6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Манһары феномены
02.06.10


       "Урал" галереяһында һәүәҫкәр рәссам Фәғилә Каждан менән Зөфәр Нурғәлиевтың персональ күргәҙмәләре асылды. Өфө оҫтабикәһе үҙе уйлап тапҡан техникала үҙенсәлекле эштәр яһауы менән билдәле. Уның картиналарын тәүге тапҡыр күргән тамашасы уларҙы буяуҙар менән эшләнгән тип уйлай. Ысынында иһә улар елем менән йәбештерелгән ҡорамаларҙан һәм ептәрҙән яһалған. Фәғилә Каждан бының менән нисек мауығып китеүе хаҡында беҙҙең гәзиткә һөйләгәйне инде. Гәзит уҡыусыларыбыҙ менән бөгөн Зөфәр Нурғәлиев оҫталыҡ серҙәрен уртаҡлаша.
       Хеҙмәттәше Фәғилә Каждан кеүек үк, Зөфәр Нурғәлиев та күп йылдар "Таң" халыҡ клубы ағзаһы иҫәпләнә. Был республика һәүәҫкәр рәссамдар берекмәһенә ул 20 йыл элек килгән. Буш ҡул менән түгел - эштәрен тәҡдим иткән һәм улар шунда уҡ йәмәғәтселек иғтибарын яулаған. Картиналары традицион ысулда булмауы, абстракт сәнғәт элементтары һәм реализм мәктәбе һыҙаттарын үҙ эсенә алыуы менән айырылып тора. Авторҙың сәнғәткә ҡарата үҙ фекере, үҙенсәлекле ҡарашы булыуын "Таң" халыҡ клубы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Виктор Позднов та юғары баһалай.
       Зөфәр Нурғәлиев әйтеүенсә, ул бала саҡтан һүрәт төшөрөргә яратҡан. Ҡәләм менән тиҫтерҙәренең портретын төшөргән, уларҙы дуҫтары хат аша Бөйөк Ватан һуғышы фронттары буйлап таралған атай-олатайҙарына, ағайҙарына ебәргән. Үҙен күңеле ятҡан шөғөлгә бағышларға тигән маҡсат ҡуймай ул һәм мәктәпте тамамлағандан һуң документтарын медицина институтына тапшыра. Диплом ала, оҙаҡ йылдар табип-психиатр булып эшләй, шәхси практика алып бара.
       - Пациенттар менән шөғөлләнә башлағас, тағы ижад итеү теләге уянды. Дауаланыусыларыма һүрәт төшөрөргә кәңәш иттем. Улар ҡағыҙҙа ғына ижад итмәне, палата һәм коридор стеналарын да орнаменттар менән биҙәне. Медицинала был йүнәлеш арт-терапия тип атала һәм сәнғәттең дауалы йоғонтоһона нигеҙләнә.
       Быйыл Зөфәр Нурғәлиев 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Психотерапия өлкәһендә билдәле белгес әлегә тиклем эшләүен дауам иткән. Ә бөгөн иһә уны бик йыш мольберт артында күрергә мөмкин.
       - Зөфәр Нурғәлиев - үҙенсәлекле рәссам. Сираттағы картинаһын яҙырға ул кешегә, бар донъяға әйтер теләге булғанда ғына тотона, - ти "Урал" галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова. - Бер яҡтан уның эштәре фәлсәфәүи булһа, икенсе яҡтан - образлы. Зөфәр Нурғәлиев - интеллектуал, Рәсәй һәм Башҡортостан тарихын төплө белгән кеше. Ул төрки халыҡтары фольклорын ныҡлы өйрәнгән, һәм тап ошо белемен картиналар сюжетында файҙалана. Зөфәр Нурғәлиев философия, сәнғәт, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, һәм уның бай эрудицияһы хаҡында картиналарына ҡарап фекер йөрөтөргә мөмкин.
       Ижадташтары, һынлы сәнғәт һөйөүселәр араһында Зөфәр Нурғәлиев Манһары псевдонимы аҫтында билдәле. Рәссам һөйләүенсә, уның тыуған ауылы шулай аталған.
       Баш ҡала галереяһында төрлө йылдарҙа ижад ителгән эштәре күргәҙмәгә ҡуйылған. Картиналар фәҡәт билдәле бер теманы яҡтырта - әҫәрҙәренең күбеһе Башҡортостандың тарихи үткәненә, уның арҙаҡлы улдарына арналған. Күргәҙмәлә легендар шәхестәрҙе данлаған картиналарҙы - "Салауат батыр", "Шайморатов генерал"ды күрергә мөмкин. Башҡорт халыҡ эпосы, батырҙар тураһында әкиәттәрҙәге персонаждар ҙа ("Урал батыр", "Тимерхан батыр" уның картиналарының геройҙарына әйләнә.
       Зөфәр Нурғәлиев ижадында пейзаж - һирәк күренеш. Әммә композицияла ул тәбиғәт күренештәренә урын ҡалдырған икән, был геройҙың ҡеүәтен, көсөн билдәләргә ярҙам итеү маҡсатында эшләнә. Рәссам портреттар галереяһын әҙерләгән. Үрҙә әйтелгән эштәрҙе "Әхмәтзәки Вәлиди", "Аҡмулла", шулай уҡ төрлө осорҙоң аҡыл эйәләренә, донъя диндәрен нигеҙләүселәргә һәм совет заманындағы юғары хәрби чиндарға арналған картиналар дауам итә. Зөфәр Нурғәлиев Сократты айырым билдәләй. Афина философы портретын рәссам "аҡыл" тип исемләнгән картинаның үҙәгенә ҡуя. Сократтың уң һәм һул яғынан Аристотель, Әбуғалисина, Леонардо да Винчи, Ломоносовтың ҙур булмаған портреттарын урынлаштыра. Уларҙы "зиһен" һүҙе менән берләштерә. Будда, Конфуций, Христос, Мәхәммәт - рәссам картинаһында улар "выждан" һүҙе менән билдәләнгән. Совет осорондағы юғары хәрби чиндарға арналған картина ла ошондай уҡ принцип буйынса ҡоролған. Композиция үҙәгендә маршал Жуков һүрәтләнгән, унан өҫтә иптәштәре, көрәштәштәре урынлаштырылған.
       Рәссамдың ҡабатланмаҫ үҙенсәлегенә йәнә бер дәлил - картина сюжеты һәм һүрәттең ҡаймаһы берҙәм сәнғәт әҫәрен тәшкил итә. Зөфәр Нурғәлиев картинаны багет менән биҙәмәй, һәр береһе өсөн үҙенсәлекле орнамент уйлап таба һәм уны әҙер картинаны уратып төшөрә. Сюжетына ҡарап, ул һәр ваҡыт төрлөсә була һәм ике бер иште күрмәҫһең.
       Күптәр Зөфәр Нурғәлиевтың художество стилен үҙенсәлекле тип таба. Оҙаҡ йылдар дауамында үҙенсә эшләү хоҡуғын яҡлаған оҫтаны хәҙер бер республикала ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр. Зөфәр Нурғәлиев "Ватандың данлы улдары" бөтә Рәсәй үҙешмәкәр халыҡ ижады һәм биҙәү-ҡулланма әйберҙәр күргәҙмәһендә ике тапҡыр юғары наградаға лайыҡ булған. Быйыл уның картиналары йәнә арт-проект сиктәрендә лә күрһәтеләсәк. Башҡортостандан фестивалдә алты автор ҡатнаша, шуларҙың бишәүһе - һәүәҫкәр рәссамдарҙың "Таң" республика халыҡ клубы ағзалары.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал