6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Даталар

Бик аҙ ҡалған ветерандарыбыҙға сәскәләр
08.05.10


       Иртәгә - Бөйөк Еңеү Көнө. 65 йыл элек һуңғы оло һуғыш тамамланған. Беҙ "ҡыҙыу нөктәләр" һәм ядро ҡоралы заманында йәшәйбеҙ, шулай ҙа илебеҙгә 1941-1945 йылдарҙа күрергә яҙған ҡот осҡос фажиғә, бәхетебеҙгә, башҡаса ҡабатланманы. Әлеге ваҡыттағы сағыу еңеүҙәр - тыныслыҡ ҡаҙаныштары, - хәҙер беҙ башҡа илдәр менән иҡтисад, экология өлкәләрендә, йәшәү кимәле һәм сифат мәсьәләләре буйынса, шул иҫәптән еңеүҙәр даими булып торған спортта ярышабыҙ һәм хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
       Бөгөн "БАШвестЪ" Башҡортостандың билдәле спортсыларынан илебеҙ 9 майҙа билдәләйәсәк байрам һәм онотоу мөмкин булмаған алыҫта ҡалған һуғыш тураһындағы уйҙары менән уртаҡлашыуын һораны.
       Ирек Зарипов, дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, дүрт тапҡыр донъя кубогы чемпионы, биатлон һәм саңғы уҙыштары буйынса донъя чемпионаттарында күп тапҡыр призер булған кеше:
       - Мин әлеге мәлдә республиканың Салауат районындағы шифаханала дауаланам. 9 майҙа бында ветерандарҙы ҡотлаясаҡтар, мин дә был тантанала ҡатнашырға йыйынам.
       Минең өсөн бик мөһим байрам был. Бөйөк байрам. Атай-олатайҙарыбыҙ һуғышта ҡатнашҡан, мохтажлыҡ кисергән, беҙ тыныслыҡта йәшәһен өсөн һәләк булған. Беҙ уларға барыһы өсөн дә рәхмәтле булырға тейешбеҙ.
       Ул Еңеүҙән һуң күп ваҡыт үткән. Ҡартатайҙарым һуғышта ҡатнашҡанмы, әллә производствола тир түккәнме - быныһын аныҡ ҡына белмәйем. Әммә ул ваҡытта берәү ҙә һуғыштан ситтә ҡалмаған, шуға күрә улар ҙа үҙ өлөшөн индергәндер, тип уйлайым.
       Нияз Фәйзуллин, бокс буйынса иң ҙур ауырлыҡ категорияһында Рәсәй чемпионы, 2008 йылғы донъя кубогының бронза призеры, күп тапҡыр халыҡ-ара турнирҙарҙа еңеүсе:
       - Был көнгә бик йылы ҡараштамын, илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап алып ҡалған ҡартатай һәм өләсәйҙәр менән ныҡ ғорурланам. Башҡаларҙыҡы кеүек үк, минең ҡартатайым да һуғышты үткән. Ул мин бәләкәй саҡта уҡ мәрхүм булған.
       Әле беҙ Рәсәй йыйылма командаһы менән Кисловодскиҙа сборҙа, быйыл йәй Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арнап үткәреләсәк Европа чемпионатына әҙерләнәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ хөрмәтенә еңеү яулар өсөн унда эләгергә теләйем. 9 майҙа ғәҙәти күнекмә көнө көтөлә. Ниндәйҙер махсус тантаналар билдәләнмәй.
       Максим Чудов, Олимпиаданың бронза призеры, биатлон буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы:
       - Был байрам тураһында һөйләр алдынан тәүҙә ветерандарҙы хәтергә алырға кәрәк. Һеҙҙең гәзит аша ветерандарҙы ҡотларға теләйем һәм дәүләт менән йәмғиәттең улар тураһында күберәк хәстәрлек күрергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә. Иғтибар бүлергә, ярҙам итергә, һүҙҙәр менән генә сикләнмәйенсә, эш башҡарырға кәрәк, ҡоро вәғәҙә бирергә түгел. Шул саҡта йәшәүе лә күпкә күңеллерәк булыр ине. Уларға бит ниндәйҙер ваҡлыҡтар ҙа шатлыҡ килтерә. Улар тураһында һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға һәм ярҙамдан өҙмәҫкә. Был кешеләр беҙҙең матур йәшәүебеҙ өсөн байтаҡ көсөн, сәләмәтлеген, күбеһе - ғүмерен биргән.
       Минең ҡартатайҙарым да һуғышта ҡатнашҡан. Кәләшемдең өләсәһе Ленинград блокадаһын үткән һәм әле лә иҫән. 9 майҙа беҙ Ырымбурҙа булабыҙ һәм уны мотлаҡ ҡотларға йыйынабыҙ.
       Спортты заман һуғышы тип әйтеп буламы?.. Юҡ! Спорт - ул тамаша. Ә һуғыш - ҡурҡыныс фажиғә, һәм унда айырым халыҡтарҙы ҡырыу һәм ҡол итеү тураһында һүҙ алып барылған. Беҙ, биатлонсылар, йүгерә һәм ата беләбеҙ, итальяндар, австриялылар, поляк, немец, француздар менән ярышабыҙ. Ләкин был бөтөнләй икенсе нәмә. Ярышыу мөмкин булған хәл. Иртәгә һуғыш башлана ҡалһа, мин дә мотлаҡ мылтыҡ менән сафҡа баҫасаҡмын. Һеҙ ҙә баҫасаҡһығыҙ бит, шулаймы?
       Андрей Сидякин, хоккей буйынса Рәсәй чемпионы:
       - Мин 9 май байрамына ҡарата тәрән тойғолар кисерәм. Был көндө ғаилә менән Мәскәүҙә Еңеү Парадын ҡараясаҡбыҙ һәм һуңынан паркка ял итергә сығасаҡбыҙ. Бар ветерандарҙы тәбрикләп, уларға иң тәүҙә һаулыҡ теләргә ине. Үҙемдең ҡартатайым да яуҙа ҡатнашҡан, артиллерист булып бар һуғышты үткән. Мин бик бәләкәй саҡта уҡ вафат булған. Уның менән һуғыш тураһында һөйләшергә өлгөрмәнем. Хәйер, бер таныш ветераным да ҡалманы хәҙер...
       Әле илдәр араһында спортта ярышыу ғына барлығына, һуғыш булмауына бик шатмын. Башҡа төрлөһө булырға тейеш түгел. Йыйылма команда егеттәренең фекерен ҡеүәтләйем, 9 майҙа һәм, ғөмүмән, чемпионатта мотлаҡ еңергә кәрәк. Бер байрам булғанда бик һәйбәт, ә спортсылар еңһә, йәнә шатлыҡ өҫтәләсәк.
       Евгений Вайцеховский, донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа чемпионы, ҡаяға менеү спортында күп тапҡыр донъя кубогын яулаусы:
       - 9 майҙа Өфөлә булам. Ғәҙәттә, был көндө ҡалала булғанда һәр ваҡыт урамға сығам һәм ветерандарға сәскәләр таратам. Уларға матур кәйеф бүләк итә алғаныма үҙем дә ҙур ҡәнәғәтләнеү кисерәм.
       Башҡа Рәсәй ғаиләләре кеүек үк, минең ғаиләмә лә һуғыш ҡағылған. Өләсәйем Украинанан, ҡарт ҡартатайымдың һуғыш ғәрәсәтен үтеүен аныҡ беләм. Мәктәптә китап уҡырға яратманым, ә бына һуғыш тураһында уҡыным.
       Ветерандарға иң яҡшы теләктәр генә теләйем. Ихтирам итәм был кешеләрҙе. Улар хәҙер бик аҙ ҡалды...
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал