6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Татыулыҡ һәм тотороҡлоҡ өсөн
04.06.10


       - Толерантлыҡ - ул башҡаларға ҡарата түҙемле булыу, ә беҙгә дуҫ, татыу йәшәргә кәрәк, - тине Башҡортостан халыҡтары тураһында кисәге матбуғат конференцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Азамат Галин. - Бөгөн Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәре тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәй, республика етәкселеге улар менән уртаҡ тел таба алған.
       Журналистар менән осрашыу бер аҙнанан башланасаҡ III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналды. Халыҡ-ара форум Өфөлә 10-11 июндә үтәсәк.
       Сарала ҡатнашыусылар иҫәбендә 851 делегат - Рәсәй төбәктәренән һәм тиҫтәләгән сит илдәрҙән вәкилдәр бар. Осрашыу барышында уларға әлеге мәлдә йәмғиәтте борсоған иң актуаль мәсьәләләр буйынса фекер алышырға тура киләсәк. Форум эше 11 тематик секция буйынса ойошторола. Ҡоролтай депутаттары мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, демография, бөгөнгө йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урыны, ерҙән файҙаланыу, эшҡыуарлыҡ, конституцион мөнәсәбәттәр һәм федерализм үҫеше, тел һәм башҡорт халҡының рухи традициялары, милли матбуғат, шулай уҡ сит илдә йәшәүсе башҡорттар яҙмышы проблемаларын тикшерәсәк.
       - Был проблемалар бер башҡорттарға ғына түгел, төбәктә йәшәүселәрҙең барыһына ла ҡағыла, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азамат Галин. - Темалар тулы, быларға бер нәмә лә өҫтәргә кәрәкмәй.
       Үҙенең фекерен дәлилләп, ул проблемаларҙы билдәләр алдынан делегаттарҙың халыҡтан наказ йыйыуы хаҡында һөйләне.
       Форум сиктәрендә секциялар менән бер үк ваҡытта тәүге тапҡыр йәштәр ҡоролтайы үтәсәк. Уның ҡатнашыусылары йәштәрҙе борсоған бар мәсьәләләрҙе комплекста тикшерәсәк.
       - Беҙҙең йәштәребеҙ һәр ваҡыт әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән айырылып торҙо, һәм әлеге Ҡоролтай - һәр төрлө митингыларҙан айырмалы, үҙҙәренең фекерен белдерер өсөн оптималь форма, - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты башлығы.
       Ул йәнә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үткәрелгән бар ултырыштарҙың да асыҡ формала үтеүен билдәләне. Делегаттарҙан тыш уларҙа теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша аласаҡ, халыҡ өсөн шуныһы уңай - бар саралар ҙа республиканың ике дәүләт телендә - рус һәм башҡорт телдәрендә алып барыласаҡ. Форум үткән көндәрҙә республикаға билдәле ҡунаҡтарҙың килеүе лә көтөлә.
       Рәсәй бойондороҡһоҙлоғо көнө менән Өфө ҡалаһы көнөнә тап килгән Ҡоролтайҙың һуңғы көнөндә делегация етәкселәре "Ырыуҙар ташы" мемориаль комплексын асыу һәм "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамында ҡатнашыу өсөн республиканың Ишембай районына юлланасаҡ.
       Дөйөм алғанда, Азамат Галин әйтеүенсә, башҡорттар ҡоролтайы - күңел асыу сараһы түгел:
       - Иң киҫкен проблемалар буйынса фекер алышыу һәм уларҙы хәл итеү юлын эҙләү өсөн ойошторолған форум ул. Шулай булғас, беҙҙе етди эш көтә, республикалағы бөгөнгө тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалыр өсөн барыһын да эшләргә тырышыу - уның төп маҡсаты.
       Ҡоролтай йомғаҡтары буйынса резолюция, шулай уҡ Башҡортостан халҡына һәм ил етәкселегенә мөрәжәғәт ҡабул ителәсәк.
       Олег Яровиков фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал