6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Пенсионерҙар йәше арттырылмаясаҡ
28.05.10


       Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшө - аныҡлап әйткәндә, 946 мең кеше - үткәрелгән валоризация һөҙөмтәһендә пенсияһына өҫтәмә алды. Һәм улар араһында бөгөнгө көндә пенсия алыусылар ғына түгел, 2002 йылға тиклем эш стажы булған граждандар ҙа бар. Был хаҡлы ялға сыҡмаған кешеләрҙең пенсия капиталында иҫәпкә алынасаҡ һәм буласаҡ пенсия күләменә йоғонто яһаясаҡ, ғөмүмән, пенсионерҙар арттырылған пенсияны йыл башынан башлап ала башланы. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, республикала уртаса өҫтәмә 964 һум тәшкил иткән. Валоризацияны иһә ул пенсия реформаһының мөһим өлөшө тип атаны һәм уның айышына төшөндөрҙө.
       Валоризация - төп хеҙмәт стажы совет осорона тура килеп, йәше арҡаһында 2002 йылғы пенсия реформаһы ҡағиҙәләре буйынса юғары хеҙмәт пенсияһы туплай алмаған оло быуын граждандарының пенсияға хоҡуҡтарын ҡайтанан баһалау ул. 1991 йылға тиклемге стаждың һәр йылына бер процент өҫтәлгән һәм 1991 йылдан 2001 йылға тиклем - йәнә 10 процент: бында стаждың күпме булыуы иҫәпкә алынмай - бер йыл эшләгәндәр ҙә, ошо осорҙа ун йыл хеҙмәт иткәндәр ҙә ун процент күләмендә өҫтәмә алған. Фоат Хантимеров өҫтәмәнең валоризация үткәрелгән ваҡыттағы пенсиянан түгел, ә 2002 йылдың 1 ғинуарына ҡарата пенсияның страховка өлөшөнән иҫәпләнеүен айырым билдәләп үтте.
       1 апрелдән пенсия тағы артты. Хеҙмәт пенсияһы 6,3 процентҡа индексланды, социаль пенсия - 8,8 процентҡа. Әгәр элек база һәм страховка өлөшө айырым һәм төрлө ҡағиҙәләр буйынса индексланһа, 2010 йылдан алып ике өлөштө айырып ҡарау бөтөрөлдө. Хеҙмәт пенсияһының база өлөшө үҙгәрешһеҙ база күләме сифатында страховка өлөшө булып күсте, һәм хәҙер бар иҫәпләүҙәр ҙә айырым түгел, дөйөм башҡарыла.
       Бөгөнгө көндә Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 7617 һум тәшкил итә: 3939 һум күләмендәге йәшәү минимумы һәм 15 мең тип билдәләнгән уртаса эш хаҡы менән сағыштырғанда был насар сумма түгел, тип билдәләне Фоат Хантимеров. Шуны ла билдәләйек, ил властары 2020 йылда пенсияны эш хаҡының 40 процентына еткерергә курс алды.
       Һүҙ ыңғайы, Башҡортостандағы бер пенсионер ҙа йәшәү минимумынан түбән пенсия алмай. Пенсия был сумманан кәм булған хәлдә лә, гражданға пенсия күләмен ошо планкаға еткереү өсөн бюджеттан социаль өҫтәмә түләү ҡаралған. Әгәр 2010 йылға тиклем республиканың 97 мең кешеһе социаль түләүҙәр алһа, валоризация һәм индексацияны иҫәпкә алып, уларҙың иҫәбе 79 меңгә тиклем кәмене. Республика бүлексәһе башлығы пенсияның социаль түләү булмауын, һәм уны дәүләт ярҙамы кеүек ҡабул итергә ярамағанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       - Пенсия - ул кеше үҙе эшләп тапҡан һәм ҡарт көндәренә һалып барған средстволар.
       1 июлдән Рәсәйҙә сираттағы индексация үтә. Дәүләт тәьминәте буйынса пенсиялар 3,5 процентҡа артасаҡ. Йәнә бер яҡшы яңылыҡ - яҡын киләсәктә пенсия йәшенең артыуы көтөлмәй.
       Фоат Хантимеров рәсәйлеләрҙең индексацияны көтмәйенсә буласаҡ пенсияһын арттырыуға мөмкинлектәре булыуын билдәләне. Мәҫәлән, эшләүсе граждандар пенсияларҙы дәүләт менән бергә финанслау программаһында ҡатнаша ала. Бының өсөн Пенсия фондына өҫтәмә иғәнәләр индерергә кәрәк, ә дәүләт был түләүҙәрҙе икегә арттырасаҡ. Шул уҡ мәлдә ике сикләү ҙә бар: башҡарылған түләүҙәр йылына 2 меңдән кәм булмаҫҡа тейеш, ә дәүләт өҫтәп түләйәсәк иң ҙур сумма 12 меңдән үтмәй. Пенсия йәшенә етеп, пенсияһын юлламаған граждандарға уңышлыраҡ шарттар ҡаралған. Был граждандар һәр бер мең һум аҡсаһына дүртәр мең өҫтәмә аласаҡ. Уларҙың буласаҡ пенсиялары иҫәбенә дәүләт йыл һайын күсерәсәк сумманың һуңғы сиге 48 мең тип билдәләнгән.
       Башҡортостанда пенсияны берлектә финанслау программаһында 100 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Улар башҡарған түләүҙәр күләме 131 миллион һумдан ашҡан.
       - Программала ҡатнашыусылар иҫәбе буйынса ла, иғәнәләр суммаһы буйынса ла беҙҙең республика ил буйынса алдынғы урында, - тип билдәләне Хантимеров.
       Буласаҡ пенсияңды арттырыуҙың йәнә бер ысулы - уның тупланма өлөшөнә әсәлек капиталы средстволарын күсереү. Әммә республика халҡының күбеһе, рәсәйлеләр кеүек үк, әсәлек капиталын башҡа маҡсаттарҙа файҙаланыуҙы өҫтөн күрә. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотоноусылар күп: бындай ғаиләлә ике һәм унан да күберәк балалар булыуын иҫәпкә алғанда, торлаҡ майҙанын арттырыу теләге аңлашыла. Өҫтәүенә, сертификатты алғас та, балаға өс йәш тулыуын көтмәйенсә, көрсөккә ҡаршы сара сифатында дәүләт ипотека кредиттарын, торлаҡ займын һәм башҡаларҙы ҡапларға рөхсәт бирҙе. Бындай мөмкинлек менән йыл аҙағына тиклем ҡулланып ҡалырға кәрәк. Фоат Хантимеров әйтеүенсә, Башҡортостанда 7,5 мең сертификат алыусы әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ваҡытынан алда файҙаланыуға ғариза биргән. Был маҡсатта ике миллиард һумдан ашыу аҡса түләнгән. Йәнә бер көрсөккә ҡаршы сара - әсәлек капиталын алған һәр ғаиләгә көндәлек ихтыяжға тотоноуға 12 мең һум түләүҙәр башҡарылды. Аҡса ғаризала күрһәтелгән банк иҫәбенә күсерелде һәм улар өсөн иҫәп бирергә кәрәкмәй. Был норма 2010 йылдың 31 мартына тиклем ғәмәлдә булды. Бирелгән мөмкинлекте 65 мең сертификат алыусы файҙаланған.
       Башҡортостанда әсәлек капиталына бөтәһе 80 мең сертификат тапшырылған. Уларҙың иҫәбе буйынса Башҡортостан Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалыша, тип шатлығын белдерҙе Хантимеров.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әсәнең буласаҡ пенсияһын арттырыу һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙан тыш, әсәлек капиталы средстволарын балаларҙың белем алыуына йүнәлтергә мөмкин. Ә бына автомобиль алырға, әле ошо турала һүҙ бара, ярамай - һәр хәлдә бындай осраҡ әлегә тикшерелә генә.
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал