6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

"Урал моңо" сюрприздар менән тулы
08.06.10


       Уҙған ял көндәрендә аҙнаның төп интригаһы хәл ителде - XV "Урал моңо-2010" халыҡ-ара төрки йәштәр ижады конкурс-фестивале лауреаттары иғлан ителде. Конгресс-холда үткән гала-концертҡа тиклем еңеүселәр исеме сер итеп тотолдо. Юбилей фестиваленә йәмғеһе 21 заявка бирелгәйне. Башҡортостан вәкилдәренән тыш, конкурсанттар исемлегендә Татарстан, Ҡаҙағстан, Тыва, Дағстан, Чечня, Ҡарасәй-Черкес һәм башҡа төбәктәрҙең йырсылары бар ине. 40-тан ашыу ҡатнашыусы, шулар араһында музыкаль төркөмдәр ҙә, һайлап алыу туры барған ике көндә иң яҡшылары исеменә ярышты. Форумдың һуңғы, өсөнсө көнөндә Конгресс-холл сәхнәһендә XV "Урал моңо-2010" халыҡ-ара төрки йәштәр ижады конкурс-фестивале еңеүселәре сығыш яһаны.
       Этник музыка һөйөүселәр ваҡиғалар үҫешен ҙур иғтибар менән күҙәтеп барҙы. Конкурс-фестиваль барған көндәрҙә тамашасы залында буш урын булманы. Вокалсыларҙың һәләте һәм һөйкөмлөлөгө халыҡты әсир итте. Юғарылығы һәм тембры буйынса тауыштар төрлө булһа ла, уларҙы бер үк нәмә - үткәндәргә, ата-бабалар донъяһына моң ярҙамында әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге берләштерҙе. Һүҙҙәре аңлашылмаһа ла, тамашасы йырсының нимә тураһында әйтергә теләүен аң кимәлендә төшөндө һәм ул еткерергә теләгән мәғлүмәтте асыҡ аңланы.
       Саха (Якутия) республикаһынан Юлиана Кривошапкина башҡарған композицияла залда ултырыусы халыҡ ел тирбәткән үлән елберләүен дә, күккә күтәрелгән ҡош тубы саңҡыуын да, шаман шыбырлауын да ишетте. Аҡҡош ҡаурыйҙарын хәтерләткән еңел аҡ күлдәктәге артист үҙе лә ҡошҡа оҡшаған ине. Вокалсы оҫталығын тамашасы дәррәү алҡыштар менән баһаланы, баһалама ағзалары иһә уны I дәрәжә лауреаты тип иғлан итте.
       Ҡаҙағстан вәкиле Бекзат Оспанов та уның менән бер үк баҫҡысҡа күтәрелде. Бынан алдағы, 2008 йылда үткән конкурс-фестивалдә йырсыға фавориттар иҫәбендә булыр өсөн бер нисә мәрәй генә етмәһә, 2010 йылда уңыш йылмайҙы, һәм ул I дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.
       - Ике йыл элек яңғыҙ башҡарыусы карьераһын әле генә башлаған сағым ине. Тәжрибә етешмәне. Был юлы иһә ныҡлы әҙерлек менән килдем. Еңеүгә ынтылыш та ярҙам итте - мин алдыма мотлаҡ финалға сығырға тигән маҡсат ҡуйғайным, - ти "БАШвест"ҡа Бекзат Оспанов.
       Ҡырым автономиялы республикаһынан (Украина) "Бельбек" өлгөлө вокал ансамбле лә "Урал моңо"на Өфөгә икенсе тапҡыр килә. Беренсеһендә коллектив украин халыҡ йырын оҫта башҡарыуы менән тамашасы хәтерендә ҡалған.
       - Сығыш яһар алдынан беҙ фестиваль форматында булмаған композиция башҡарыуыбыҙ өсөн жюринан һәм тамашасынан ғәфү үтендек. Эш шунда, Өфөгә беҙ гастролдән тура килдек, ныҡ ашыҡтыҡ һәм музыка яҙҙырылған бер диск урынына икенсеһен, конкурс шарттары менән тыйылған, өҫтәп тауыш яҙҙырылғанын алып киткәнбеҙ. Яңылышлыҡты аңлағанда, нимәлер эшләргә һуң ине инде, ләкин сығыш яһауҙан баш тартырға ла теләмәнек. Беҙҙең ансамбль һайлап алыу турына индерелде һәм тамашасы беҙҙе йылы ҡаршыланы, дәртләндерҙе, - тип һөйләй беҙҙең гәзиткә коллективтың художество етәксеһе Мостафа Абибуллаев.
       Үҙе лә билдәле вокалсы булған Мостафа Абибуллаев, Ҡырымға күскәс, алты йыл элек квинтет ойоштора. Уның етәкселеге аҫтында эш башлаған биш йырсының репертуарында украин халыҡ композициялары, Ҡырым татарҙары йырҙары, хәҙерге эстрада йырҙары тупланған. Быйыл "Бельбек" ансамбле, Ҡырым татарҙары йырҙарынан попурри һәм башҡорт композицияһын да индереп, конкурс-фестиваль өсөн махсус рәүештә үҙенсәлекле программа әҙерләй. Концертта номерҙарын коллектив бер нисә тауышҡа башҡара. Баһалама ағзалары фекере бер - "Бельбек" өлгөлө вокал ансамбле XV "Урал моңо-2010" халыҡ-ара төрки йәштәр ижады конкурс-фестиваленең гран-прийына лайыҡ.
       - Шатлығыбыҙҙың иге-сиге юҡ! Беҙ хәлдән килгәнсә тырыштыҡ, һәм шулай уҡ тулҡынландыҡ, сөнки конкурсанттар көслө ине. Һәләтебеҙҙе юғары баһалаған жюриға һәм тамашасыға ныҡ рәхмәтлебеҙ, - тип "БАШвестЪ" менән хис-тойғоларын уртаҡлаша "Бельбек" ансамбле вәкилдәре.
       Киләһе призлы урындарҙың нисек билдәләнеүендә лә жюри менән тамашасы фекере тап килде. II дәрәжә лауреаттары - Жадыра Арыстанова (Ҡаҙағстан) һәм Айдемир Сингл (Тыва). Наталья Албычакова (Хакасия) һәм Гөлнур Ҡарабулатова (Башҡортостан) III дәрәжә лауреаттары тип билдәләнде.
       Тыва Республикаһынан 22 йәшлек башҡарыусы Айдемир Сингл (был уның сәхнәләге псевдонимы) конкурс-фестивалгә тәүге тапҡыр килгән. Был ижади проектта ҡатнашыуы уның өсөн бер үк ваҡытта тулҡынландырғыс та, маҡтаулы ла булған. "Урал моңо-2008"-ҙә Гран-прины уның яҡташы Сайлык Оммун алған, һәм ул, үҙе әйтеүенсә, яҡшы сығыш яһарға бурыслы ине. Башҡа бик күп конкурсанттар кеүек үк, Айдемир Сингл сәхнәгә милли костюмда сыҡты һәм тауышының бар мөмкинлеген, шул иҫәптән өзләү оҫталығын күрһәтте.
       - Өфөгә мин башҡаларҙан әҙ генә иртәрәк килдем, шуға күрә Башҡортостандың баш ҡалаһының иҫтәлекле урындарын яҡшыраҡ өйрәнеп өлгөрҙөм. Яңғыҙ урамдар буйлап йөрөнөм, ҡала менән таныштым, ул миңә бик ныҡ оҡшаны - таҙалығы, бөхтәлеге, шулай уҡ юл күрһәтергә, өйрәтергә әҙер торған алсаҡ халҡы менән, - ти Тыванан килгән ҡунаҡ.
       Бынан тыш, Өфөлә булғанда Айдемир Сингл ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Башҡорт милли музыка ҡоралында башҡарылған көй уның күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра.
       "Урал моңо-2010" конкурс-фестивалендә шулай уҡ икенсе урын алған Ҡаҙағстандан Жадыра Арыстанова бында тормош иптәше һәм балаһы менән килгән. Ул йырсы карьераһы менән бер нисә йыл шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне, һәм был башланғысында уға ғаиләһенең ярҙамы ҙур булыуын билдәләне. Ире продюсер вазифаһын башҡара, концерт һәм гастролдәр мәсьәләһен хәл итә, һәм тыуған республикаһы һәм Рәсәйҙән сығыш яһауға тәҡдимдәр йыл һайын күберәк килә.
       Халыҡ-ара проектта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла, ярыш аспектынан тыш, бында дуҫтарса йылы мөнәсәбәт булыуын да билдәләй. Йәштәр үҙ-ара аралаша, таныша, башҡа халыҡтар мәҙәниәтен яҡшыраҡ өйрәнә. Йырсыларҙың билдәләүенсә, улар яңы дуҫтарына ҡарата еңелсә һағыш менән өйҙәренә тараласаҡ.
       Еңеү мөһим түгел, ҡатнашыу мөһим - ҡайһы бер конкурсанттар был һүҙҙәрҙе девизы итеп алған. Шулай ҙа киләсәккә мотлаҡ еңергә, тигән маҡсаттары ла юҡ түгел.
       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Гөлсәсәк Фазлаева "Урал моңо" конкурсында өсөнсө тапҡыр ҡатнаша.
       - Конкурс-фестивалдең йәнә дипломанты булдым, әммә бирешергә теләмәйем. Ышанам, минең йондоҙло сәғәтем етмәгән, - ти вокалсы.
       Гөлсәсәк Фазлаева бала сағынан йырҙар яҙа. Уның әйтеүенсә, йырҙың һүҙҙәре менән көйө еңел генә, үҙенән-үҙе ярала. Бындай мәлдәрҙә ҡул аҫтында ручка менән ҡағыҙың, йә яҙып алырға телефоның ғына булһын. Автор үҙенең композицияларын үҙе башҡара, башҡорт эстрада йырсылары репертуарында ла уның бер нисә йыры бар.
       2008 йылда тамашасы сифатында, быйыл иһә башҡарыусы булараҡ фестивалдә Ставрополь крайынан Рәсүл Бейсеев та ҡатнашҡан. Милләте буйынса нуғай, үҙенең халҡына иғтибар йәлеп итеү, уның бай мәҙәни мираҫы менән таныштырыу өсөн ул концертҡа ла боронғо аҡын йырын әҙерләгән.
       - Мин Өфөлә нефть техник университетын тамамланым да, тыуған яғыма әйләнеп ҡайттым. Студент саҡта әле, бер ваҡыт паркта кәмәлә йөрөгәндә күрше кәмәлә "Урал моңо" тигән яҙыуҙы күреп ҡалдым. Барыһынан да бының нимә аңлатыуын һораша башланым. Музыкаль конкурстың исеме икән ул. Һуңынан гала-концертын ҡарап, был ижади проекттың табыныусыһына әйләндем. Быйыл бәхетемде һынап ҡарарға булдым һәм ҡатнашыу өсөн анкета тултырҙым, - ти беҙҙең гәзиткә Рәсүл Бейсеев.
       Һөҙөмтәһе кәйефен боҙмаған, тағы ла нығыраҡ сәмләндергән генә. Киләһе конкурста ул жюрины юғары кимәлдә башҡарыу оҫталығы менән яуларға теләй.
       Һүҙебеҙҙе тамамлап, "Урал моңо" тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ. Тәүге тапҡыр конкурс 1992 йылда Республика башҡорт эстрадаһы һәм рок-музыкаһы фестивале булараҡ ойошторола. 1995 йылда конкурс Халыҡ-ара статусын ала һәм күләмле Халыҡ-ара төрки йәштәре музыкаль ижады конкурс-фестивале булып китә. Проект БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Төрки мәҙәниәтен һәм сәнғәтен берлектә үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошма (ТӨРКСОЙ) ярҙамында үткәрелә. Быйыл "Урал моңо" конкурс-фестивале "Рәсәй мәҙәниәте" федераль маҡсатлы программаһын ғәмәлгә ашырыу һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үтте.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал