6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сифат

"Хәләл" туҡланыуға иғтибар ит!
14.05.10


       Дөрөҫ туҡланыу - билдәле диндәрҙең барыһында ла мөһим нигеҙҙәрҙең береһе. Ләкин ваҡыт үткән һайын барыһы ла онотола, һәм ата-бабалар йолаларына кире ҡайтып, онотолғандарҙы ҡайтанан тергеҙеү - кешелектең төп бурысы. Сифат тураһында һөйләгәндә, бөгөн беҙ ғәҙәти булмаған теманы - мосолманса туҡланыу, хәләл темаһын күтәрәбеҙ.
       Күпмелер ваҡыт хаҡһыҙ онотолоп торһа ла, ул тиҙ арала ғәҙәттән тыш популярлыҡ алды. Бер нисә йыл эсендә Рәсәй мосолмандарының дини аңлылығы, предприятиеларҙың социаль яуаплылығы, ислам нормаларына ярашлы продукция етештереү күләме артты... Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бар етештереүселәр ҙә был үҙенсәлекле производствоның ябай булмаған нюанстарын тиҙ генә үҙләштерә алманы.
       Нимә һуң ул хәләл продукция? Һәм ҡулланыусыға уны ғәҙәти продукциянан нисек айырырға? Был турала Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы "Хәләл" стандарты буйынса комитет етәксеһе урынбаҫары Мөнир Ғафаров менән әңгәмәләшәбеҙ.
       - Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә "хәләл" "рөхсәт ителгән" тигәнде аңлата. Йәғни хәләл аҙыҡ - ул мосолмандарға ашарға яраған аҙыҡ-түлек, - тип башлай һүҙен Мөнир Ғафаров. - Был, атап әйткәндә, диңгеҙ хайуандары ите, диңгеҙ һәм йылға балығы, емеш һәм еләктәр, йәшелсә, һөт һәм һөт аҙыҡтары, шулай уҡ Ислам ҡанундары буйынса һуйылған мал ите.
       - Һуңғыһы нимәне аңлата?
       - Төп ҡағиҙә бында - малдың ғүмере Аллаһы Тәғәлә исеме менән ҡыйылырға тейеш, сөнки Ул - бөтә нәмәне бар итеүсе, һәм Уның рөхсәтенән башҡа беҙҙең мал һуйырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Мал һуйғанда әйтелергә тейеш формула - "Бисмиллаһ Аллаһу әкбәр". Беренсе һүҙ - "Аллаһы исеме менән", ҡалған икәүһе "Аллаһ бөйөк" тигәнде аңлата. Бынан тыш, малды ыҙалатырға ярамай - бысаҡ үткер булырға тейеш, һәм уны ҡурҡытыу тыйыла, йәнә мал икенсе малдың һуйылыуын күрергә тейеш түгел. Мөһим мәл - мал һуйыу эшен мотлаҡ бәлиғ йәштәге мосолман башҡарырға тейеш.
       Шулай уҡ Ҡөрьән менән тыйылған "харам" ашы ла бар. Бында сусҡа ите, үләкһә, Аллаһы Тәғәлә исемен әйтмәйенсә һуйылған мал ите, ҡан һәм алкоголь инә.
       - Ҡанды тыйыу нимә менән бәйле һәм ул иттән нисек сығарыла?
       - Түшкәне эшкәртеү ҡандың төп өлөшө ағып бөткәс кенә башлана - бының өсөн профессиональ киҫелеш яһау һәм тәғәйен ваҡыт талап ителә. Ә һорауығыҙҙың беренсе өлөшөнә килгәндә, ысынбарлыҡта, был талап урынлы. Ҡан - бактерияларға еңел һәм тиҙ үрсеү мөмкинлеге биргән туҡлыҡлы мөхит. Әгәр ҡан иттә ҡалһа, ул тиҙ боҙола. Бынан тыш, иттең тышҡы йөҙө насарая, ул йәмһеҙ ҡыҙыл төҫ ала. Әгәр тарихҡа һәм дингә тәрәнгәрәк төшһәк, йәһүдтәрҙә киң таралған "кошер ашы" тигән терминды хәтергә төшөрөргә мөмкин. Йәғни, мәҫәлән, билдәле ҡанун буйынса һуйылған, ҡаны ағып бөткән ит. Һуйғандан һуң һыуытылған тауыҡ итен тоҙ менән ышҡып, йәнә ярты сәғәткә ҡалдырыуҙары ла сер түгел. Артабан тоҙон йыуалар ҙа, төргәккә һалалар. Асыҡланыуынса, тоҙ иттә тороп ҡалған ҡанды һурып сығара һәм ит стерилләнгән кеүек була.
       Ғөмүмән, ғәҙәттәге иткә ҡарағанда хәләл ит тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та. Бөгөнгө көндә һауыт өҫтөнән әйтелгән матур теләктәр ундағы һыуҙың структураһын яҡшы яҡҡа үҙгәртеүе иҫбатланған. Ит менән дә ошо уҡ ҡағиҙә үтәлә - дин тотҡан мосолман менән уҡылған доға продуктҡа айырым үҙенсәлектәр бирә һәм уның сифатына ыңғай тәьҫир итә.
       - Шулай итеп, йомғаҡ яһайыҡ: сусҡа, емтек ите, Ислам ҡанундары буйынса һуйылмаған мал ите, ҡан, шулай уҡ алкоголь тыйылған...
       - Дөрөҫ. Ләкин бөгөнгө көндә производствоның яңы кимәлгә сығыуын иҫәпкә алғанда, аҙыҡ өҫтәмәләре буйынса йәнә бер һорау тыуа. Шуға күрә, "Хәләл" маркировкаһын ҡулланыуға рөхсәт бирерҙән алда, беҙ продукцияны өҫтәмәләргә тикшерәбеҙ. Мәҫәлән, буяуҙар араһында кармин тыйылған, сөнки ул бөжәктәрҙән эшләнә. Ошо уҡ сәбәп буйынса индиго-кармин буяуы ла тыйылған. Консерванттар - күп осраҡта барыһы ла синтетик, шуға ла улар - хәләл. Тәм һәм еҫ көсәйтеүселәр, антиокислителдәр ҙә - хәләл. Иғтибар итегеҙ, әгәр теге йәки был продуктта бекон тәме бар икән, бында бер ҡурҡыныс та юҡ, унда бекондың үҙе юҡ бит! Стабилизаторҙар араһынан желатин тыйылған, сөнки ул малдан алынған сеймалдан эшләнгән - ә ул малдың ниндәй шарттарҙа һуйылыуы беҙгә ҡараңғы. Ә бына эмульгаторҙарҙың барыһы ла тиерлек рөхсәт ителгән, һөйәк фосфаты ғына был исемлектән төшөп ҡала.
       - Ҡулланыусыларҙы, моғайын, "Хәләл" стандарты буйынса эшләүсе предприятиелар ҡыҙыҡһындырыр?
       - Урынлы һорау. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙәге бер предприятие ла тауыҡ итенең тулыһынса хәләл производствоһын ойоштора алманы. Башҡа республика һәм өлкәләрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа ғәжәпләнә - нисек уны беҙҙә ойоштора алғандар һуң? Дымлылыҡ һәм ҡан менән бәйле еңел булмаған шарттарҙа эшләргә ризалашыусы хаҡ динле мосолмандар табыуы, дөрөҫ технологик сылбыр ойоштороуы еңел эш түгел, әлбиттә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тауыҡ ите һәм ярымфабрикаттар етештереүҙә беҙ был мәсьәләне 100 процентҡа хәл иттек. Мәҫәлән, беҙ үрҙә әйтеп үткән ҡошсолоҡ фабрикаһы штатында һәр ваҡыт биш мосолман эшләй, тәүлегенә 30 мең бройлер себеше һуйып, икәүһе даими һуйыу линияһында тора. Мөһим фактор - был эш менән ҡылғандары өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында яуап бирергә кәрәк буласағын аңлаған, бурысына яуаплы ҡараған кешеләр шөғөлләнә. Берәй хеҙмәткәр эштән китергә ғариза яҙһа, беҙҙең комитет хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала алмашҡа кеше таба һәм уҡыта.
       - Хәләл тауыҡ ите менән бөтәһе лә аңлашыла. Ә һыйыр ите менән эштәр нисек тора?
       - Ит комбинаттары менән бәйле төп ауырлыҡ - һыйыр
       ите янында сусҡа итенең дә булыуы. Сусҡа итенең һыйыр ите менән бер үк етештереү линияһында әҙерләнеүе аңлашыла. Һәм кеше факторы арҡаһында һыйыр итенән әҙерләнгән продуктҡа берәй ваҡыт "тыйылған" компонент эләкмәҫ, тип кем әйтә ала?
       - Әйткәндәй, хәләл тултырма бармы ул?
       - Әлеге ваҡытта республикала "Хәләл" стандартына тулыһынса тура килгән тауыҡ итенән әҙерләнгән тултырма эшләнә. Уның составында тыйылған өҫтәмәләр юҡ, һәм хатта тышы ла - әгәр натураль икән - бар ҡағиҙәләр буйынса һуйылған малдың сеймалынан әҙерләнгән. Һыйыр итенән хәләл тултырма менән эштәр, аңлауығыҙса, ҡатмарлыраҡ. Әлегә проблеманы ошолай хәл итәбеҙ: Дүртөйлө предприятиеларының береһендә дүшәмбенән шаршамбыға тиклем традицион рецептура буйынса эш бара, кесаҙнала бар ҡорамалдар йыуыла, һәм йома көндө хәләл продукция етештерелә. Был йүнәлештә әүҙем эшләйбеҙ, һәм хәләл тултырма етештереү башынан аҙағына тиклем етди ойошторолоуын теләйбеҙ.
       - Ә ярымфабрикаттар менән нисек?
       - Республикала "Хәләл" стандарты буйынса эшләгән ярымфабрикат цехтары бар. Әммә бында ла барыһы ла еңел генә түгел. Бер ҡыҙыҡлы миҫал килтерәм: ҡасандыр, ун йыл элек, Мәскәүҙә "Мосолманса" билмәндәренә техник шарттар булдырылды. Ләкин етештереүсе рецептураға шул тиклем илке-һалҡы ҡараны, был билмәндә "мосолманса"нан бер сусҡа итен файҙаланмауҙары ғына тороп ҡалды. Ә һыйыр ите ниндәйҙер унда - Аллаһы Тәғәлә исеме менән һуйылғанмы - быныһы берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырманы. Үкенескә күрә, ярымфабрикат етештереүселәрҙең күбеһе тап ошо техник ҡағиҙәләрҙе ҡулланыуға алды. Бындай хәл беҙҙең республикала ла күҙәтелде. Һәм беҙҙең баҙарҙа һаман да хәләл булмаған "мосолман" билмәндәре етештергән эшҡыуарҙар бар. Юридик яҡтан улар менән бер нимә лә эшләй алмайбыҙ, бары ҡулланыусыларҙы ғына иҫкәртеп, иғтибарлы булыуҙарын һорайбыҙ.
       Сауҙа өлкәһендә лә айырым проблемалар бар. Эш шунда, ҡулланыусыға барып еткәнсе "хәләл" продукцияның "харамға әйләнеүе бар. Күҙ алдына килтерегеҙ - һеҙ 300 грамм хәләл тултырма һатып алырға йыйындығыҙ - тотошлай бер "батон" һеҙгә кәрәкмәй. Һатыусы оҙаҡ уйлап тормай, бығаса сусҡа итенән әҙерләнгән тултырманы телгән бысағы менән һеҙгә хәләл тултырма ҡырҡа... Баҙарҙа ла шул уҡ хәл - сусҡа һәм һыйыр ите өсөн бер үк бысаҡ, бер үк балта, һалып сабырға бер үк түмәр һәм бер тамға... Ҡағиҙәгә ярашлы, сусҡа итенә ҡағылған һәр аҙыҡ-түлек "хәрәм"гә әйләнә. Әлеге ваҡытта беҙ был мәсьәләне ветеринария хеҙмәте, ҡала хакимиәте, баҙар етәкселәре менән хәл итәбеҙ - хәләл продукцияны етештереү процесы, транспортлау һәм һатыу айырым булһын ине.
       - Кондитер сәнәғәтендәге хәлдәр тураһында ла һөйләгеҙ әле?
       - Беҙҙең икмәк комбинаттары әлегә хәләл технологияһын үҙләштерергә ашыҡмай, ә бит, уйлап ҡараһаң, бик перспективалы өлкә. Бының өсөн күп тә кәрәкмәй: алкоголдән (ром, коньяк), маргарин, желатин һәм составында булған йәнә бер нисә компоненттан ғына баш тартырға кәрәк. Үкенескә күрә, магазиндарҙа һатылған торт һәм пирожныйҙар әлеге ваҡытта был талаптарға яуап бирмәй. Етештереүсегә бер нисә рецептура уйлап табыуға нимә ҡамасаулайҙыр - әйтеүе ҡыйын.
       - Һәм йомғаҡлап, алдында хәләл продукциямы-түгелме икәненә шикләнгән һатып алыусыға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
       - Тәү сиратта, продукттың тышлығында "Хәләл" маркировкаһын тикшерегеҙ. Әгәр ул да һеҙҙе тынысландырмаһа - һатыусынан раҫлаусы документтар - төбәк Сертификациялау һәм экспертиза үҙәгенән бирелгән "Хәләл" стандартына тап килеүгә сертификат, йәки Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы "Хәләл" стандарты буйынса комитет һәм башҡа вәкәләтле органдар менән бирелгән таныҡлыҡты күрһәтеүҙәрен талап итергә хоҡуҡлыһығыҙ.
       Андрей Старостин фотоһы.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал