6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

"Мегаджунглис": кем төшөргән һәм кем ҡатнаша
25.05.10


       Ике көн элек Өфөлә "Мегаджунглис" фильмының премьераһы үтте. Режиссерҙың дебют эше шығырым тулы зал йыйҙы. Беренселәрҙән булып картинаны төп ролдәрҙе башҡарған балалар, уларҙың ата-әсәләре һәм проектта ҡатнашҡан профессиональ актерҙар - БР Дәүләт академия рус драма театры артистары Александр Федеряев менән Николай Рихтер ҡараны. Сериалдар геройы, Башҡортостан режиссеры фильмында күңелле төнгө байрамдар яратыусы ҡатын ролен башҡарған Наталья Бочкарева премьераның үҙәгендә булырға тейеш ине. Әммә ҙур теләк менән фэшн кейем күрһәтеүгә әҙерләнеп тә, иң яуаплы мәлдә юғалған үҙенең геройы һымаҡ, фильм төшөрөүҙә әүҙем ҡатнашһа ла, актриса Өфөгә премьераға килмәне.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әҙерләнгән байрам матур үтте. Балалар уның төп геройҙарына әйләнде, баш ҡала ҡунағына баҫым яһағансы, был, минеңсә, дөрөҫ тә ине. Наталья Бочкареваның ҡаҙаныштарын берәү ҙә кәмһетмәй, әлбиттә, картина коммерция яғынан уңышлы һәм конкурент һәләтле булһын өсөн билдәле исемле кеше ҡатнашырға тейеш тә. Әммә актриса, ике бала әсәһе, ситтә ҡалыуҙы хуп күрҙе, тамашасылар һөйөүе цех буйынса йәш хеҙмәттәштәре өлөшөнә төштө.
       "Мегаджунглис" - балалар өсөн эшләнгән фильм, төп ролдәрҙе башлыса балалар башҡара, шуға ла балаҫ урынына йәнлек эҙҙәре төшөрөлгән "ҡыҙыл юлдан" проекттың иң йәш ҡатнашыусылары үтте. Презентация үткән кинотеатрға улар ҙур автомобилдә - фильм реквизитында килде. Машинанан бер-бер артлы сыҡҡан балаларҙың һәр береһен тамашасылар алҡыштар менән ҡаршыланы. 40 баланың бергә килеүе асыҡланды. Тамашасы ғына түгел, хатта тантананы алып барыусы Баҙлауыҡ костюмындағы Рус драма театры артисы Сергей Басов та ғәжәпләнде - бал күлдәктәрендәге ҡыҙҙар, етди костюмдар кейгән малайҙар унда нисек һыйҙы икән? Тамашасы ихлас сәпәкәйләне, әммә йәш "йондоҙҙар" өсөн шулай ҙа "Мегаджунглис"тың режиссеры һәм сценарий авторы Александр Вахитов нығыраҡ борсолғандыр, моғайын. Ул сәхнәгә менеү урынына, тамашасылар янына барып баҫты.
       Фильм башланыуға бер нисә минут ҡалғас, фильм авторы "БАШвестЪ" менән әңгәмәләшкәндә тулҡынланыуын йәшермәне. Ошо тантаналы минутта ул кино төшөрөүе ҡыйынмы, әллә тамашасыға күрһәтеүеме, тигән уйға ҡалған. Әммә Александр Вахитов шуныһын аныҡ белә: бойомға ашмаҫлыҡ кеүек күренгән хыялдың да тормошҡа ашыуы бар. Ни бары беренсе аҙым яһарға, хыялыңа ынтылырға ғына кәрәк - бар ҡыйынлыҡ та күп ваҡыт ошонан ғибәрәт. Эргә - тирәләгеләрҙең береһе лә ышанмаған хәлдә лә, үҙ көсөңә ышанысты юғалтырға ярамай.
       Александр Вахитов тәүге фильмын төшөрөргә ниәтләгәс, уға туғандары ярҙам ҡулын һуҙа. Әсәһе Светлана Курепина, белеме буйынса актриса, "Мегаджунглис"тың бер юлы башҡарма директоры ла була, мадам Ко-ко ролен дә башҡара. Александрҙың апаһы - Дарья Курепина - фильмда Кожана Змеячи ролендә сығыш яһай. Ғаиләһе режиссерҙы бер ҡасан да, шул иҫәптән автомобиль менән фатир һатыуҙан алған аҡсаны тотошлай фильм төшөрөүгә тотонғанда ла тәнҡитләмәй. Ләкин Александр Вахитов әйтеүенсә, ул быны ҡорбан килтереү тип уйламай. Әгәр төбәк кинопроизводствоһының финанс мөмкинлектәре менән сағыштырғанда, фильм бюджеты ҙур, әгәр Рәсәй картиналары менән сағыштырһаң - юҡ. Мәҫәлән, бер парикка ғына 25 мең аҡса сарыф ителгән. Ә улар джунглиҙағы йәнлектәр өсөн унау ғына түгел, бер нисә тиҫтә талап ителгән. Башҡаһына - грим, костюмдарға ла етди суммалар киткән. Ғаилә бюджеты артистарға гонорар түләүгә лә тотонолған. Профессиональ аппаратура һәм техника менән Александр Вахитовҡа "Башҡортостан" киностудияһы ярҙам иткән.
       "Дуҫтарым - балаларға бағышлайым" - Александр Вахитов үҙенең фильмын үҫеп килеүсе йәш быуынға адреслай. Улар өсөн бер нәмә лә йәл түгел - аҡсаһы ла, ваҡыты ла. Проектта ҡатнашыусы балалар башлыса балалар баҡсаһына йөрөй, бер нисә башланғыс класс уҡыусыһы ла бар. Йәш актерҙар әйтеүенсә, кинола уйнауы мауыҡтырғыс та, ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта бик ябай ҙа булған. Режиссерға улар исеме менән - Александр, тип өндәшкән, һәм уның теге йәки был персонажды нисек уйнарға кәрәклеген күһәткәндә рәхәтләнеп көлгән. Оло артистар һәм балалар араһында ла йылы мөнәсәбәт булдырылған.
       - Кино төшөрөлгән майҙанда тиҙ уртаҡ тел таптыҡ һәм актриса Наталья Бочкарева менән дуҫлашырға ла өлгөрҙөк. Эш аҙағында беҙ әсәй менән ҡыҙ кеүек инек, - ти Милана Мәҡсүтова. Быйыл ул Өфөнөң 39-сы гимназияһында икенсе класты тамамлай.
       Фильмда Милана Мәҡсүтова Доча һәм Львиана исемле арыҫлан балаһы ролен башҡара. Уның атаһы - Лев Сен Гриван (актер Александр Федеряев), әсәһе - Львина Львичи (Наталья Бочкарева) - мода артынан ҡыуыусы һәм Мегаджунглис халҡына нисек кейенергә өйрәтергә яратыусы үҙенсәлекле пар. Яңы тире артынан джутикка (беҙҙеңсә - бутикка) юлланған бәләкәй ҡаплан Лиз да (Адель Мозафарова) "йондоҙло" парҙың йоғонтоһона бирелә. Уның менән дуҫтары пума Эми (Роман Кочетков) һәм шаян зебра Зак та (Владислав Муллагилдин) бара. Барыһын да кейеп ҡарап, Лиз бар костюмдарҙан да үҙенә оҡшаған деталдәрен һайлап ала. Шуларҙың барыһын да кейгәс, аңлайышһыҙ йәнлек килеп сыға. Ошо ҡиәфәттә Лиз мода балына бара, унда һуңыраҡ һунарсы ла килә. Уның өсөн маскарад - сафари. Әммә ҡурҡыныс зат менән күҙгә-күҙ килеп осрашҡас, тиҙ генә сығып ҡаса һәм джунгли йәнлектәренең береһе лә унан зыян күрмәй. Шулай итеп оялсан ҡаплан Лиз һис уйламағанда ысын геройға әйләнә.
       Йәш артистарҙың билдәләүенсә, киноға төшөү генә түгел, уға әҙерлек тә ҡыҙыҡлы булған. Бер сәғәткә яҡын ваҡыт грим һалыуға киткән. Ҡымшанмайынса оҙаҡ ултырыуы оло артистарға ғына ауыр түгелдер, моғайын. Әммә улар ҙа быға түҙемлек талап ителеүен билдәләй. Ролдәрҙе башҡарыусыларға шулай уҡ бер нисә сәғәт дауамында йәнлек күҙҙәрен имитациялаусы линзалар йөрөтөүгә лә сабырлыҡ кәрәк булған. Әммә ололар ҙа, балалар ҙа бер тапҡыр ҙа ризаһыҙлыҡ белдермәгән. Фильм төшөрөү процесы барыһын да шул тиклем мауыҡтырған, хатта бындай ваҡлыҡтарға иғтибар ҙа итмәгәндәр.
       - Дөрөҫөн әйткәндә, мин Доча һәм Львианаға бөтөнләй оҡшамағанмын, - ти Милана Мәҡсүтова. - Мин улай иркә түгел. Әммә уртаҡ һыҙатыбыҙ ҙа бар - мин дә матур кейенергә яратам.
       Рус драма театры артисы Александр Федеряев та "Мегаджунглис" фильмындағы эшенән ҡәнәғәт. Актер әйтеүенсә, спектакль һәм фильмдарҙағы ролдәре күп булыуына ҡарамаҫтан, балалар өсөн фильмда ул беренсе тапҡыр уйнаған.
       - Режиссер Вахитов үҙенең дебют эшендә роль тәҡдим иткәс, шунда уҡ ризалаштым. Йәш тамашасы өсөн нимә булһа ла эшләүе оҡшай, шул уҡ ваҡытта балаларҙың ниндәйҙер эш менән ихлас мауығыуын, ижад менән шөғөлләнгәнен ҡарарға яратам, - тине Александр Федеряев "БАШвест"ҡа.
       Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы "Мегаджунглис" фильмы 1 июндә билдәләнеүсе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө һәм йәйге каникулдар алдынан прокатҡа сыҡты. 25, 26 майҙа Башҡортостан режиссеры Александр Вахитовтың дебют картинаһын "Родина " кинотеатрында ҡарарға мөмкин. Өфө кинотаҫмаһының артабанғы яҙмышы ла билдәле. "Мегаджунглис" фильмы менән алдынғы Рәсәй телеканалдарының береһе ҡыҙыҡһына, ул картинаны зәңгәр экрандан күрһәтергә тәҡдим иткән.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал