6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Башҡорт халҡының иң алдынғы ҡыҙҙары һәм улдары Өфөлә йыйылды
11.06.10


       Өфөнөң "Нефтсе" мәҙәниәт һарайы алдында башҡорт халҡы символдарының береһе - тирмә һәм бар халыҡтар берҙәмлеге билгеһе - Ер планетаһы рәүешендә оло шар ҡуйылған: кисә бында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡаршыланылар. Форумда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй төбәктәренән һәм 200-ләгән сит илдән, шул иҫәптән элекке СССР дәүләттәренән (Ҡаҙағстан, Украина, Латвия, Тажикстан һәм башҡаларҙан) һәм алыҫ сит илдәрҙән (Германия, АҠШ, Япония, Төркиә, Мысыр, Египет, Венгрия, Португалия, Бразилия һәм башҡаларҙан) вәкилдәр килде.
       Форумда йәмғеһе 851 делегат теркәлде. Шуларҙың күпселеге - 641 кеше - беҙҙең республиканан. Исемлектә юғары вазифа биләгәндәр ҙә аҙ түгел: шулар иҫәбендә үҙенең тыуған Күгәрсен районы исеменән ҡатнашҡан Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Ейәсура районы делегаты - БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, шулай уҡ Премьер-министр урынбаҫары, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, БР юстиция министры Фәнил Сафин, республикала Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Рәис Исмәғилев, БР Фәндәр академияһы вице-президенты, Энергия ресурстарын транспортлау проблемалары институтының генераль директоры Әсғәт Ғүмәров. Белорет районынан делегат сифатында Өфөгә элекке Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, әле Федерация Советында ағза Рафаэль Байдәүләтов килде.
       Дөйөм алғанда делегаттар араһында - ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, депутаттар, педагогтар, табиптар, журналистар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, руханиҙар, агрономдар, студент һәм пенсионерҙар - башҡорт халҡының иң алдынғы улдары һәм ҡыҙҙары, тине улар тураһында пленар ултырышта, ҡунаҡтарҙы тәбрикәләп, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов.
       Төбәк башлығын залдағылар аяҡ өҫтө баҫып ҡаршыланы. Мортаза Рәхимов форумға йыйылыусыларға республиканың бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне: сер түгел, ғәмәлдә бар күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында алдынғы урында. Хәйер, 1995 һәм 2002 йылдарҙағы I һәм II башҡорттар ҡоролтайында ҡатнашҡандар булып үткән үҙгәрештәрҙе үҙҙәре лә баһалай ала: ҡоролтайҙың пленар өлөшөнән тыш ҡунаҡтарға ҡала буйлап экскурсия үткәреү ҙә индерелгән киң мәҙәни программа әҙерләнгән.
       - Һуңғы 15 йыл эсендә Өфө һәм Башҡортостан һиҙелерлек үҙгәрҙе - был Башҡортостанға ингәс тә күҙгә ташлана, - тип билдәләне "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә башҡорт халҡының беренсе милли форумында ла ҡатнашҡан Силәбе өлкәһенән килгән ҡоролтай депутаты Нәсимә Туҡбаева.
       Башҡортостан республикаһының Бөрйән районында тыуып үҫкән, әле Магнитогоскиҙа йәшәгән был ханым ҡала китапханалар берекмәһен етәкләй. Әйтергә кәрәк, Силәбе делегацияһы - иң ҙуры - 55 кешенән тора. Хәйер, быға аптырарға ла түгел, хәҙерге Силәбе өлкәһе элек башҡорт ерҙәре булған бит.
       - 400 мең халҡы булған Магнитогорскиҙа 10 процент самаһы башҡорт йәшәй: ҡалала иҫәбе буйынса был икенсе урында торған милләт, - тип билдәләне Магнитогорск металлургия комбинаты инженеры Бикйән Суфиянов. - Силәбе Башҡортостан менән сиктәш, һәм беҙҙә, металлургия комбинатында, эшләгән Башҡортостан халҡы күп. Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, Магнитогорскиға күрше Башҡортостандың Әбйәлил районындағы шифаханаларҙа ял итергә яратабыҙ.
       "БАШвест"тың әңгәмәсеһе ҡоролтайҙа тәүге тапҡыр ҡатнашыуын билдәләне һәм форумдың ойоштороу кимәленә, масштабына таң ҡалыуын белдерҙе.
       Әлеге ваҡытта делегаттар, 11 тематик секцияға бүленеп, бөгөнгө көндәге көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Әйтергә кәрәк, был проблемалар бер башҡорттарға ғына түгел, Башҡортостанда йәшәгән бар милләт вәкилдәренә лә ҡағыла. Тикшереләсәк мәсьәләләр иҫәбендә - мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, демография, бөгөнгө йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урыны, ерҙән файҙаланыу, эшҡыуарлыҡ, конституцион мөнәсәбәттәр һәм федерализм үҫеше, тел һәм башҡорт халҡының рухи йолалары, милли матбуғат.
       Форум сиктәрендә секцион ултырыштар менән бер үк ваҡытта беренсе тапҡыр башҡорт йәштәре ҡоролтайы үтәсәк. Шуны ла билдәләйек, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы делегаттары араһында йәштәр 30 проценттан кәм түгел.
       Олег Яровиков фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал