда ҡатнашыусыларға кеҫә телефондары һәм башҡа төрлө элемтә саралары менән ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Бының да ыңғай йоғонтоһо юҡ түгел.
       Беҙ барыбыҙ ҙа Европа стандарттары кимәленә ынтылабыҙ. Ә имтихан тапшырыуҙың әлеге формаһы күп яғы менән АҠШ, Израиль кеүек үҫешкән илдәрҙең сығарылыш имтихандары системаһына оҡшаған. Һәм тап ошо арҡала һуңынан Рәсәйҙең мәктәп аттестаттарын башҡа илдәрҙә лә таныуҙары бар бит. Был БДИ файҙаһына дәлил була алмаймы ни? Быларҙан тыш, был система сығарылыш уҡыусыларына алыҫтан тороп юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә мөмкинлек бирә. Абитуриенттарға юлға аҡса сарыф итергә кәрәкмәй, БДИ һөҙөмтәләрен почта аша ебәрергә генә кәрәк. Бер юлы бер нисә юғары уҡыу йортона документ тапшырыу ҙа еңелләшә, һәр береһендә имтихан тапшырыу талап ителмәй. Әлбиттә, был ғәҙәти күренеш түгел, өйрәнергә кәрәк, әммә алға атларға, БДИ алымдарын һәм асылын камиллаштырырға кәрәк.
       Быйыл май айында "Берҙәм Рәсәй" партияһының активистары менән осрашҡанда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев "берҙәм дәүләт имтиханы нигеҙлелеген дәлилләне, әммә камиллаштырыуҙы талап итә, ә БДИ-ның мәғариф системаһын тарҡата, тигән раҫлау сәйәси манипуляция ул", тип белдерҙе. Бер үк ваҡытта дәүләт башлығы БДИ-ның йомшаҡ урындары булыуын да таныны.
       Ул тиҙ арала БДИ-ны камиллаштыра башларға саҡырҙы. Медведев, атап әйткәндә, гуманитар фәндәр буйынса имтихандарға уҡыусыларға ижади һәләттәрен күрһәтә алырлыҡ бүлек өҫтәргә тәҡдим итте. Һәм был БДИ индереүҙең Рәсәй мәғариф системаһын яҡшыртыуға йүнәлтелеүен тағы бер раҫлай.
       Балаларға психологик көсөргәнеш тураһында күп һөйләйҙәр, ә был ҡурҡыуға бәлки беҙ, үҫмерҙәргә йоғонтоһо көслө булған ололар, сәбәпселер? Балалар, ғәҙәттә, беҙгә ҡарағанда яңылыҡтарҙы тыныс ҡабул итә. Бәлки уларға был йәһәттән ни бары ҡамасауламаҫҡа, тәүге оло һынауҙы үткәндә ярҙам ҡулы һуҙырға ғына кәрәктер? Әгәр яңы алымдың бала психикаһына йоғонтоһон тикшерһәк, был осраҡта БДИ-ның күпкә кешелеклерәк булыуы асыҡлана: имтиханды ике тапҡыр тапшырыу талап ителмәгәнгә күрә, сығарылыш уҡыусыһына көсөргәнеш һиҙелерлек кәмей.
       - Әммә альтернатива булырға тейеш тә баһа! - тиерһегеҙ һеҙ.
       Бына нимә ти был турала Башҡортостан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы Рәмилә Ишемғолова:
       - Эйе, альтернатива бар, әлбиттә. Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығының 2009 йылдың 3 мартындағы 70-се ҡарарына ярашлы, дәүләт сығарылыш имтиханын традицион формала үткәреү тәртибе билдәләнгән. Имтихан тапшырыуҙың бындай тәртибе ябыҡ төрҙәге махсус уҡытыу-тәрбиә биреү учреждениеларында белем алыусы девиант холоҡло (йәмәғәт өсөн хәүефле) балалар һәм үҫмерҙәр өсөн, енәйәт-яза башҡарыу системаһының белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнгән, шулай уҡ сәләмәтлеге сикле балалар өсөн һаҡланған. Бынан тыш, билдәләп үткем килә, университет һәм институттарға уҡырға инеү өсөн йәнә бер ысул бар - ул профилле предметтар буйынса олимпиадалар. Бындай олимпиадала еңеүселәр юғары уҡыу йорттарына БДИ һөҙөмтәләрен тапшырыуҙан азат ителә.
       Ҙур ышаныс менән әйтә алам, беҙҙең республикала БДИ тапшырыу менән бер ҡыйынлыҡ та юҡ.
       Был фекер менән 9-сы мәктәптә БДИ алыуҙа ҡатнашҡан 21-се мәктәп-лицей психологы Яна Темникова ла килешә:
       - Имтиханды элек һәм хәҙер нисек тапшырыуҙарын ҡарап, психологик көсөргәнештең артыҡ айырмаһын күрмәйем. Балалар тулҡынлана, борсола, әлбиттә, әммә элек тә шул уҡ хәл булды бит. БДИ индерелгәс, балалар уҡыуға етди ҡарай башланы, һәм был холоҡ-фиғел нығыныуына, үҫмерҙәрҙең фекерләү ҡеүәһенә ыңғай тәьҫир итә. Иң мөһиме, балалар был осраҡта үҙенә, белеменә, һәләтенә генә ышана.
       Имтихан тапшырыуҙың яңы формалары арҡаһында юғары уҡыу йорттарына хәйләле юлдар менән уҡырға инеү бөтөр, һөҙөмтәлә, илебеҙ вуздары үҙ эшен яратҡан һәм ихтирамға лайыҡ үҙ эшенең оҫталарын әҙерләп сығарыр, тип ышанғы килә.
       Фото www. fedpress.ru сайтынан.

Индира Даукаева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал