6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Күңелле уик-енд
09.06.10


       Өфөлөләр һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн аҙнаның икенсе яртыһы ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Был аңлашыла ла: алда байрамдар көтә, ә Рәсәй бойондороҡһоҙлоғо көнө ҡалабыҙҙың тыуған көнө менән тура килә. Әммә быйыл был ике ҙур датаға йәнә бер ваҡиға - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла өҫтәлде. III бындай форум республикала 10-12 июндә үтәсәк.
       "БАШвестЪ" яҡын аралағы көндәрҙе дөрөҫ планлаштырырға ярҙам итмәксе. Рәсәй көнө, Ҡала көнө һәм башҡорттар ҡоролтайы айҡанлы үткәреләсәк саралар тураһында Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев һөйләне.
       Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары Өфөгә бөгөн килә башланы. Форумда 852 делегат ҡатнаша - һәм был күп һанлы ҡунаҡтарҙы, юғары вазифалы кешеләрҙе иҫәпкә алмағанда. Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй төбәктәренән 125 һәм сит илдәрҙән 10 делегация киләсәк.
       Ҡоролтай 10 июндә сәғәт 13.00-дә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы менән асыласаҡ, бынан һуң ошонда уҡ, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда, "Беҙ бергә!" концерт программаһы башланасаҡ. Кискеһен иһә ошо уҡ майҙанда милли форум сиктәрендә беренсе тапҡыр үткәрелгән йәштәр ҡоролтайы уңайынан митинг һәм концерт ойошторола. Ул 19 сәғәттә башлана.
       Байрам алды көнөндә, 11 июндә, делегаттарҙы тематик секциялар буйынса эш көтә, ә 12 июндә делегация етәкселәре "Ырыуҙар ташы" мемориаль комплексын асыу һәм "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамында ҡатнашыу өсөн республиканың Ишембай районына юлланасаҡ.
       Өфөлә иһә 12 июндә байрам сараларын Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу тантанаһы асырға тейеш. Баш ҡаланың ете районында ла билдәле майҙандарҙа - Орджоникидзе исемендәге, "Моторҙар эшләүсе" мәҙәниәт һарайҙары алдында, Дим районының ял һәм мәҙәниәт парктарында, Яҡутов исемендәге паркта, "Ҡашҡаҙан"да, Затон биҫтәһенең "Тулҡын" скверында, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда, шулай уҡ Өфө янындағы Нагаево, Турбаслы, Яңы Черкассы һәм башҡа ауылдарҙа Рәсәй һәм Ҡала көндәренә арналған үҙҙәренең концерт программалары ҡаралған.
       Төп тантаналар, йола буйынса, Ленин исемендәге майҙанда үтәсәк. Төшкө сәғәт 12-нән алып көн дауамында һәр төрлө конкурстар, бүләктәр уйнатыу ойоштороласаҡ, концерт номерҙары күрһәтеләсәк. Ошонда уҡ, Ғафури исемендәге паркта, еңел атлетика кросын үткәреү планлаштырыла. Махсус саҡырылған эстрада "йондоҙҙары" сифатында өфөлөләр һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн Санкт-Петербугтан "Хаки" төркөмө менән билдәле Өфө коллективы "VIA-Чаппа" йырлаясаҡ. 23.30-ҙа байрам программаһы фейерверк менән тамамланасаҡ. Черниковканың "Моторҙар эшләүсе" мәҙәниәт һарайы майҙанында ла салютҡа һоҡланыу мөмкинлеге буласаҡ.
       Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, шуны ғына өҫтәргә ҡалды, календарҙағы ҡыҙыл дата - 12 июнь шәмбегә тура килгәнгә күрә, дүшәмбе, 14 июнь, ял көнө тип иғлан ителгән. Ә байрам алды көнөндә - йома, 11 июнь, - эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
       Максим Шумилин коллажы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал