6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Бизнес

Көрсөккә - амин, иҫән ҡалғандарға - афарин!
31.05.10


       IT өлкәһендәге белгестәрҙең эш хаҡы көрсөккә тиклемге кимәлгә ҡайтты. Башҡа тармаҡтарҙа ла эш хаҡының үҫеүе оптимизмға сәбәп булып тора, тип хәбәр итә SuperJob.ru рекрутинг порталының тикшеренеү үҙәге. Был көрсөктөң тамамланыуын аңлатамы? Предприятие директоры, кәмендә, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры булмаһаң, ундай һорауға яуап биреүе лә ҡыйын. Тап шуға күрә "БАШвестЪ" ҡасандыр беҙҙең эшҡыуарлыҡ тураһындағы рубриканың геройы булған төрлө тармаҡ вәкилдәре менән әңгәмә ҡорорға ҡарар итте. Асыҡланыуынса, һәр береһенең быға үҙенсәлекле ҡарашы бар икән.
       Реклама компаниялары төркөмө милектәше Светлана Титлянова:
       - Әгәр иҡтисади климаттың тотороҡло насарайыуын көрсөк тип атаһаҡ, ул тамамланды. Реклама баҙары "йәнләнә" башланы. Һәм әгәр бығаса иҫән ҡалыу, эш хаҡы биреү, производствоны туҡтатмау мөһим булһа, хәҙер кеше һатыу кимәлен һаҡлау өсөн генә түгел, имиджын, баһаһын күтәрер өсөн дә рекламаға аҡса йәлләмәй. Уҙған йыл имидж проекттары ябылып бөттө. Көрсөк эҙемтәләре һиҙелә, әлбиттә, ныҡ һиҙелә. Мәҫәлән, компанияларҙың былтыр планлаштырылған бюджеттары ныҡ ҡыҫҡартылған, һәм шуның арҡаһында быйыл реклама ла аҙыраҡ. Әммә ҡабатлап әйтәм, үҫеш башланды.
       Көрсөктән сығыуға ҡамасаулаусы негатив факторҙарҙың береһен - барыһын да юғалтыуҙан ҡурҡыуҙы айырым билдәләп үтергә кәрәк. Ғәмәлдә ошолай була: кешеләр үҙҙәрен тынысландыра - бер йыл тыныс ҡына ятам да, шунан башлайым, әммә һөҙөмтәлә бер йыл "ял иткән" компанияларға һуңынан баҙарҙы яңынан яулауы ҡыйын, улар онотола.
       Алюмин һәм пластик тәҙрәләр етештереүсе компания директоры Салауат Ишмөхәмәтов:
       - Беҙҙең тармаҡта көрсөк күренештәре һаман да бар әле. Үткән йыл менән сағыштырғанда һатыу кимәле биш процентҡа ғына артты. Ниңә? Эш шунда, төҙөлөш эштәренең бер аҙ йәнләнеүе күҙәтелһә лә, төҙөлөштөң тулы циклы тамамланмаған, һәм беҙгә, тәҙрә менән шөғөлләнеүселәргә, әлегә эш юҡ. Әле тамамларға кәрәк иҫке объекттар бар, әлбиттә, әммә уларҙың өлөшө ҙур түгел.
       Марс Әхмәтов, фермер:
       - Һатып алыу хаҡтары проблемаһы элеккесә киҫкен тора. Өсөнсө класлы бойҙай етештереүҙең үҙҡиммәте бөгөн килоһына өс һумға тиң. Ә һатып алыу хаҡы - килограмына өс һум - һәм был уңышлы осраҡта! Беҙ был хаҡтың биш-алты һумға күтәрелеүен теләйбеҙ - шул саҡта көрсөк тамамланыуы хаҡында ла һөйләшергә мөмкин. Бынан тыш, иген шунда уҡ һатылмай, оҙаҡ ваҡыт һаҡлауҙа ята, һәм бының өсөн дә түләргә кәрәк.
       Эре аҙыҡ-түлек магазины директоры, Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһының башҡарма директоры Римма Миәсәрова:
       - Минең уйымса, көрсөк бөтмәгән. Бәләкәй бизнес ҡатнашҡан күп кәңәшмәләрҙә беҙҙән, эшҡыуарҙарҙан, теге йәки был социаль программала ҡатнашыуыбыҙҙы һорайҙар - тимәк, дәүләт әлегә беҙҙең ярҙамға мохтаж. Граждандарҙың һатып алыу мөмкинлеге һаман да түбән булып ҡала.
       Хәйер, сауҙаға килгәндә, уға көрсөк ҡурҡыныс түгел. Һорауҙың кәмеүе лә бер ни тормай! Унан былайыраҡ - минең магазиным янында, ямғырҙан һуң бәшмәк кеүек, ҙур булмаған профилле магазиндар асыла. Бер төрлө генә тауар менән һатыу итәләр - мәҫәлән, балыҡ йәки йәшелсә-емеш менән. Етәксе булараҡ, минең өсөн шатлыҡлы күренеш түгел, әлбиттә, әммә дөйөм алғанда тармаҡ өсөн - бик яҡшы.
       Картридждар һатыу буйынса компания башлығы Анатолий Жохов:
       - Ике ай торғонлоҡ булды, әммә яйлап эштәр көйләнде, халыҡ картридж артынан ағыла башланы. Һөҙөмтәлә, бер нимә лә юғалтманыҡ, хатта һумдарҙа оттоҡ. Һатыуҙар структураһы үҙгәрҙе - элекке ҡиммәтле продукция урынына арзанырағын һорайҙар. Йәғни, билдәле фирмалар етештергән продукция менән фирмаһыҙ араһында һайларға тура килһә, кеше мотлаҡ һуңғыһын аласаҡ. Арзан продукцияны алып ҡараған һәм ҡиммәтлеһе менән бер айырмаһын да тапмаған кеше фирмалыға кире ҡайтырға теләмәй. Был хәл һаман да күҙәтелә.
       Эш хаҡы... Был әлегә ауыр һорау. Улар көрсөк кимәлендә ҡалған, ә "йәшәүгә" хаҡ туҡтамай арта. Үкенескә күрә, әлеге хәлдә эш хаҡын арттыра алмайым.
       Беҙ компьютерҙар менән сауҙа итеү йүнәлешендә лә эшләйбеҙ. Ғөмүмән, ул насар хәлдә түгел - нисек кенә сәйер булмаһын, кешенең компьютерға аҡсаһы табыла. Атап әйткәндә, веб-камералар, флешкалар, аудио-ҡорамалдар йүнәлешендә әүҙемлек һиҙелә. Конкуренттар ҙа "баш ҡалҡытты", - хатта кредиттар менән эшләүселәр ҙә.
       Шулай ҙа минең фекерем бер - ил көрсөктән сыҡты, тип әйтергә иртә әле.
       Көрсөк тураһында фекерен белдергән респонденттарҙың һаҡсыл оптимизмын билдәләп, шуны ғына өҫтәп үтәбеҙ: "көрсөккә тиклемге" иҡтисади күрһәткестәргә яҡынлашҡас ҡына, көрсөк тураһында үткән заманда һөйләргә мөмкин буласаҡ. Етештереү менән шөғөлләнеү урынына һатыу-һатып алыуға өҫтөнлөк бирелеүенә лә күҙ йоморға теләмәҫ инек. Һәр хәлдә беҙгә етештереүселәрҙең көрсөктән сығыу ваҡытын йырағыраҡ перспективала күреүе аңлашыла.
       Фото www.antykryza. ua сайтынан.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал