6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Шура
12.05.10


       Өс көн элек 9 май ине. Хәйер, кисә лә 9 май, бөгөн дә, иртәгә лә шулай булыр һымаҡ. Еңеү бер генә көн дауам итергә тейеш түгелдер бит. Йәкшәмбелә уның ни бары тыуған көнө булды. Сәскәләр, бүләктәр тапшырҙылар, иң яҡшы теләктәр әйтелде. Һәм яңғырауыҡлы һүҙҙәр. Тантана сәбәпселәре лә күп йыйылды. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда аҙыраҡ, әлбиттә, ләкин барыбер аҙ түгел. Улар ныҡлы әҙерләнгән ине. Пиджактар үтекләнгән, миҙалдар ялтыратылған, һәм пенсияһынан байрам өҫтәленә айырып аҡса һалып ҡуйғандар. Еңеү Парадында улар нимә тураһында уйланы икән? Ә байрам тамамланғас, әле нимә уйлайҙар? Күптән инде һалдат ғәййәрлеген юғалтҡан, оло тормош тәжрибәһе туплаған, һаҡлыҡ кенәгәһендә бер аҙ аҡса йыйған, ялтырап торған орден-миҙалдары һәм таянырға таяғы менән, беҙгә аңлашылмаған ҡартлыҡ еҫе һеңгән бөгөнгө ҡарт яугирҙар.
       ...Улар араһында бар дөрөҫлөктө ярып һалыр, ысынында ни уйлағанын әйтер бер генә кеше табылһа ине. Мине оҙаҡ йылдар борсоған бер һорауыма яуап бирһендәр ине. Тарих әсбаптары ла, фронтовик ҡартатайым менән һөйләшеү ҙә ярҙам итмәне ("Нимәгә һиңә һуғыш? Әйҙә, кәрт уйнайыҡ йә сәй эсәйек" - каникулым осоронда ҡартатайым, тере ҡалыр өсөн һуғышта ниндәйҙер ҡорал менән ҡоралланған кеүек, мотлаҡ ошо һүҙҙәрҙе ҡалҡан итер ине), һуғыш тураһындағы китаптар ҙа, фильмдар ҙа был серҙе сисә алманы. Ниңә ул замандағы йәштәр көндәр түгел, сәғәттәрҙе ҡалдырырға ҡурҡып, һуғышҡа ашҡынған? 18-ҙе лә тулмайынса, үҙен, саҡырыу комиссияһы ағзаларын алдап, окоптарға йүгергән? Ниңә ...үлергә ҡабаланған? Әйҙәгеҙ китаптарҙағы пафосты, политруктарҙың "Ватан өсөн! Сталин өсөн!" тигән лозунгыларын ҡуйып торайыҡ. Әйҙәгеҙ тормошҡа аныҡ маҡсатлы, юғары белемле, карьера төҙөргә ынтылышы, ғаиләһе, мөхәбәттәре, кредиты, фитнес-абонементтары, сит ил паспорттары булған үҙебеҙгә мөрәжәғәт итәйек. Әгәр иртәгә һуғыш башланһа, һеҙ китер инегеҙме, барыһын да ташларға көсөгөҙ етерме? Әгәр бронегеҙ булһа? Әгәр йәшегеҙ, енесегеҙ тылда ҡалырға мөмкинлек бирһә? Кем белә. Фиҙакәр, герой кешеләр һәр милләттә, һәр быуында, һәр континентта һәр ваҡыт булған һәм әле лә бар. Пулялар аҫтына инеү, үлемгә яҡынлашыу теләге күләмлелек алыр инеме икән? Ауыр һорау. Тырышҡан хәлдә лә башыма һыйҙыра алмайым: нисек кешенең көслө инстинкты үҙеңде Ватанға бағышлау теләге алдында көсһөҙ булған? Ватанға үҙеңде тотошлай биреү һәм, иң мөһиме, бушлай һәм бөтөнләйгә биреү теләге алдында.
       ...Минең ике туған олатайым, Александр Петрович Курочкин, өләсәйем Раиса Петровнаның оло ағаһы, меңләгән егеттәр кеүек, фронтҡа үҙе теләп киткән. 17 йәшендә хәрби хеҙмәт йәшенә тултырыр өсөн бер нисә айҙы өҫтәп яҙған. Ғаиләбеҙ хәтерендә ул һаман да әсәһе йөрөткәнсә Шура булып ҡалды. Бар ҡусты-һеңлеләре Люся һәм Коляларҙан Людмила һәм Николайға үҫеп бөттө, бары ул ғына һаман һуғыш хөкөмө менән Шура булып ҡалды. Хәрби фотокамера объективына үткер ҡарашы менән төбәлгән Ҡыҙыл армеец гинастеркаһындағы етди йөҙлө йәш егет.
       Һалдаттарҙы төрлө урынға билдәләгәндә, Шура Чебоксар хәрби училищеһына эләгә. Фронтҡа лейтенант булып аяҡ баҫа, 139-сы уҡсылар дивизияһы 364-се уҡсылар полкының 3-сө пулемет ротаһы взводы менән етәкселек итә. Ғаилә архивында уның өйгә яҙған һуңғы хаты һаҡланған. Мин уны ҡулға алырға ла ҡурҡам: тын алғандан да ҡулымда таралып ҡуйыр һымаҡ. Унан иҫке ҡағыҙ еҫе аңҡый (һәм һуғыш еҫе, тип өҫтәргә мөмкин ине - ләкин беҙ патетика менән мауыҡмаҫҡа килештек бит).
       "Иваново ҡалаһынан сәләм.
       Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ата-әсәй. Ҡәҙерле Әсәй (ҙур хәрефтән - автор төҙ.), ҡустыларым Ваня, Коля, Толя һәм һеңлеләрем Рая һәм Люся. Һеҙҙең барығыҙға ла ҡыҙыл армеецтың ҡайнар сәләмен ебәрәм һәм тормошоғоҙҙа яҡшылыҡтар теләйем. Хатымдың тәүге юлдарында хәбәр иткем килә, әлеге ваҡытта мин иҫән-һау, Иваново ҡалаһында йәшәйем.
       Ҡәҙерле Әсәй! Ҡыҫҡа ғына хатымда тормошом тураһында бер аҙ яҙырға теләйем. Ғәҙәти армия тормошо менән йәшәйем, әле бында, Ивановола, ҡоро һәм йылы, йәйге лагерҙарҙа йәшәйбеҙ, фашист илбаҫарҙары менән яңы яуға тупланабыҙ.
       Әсәй, һеҙҙән ошо көндәрҙә Чебоксарға адресланған хатығыҙҙы алдым, һәм атайымдың фронтта булыуын белдем. Әсәй, мин һеҙгә, ниндәй көндә икәнен хәтерләмәйем, 200 һум аҡса һалдым, алдығыҙмы, юҡмы икән, белмәйем. Чебоксарҙа булғанда әле һеҙгә аҡса аттестатын ебәрҙем, уның буйынса май айынан башлап ай һайын 200 һум аҡса алып торорһоғоҙ. Әле һеҙгә иҫтәлеккә ике фотокарточка һалам, ләкин, Әсәй, ғәфү итегеҙ, фотола насар сыҡҡанмын, сөнки биш минут ялда ғына төшкәйнем. Әсәй, бар туғандарға һәм таныштарға минән сәләм еткерегеҙ, Ваня һәм Шура ағайҙарыма сәләм әйтегеҙ, мин уларға үпкәләйем, ниңә бер хат та яҙманылар, ә хәҙер миңә хат яҙмағыҙ, ошо көндәрҙә фронтҡа юлланабыҙ.
       Осрашҡанға тиклем.
       3 апрель 1942".
       Шура 1942 йылдың 5 авгусында тарихсылар менән донъя тарихында иң ҡан ҡойошло һуғыш тип нарыҡланған Мәскәү өсөн барған һуғышта Ржев янында һәләк була. Калинин өлкәһенең Теленково ауылында ерләнә. Был турала Шураның әсәһе, Пелагея Андреевна, похоронканан белә. Ә 1945 йылда уның ире Петр Семенович фронттан әйләнеп ҡайта. Яңылыҡтар менән... Хәл-ваҡиғаларҙың тура килеүе арҡаһында политрук Петр Курочкиндың артиллерия полкы кесе Курочкин булған ғәскәргә ҡушыла. Шунда, Ржев эргәһендә ҡартатайымдың плащ-палаткаһында Шураның иптәштәренең береһе таныш фамилияны күреп ҡала.
       - Курочкин... Башкириянан түгелме?
       - Шунан.
       - Шура Курочкин һеҙҙең улығыҙ түгелме?
       - Минеке...
       Улы? Бында? Улы! Бында! Ҡайҙа һуң улы?!
       ...Шураның полкташтары тулҡынланған атаһына улының яуға китеүе һәм ҡамауға эләгеүе тураһында һөйләй. Егеттәрҙе ҡотҡарырға кәрәк! Атай инстинкты, ҡабалан йыйыныуҙар, марш-бросок, дошмандың бомбаға тотоуы, яраланыу, көслө контузия, немецтар. Әсир хәрбиҙәр өсөн 45-тең яҙына тиклем Литва, Германия, Польшалағы лагерҙар... Шураны ҡотҡара алмай, үҙе лә фашистарҙың зинданына эләгә. Шулай итеп Поля инәй өсөн улының һәләкәтенә иренең трагедияһы ла өҫтәлә. Йөрәгенә яҡын ике кешеһенең яҙмышы бер мәлгә генә тоташып, шунда уҡ, ут һәм дарыла, икегә айырыла һәм береһен - баҡыйлыҡҡа, икенсеһен тотҡонлоҡҡа алып китә. Ҡарт ҡартатайҙы Еңеүҙән һуң бүлектәр буйынса оҙаҡ йөрөттөләр, дошманға ҡасҡынсы түгелме икән, тип төпсөндөләр. Төшөнгәс, ебәрҙеләр.
       Һуңынан Калинин еренән 8-се урта мәктәп уҡыусыларынан, патриотик клуб ағзаларынан, хат килде. Петр Семеновичҡа мөрәжәғәт итеп, улар улының геройҙарса һәләк булыуы хаҡында, һәм ҡәберенең Теленковонан Глебово ауылындағы туғандар ҡәберлегенә күсерелеүе тураһында хәбәр итә, Шураның үҫмер йылдары хаҡында мәғлүмәт менән фотоһын ебәреүҙәрен һорай һәм ҡайғырмауҙарын үтенә: һәләк булғандар зыяратын улар ҡәҙерләп тәрбиәләй... Шулай итеп Глебово яугир туғаныбыҙҙың зыярат урыны булараҡ ғаиләбеҙ хәтерендә ҡалды. Үткән йылға тиклем.
       Хеҙмәттәшем, журналист Римма Буранбаева менән һөйләшеп киткәс, Икенсе донъя һуғышында һәләк булған яугирҙар тураһында мәғлүмәт һәм документтар тупланған obd-memorial.ru сайты тураһында белдем. Римма Нурый ҡыҙы - хәҙер инде һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм улар ерләнгән урындар тураһында мәғлүмәт эҙләү буйынса белгес. Ул яу яланында ҡалған туғандарын эҙләгән бер нисә тиҫтә ғаиләгә ярҙам иткән. Беҙгә лә ярҙамы тейҙе. Йәшерен булыуҙан туҡтаған Оборона министрлығы сайтының әллә күпме электрон биттәрен аҡтарып, яңы мәғлүмәт таптыҡ. РФ Оборона министрлығының архивына шылтыратам, мәғлүмәтте раҫлайҙар: олатайымдың ҡәберен 50-се йылдар уртаһында күсереп, Полунино эргәһендә ерләгәндәр. Һәм хәҙер Шура 12 мең иптәше менән шунда ята. Ғаилә менән Тверь өлкәһенә (элекке Калинин өлкәһе), был туғандар ҡәберлегенә мотлаҡ барасаҡбыҙ. Бындай ҡәберлектәр Ржев эргәһендә - иҫәпһеҙ. Шул тиклем аяуһыҙ һуғыштар барған, уларҙан һуң ер өҫтө һалдат мәйеттәре менән ҡапланған. Һәр ауылда - туғандар ҡәберлеге. Әйтеүҙәренсә, төнгө ун икенән һуң халыҡ урамға сыҡмаҫҡа тырыша: күптәрҙең күҙенә яугирҙар шәүләһе күренә, хәрби амуницияла, ҡулдарына ҡорал тотҡан... Унда бар нәмә һуғыш менән һуғарылған, шуның менән йәшәй халыҡ. Һүҙе лә нисек татлы - йәшәй. Ун меңләгән Шуралар, Ваня, Маша, Хәсән, Ғәли, Мораттар арҡаһында...
       Ржев эргәһендә һәләк булғандарҙың күбеһе - йәштәр, байтағы - бөтөнләй үҫмер генә. Совинформбюро мәғлүмәтенән һуң ("Ауыр юғалтыуҙар менән Ҡыҙыл Армия ил эсенә ҡарай сигенергә мәжбүр.. ."), хәрби комиссариатҡа йүгергән, фронтҡа ебәреүҙәрен һораған, үтенгән, талап иткән йәштәр. "Бурыс", "намыҫ", "үҙеңде ҡорбан итеү" төшөнсәләрен улар пафосһыҙ, маҡтаныуһыҙ, ҡағыҙҙан ябай ғына үҙҙәренең тормошона күсергән. 9 Май өс көн элек үтте. Әммә бөгөн дә, иртәгә лә 9 май - хәтерҙә һаҡлаған тиклем шулай буласаҡ. Ә беҙ хәтерләйбеҙ. Һәм, миңә ҡалһа, беҙ белеп үҫкән был героизм, тиңдәшһеҙ батырлыҡ, һиҙелмәһә лә, күңелебеҙгә һалынған, берәй фажиғә була ҡалһа, йөрәк төпкөлөнән мотлаҡ ҡалҡып сығасаҡ. Атай-олатайҙар тауышы, васыяты менән. Мин быға ышанам. Һәм тағы ла шуға: был ышанысты бер ҡасан да ныҡлыҡҡа тикшерергә кәрәкмәйәсәк.
       Фотоны Регина Насретдинова реставрациялаған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал