6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Алтынай Ибраһимова иң гүзәл "Һылыуҡай - 2004"
16.04.04


       Ниһәйәт, быйылғы йылдың да иң сибәр ҡыҙы асыҡланды. Хәт ерегеҙгә төшөрөп үтәм, быйыл ул 14 - се тапҡыр үткәрелә. Са раны башлап ебәреүсе булып БР Башҡорт йәштәре союзы торҙо, о йоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм ми лли сәйәсәт министрлығы, Республиканың халыҡ ижады үҙәге, Бө тә донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты.
       Һылыуҡайҙарҙы БР Хөкүмәте Премьер - министр урынбаҫары, м әҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Хәләф Ишморатов, уның уры нбаҫарҙары Рафаил Шафиҡов, Гөлдәр Моратова һәм башҡалар сәлә мләне.
       Үткән йылдағы кеүек үк байрамды үткәреү урыны итеп Нефтсе ләр һарайы һайланды. Тышта гала - тамашаға эләгеү өмөтө менә н янған йәштәр йыйылған ине. Ләйсән Ишҡолова икенсе тапҡыр б илет һатып алыуын белдерҙе ( ул һайлау турында ла булған икә н): "Билет бик ҡиммәт түгел, әлбиттә, тик ике тапҡыр 80 һум түләү ҙә студенттың кеҫәһенә һуға шул".
       Залда алма төшөр ҙә урын юҡ ине. Балконда ла буш урындар күренмәй. Дөрөҫ, тамашаның икенсе өлөшөнә һөҙөмтәләре көтөп арыған тамашасылар ҡайтып китте, уларҙы аңларға ла була - ко нкурс дүрт сәғәткә һуҙылды.
       Байрам тантанаһы һуңлап башланды. Матур киске күлдәктәрҙе
       ҡыҙҙар сәхнә буйлап үттеләр ҙә бик тиҙ юғалдылар. Сәхнәгә й ырсы Әлфиә Әхмәтйәнова сыҡты. Икенсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанда
       21 ҡыҙҙан 14 - е генә ҡалғайны. Улар "Минең хыялым" конкурс ында һынау тота. Артабан ҡыҙҙар Екатеринбург ҡалаһынан Валер ия Төмәнцева тәҡдим иткән костюмдарҙа "Коктейль" коллекцияһы н күрһәтте.
       Аҡыл да матурлыҡтың бер өлөшө. Ҡыҙҙарҙың аң кимәлен, эске
       донъяһын, күңел байлығын баһалар өсөн алып барыусылар ете һ анына бәйле мәҡәлдәр, әйтемдәр буйынса һорауҙар яуҙыра.
       Тулҡынландырғыс минуттар. Һәр кем түҙемһеҙлек менән ҡыҙҙа рҙың ҡайһыһы нисәнсе урын яулауын көтә.
       Өсөнсө урында өс ҡыҙ - Ғәлиә Ғиззәтова, Әлмира Хәлилова, Альбина Мөхәмәтйәнва, икенсе урында Миләүшә Хәмитова менән Г үзәл Кейекбаева, Гран - прины Алтынай Ибраһимова яулай! Алты найҙы "Аҙна" нәшриәт йорто ширҡәте төҫлө телевизор, өй кинот еатры, "Мондиаль" фирмаһы ҡиммәтле тун, "Метрополь" - сервис " туристик компанияһы Чехияға путевка менән бүләкләне.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал