6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Ғаилә наградаһы
27.05.10


       Күп балалы ғаиләлә үҫкәндәр, ҡағиҙә булараҡ, үҙҙәре лә бер балала ғына туҡталып ҡалмай. "Әсәлек даны" миҙалын алған геройҙарыбыҙҙың күбеһе ваҡытында ҙур ғаиләлә тәрбиәләнгән һәм үҙҙәре лә шундай уҡ ғаилә тураһында хыялланған.
       Һуңғы йылдарҙа күп балалы ғаиләләр абруйы кинәт күтәрелде. Башҡортостан Президенты менән 85-се тапҡыр "Әсәлек даны" миҙалын тапшырыу тантанаһында күп балалы әсәләрҙең береһе, Дүртөйлөнөң 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Ләйлә Ғүмәрованың билдәләүенсә, "ниһайәт, беҙҙеке кеүек ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә башланылар".
       - Хәҙер күп балалы булыу оят түгел, һәм беҙ быға бик шат... - тип өҫтәне ул.
       Республика Йортона почетлы награда - "Әсәлек даны" миҙалын тапшырыу тантанаһына йыйылған 60 күп балалы ҡатындың барыһы ла ошондай уҡ фекерҙә булыуына иманым камил. Нимәһе ҡыҙыҡ, бындай тантана беренсе тапҡыр ғына ойошторолмаһа ла, тап бөгөнгөһө күп милләтлегә әйләнде. Бүләкләнгәндәр араһында рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, үзбәк, төркмән, тажик, ҡаҙаҡ һәм башҡа милләттән әсәләр бар ине. Уларҙың күбеһе Башҡортостанда тыумаған, һуңынан күсеп килгән.
       Бына герой-әсәләрҙең береһе - республиканың Ғафури районынан Марианна Орлова беҙгә Ҡустанайҙан килгән. Был яғымлы, көләс йөҙлө ҡатынға ни бары 30 йәш, әммә ул биш балаға - өс малайға һәм ике ҡыҙға әсәй. Иң оло улы Ярославҡа - 11 йәш, кинйәһенә, Левҡа - ике.
       - Ирем менән үҙебеҙ ҙә әле йәш булғанғалыр ҙа, балалар менән мөнәсәбәттәребеҙ башҡасараҡ, ата-әсә менән балалар араһында була торған ҡәтғилек юҡ, дуҫтарса яҡынбыҙ, - тип беҙҙең гәзит менән уртаҡлаша Марианна. - Ҡыҙҙарым - һигеҙ йәшлек Ольга һәм алты йәшлек Даша менән әхирәттәрем кеүек аралашам. Серләшеп тә алабыҙ...
       - Хәләл ефетегеҙ менән ҡасан таныштығыҙ?
       - Һәр йәй һайын тиерлек каникул ваҡытында Ғафури районына өләсәйемә ҡайта торғайным. Володя менән шунда таныштыҡ. Осрашып аралаша башланыҡ, 1998 йылда туй үткәрҙек. Бер нисә айҙан һуң бында, Ташлы ауылына, Ҡаҙағстандан ата-әсәйем күсеп ҡайтты.
       - Һеҙ айырым йәшәйһегеҙме, йортоғоҙ бармы?
       - Эйе, айырым өйөбөҙ, хужалығыбыҙ бар. Ауылда балалар баҡсаһы булмауы ғына насар, бар балалар ҙа өйҙә генә тәрбиәләнә. Ошоғаса беҙҙә балалар баҡсаһы кеүек төрлө йәштәге балалар бергә йөрөгән көндөҙгө төркөм генә эшләй ине, ә хәҙер, үкенескә күрә, уныһы ла юҡ - яптылар.
       Элек балаларҙың яртыһын балалар баҡсаһына алып бараһың, үҙең өйҙә бәләкәстәр менән ҡалаһың - уңайлы ине. Хәҙер ҡыйынғараҡ тура килә, әлбиттә, шулай ҙа бирешмәйбеҙ. Тормош иптәшем, ҡартатай менән өләсәй бар, олораҡ балалар ҙа ҡул аҫтына инде, улар ҙа ярҙам итә...
       - Һөнәрегеҙ буйынса һеҙ кем?
       - Тегенсе. Һөнәрем буйынса эшләмәгәнемә лә оҙаҡ ваҡыт үтте, балалар бәләкәй әле, шуға ла улар менән өйҙә ултырам. Кейем теккәнем юҡ - ваҡыт тар, әммә бик йыш ямарға, һүрелгән-йыртылғанды тегергә тура килә.
       - Алтынсы бала планлаштыраһығыҙмы?
       - Ирем ҡора ул планды, ә мин уйлайым әле (көлә).
       "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булғандарҙың береһе - Альбина Арсланова. Был һомғол һәм йәш ҡатынға ҡарап, алты бала әсәһе икәненә ышанып та булмай. Альбина менән Илшат Арслановтар ғаиләһендә ҡыҙ һәм малайҙар һаны тигеҙ: өс малай һәм өс ҡыҙ. Бар балалар ҙа "енес буйынса сиратлап" яҡты донъяға килгән: Рәмис, Диана, Радмир, Аделина, Данис һәм Розалина...
       - Мин үҙем күп балалы ғаиләнән, республиканың Ишембай районында тыуып үҫтем, - тип һөйләй 30 йәшлек Альбина. - Ата-әсәйем, Дәриғәт Хисбулла улы менән Әлфиә Ғәли ҡыҙы, 10 бала - ете ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Бәләкәй ҡустым, ата-әсәйемдең төпсөк улы, әле мәктәптә уҡый. Башҡалар өйләнеп, кейәүгә сығып бөттө.
       - Ата-әсәйегеҙҙең нисә ейән-ейәнсәре бар инде?
       - Әлеге мәлдә 22, әммә был һуңғы сик түгел. Яҡын арала тағы ла артырға тейешбеҙ. Тиҙҙән тулы бер класс йыйыласаҡ!
       - Үҙегеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ?
       - Беҙҙең ғаилә Ғафури районы Үтәк ауылында йәшәй. Иптәшем шул ауылдан, мин шунда килен булып төштөм. Былтыр өй туйланыҡ, оло йортҡа күсеп сыҡтыҡ - 126 квадрат метр!
       Ҙур ер участкабыҙ ҙа бар - 45 сутый, йәшелсә үҫтереү өсөн мөмкинлек ҙур. Ауыл халҡына хас булғанса, хужалыҡ та алып барабыҙ. Ул да бәләкәй түгел - һыйыр, быҙау, ҡош-ҡорт, күптән түгел себештәр алдыҡ.
       Бөгөн Өфөгә юлланғас, ирем балалар менән ҡалды. Иптәшем водитель булып эшләй.
       - Ә һеҙ?
       - Һөнәрем буйынса төҙөүсе мин, әле бала ҡарау буйынса отпускыла - Розалинаға алты ғына ай. Бер аҙ үҫһә, мотлаҡ эшкә сығам. Шунан һуң күҙ күрер - тағы бала табырға-юҡмы...
       Олег Яровиков фотоһы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал