6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Опера ваҡыты
19.05.10


       Миҙгел ябылыуы алдынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тамашасыларына өс опера кисәһе бүләк итә. 19 майҙа опера трилогияһын Джузеппе Вердиҙың "Риголетто"һы аса.
       - Итальян композиторҙары музыкаһы - опера сәнғәтенең юғары нөктәһе ул, шуға ла кисәләр серияһын "Риголетто"нан башлауыбыҙ осраҡлы түгел, - ти "БАШвест"ҡа опера һәм балет театрының баш дирижеры Рөстәм Сөләймәнов. - Спектаклде сәхнәгә көслө состав сығара. Операла Джильда партияһын Өфөгә ике аҙнаға ғына килгән Эльвира Фәтихова башҡара. Рәил Кучуков Риголетто ролендә сығыш яһай. Рәсәйҙә был партияны башҡара алған баритондар бик һирәк. Артист геройының образын бар тәрәнлегендә биреүгә өлгәшә. Бынан тыш, тамашасылар күптән күрмәгән опера йырсыларын да саҡырҙыҡ. Улар араһында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған, әле Ҡазанда эшләгән һәм йәшәгән Рөстәм Асаев та бар. Ул Спарафучиле партияһын башҡарасаҡ. Опера итальян телендә, электрон таблонан синхрон рәүештә башҡарылған тәржемәһен ҡарарға мөмкин.
       Иртәгәһе көндө опера театрында Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурс һәм М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Йәмил Әбделмәновтың юбилей концерты үткәрелә. Музыкаль кисәлә Светлана Арғынбаева, Татьяна Никанорова, Рәсүл Ҡарабулатов, Илгиз Хәкимов, хор һәм Рөстәм Сөләймәнов менән Марат Әхмәтзарипов етәкселегендәге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры, "Забава" рус халыҡ инструменттары ансамбле ҡатнаша. Йәмил Әбделмәнов һәм уның хеҙмәттәштәре классик опера һәм оперетталарҙан ариялар, рус халыҡ йырҙарын һәм боронғо романстарҙы, рус, башҡорт, татар композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарасаҡ.
       Эш аҙнаһының һуңғы көнөндә, 21 майҙа, йомғаҡлаусы гала-концерт үткәрелә. Кисәнең программаһында - опера музыкаһы шедеврҙары. Хор һәм симфоник оркестр оҙатыуында артистар классик опера һәм оперетталарҙан популяр ариялар һәм дуэттар башҡарасаҡ.
       - Гала-концертта төп яңғыҙ башҡарыусыларҙы эшкә ҡушырға теләнем. Артистар оркестрға ҡушылып йырларға ярата, әммә бындай мөмкинлек йыш булмай. Партияны операла башҡарыу бер эш, ошо уҡ әҫәрҙән концертта ария башҡарыу - бөтөнләй икенсе нәмә, - тип дауам итә Рөстәм Сөләймәнов. - Элекке гала-концерттарҙан айырмалы, был юлы номерҙар күберәк. Программа тауыштар бер-береһен алмаштырып килһен, бер төрлө геройҙар булмаһын, тигән ҡараштан сығып төҙөлгән. Беҙҙең өсөн операның бар арсеналын күрһәтеү төп бурыс ине. Программала итальян операһының нигеҙ ташы - Пуччини һәм Верди әҫәрҙәре тәҡдим ителәсәк. Башҡорт операһынан фрагменттар, атап әйткәндә, Заһир Исмәғилев әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Минең уйлауымса, "Салауат Юлаев" операһынан Салауат арияһы менән Пуччиниҙың "Богема"һынан Рудольф арияһы бер кимәлдәге әҫәр. Концертта шулай уҡ Римский-Корсаковтың "Батша кәләше" операһынан увертюра ла башҡарыласаҡ. Был спектакль театр сәхнәһендә ҙур уңыш менән барҙы, ләкин күп ваҡыт үткәнгә күрә репертуарҙан төшөп ҡалды.
       - Артистар оркестр аккомпанементына йырларға ярата, тинегеҙ. Ә музыканттар өсөн нимә ҡатмарлыраҡ - ҙур музыкаль әҫәр башҡарыумы, әллә концерт программаһына ингән айырым ҡыҫҡа композициялармы?
       - Йыйылма концерт шуныһы менән еңел - унда номерҙар ҡыҫҡа. Спектакль - ул тәрәнлек, башынан алып аҙағына тиклем күҙәтеп барыуҙы талап иткән драматургия әҫәре. Симфоник концерттарҙа ла бар ул драматургия. Йәшерен мәғәнә һалыныуы, техник бурыстар ҡуйылыуы бар. Шуға ла гала-концертта башҡарыуы еңел булмаған әҫәрҙәрҙе лә уйнайбыҙ.
       - Бар донъяла ла опера - музыканы тәрән аңлаған айырым кешеләр өсөн. Бик күптәр был музыкаль-драматик сәнғәт жанрын яратҡандары иҫәбенә индермәй. Операға еңел генә төшөнөп булмай, шуға ла күптәр уның урынына балетҡа барыр инеме?
       - Барыһы ла кешенең үҙенән, уның тәбиғәтенән тора. Тамашасы ҡайҙа юлланасаҡ - драмтеатрға, операға, әллә киноғамы? Минең уйлауымса, күп осраҡта ул өсөнсө вариантты һайлаясаҡ. Унда шау-шыу, барыһы ла күҙ алдында, артыҡ уйларға кәрәкмәй. Етди фильмдар ҡараусылар аҙ бит, кеше күберәк комедия һәм боевикҡа өҫтөнлөк бирә. Әгәр опера менән балетты сағыштырып ҡараһаң, бейеү сәнғәте визуаль характерҙа булыуы менән ота. Уны күрергә, уның менән һоҡланырға кәрәк. Ниңә Рәсәйҙә бейеү ҡарарға яраталар һуң? Сөнки беҙҙең халыҡта был һыҙат һәйбәт үҫешкән, совет заманындағы хеҙмәттәштәребеҙгә рәхмәт.
       - Операға ҡыҙыҡһыныу артһын өсөн һеҙ аныҡ ҡына нимәлер эшләргә тырышаһығыҙмы?
       - Оркестрҙың башҡарыу оҫталығын күтәрергә тырышам. Художество тәртибендәге мәсьәләне хәл итәм.
       - Мин һеҙҙе дөрөҫ аңланыммы: һеҙ коллектив мәнфәғәтендә генә эшләйһегеҙ, тамашасының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү тураһында уйламайһығыҙмы?
       - Ғәжәпләнерһегеҙ, әммә мин бер ҡасан да тамашасы өсөн эшләмәнем. Тамашасы фекере мине ҡыҙыҡһындырмай, сөнки быға үҙемдең ҡарашым бар. Иң ҡаты тәнҡитсе минең өсөн - мин үҙем, тип әйтә торғайны бер билдәле дирижер. Сит кеше фекере - уйҙырма. Ситтә торған кешенең төп сәбәпте белмәүе бар. Беҙ, башҡарыусылар, үҙебеҙгә үҙебеҙ бурыстар ҡуябыҙ. Эшебеҙҙе билдәле ваҡытҡа тиклем эшләп өлгөрәбеҙме, билдәләнгән үргә өлгәшәбеҙме - быныһы инде икенсе мәсьәлә. Быны ла үҙебеҙ генә асыҡлай алабыҙ. Тамашасы быны белмәй. Ул үҙенә тәҡдим ителгәнде генә ҡабул итә ала. Әлбиттә, килгәндәр араһында оҙаҡ йылдар театр менән ҡыҙыҡһынған, ошо өлкәлә эшләгән белемле, аҡыллы тамашасылар бар. Бындай эрудиттар булыуы ҡыуандыра. Әммә шундай белем багаждары булған хәлдә лә, беҙ уларға тиңләшмәйбеҙ.
       - Шулай ҙа һеҙ опера трилогияһын ныҡ популяр әҫәрҙән - "Риголетто"нан башлайһығыҙ - тамашасы билеттарҙы һатып алып бөтөр, моғайын.
       - Был бит бәләкәй генә реклама алымы. Бар ҡуяндарҙы ла, мөмкинлек булғанда, бер юлы атып алырға кәрәк. Ысынлап та опера конкурент һәләтле хәлдә түгел. Уны рекламалау менән шөғөлләнергә кәрәк. Ниңә "Риголетто"мы? Сөнки барыһы ла уңышлы тура килә. Солистар шәп, был спектаклдә хор көслө, ышаныслы сығыш яһай.
       - Беренсе ишеткәндән үк операға ғашиҡ булаһың йәки аҡылың менән төшөнһәң дә, йөрәгең, күңелең менән барыбер тоя алмайһың, тигән фекер бар. Һеҙ был һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?
       - Быға нисек ҡарайһың инде. Итальяндар, мәҫәлән, быны үҙенсә хәл итә. Италияла булғанда, иртән ҡунаҡхана тәҙрәләрен асһаң, урамдан ябай кешеләрҙең йырлағаны ишетелә. Ташсылар, әйбер, йөк ташыусылар - барыһы ла үҙенең эше менән шөғөлләнә һәм бер үк ваҡытта ариялар башҡара. Ҡайҙа нимә эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла йырлай, һәм күңелдәренә нисек оҡшай - шулай йырлайҙар. Нимә, ит сабыусының йәки ябай эшсенең музыкаль белеме бармы? Юҡ, әлбиттә. Әммә уларҙың йырға булған ҡарашы! Беҙҙең проблема шунда, элекке быуынға ҡарағанда хәҙерге замандаштарыбыҙ йырлау теләге менән янмай. Элек халыҡ йырларға ярата ине, ниңә һуң әле йырлауҙан туҡтаған?
       Һүҙен тамамлап, Рөстәм Сөләймәнов опера миҙгеле ябылһа ла, симфоник оркестрҙың эштәре тамамланмауын билдәләне. Ул шундай уҡ көсөргәнешле графикта эшләүен дауам итә - коллектив XVI Рудольф Нуреев исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә әүҙем ҡатнашасаҡ. Фестиваль республиканың баш ҡалаһында 1 июндән 9 июнгә тиклем барасаҡ.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал