6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Йәш, әүҙем һәм вайымлы
15.06.10


       Имтихан тапшырғас та, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты студенты Айгөл Өфөнөң Конгресс-холына, I башҡорт йәштәре ҡоролтайына ашыҡты. Форум Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 750-нән ашыу Башҡортостан вәкилен йыйған. Уларҙың күбеһе, Айгөл кеүек үк, - имтихан тапшырған, дипломдар яҡлаған ҡыҙыу осорҙа йәштәр йыйылышында ҡатнашырға ваҡыт тапҡан студенттар. Быға ғәжәпләнерлек тә түгел, әлеге слет вәкилдәренең барыһы ла әүҙем гражданлыҡ поззицияһы менән айырылып тора: юғиһә уларҙың күбеһе һәр төрлө йәмәғәт ойошмаһы составында иҫәпләнмәҫ ине бит. Әбйәлил ҡыҙы Айгөл, мәҫәлән, "Айыҡ тормош өсөн" район йәштәр ойошмаһы ағзаһы. Өфөгә уларҙың берләшмәһенән унлаған әүҙем ҡатнашыусы килгән.
       - Беҙ сәләмәт тормошто пропагандалаусы акциялар үткәрәбеҙ. Башҡаларҙы нимәгәлер инандырыуҙың ышаныслы ысулы - ул шәхси өлгө. Мин дә, ойошманың башҡа ағзалары ла тәмәке тартмайбыҙ, алкоголь ҡулланмайбыҙ, - тип һөйләй студент ҡыҙ.
       Магнитогорскиҙан бишенсе курс студенты Хәлил Рәхмәтуллин ҡала башҡорт йәштәренең "Ете ырыу" йәмәғәт ойошмаһын етәкләй.
       - Ойошмабыҙҙың ни бары бер йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, бер Башҡортостанда ғына түгел, башҡорттар йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү эшендә билдәле уңыштарға өлгәштек, - тип белдерҙе ул йәштәр ҡоролтайы алдынан "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә.
       Форум эше конструктив һәм ҡыҙыу барҙы, ҡатнашыусылар тикшереүгә сығарылған мәсьәләләргә битараф булмауҙарын күрһәтте.
       Йәштәр алдында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, "Беҙ - рәсәйлеләр!" Рәсәй халыҡтарының йәштәр ассамблеяһы рәйесе, БДБ университеты проректоры Назиржон Әбделғәниев, "Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлегенең Йәштәр советы рәйесе Фәнзил Әхмәтшин һәм уның урынбаҫарҙары Тимур Лоҡманов һәм Рәмил Рәхмәтов сығыш яһаны.
       Үҙҙәренең сығышында улар торлаҡ менән тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, һәләтле йәштәргә ярҙам, ғаилә институтын нығытыу, тыуымды арттырыу кеүек хәҙерге йәштәрҙең тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән иң көнүҙәк мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Әммә "ололар" форумы кеүек, йәштәр ҡоролтайын үткәреүгә лә, Әхмәтшин әйтеүенсә, федерализм һәм башҡорттарҙың милли үҙенсәлеге проблемалары төп сәбәп булған.
       - Үкенескә күрә, федераль үҙәк менән үҙ-ара мөнәсәбәтебеҙ аныҡ билдәләнмәгән. Ҡоролтай үткәргәндән һуң беҙҙе ишетерҙәр һәм аңларҙар, тип уйлайым, башҡорттар ауыр саҡтарҙа был илде һәр ваҡыт ҡотҡарған бит, - тип ышанысын белдерҙе Йәштәр советы башлығы.
       Юғары трибунанан яңғыраған мөһим һығымталар йәштәр слеты эшенең йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән резолюция проектының тексына индерелде. Йәштәр ҡоролтайында ҡатнашыусылар фекеренсә, үҙәктең ҡайһы бер функцияларын урындағы хакимиәткә тапшырыу, белем биреү процесына төбәк компонентын ҡайтарыу һәм йәштәр мөхитендә алкоголизм, тәмәке тартыу, наркомания, енәйәтселек кеүек асоциаль күренештәрҙе бөтөрөү тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән өс мәсьәлә иҫәбенә индерелде.
       Башҡорт йәштәрен делегаттар, әүҙем гражданлыҡ позицияһы сифатлы белем менән нығытылырға тейешлеген дә онотмайынса, ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. Эшҡыуарлыҡты үҫтерергә, ғаилә ҡиммәттәрен һәм әхлаҡи нигеҙҙәрҙе онотмаҫҡа, сәләмәт тормош алып барырға кәңәш итте.
       Башҡорт йәштәренең йәмәғәт ойошмаларына һәм хәрәкәтенә федерализм принциптарын һәм милли мәғариф системаһын һаҡларға, алдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашырға тигән бурыс йөкмәтелде.
       Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан республикаһының дәүләт власы органдарына, форумда ҡатнашыусылар фекеренсә, үҙәк менән федерация субъекттары араһында килешеүҙәр нигеҙендә хеҙмәттәшлек итеү практикаһына ҡайтырға, Рәсәй мәғариф системаһында төбәк компонентын тиҙ арала тергеҙеү буйынса саралар күрергә, шулай уҡ башҡорт йәштәренә республикалағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инер өсөн башҡорт теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға мөмкинлек бирергә тигән тәҡдимдәр ҙә булды. Власть органдарына адресланған рекомендациялар исемлегендә, шулай уҡ, бала тыуғанда торлаҡ субсидияһы биреү буйынса Башҡортостан Республикаһы өлгөһөн бар Рәсәйгә таратыу һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә башлау буйынса кәңәштәр ҙә индерелде.
       Һәм, ниһайәт, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына башҡорт йәштәрен рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү буйынса Совет һәм Башҡорт йәштәренең һәләтле вәкилдәренә ярҙам итеү фондын ойоштороу, шулай уҡ илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәштәр ҡабул ителде.
       - I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы тамамланды, әммә эш бөтмәне. Алда беҙҙе бар конструктив тәҡдимдәрҙе индереү һәм йомғаҡлау документы ҡабул итеү буйынса еңел булмаған эш көтә. Иң мөһиме - яҙылғанды бойомға ашырыу бурысы тора, - тип билдәләне Фәнзил Әхмәтшин.
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал