6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Тауҙарҙан ҡарбуз еҫе килә
20.05.10


       Тап шулай тип иҫәпләй башҡорт альпинизмы ветераны Владимир Медведев:
       - Тауҙарҙан таҙалыҡ еҫе килә. Унда бит боҙ, ҡар, сафлыҡ. Ҡарбуздың да еҫе ошоға оҡшаш. Унан да сафлыҡ аңҡый. Бында, аҫта, яҙғы ҡарҙан да шундай уҡ еҫ килә. Тауҙың саф һауаһы менән тын алыр өсөн генә лә мин тауға йөрөргә яратам. Тауҙар - ул наркотик, улар ғүмер буйы үҙенә тарта.
       Нимә һөйләгәнен яҡшы белә Владимир Михайлович. Ул бер генә биш, ете меңлек түбәгә күтәрелмәгән. Памир һәм Тянь-Шань, Кавказ һәм Гималай тауҙары - барыһы ла үтелгән, ҙур тәжрибә тупланған, һәм хәҙер уны ярыштарға хәүефһеҙлек буйынса яуаплы начальник итеп саҡыралар. Стәрлетамаҡ янындағы Йөрәктауҙа үткән альпинистик күп алыш буйынса Башҡортостан чемпионатында ла ул тап ошо вазифала ине.
       Чемпионаттың баш судьяһы, БР Альпинизм федерацияһы рәйесе урынбаҫары Әхмәҙулла Миңлебаев та альпинистар араһында киң билдәле кеше, ул Гималай тауҙарындағы Көньяҡ Аннапурна түбәһенә ҡышын күтәрелгән, әле быны донъяла берәү ҙә ҡабатламаған әле, элекке СССР-ҙың ете меңлек түбәләренең бөтәһен дә тиерлек яулаған. Уны БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында ныҡ хөрмәт итәләр. Туризм һәм туриндустрия бүлегенең баш белгесе Рәмил Рафиҡов Миңлебаевты ҙур тәжрибәле, ышаныслы һәм тыныс кеше итеп һүрәтләй. Һәм уның тыныслығының ярышта ҡатнашыусыларға ла күсеүен билдәләй. Бер ниндәй ығы-зығы юҡ, берәү ҙә ҡабаланмай.
       - Бындай сараларҙа йәштәр тормош тәжрибәһе ала, - ти Рафиҡов. - Ярыштарҙа ҡатнашып ҡына ҡалмайҙар, башҡа ҡала һәм төбәктәрҙән килгән кешеләр менән аралашалар, усаҡ яғыу, ҡыуыш ҡороу, аш-һыу әҙерләү, ҡашығаяҡ, кейем йыуыу, артыңдан сүп-сарҙы йыйыу кеүек көнкүреш проблемаларҙы хәл итергә өйрәнә. Ғәҙәттә, һәр турист гитарала уйнай, йыр йырлай һәм һәр ваҡыт компания үҙәгендә була ала.
       Чемпионат йәш спортсыларҙың тауға ҡарай йүгереүенән башланды. Программаның бик мауыҡтырғыс өлөшө был - халыҡ аҫта, тау итәгендә, старт ала ла, таштар ҡойолған, аяҡ аҫтынан ҡасырға тырышҡан йыландар шыуышҡан һуҡмаҡтан бер-бер артлы тау түбәһенә йүгерә. Ваҡытҡа, әлбиттә. Үрҙә финишҡа еткәндәрҙе төп судья ҡаршылай. 200 метрҙан ашыу бейеклекте йәштәр уртаса һигеҙ минутта үтте. Сағыштырыу өсөн - әҙерлеге булмаған был юлдар авторы ошо уҡ һуҡмаҡтан ярты сәғәт самаһы күтәрелде. Тау һырты текә булғанға күрә, даими туҡтап, тын алышын көйләргә тура килде. "БАШвест"ты үҙе менән алырға ризалашҡан ярыш судьяһы Альберт Муллағолов та беҙҙең менән бергә туҡтап, тап ошо урында бер нисә фото эшләргә кәрәклегенә һылтанып, ял иткәнде көттө. Альпинистар юлдаштарын ташламай. Улар шулай уҡ аяҡты ҡайҙа баҫырға, ниндәй аҙым менән атларға өйрәтә, йәштәргә ҡабаланмаҫҡа, артта ҡалғандар хаҡында уйларға кәңәш бирә.
       Тау башынан иҫ киткес күренеш асыла. Стәрлетамаҡ эргәһендәге тар Ағиҙел боролоштарында, уның үҙәнендәге күлдә һыу ялтырай, үтә күренмәле һауала күҙ ҡарашы менән йыраҡ араны иңләргә мөмкин. Был урында лирик сигенеү мотлаҡ. Йөрәктау тауы Стәрлетамаҡ шихандарының береһе булараҡ билдәле. Ул 230 миллион йыл элек тропик диңгеҙҙә барлыҡҡа килгән риф ҡалдығы. Бында ташҡа әүерелгән палеонтологик ҡалдыҡтарҙан, ябай тел менән әйткәндә, мәҫәлән, ҡабырсаҡ эҙе ҡалған таштарҙан, ысын коллекция йыйырға мөмкин. Йөрәктауҙың оҙонлоғо - бер километр, киңлеге 850 метр, ерҙән ул 220 метрға күтәрелә, ә диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге - 338 метр. Тауҙың бер яғынан - ҡаялар, икенсе яғынан ағас, ҡыуаҡтар үҫә. Йөрәктау тураһында ғәжәп матур һәм моңһоу риүәйәт бар. Борон заманда егет ҡыҙға ғашиҡ була. "Әгәр һөйөүеңде иҫбатлағың килһә, әсәйеңдең йөрәген алып кил миңә", - ти ҡыҙ. Улы әсәһенең күкрәген ярып аса ла, йөрәген ҡыҙына алып китә. Әммә юлда һөрлөгөп, ҡолай һәм әсә йөрәген саңлы юлға төшөрөп ебәрә. Үлеп барған йөрәк борсолоп: "Имгәнмәнеңме, улым?" - тип һорай ҙа таш булып ҡата. Шулай итеп ошо урында Йөрәктау барлыҡҡа килә.
       Был тауҙың Йыланлы тигән икенсе атамаһы ла бар. Ҡояшта ҡыҙыныр өсөн тау итәгенә бихисап йыландар сыға. Зыянһыҙ туҙбаштар ҙа, ағыулы ҡара йыландар ҙа бар. Тегеләре ла, былары ла һыу эсергә йылғаға юлланалар ҙа, Йөрәктау аҫтындағы яланға шулай уҡ күмәкләп ял итергә килгән машина тәгәрмәстәре аҫтында һәләк булалар. Юл буйлап йөҙ метр үтһәң, биш-алты иҙелгән йылан күренә. Йәл. Был яланда шулай уҡ ҡыҙыҡһыныусан йомрандар йәшәй, төндәрен һандуғастар һайрай һәм баҡалар... йырлай. Баҡылдай, тип һөйләргә күнеккәнбеҙ, әммә бындағы баҡалар баҡылдамай, ысынлап та йырлай. Әгәр был хозур тәбиғәткә шәп копмания менән һәйбәт һауа торошон өҫтәһәң, күңелгә ятышлы микст килеп сыға. Мозаика фрагменттарынан дөйөм панно йыйыла.
       Бына судья Альберт Муллағолов усаҡ янында ысын самауар ҡайната, бик күп ҡала йәштәре быны беренсе тапҡыр күрә. Һәр береһе самауарға тап һалырға, торбаһына өрөргә тырыша, һәм ҡуҙланыуын күреп ҡыуана.
       Бына башҡорт альпинизмы патриархы Михаил Стуколов "БАШвест"ты ҡаяға үрмәләргә өйрәтә, һәм дөйөм тырышлыҡ менән фантастик һөҙөмтәгә өлгәшәбеҙ. Дүрт метрлыҡ стена беҙҙеке. Ысынында бер нәмә лә еңел бирелмәй. Бер ауырлығы ла юҡ, упҡын аша шпагатҡа ултыраһың да, артабан, ҡулдар менән күҙгә күренмәгән сығып торған таштарға тотоноп, артынса шунда уҡ аяҡтарҙы күсереп, текә ҡаяға үрмәләйһең, тип башланылар курсты. Ләкин упҡынға ҡоларға теләк юҡ. Шуға ла альпинист планканы төшөрөп, ябайыраҡ объектта өйрәнергә тәҡдим итә. Ҡарап тороуға бәләкәй генә ҡая, әммә ярты метрға күтәрелдеңме, ҡолаһаң, бер ҙә еңел булмаясағы аңлашыла, һәм тотонорға урын, таяу эҙләй башлайһың, үҙең дә һиҙмәҫтән, был таяныс бирерлек таштарҙан аяҡ-ҡул тая, тип сыйылдау, башҡа төрлө аңлашылмаған тауыштар сығараһың. Михаил Михайлович тынысландыра:
       - Юҡсы, был бит бик һәйбәт һике, унда төн сығырға ла мөмкин!
       Иң ҡыҙығы шунда, был ысынлап та шулай. Альпинистарға ысынлап та ҡайһы берҙә ошондай уҡ сығып торған таш һикеләрҙә ултырып та, тороп та, стенаға һөйәнеп, йә булмаһа, бауға бәйләп үҙеңде, аҫылған килеш йоҡларға тура килә.
       Был дүрт метрлыҡ ҡаяға биш тапҡыр үрләп ҡарағас, ошо юлдар авторы үҙен тәжрибәле альпинист кеүек хис итте. Вертикаль йүнәлештә хәрәкәт итеүе еңел булмауын үҙеңдә һынап ҡарағас, 30 метрлыҡ бейеклеккә еңел күтәрелеүсе егеттәргә ихтирам тойғоһо ярала. Кемдер ҡыйыуыраҡ, кемдер һаҡсыл ҡылана, әммә туғыҙ ҡатлы йорт бейеклеген бөтәһе лә үтә! Ә кемдер стенанан түгел, баҫҡыстан йөрөгән кеүек йүгерә. Чемпионат программаһында тиҙлеккә, ҡыйынлыҡҡа ла трасса бар, егеттәр шулай уҡ бер нисә кеше бергә булғанда нисек эш итеүҙәрен дә күрһәтә.
       Һәм бына мозаиканың бик үк күңелле булмаған фрагменты. Барыбыҙҙың да күҙ алдында егет ҡаянан осоп төштө. Юҡ, ул ярыштарҙа ҡатнашыусы түгел - улар һәр ваҡыт страховкалаусы арҡандар һәм тренерҙар күҙәтеүе аҫтында эш итә. Ул ял көндәрендә спиртлы эсемлек ярҙамында күңел асырға килгәндәрҙән. Иҫеректәргә, билдәле булыуынса, диңгеҙ тубыҡтан, ә тау билдән. Әммә еңел ҡарашлыларға тау язаһын бирә. Бәхеткә күрә, егет иҫән ҡалды, әммә яраһыҙ ҡалманы.
       Чемпионат лайыҡлы үтте, әммә шулай ҙа республикала альпинизм яҡшы торошта булыуы менән маҡтана алмай. Һуңғы йылдарҙа альпинистар төркөмө һәм секциялар бик аҙ ҡалды. Барыһы ла финанслау етешмәүенән. Дөрөҫөрәге, уның бөтөнләй булмауынан. Аҡса өсөн түгел, идея өсөн балалар менән шөғөлләнгән үҙ эшенең айырым энтузиастары бар, әлбиттә. Мәҫәлән, Белореттан туризм, крайҙы өйрәнеү һәм экскурсиялар буйынса балалар һауыҡтырыу-белем биреү үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Алексей Александров - шуларҙың береһе. Балалар менән ул күңел ҡушыуы буйынса шөғөлләнә. Сөнки 800 һумлыҡ эш хаҡын килем алыу тип әйтергә тел әйләнмәй. Ул үҙе тауҙарға йөрөгән, боҙло ҡаяға менеү менән шөғөлләнгән, хәҙер уның төп шөғөлө - төҙөлөш, ләкин бар буш ваҡытын балаларға бүлә.
       - Белореттың 21-се мәктәбе залында ҡаяға менеү буйынса һәйбәт тренажер төҙөнөк, беҙ шунда күнекмәләр үткәрәбеҙ, - ти Алексей. - Бишенсе кластан алып балалар йыям. Олораҡ йәштәгеләр ҙә килә, дуҫтарын саҡыра. Әгәр кемдер тауҙар менән "ауырый" башлаһа, бик шатмын. Тауҙарға насар кешеләр йөрөмәй. Унда һатлыҡ йәндәргә, алдауға һәм мещандарса мөнәсәбәткә урын юҡ. Тауҙа аҡса түгел, дуҫлыҡ, яныңдағылар менән аралаша белеү юғары баһалана. Мин үҙемде шунда таптым, тип иҫәпләйем.
       Чемпионат еңеүселәре тип Ишембайҙың Республика кадет мәктәп-интернаты командаһы табылды. Хәрби формалағы кадеттар башҡалар араһында әҙерлекле һәм йыйнағыраҡ күренде. Взвод командиры, парашют спорты һәм альпинизм буйынса инструктор, лейтенант Анатолий Дейс тәрбиәләнеүселәренең күнекмәләре хаҡында һөйләне.
       - Беҙ кадеттарҙы атырға, тауҙар буйлап йүгерергә, парашют менән һикерергә һәм башҡа бик күп нәмәгә өйрәтәбеҙ. Йәйгеһен ялан сборҙарына сығабыҙ. Беҙҙә балалар алтынсы кластан алып уҡый башлай, әле мәктәптә 360 уҡыусы иҫәпләнә, 24 ҡыҙыбыҙ бар. Беҙ уларҙы йәмәғәт ҡотҡарыусыларына әҙерләйбеҙ. Йәштәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына, янғын хеҙмәтенә эшкә бара ала, юғары хәрби уҡыу йорттарына уҡырға инә.
       Альпинистар белеме көнкүрештә юғары әһәмиәткә эйә. Ул хәрбиҙәргә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә артыҡ булмаҫ ине. Кеше эшмәкәрлегенең теләһә ҡайһы өлкәһендә лә альпинистар хеҙмәте талап ителә. Шулай булғас, бәлки, балалар-үҫмерҙәр альпинизмына иғтибар итергә ваҡыттыр? Мәҫәлән, хоккейсыларҙың бәлешенән бер бәләкәй өлөш киҫеп алып, был мөһим спорт төрө үҫешенә йүнәлтергә кәрәкмәҫ микән?
       Олег Ғәзимуллин, Индира Даукаева, Альберт Муллағолов фотолары.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал