6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Беҙҙең консультациялар

Сиратһыҙ сит ил паспорты
24.05.10


       Әҙер сит ил паспортын алыуы оҙаҡ түгел - билдәләнгән ваҡытҡа кил дә ал. Ә бына уны юллағанда документтар тапшырыр өсөн сиратыңды оҙаҡ көтөргә тура килә. Әммә хәҙер ваҡытын экономияларға һәм нервыларын һаҡларға теләгәндәр анкетаны интернет аша ла ебәрә ала. Башҡа рәсәйлеләр кеүек үк, Башҡортостан халҡы ла бындай мөмкинлектән быйылғы йылдың 1 апреленән "Дәүләт хеҙмәттәре" белешмә-мәғлүмәт порталы арҡаһында ҡуллана ала.
       Ай ярымдан ашыу ваҡыт эсендә Рәсәй федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығына 165 электрон ғариза килгән, туғыҙ паспорт бирелгән. Был турала Рәсәй федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығының сит ил паспорттары бүлеге начальнигы Тимерхәй Ильясов хәбәр итте. Матбуғат конференцияһында ул ғариза биреүҙең һәм сит ил паспортын алыуҙың яңы ысулы тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.
       Беренсе этапта граждан "Дәүләт хеҙмәттәре" сайтында анкета тултыра һәм уны электрон адрес буйынса миграция хеҙмәтенең Башҡортостан бүлексәһенә ебәрә. Унда анкетаны тикшерәләр һәм, етешһеҙлектәре булған хәлдә, эшкәртеү өсөн кире ҡайтаралар, әгәр барыһы ла дөрөҫ тултырылған икән, шулай уҡ электрон почта аша ғариза яҙыусыға анкетаның ҡабул ителеүе тураһында яуап ебәрәләр һәм документтарҙың төп нөсхәләре менән паспорт алырға килеү ваҡытын билдәләйҙәр - ғәҙәттә, 15-20 көндән һуң. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, документтарҙың стандарт йыйылмаһына РФ гражданы паспорты, хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе, дәүләт һалымын түләү тураһында квитанция, хәрби хеҙмәт йәшендәге ир-егеттәр өсөн йәнә - хәрби билет йәки хәрби комиссариаттан хеҙмәткә саҡырыуҙың кисектерелеүе йәки хеҙмәттән бушатылыуы хаҡында белешмә инә.
       Ғаризаға сканерҙан үткәрелгән фотоны беркетергә кәрәкме? Юҡ, ғариза биреүсе фотоһүрәтен паспорт алырға килгәндә тапшыра. Әгәр иҫке өлгөләге сит ил паспорты тураһында һүҙ барһа (биометрик мәғлүмәттән тыш, биш йылға иҫәпләнгән паспорт), ул Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығына төп нөсхәләге документтарҙы алып килгәндән һуң шунда уҡ эшләнә. Паспорт миграция хеҙмәтендә баҫыла, һәм бар процедураға ни бары 15-20 минут талап ителә, тип ышандырҙы беҙҙе Ильясов.
       Яңы быуын паспорты менән эштәр икенсерәк. Хәтерегеҙҙәлер, быйылғы йылдың 1 мартынан алып Рәсәйҙә 10 йылға иҫәпләнгән биопаспорттар бирелә башланы. Әгәр тап ошо документ тураһында һүҙ бара икән, ғариза биреүсегә миграция хеҙмәте идаралығына бер түгел, ике тапҡыр килеп күренергә кәрәк буласаҡ. Ведомсто белгестәре интернет аша анкетағыҙҙы ҡабул иткәс, ғариза биреүсегә фотоға төшөргә билдәле ваҡытҡа саҡырыу ебәрелә. Эш шунда, был паспортҡа төҫлө фотоһүрәт ҡуйыла, һәм әлеге көндә республикала буйынса Өфө, Белорет, Бәләбәй, Бөрө, Межгорье, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Ҡыйғы районында урынлашҡан Федераль миграция хеҙмәте идаралығы бүлексәлере генә бындай ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әйткәндәй, баш ҡалала сит ил паспорттары бүлеге 31 майҙа Пушкин урамындағы бинанан Красин урамы, 21 адресы буйынса урынлашҡан иркен бинаға күсә.
       Биопаспорт алырға теләүселәргә фотоға төшкәндән һуң йәнә ике аҙна тирәһе көтөргә тура киләсәк. Тимерхәй Ильясовтың аңлатыуынса, ябай паспорттарҙан айырмалы, биометрик паспорттар миграция хеҙмәтендә түгел, ә Гознакта ғына нәшер ителә - шуның арҡаһында ваҡыт та күберәк китә: мәғлүмәт ебәреүгә һәм әҙер паспорттарҙы алыуға бер нисә көн талап ителә. Хәйер, миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре эште барыбер бер ай эсендә тамамларға бурыслы: ике төрлө сит ил паспортын да бер үк ваҡытта әҙерләү ҡаралған. Биопаспорттың фотография торған битендә микрочип урынлаштырылған. Унда электрон ҡултамға менән һаҡланған паспорт эйәһе тураһындағы шифрлы мәғлүмәт - исем-шәрифе, тыуған ере һәм тыуған көнө, енесе, теркәлгән адресы яҙылған. Бармаҡ эҙҙәре, күҙҙәге селтәрле шекәрәнең күсермәһе һәм башҡа төрлө шәхси мәғлүмәттәр юҡ. Биопаспорт иҫке өлгөләге сит ил паспортынан тышлығындағы яңы электрон паспорт булыуын күрһәтеүсе билдәһе һәм биттәр иҫәбе буйынса ғына айырыла. Ун йылға иҫәпләнгән яңы быуын паспортында иҫкеһендәге 36 бит урынына 46 бит ҡуйылған.
       Биометрик сит ил паспортының йәнә бер айырмаһы - дәүләт пошлинаһы күләме, ул 2,5 тапҡырға күберәк: элекке мең тәңкә урынына 2,5 мең һум. Был ололар өсөн. Ә "балалар" сит ил биопаспорты 1200 һум тора, ә элекке паспорт хаҡы - 300 һум. Тимерхәй Ильясовтың билдәләүенсә, быйылғы йылдың мартынан алып балаға айырым сит ил паспортын юлларға кәрәк:
       - Ата-әсәһенең сит ил паспортында балалар тураһында мәғлүмәт яҙылыуы туғанлыҡ бәйләнештәрен генә күрһәтә, ә баланы сит илгә сығарыуға нигеҙ була алмай, - тип аңлата Ильясов. - Тыуғас та балаға сит ил паспорты эшләтергә мөмкин.
       Балалар тураһында мәғлүмәт тултырмай башлауҙарына бер нисә ай ғына. Әгәр паспорт был үҙгәрешкә ҡәҙәр алынған икән, балалар тураһында мәғлүмәт тултырылған паспорттар буйынса документтың ғәмәлдә булған ваҡыты дауамында балаларҙы сит илгә сығарырға мөмкин.
       Оҙағыраҡ көтөргә, артыҡ түләргә - яңы быуын паспорттарының өҫтөнлөгө ниҙә һуң? Беренсенән, ялған биопаспорт әҙерләп булған хәлдә лә, быны эшләүе ауыр, ялған документ менән ҡулланып та булмаясаҡ. Икенсенән, биометрик паспорттар заманса донъяуи стандарттарға яуап бирә, шуға күрә уның эйәләренә сит ил паспорт-виза хеҙмәттәре ышаныс менән ҡараясаҡ, был иһә, үҙ сиратында, сик аша үтеү процедураһын тиҙләтәсәк һәм еңелләштерәсәк.
       Республикала ике төрҙәге сит ил паспортына өҫтөнлөк биреүселәрҙең иҫәбе тигеҙ. Тимерхәй Ильясов әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанда дүрт ай эсендә 31 мең сит ил паспорты бирелгән, шуларҙың 15,5 меңе - биометрик паспорт.
       Фото www.novoteka. ru сайтынан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал