6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Баланы ишетер өсөн бөтә мөмкинлектәр бар
01.06.10


       Бала үҙен-үҙе яҡлай аламы? Тормош шулай ҡоролған, бәлиғ булмағандарҙың һүҙе күп осраҡта ҙур көскә эйә түгел. Әммә хәҙер барыһы ла үҙгәрҙе. Башҡортостан балаларының, ололар ҡатнашлығынан тыш, үҙҙәре мөрәжәғәт итә алған ышаныслы яҡлаусылары бар - һәм уларҙы мотлаҡ ишетәсәктәр. Һүҙ Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында. Яңы вазифа быйыл ғинуар айында булдырылды, һәм беренсе булып уға Лилиә Ғүмәрова тәғәйенләнде.
       - Бөгөнгө көндә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил институты балалар үҙҙәре мөрәжәғәт итә алған берҙән-бер рәсми органдыр әле, - тип белдерҙе Ғүмәрова Халыҡ-ара балаларҙы яҡалу көнө алдынан үткән матбуғат конференцияһында.
       "Балалар" омбудсмены балаларға бының өсөн әллә күпме мөмкинлек булдырылыуын билдәләне. Вәкилгә хат яҙып, уны почта аша һалырға мөмкин, шулай уҡ электрон мөрәжәғәтте омбудсмен адресына интернет аша ла ебәрергә була. Телефон аша шылтыратып һөйләшергә һәм шәхсән үҙеңә - йә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең үҙенә, йә уның йәмәғәт ярҙамсыларына килергә мөмкин. Йәмәғәт ярҙамсылары республиканың һәр районы, һәр ҡалаһында бар: педагогтар, юристар, социаль хеҙмәткәрҙәр иҫәбенән ҡуйылған был кешеләр балаларға ҡарата хәстәрлекле булыуы менән айырыла һәм яҡлаусы функцияһын бушлай башҡара.
       Балалар йортонда һәм интернаттарҙа йәшәгән балалар, шулай уҡ, "ышаныс почтаһы" менән файҙалана ала. Почта йәшниктәре балалар тәүлек әйләнәһенә йәшәгән учреждениеларҙың барыһында ла ҡуйылған, ә уның асҡысы урындағы йәмәғәт ярҙамсыларында ғына бар. Ун көнгә бер тапҡыр почта йәшниктәрен асып, улар балаларҙың мөрәжәғәттәрен тикшерә. Йәшенә күрә балаларҙың шылтыратырға, бигерәк тә үҙе килергә әҙер булмауы арҡаһында, бындай ысулдың перспективалы булыуы аңлашыла.
       - Баланы ишетер өсөн уға ниндәй ҙә булһа мөмкинлек бирергә кәрәк! - тип иҫәпләй Лилиә Ғүмәрова. - Иң мөһиме - үҙеңә балаларға яҡыныраҡ булыу мөһим, ярҙам артынан үҙҙәренең килеүен көтөргә ярамай.
       Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил адресына килгән балалар мөрәжәғәте күп түгел - бер нисә тиҫтә, әммә улары ла ололар әйтеүе буйынса яҙылғаны күренеп тора. Әммә быны ваҡытлы күренеш, тип иҫәпләй Ғүмәрова, сөнки бөгөн республикала "балалар" омбудсмены барлығын һәм уға контактҡа инеү мөмкинлеге булыуын һәр кем белмәй.
       Институт барлыҡҡа килгәндән алып дүрт айҙа Вәкилгә 300 хат килгән. Шуның 95 процентында хатты, быға ғәжәпләнерлек тә түгел, әсәләр яҙған.
       Граждандар мөрәжәғәтен тикшереү менән генә Вәкилдең эше бөтмәй - шәхси проблемаларҙы хәл итеүҙән тыш, комплекслы саралар ҙа бар. Мәҫәлән, яҡын аралағы планда - "Хәүефһеҙ интернет йәйе" акцияһын үткәреү. Уның маҡсаты - ата-әсәләргә бар донъя селтәренән килгән хәүефте аңлатыу. Ғәмәлдә күренеүенсә, был өлкәлә оло быуындың бөтөнләй белеме юҡ:
       - Балалары урамда йөрөмәй, өйҙә компьютер артында ултыра, тип тыныс йәшәгән ата-әсәләр күп. Әммә ныҡ яңылышыуҙары мөмкин, - тип һөйләй Лилиә Ғүмәрова. - Шундай осраҡтар булып үтте: бер малай сайттарҙың береһендә күрһәтелгәнсә шартлатҡыс эшләп, уныһы ҡулында шартланы һәм бала ҡулһыҙ ҡалды. Икенсе осраҡта ҡыҙ бала интернет аша үҙен үҫмер тип таныштырған ир менән аралашып, һуңынан урланды.
       Ололарҙың компьютер буйынса белемен күтәреү өсөн махсус магазиндарҙа тейешле иҫкәрмәләр таратыу планлаштырыла.
       Яҡын арала үткәреләсәк йәнә бер акция "Тиң мөмкинлектәр йәйе" тип атала. Ул киң йәмәғәтселек иғтибарын инвалид балаларға йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Әйткәндәй, мөмкинлектәре сикле балалар проблемалары - бөгөнгө көндә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Етем балалар хаҡында интернаттан һуң да хәстәрлек күреү, шулай уҡ, тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мөһим мәсьәләләр иҫәбендә.
       Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, федераль ҡануниәттә постинтернат бер нисек тә нығытылмаған, норматив акттар төбек кимәлендә генә әҙерләнгән. Мәҫәлән, тиҙ арала Башҡортостанда ошондай программа раҫланасаҡ, һәм был, Вәкил әйтеүенсә, киләсәккә яһалған ҙур аҙым буласаҡ.
       - Постинтернат бихисап проблемаларҙы үҙ эсенә ала: торлаҡты ла, профессиональ белем биреүҙе, эшкә урынлашыуҙы һәм йәмғиәттә тормош итеүгә яраҡлашыуҙы, бик йыш бындай балалар йәмәғәт транспорты менән ҡуллана, кешеләр менән аралаша, хатта үҙенә ашарға әҙерләй ҙә белмәй бит, - тип һөйләй Ғүмәрова.
       Бында иң көнүҙәк проблема, моғайын - торлаҡ мәсьәләһелер. Әлеге мәлдә республикала өс меңдән ашыу етем баланың торлағы юҡ. Шуларҙың яртыһынан ашыуы 18 йәшкә еткән - йәғни фатир алыуға хоҡуғы бар. Ләкин был маҡсатта ҡаҙнанан бүленгән аҡса етмәй - һәр хәлдә республика көсө менән генә был проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Бында, Ғүмәрова фекеренсә, социаль ҡунаҡханалар юлынан китергә мөмкин: торлаҡҡа хоҡуғы булып та, уны оҙайлы ваҡыт көтөргә мәжбүр булған бәлиғ йәштәге балалар йорто тәрбиәләнеүселәре йәшәп торһон өсөн һәр муниципаль берәмектә бер нисә фатир тоторға кәрәк:
       - Бала урамда ҡалырға тейеш түгел, - тип белдерҙе Лилиә Ғүмәрова һәм етемдәрҙең торлаҡ алыуға сиратын, балаларҙың үҙ хоҡуҡтарын белеүҙәрен тикшереү маҡсатында муниципалитеттарға үҙе лә, йәмәғәт ярҙамсылары ла мотлаҡ барасаҡ, тип вәғәҙә бирҙе.
       Шулай уҡ "балалар" омбудсмены Рәсәйҙә балалар йортонан сыҡҡан тәрбиәләнеүселәрҙең берҙәм мәғлүмәт базаһы булмауын ҙур минус тип билдәләне.
       Йәнә бер ҡатмарлы, тәүгеләрҙән булып хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә - балаларҙың урынлашыуы буйынса опека органдары менән хеҙмәттәшлек итеү. Үкенескә күрә, Башҡортостанда һуңғы арала баланы патронат тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә бер нисә ғәҙәттән тыш хәл булды - бында беҙҙең гәзит яҙып сыҡҡан язалап үлтерелгән өс йәшлек Матвейҙы телгә алыу ҙа етер, моғайын.
       Баланы ғаиләгә биреүҙең бик сетерекле мәсьәлә булыуын һәм бының менән профессионалдар шөғөлләнергә тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Ғүмәрова.
       - Бындай ғаиләләргә даими барып торорға тейешле опека органы белгестәре, үҙҙәре һөйләмәһәләр ҙә, проблемаларҙы асыҡлай белергә өйрәнергә тейеш - мәҫәлән, уңышлы төҙөлгән анкеталар ярҙамында.
       Белешмә. Башҡортостан Республикаһындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең адресы: Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 46, 419-сы кабинет. 8 (347) 250-09-90 телефоны аша ҡабул итеүгә яҙылырға мөмкин. Вәкилдең интернеттағы адресы - www. gsrb.ru/deti/.
       Фото www.kemclub. ru сайтынан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал