6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Акциялар

Сәнғәткә асыҡ ишек
18.05.10


       Донъя музейҙары һәм галереялар йылдың бер төнөндә генә ишектәрен бикләмәй. Йола буйынса һынлы сәнғәт храмдары тәүлектең был ваҡытында йоҡо урынына күргәҙмә залдары буйлап йөрөүҙе һәм оҫталар ижадын ҡарауҙы өҫтөн күргән кешеләр өсөн ишектәрен аса. Матурлыҡ донъяһына бөтөнләй бушлай сәйәхәт ҡылырға мөмкин. Күләмле акция бөгөн, Халыҡ-ара музейҙар көнөндә үтә.
       Өфө музейҙары һәм арт-салондары араһында тәүгеләрҙән булып "Музейҙар төнө" акцияһын "Х-МАХ" актуаль сәнғәт галереяһы үткәрҙе. Йоманан шәмбегә ҡарай төндә байрам ойоштороусылар төп ишектәрен генә түгел, хеҙмәткәрҙәр генә ҡулланған артҡы ишектәрен дә асыҡ ҡалдырҙы. Мәҙәниәт майҙанын нисек теләйһең, шулай өйрәнергә мөмкин ине. Тәүҙә галерея алдындағы майҙанда барған театрлаштырылған тамашаға күҙ һалырға, артабан билдәле Өфө фотографы Евгений Вайднер эштәренән әҙерләнгән күргәҙмәгә тамаша ҡылырға, һуңынан авторҙарҙың үҙҙәре уҡыуында шиғырҙар тыңларға йәки Силәбе видеоарт һәм анимация Нет-фестиваленән видеояҙма ҡарарға тәҡдим ителде. Мәҙәниәт донъяһын тәҡдим ителгән тәртиптә, йәки бөтөнләй кире йүнәлештә йөрөп ҡарарға ла мөмкинлек булды.
       Күләмле проектта галереяның бер нисә ҡаты ҡатнашты. Урамдан байрам кәйефе тәүҙә арт-салондың беренсе күргәҙмә залына таралды, артабан бер ҡатҡа түбәнгә төштө, унда, биналарҙың ыҡсым булыуына ҡарамаҫтан, асыҡ һауалағыға ҡарағанда тамашасылар күпкә артығыраҡ ине. Бында талапсан тамашасыға зауыҡлы мәҙәни программаның иң татлы ризыҡтары бирелде. Аперитив сифатында хужалар "Стилизациялар" заман бейеүе студияһының хореографик композицияһын, "Ҡоштар" театрының перформансын һәм модалы модель агентлығының фэшн-кейем күрһәтеүен тәҡдим итте.
       Төп ризыҡ, ғәҙәттәгесә, ауыҙ яндырырлыҡ, боросло ине. Эҫе аш итеп байрамды әҙерләүселәр Руслан Рычагов менән Максим Шамсуаров башҡарыуындағы фрик-шоуҙы, "Норматив булмаған бейеү лексикаһы" төркөмө перформансын, креатив һәм йәш кейем һәм аксессуарҙар дизайнеры Виктория Вехновскаяның яҙ-йәй-2010 коллекцияһы демонстрацияһын тәҡдим итте.
       Береһен дә ҡалдырмаҫҡа, десертты көтөргә ризалашҡан тамашасылар ҡәнәғәт ҡалды. Кисәне тамамлап, импровизацияланған сәхнәлә музыкаль номер менән - Сергей һәм Александра Круль, көнсығыш бейеүе менән Мәҙинә Тайсынова сығыш яһаны.
       Тамашасы Өфөнөң Поэзия театры (етәксеһе Алексей Кривошеев) әҙерләгән ике ҡуйылышты ла ихлас ҡабул итте. Беренсеһен - "Фәрештә һәм иблес" миниатюраһын тамашасылар Марианна Плотникова менән Мария Леонтьева башҡарыуында күрҙе, икенсеһендә - "Инферналь ҡурсаҡ"та - төп ролдәрҙе Марианна Плотникова менән Рәсимә Ғабдуллина башҡарҙы.
       - Композицияларҙы үҙебеҙ уйлап сығарҙыҡ. Бер ваҡыт парлап эшләргә, берлектәге проект әҙерләргә ижади тәҡдим алдыҡ. Ул элек яҙылған шиғырҙарыбыҙ нигеҙендә тыуҙы. Һәр беребеҙҙә диалог итеп эшләргә мөмкинлек биргән шиғырҙар булыуы асыҡланды. Шиғырҙарҙы сират буйынса уҡығанда, бер-беребеҙгә һорау биргән, адресланған һорауҙарға яуап ҡайтарған әңгәмәселәр кеүек сығыш яһайбыҙ, - ти тандем тураһында Марианна Плотникова.
       Шағирәләр әйтеүенсә, "Музейҙар төнө"ндә әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә улар тәүге тапҡыр. Әммә Марианна Плотникова менән Рәсимә Ғабдуллина асыҡлауынса, Халыҡ-ара музейҙар көнөнә арналған сараларҙа тамашасылар иҫәбендә булғандары бар икән.
       - "Музейҙар төнө" - һынлы сәнғәт хазиналарын күреү һәм хәҙерге рәссамдар эше менән танышыу өсөн һәйбәт мөмкинлек. Шәхсән үҙем музей һәм галереяларға йыш йөрөйөм, бер генә яңы экспозицияны ла, күргәҙмәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайым. Минең өсөн "Музейҙар төнө" - ул тамашасыларҙы күберәк йәлеп итеү өсөн нимәлер эшләргә тырышыу. Хәҙерге тамашасыны тормош иркәләгән, ул артыҡ көсәнмәй генә мәғлүмәт алырға өйрәнгән. Шуға күрә "Музейҙар төнө" өсөн киң ҡоласлы күңел асыу программаһы әҙерләнеүен дөрөҫ йүнәлеш тип иҫәпләйем, - тип байрамдан тәьҫораттары менән уртаҡлаша Рәсимә Ғабдуллина.
       Рухи аҙыҡты тәмләгән тамашасылар башҡа төрлө һый-ниғмәттәрҙән дә ауыҙ итә алды. Үрге залда сәй оҫтаһы ФархатДжа хризантемаларҙан әҙерләнгән теште ҡамаштырырлыҡ эсемлеге менән һыйланы. Өс ҡатлы авторлыҡ торты ла үҙенең ваҡытын көттө. Сара хөрмәтенә шундай уҡ исем алған байрам тортының тышҡы биҙәлешендә лә дөйөм идея сағылдырылған. Татлы кондитер аҙығының ҙур өлөшө ҡара-күк, хатта ҡара тип әйтергә мөмкин, төҫлө крем менән ҡапланған.
       Сараға килеүселәрҙең күбеһе "Музейҙар төнө"нөң ниндәй формала үтеүенә ғәжәпләнде. Әммә Халыҡ-ара музейҙар көнөн билдәләүҙең төп ҡағиҙәләре юҡ, шуға күрә тантана ойоштороусылар үҙенең байрам концепцияһын тәҡдим итеүгә хоҡуҡлы. Билдәләп үтәйек, "Музейҙар төнө" акцияһы ун йыл элек Германияла уйлап табылған. 2005 йылда Европа Советы уны рәсми раҫлағандан һуң, киң ҡулланылыш алды. Бөгөн донъяның 145 илендә Халыҡ-ара музейҙар көнө йыл һайын музейҙар һәм галереяларҙа бихисап тамашасы йыя. Өфө акцияға, ҡаланың бер нисә сәнғәт үҙәге үҙенең программаһын әҙерләгәс, 2008 йылда ҡушылды.
       "Музейҙар төнө" акцияһы быйыл да үтә. 18 майҙа бар музейҙар һәм уларҙың филиалдары, ә улар республикала 24, көн әйләнәһенә бушлай эшләй. Улар иҫәбендә БР Милли музейы һәм Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейы ла бар. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Этнологик тикшереүҙәр институтының Археология һәм этнография музейы Асыҡ ишектәр көнөн үткәрә. Ул өфөлөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын "Көньяҡ Урал археологияһы", "Башҡорт мәҙәниәте донъяһы", "Башҡортостан халыҡтары", "Сарматтар алтыны" экспозицион залдарында урынлаштырылған уникаль коллекциялар менән танышырға саҡыра. Инеү ирекле.
       Андрей Старостин фотоһы (4).

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал