6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Өс тапҡыр үлемдән ҡалған
13.05.10


       Беҙ, ейәнсәрҙәре, уны яратып, ҡартатайыбыҙ, тип йөрөттөк, ә олораҡ туғандар ихтирам менән "атай", тип өндәште. Намыҫлы, ғәҙел, ваҡыты менән уҫал - әсәйем яғынан ҡартатайым үҙ заманының кешеһе ине. Александр Ивановичтың төп һыҙаты - ул барыһы менән дә уртаҡ тел таба белде, ниндәй хәл булыуына ҡарамаҫтан, бөтәһен дә тыңларға, ярҙам итергә әҙер ине. Һуғыштан ҡайтҡас (өсөнсө юғары белем алып), Александр Иванович Белорет педучилищеһы директоры вазифаһына тәғәйенләнде, һәм шунда уҡ студенттар һәм хеҙмәттәштәренең ихтирамын, һөйөүен яуланы. Һуңыраҡ ул БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен алды. Карьерала уға асыҡ кеше булыуы, кешеләр менән тиҙ танышып, аралашып китеүе лә ярҙам иткәндер. Кемгәлер - эш менән, кемгәлер матди яҡтан ярҙам итмәйенсә, йылы һүҙ ҡушмайынса үткән бер көнө лә булманы. Ә Александр Ивановичтың сығарылыш класы уҡыусылары (уҡытыусылар ғына түгел, министрҙар ҙа) әллә күпме ваҡыт үткәндән һуң да уның менән күрешергә Белоретҡа килә торғайнылар. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡартатайыбыҙ күптәргә эталон, сикһеҙ ихтирам итеү объекты булып ҡалды.
       Өләсәйем менән ҡартатайыма ҡайтҡанда бәләкәйҙән үк белә инем: ҡартатайым урамға сыҡһа, сәғәттәр буйына юғала, осраған һәр кеше янында туҡтай, һәр береһе менән ентекле һөйләшә... Шулай булмайса: бар Белорет - уның уҡыусылары, дуҫы һәм күршеһе!
       Александр Иванович Кочнев 1912 йылда республиканың Белорет районы Ломовка ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда ул тыуған ауылында мәктәп директоры булып эшләгән, һәм фронттан тороп ҡала алған. Ләкин бының урынына 1943 йылда ул Юғары артиллерия хәрби училищеһын тамамлаған һәм артиллерия полкы командиры булып фронтҡа киткән.
       Белеме буйынса тарихсы булған ҡартатайым һуғыш тураһында һөйләргә яратты. Беҙ уның хәрби үткәне хаҡында ауыҙ асып тыңлай торғайныҡ, һәм беҙгә ниндәйҙер фантастик йәки мажаралы фильмдан ваҡиғалар һүрәтләнгән кеүек ине. Ул бигерәк тә өс тапҡыр үлемдән ҡалыуын хәтерләргә яратты.
       Уның беренсе мөғжизәле ҡотҡарылыуы фронтҡа килгәс тә, ҡышҡыһын була. Александр Иванович етәкселегендә бер төркөм һалдаттар разведкаға юллана һәм ҡамауға эләгә. Александр һалдаттарын бер нисә төркөмгә бүленергә һәм айырым-айырым ҡамауҙан сығырға ҡуша - бергә хәрәкәт итеүе хәүефле була. Әйткән икән - үтәлгән.
       Ләкин, урман буйлап йүгереп йөрөп, яугирҙар хәлдән тая, үҙҙәре менән ашарға юҡ, ә һыуыҡ һәм немецтарҙан ҡурҡыу үҙенекен итә. Ҡотолоуға бөтөнләй өмөт ҡалмай... Һәм бына, бөтөнләй арманһыҙ булғас, һуҡмаҡта боҙ булып ҡатҡан ат үләкһәһе осрай. Командир шунда уҡ төшөнә, был уларға тере ҡалыуға өмөт - һәм бер киҫәк ит телеп алып, һалдаттарына өлгө күрһәтә.
       - Һеҙ ҙә ашағыҙ, юғиһә ҡайтып етә алмайбыҙ! - тип бойора ул ординарсыһы менән икенсе яугирына. - Баш тартһағыҙ - атам!
       Ерәнеүҙән күҙҙәрен йомоп, командирына ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡып, һалдаттар йылҡы итенә тештәрен батыра. Тәмһеҙ аштан һуң шулай ҙа көс арта, һәм урман ситенә һуңғы марш-бросок уңышлы үтә. Әммә асыҡланыуынса, был һуңғы һынау булмай. Урмандан сығып килгәндә өшөгән һәм арыған һалдаттар үҙҙәренә яҡынлашыусы һыбайлыларҙы күрә. Совет патруле!
       Ҡыуаныс урынына Александрҙың йөрәген ҡурҡыу солғай: Сталин заманында бындай көтөлмәгән осрашыу үлемгә тиң. Һуғыш ваҡыты закондары буйынса совет кешеһе дошмандар ҡулына (ҡамауҙа ҡалғанда ла) тереләй төшөргә тейеш түгел...
       Киләһе секундтарҙа уның яҙмышы хәл ителәсәк - ҡулға алыу йә шунда уҡ урында атып үлтереү. Ләкин патруль ниңәлер һаман һуҙа. Атлылар әкрен генә уларға яҡынлаша, һәм ҡапыл Александр үҙенә ҡысҡырғандарын ишетә:
       - Санька, дуҫ, һинме әллә был?
       Һыбайлылар араһында Александрҙың артиллерия мәктәбендә бергә уҡыған дуҫы Василий Дронов та булған икән.
       Дуҫы аттан һикереп төшә лә, Александрҙы ҡыҫып ҡосаҡлай һәм ҡолағына шыбырлай:
       - Ҡурҡма, һатмам!
       Василий вәғәҙәһен тота - шулай итеп Александр тәүге тапҡыр үлемдән тороп ҡала.
       Икенсе осраҡ бөтөнләй ғәжәпләнерлек. Ул һуғыштың иң ҡыҙған сағында була. Ике иптәше менән Александр окопта ултырып, суйындан бутҡа ашай. Көтмәгәндә фашист самолетынан утҡа тоталар, һәм яугирҙар башын ҡаплап, ергә ташланырға ла өлгөрмәй, бутҡалы суйын эсенә хәрби снаряд төшөп ярыла. Александр иҫен юғалта. Һушҡа килгәс, эгәһендә үлгән дуҫтарын күрә һәм арҡаһында әсе ауыртыу тоя. Уның нисек тере ҡалыуы бөтөнләй аңлашылмай - бар дуҫтарына ҡарағанда бутҡалы суйынға ул яҡыныраҡ ултырҙы бит.
       Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң уны табалар һәм госпиталгә оҙаталар. Арҡаһындағы ярсыҡты алыу өсөн операция талап ителә. Оҙаҡ иҫһеҙ ятҡандан һуң Александр хирург һүҙҙәрен ишетә:
       - Һин, һалдат, бик бәхетле кеше, бөркәнсектә тыуғанһың! Бер аҙ төптәрәк булһа - ҡотҡара алмаҫ инек, - тип йылмая уға табип.
       Һуңынан белеүенсә, ярсыҡ йөрәккә һигеҙ миллиметрҙай етмәгән.
       Был яранан тәрән эҙ ғүмерлеккә ҡалды. Ошо һөйләшеүҙән һуң беҙ ҡартатайымдан яраһын күрһәтеүен һорай торғайныҡ - һәм ул бер ваҡытта ла баш тартманы.
       - Ә хәҙер ауыртмаймы? - тип ҡурҡып ҡына һорайбыҙ.
       Яуап урынына ҡартатайыбыҙ көлә.
       Өсөнсө мөғжизәле иҫән ҡалыуы Венгрияла 1946 йылда була. Александр бик күп ауырлыҡтар күрә, һуңғы яуына тиклем һуғышты үтә, ләкин, бәхеткә күрә, унан артыҡ ҡазаланмай сыға. Рәсәй территорияһында һуғыш тамамланһа ла, совет ғәскәрҙәре азат итеүсе яугирҙар сифатында венгр дуҫтарына ярҙам итә.
       Шулай бер ваҡыт, ҡалаға сығыуға ҡәтғи тыйыу булһа ла, Александр Иванович полкташтары менән яҡындағы кафеға йүнәлә. Хужа уларҙы һағайып, хатта яратмай ҡаршылай - сөнки улар хәрби формала була. Бынан тыш, көтөлмәгән ҡунаҡтар венгр телен белмәй һәм нимә теләүҙәрен хужаға аңлата алмай. Ым-ишаралар ярҙамында аңлашҡас, ниһайәт, яугирҙар өҫтәл артынан урын ала. Бер аҙҙан һорағандарын алып киләләр - ашамлыҡ, йоҡа итеп теленгән икмәк һәм ваҡ ҡына стакандар. Ә икмәк телемдәре кеше башына берәрҙән тура килә. Сит ил ресторандарында шулай эшләүҙәрен әле беҙ беләбеҙ, әлбиттә, ә рус һалдаты, иң мөһиме - икмәк, тип үҫкән ауыл балаһы өсөн был мыҫҡыллау кеүек ҡабул ителә. Һәм ошо мәл Александр асыуынан тыйыла алмай - өҫтәлдә булғандың барыһы ла иҙәнгә сәселгәнсе, йоҙроғо менән өҫтәлгә һуға.
       Һәм әллә ҡайҙан хәрби патруль килеп инә, венгрҙарҙыҡы ла түгел, үҙебеҙҙеке.
       - Ниндәй шау-шыу? - тип ҡыҙыҡһына патруль начальнигы, ҡаштарын йыйырып. - Погондарһыҙ ҡалырға теләнегеҙме, әллә трибуналға эләгергә теләйһегеҙме? Хәҙер ойошторабыҙ!
       Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хәрбиҙәрҙең тәртип боҙоуҙарына ҡарата ҡаты яза күрелгән.
       Эштәрҙең нимә менән бөтөүен көтөп, кафелағы бар кеше тын ҡала... Һәм ҡапыл хужа ашығып йүгереп сыға ла, патруль начальнигына вата-емерә рус телендә нимәлер һөйләй башлай.
       - Беҙҙе азат итеүселәр булараҡ, мин уларҙы үҙем саҡырҙым. Әрләмәгеҙ уларҙы! Уларҙы түгел, мине трибуналға бирегеҙ.
       - Дуҫтар, тимәк. Ярай, улайһа, - патрулдәрҙең ул көндө әллә кәйефе шәп була, әллә ысынлап та хужаның һүҙҙәренә ышаналар, шунда уҡ әйләнеп сығып китәләр.
       Ә Александр хужаны ҡосаҡлап, үбеп ала.
       - Һәйбәт кеше һин, дуҫым булырһың!
       Ошо көндән алып Александр венгр телен өйрәнә башлай һәм һалдаттар араһында "тәржемәсе" данын ала. Ә кафе хужаһы менән улар ныҡ дуҫлаша һәм оҙаҡ ваҡыт аралаша.
       Ҡартатайыбыҙҙы хәтергә төшөрмәгән бер көнөбөҙ ҙә юҡ. Уның тураһында хәтер йылдар үтһә лә тоноҡланмай, ә май көндәрендә бигерәк тә сағыулана. Ул һуғыштан ҡартатай еңеүсе булып сыҡҡан. Башҡа геройҙар менән бергә азатлыҡ хаҡына баһалап бөткөһөҙ батырлыҡ эшләгән... Ләкин былар барыһы ла үҙе өсөн түгел! Уларҙың барыһы ла беҙҙең өсөн эшләнгән бит. Һәм бар һуғышты, ауырлыҡтарҙы үтеп, ҡарт көнөндә лә рух ныҡлығы, тормошҡа һөйөү, оптимизм һаҡлауҙарына ғәжәпләнергә генә ҡала...
       Был көндәрҙә беҙ ҡартатайыбыҙҙың нимә хаҡына һуғышыуын иҫкә алабыҙ. Һәм уға рәхмәт әйтәбеҙ. Һәр тыныслыҡ һәм тынлыҡ көнө өсөн рәхмәт, ҡаһарманлыҡ, дуҫлыҡ һәм үҙеңде фиҙа ҡылыу дәрестәре өсөн рәхмәт... Һәм, әлбиттә, Ватанға һөйөү өсөн! Был дәрестәр хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал