6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

30 мең кеше Хәрби парадҡа килде
11.05.10


       Изге Еңеү байрамы көнөндә тәбиғәт тә аяҙ торҙо. Ҡояш, күк йөҙөндә болоттоң әҫәре лә юҡ, еләҫ ел иҫә - нисек өйҙә ултырып сыҙамаҡ? Ләкин 9 май иртәһендә халыҡ тәбиғәт ҡуйынына ла, баҡсаға ла ашыҡманы, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан ҡаланың хәрби парад үтәсәк төп майҙанына ағылды. Транспорт хәрәкәте туҡтатылды, һәм кешеләр юл буйлап атланы - Октябрь проспектынан ҡасан тағы йәйәү үтәһең әле? Күптәр парадҡа ғаиләһе менән килде, күбеһенең ҡулында - фотоаппараттар һәм видеокамералар.
       Өфөләге быйылғы Еңеү парады һуңғы йылдарҙан иң күләмлеһе ине. Бар Рәсәйҙәге кеүек үк, уның тантаналы өлөшө илебеҙ президенты Дмитрий Медведевтың ҡотлауынан башланды. Баш главнокомандующий сығышы майҙанда урынлаштырылған экрандар ярҙамында тура эфирҙа трансляцияланды. Өс тапҡыр "Ура!" ҡысҡырғандан һуң парадтар бар Рәсәй буйынса бер үк ваҡытта старт алды.
       Өфөнөң төп магистрале буйлап ике меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр, курсант һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тантаналы марш менән үтте. Байрам йөрөшөн Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатынан барабансылар взводы асты. Майҙанға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан территорияһында ойошторолған Ҡыҙыл Армия частары һәм берләшмәләренең хәрби байраҡтарын алып сыҡтылар: иң тәүҙә халыҡ генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын күрҙе. Башҡорт атлылары Дондан Эльбаға тиклем яу менән үткән. Дүрт меңгә яҡын һыбайлы орден һәм миҙалдар менән наградланған, 78-е Советтар Союзы Геройы булған, бишәүһе - Дан орденының тулы кавалеры. Икенсе байраҡ республиканың икенсе легендар улы - Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов етәкселек иткән 58-се гвардия Ҡыҙыл байраҡ Томашувский 3-сө дәрәжәләге Суворов орденлы кавалерия полкыныҡы ине.
       Байраҡ төркөмөнән һуң Башҡортостандың ветерандар ойошмаһы вәкилдәре, шул иҫәптән афған һуғышында ҡатнашыусылар атланы. Улар артынан хәрби-патриотик клубтарҙың курсанттары һәм кадеттар теҙелде: бөгөн Өфөлә 1,5 мең үҫмер шөғөлләнгән ошондай 21 клуб һәм ете кадет класы бар.
       Башҡортостанда дислокацияланған ғәскәри частар ҙа тантаналы марш менән үтте. Уларҙан һуң төбәктең хоҡуҡ һаҡлау һәм көс структуралары - БР буйынса Эске эштәр министрлығы милиционерҙары, республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы ҡотҡарыусылары, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы вәкилдәре, БР буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре, РФ Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы офицерҙары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары теҙелде.
       Тамашасылар автомобилдәр һәм махсус техника колоннаһын ихлас сәләмләне. Һуғыш йылдары техникаһы алдынан Т-34 танкыһы килде. Легендар "утыҙ дүртенсе" - бар совет танкылары араһында киң билдәле һәм иң ныҡ таралған техника, ул Икенсе бөтә донъя һуғышының төп символдарының береһенә әйләнгән. Артынса Ирбит мотозаводының М-72 мотоциклы менән трофейға төшкән "Диаманд", ГАЗ-67, ГАЗ-69, данлыҡлы ЗИС-5 һәм ГАЗ-АА - "полуторка" күренде.
       Тамашасылар Советтар Союзына лендлиз буйынса ҡайтарылған "Виллис"тарҙы, шәхси коллекциянан "Паккард", "Мерседес-бенц Пульман"ды, һуғыш ваҡытында өҫтөнә туп ҡуйылған "Вендерер" кеүек ретроавтомобилдәрҙе тағы ҡайҙа күрер ине?
       Парадта билдәле совет еңел автомобиле ГАЗ-М20 "Победа"һы ла ҡатнашты: СССР-ҙа уны һуғыштан һуң сығара башлағандар, ә үҙенең исеме өсөн машина фашистик Германияны еңеүгә бурыслы.
       Техниканың хәҙерге заман өлгөләре сифатында "Тигр" милиция броневигы, "Лавина-Ураган" вездеходы, БТР, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереү машиналары, ДОСААФ техникаһы күрһәтелде. Автомобилдәр маршын "Тополь-М" ракета комплексы тамамланы. Һәм машиналарҙан һуң фюзеляж аҫтына һуғыш йылдарындағы һалдат хатын хәтерләтеүсе өсмөйөш беркетелгән вертолет осоп үтте.
       Техника күргәҙмәһенән һуң театрлаштырылған тамаша башланды. Майҙанға Бөйөк Ватан һуғышы йылдары кейемендәге пехоталылар, һыбайлылар, һалдаттар сыҡты.
       Байрам тантанаһын 30 меңгә яҡын ҡала халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары, шул иҫәптән 800 самаһы ветеран күҙәтте. Уларға, һуғыш ваҡиғаларының тере шаһиттарына ултырырға үҙәктән иң уңайлы урындар бирелде. Һуңғы иҫәпләүҙәр буйынса әлеге ваҡытта Өфөлә өс меңдән ашыу фронтовик йәшәй. Һуғыш йылдарында республика яу яланына 700 меңдән ашыу һалдат оҙатҡан, шуларҙың яртыһы тыуған яғына әйләнеп ҡайтмаған.
       Иван Федоров 18 йәшендә фронтҡа киткән һәм һуғыш дауамында снайпер булып хеҙмәт иткән. Һуғыш башланғанда Һарытауҙа йәшәгән, һуңынан инде Өфөлә төпләнгән - ғаилә ҡорған, балалар үҫтергән, хәҙер иһә ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре үҫә.
       - Бер ҡасан да Еңеү менән ҡотларға онотмаған туғандарыма рәхмәт! Бына хәҙер парадтан һуң ҡыҙыма йүнәләбеҙ, унда өҫтәл дә әҙерләгәндәр инде, - ти фронтовик.
       Ә Башҡортостандың Матрай районынан (хәҙерге Йылайыр районы) Йәмил Ғәлимовҡа 1941-ҙә ни бары 12 йәш була. Һуғыш йылдарында үҫмер машина-трактор станцияһында эшләгән. "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә ул парадтан һуң икеһе лә һуғышта ҡатнашҡан, авиацияла хеҙмәт иткән оло апаһы менән еҙнәһенә ҡунаҡҡа йыйыныуын белдерҙе.
       - Республика, ҡала етәкселеге ветерандарға һәр ваҡыт тейешле иғтибар бүлде, ярҙам итте. Тәү сиратта был һуғышта ҡатнашыусыларға ҡағылһа, хәҙер тыл хеҙмәтсәндәренә лә иғтибар артты, - ти Ғәлимов. - Беҙ бит фронтовиктарға ҡарағанда йәшерәк, һәм күмәгерәк. Йылдар үҙенекен итә - Еңеүҙең 70 йыллығы бөтөнләй тыл хеҙмәтсәндәре байрамына әйләнәсәк - һуғышта ҡатнашыусылар бик аҙ ҡаласаҡ...
       Олег Яровиков фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал