6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Шәхес

Мансаф Ғәлиевтың армия компоты
08.05.10


       Артиллерияның утҡа тотоуы арҡаһында ағастарҙан ҡойолған алма һәм абрикостарҙан компотты һуғышта ғына тәмләргә мөмкиндер ул. Туптан аттылармы - йый ҙа, компот ҡайнат, тағы атһалар - тағы ҡайнат, һәм был көн һайын, ай һайын, 1944 йылда йәй буйына дауам итә...
       Отставкалағы генерал-майор Мансаф Нурый улы Ғәлиев һуғыш тураһында үҙе күреп белгән кеше. Ул, һуғыш ваҡытында лейтенант, ашауға һәм йоҡоға туя алмаған иптәштәре менән Днестр буйында оборонала торғанда үрҙә яҙылғанса йәй буйына компот эскән. Йылғаның бер яҡ ярында улар, икенсеһендә - немецтар.
       Мансаф Ғәлиевтың үҙенән үҙе көлөп әйтеүенсә, ҡыҙыҡ, ләкин һуғыш башланғанын да, тамамланғанын да ул... йоҡлап үткәргән. Шәмбе көндө, 1941 йылдың 21 июнендә Кушнаренко педучилищеһының икенсе курс студенты Мансаф Ғәлиев ҙур курстағы иптәштәренең сығарылыш кисәһен билдәләй. Байрам, ғәҙәттәгесә, оҙаҡҡа һуҙыла.
       Йоҡонан уянғанда, был ваҡытта төш етеп килгән була, Кушнаренконан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Саҡмағоштағы тыуған ауылы Яңы Ҡалмашҡа йәйәү атлай. Ҡайтып еткәс, һуғыш башланғанын белә.
       Ваҡиғаларҙы тиҙләтеп, шуны әйтә алам - һуғыш тамамланыуын да Мансаф Ғәлиев йоҡо аралаш ҡаршылай. Австрия Мельнында була был. Арыған лейтенант дежурҙан һуң ял итергә ятыуы була, хеҙмәттәштәре йүгереп килеп һөрән һала: Еңеү! Һуғыш бөттө!
       - Мин бер ҡасан да профессиональ хәрби булырға, яҙмышымды армия менән бәйләү тураһында уйламаным, - тип һөйләй беҙҙең гәзиткә отставкалағы генерал-майор Мансаф Ғәлиев. - Мин бит педучилищела ла уҡып бөтә алманым, ике курс ҡына тамамлап өлгөрҙөм, һәм ҡапыл - һуғыш...
       1942 йылдың декабрендә армияға саҡырғанда миңә ни бары 17 йәш ине. Астрахандең хәрби-пехота училищеһына уҡырға индем һәм уны 44-тең апрелендә тамамлап, фронтҡа юлландым. III Украина фронтына эләктем, 57-се армияға, унда кесе лейтенант званиеһында взвод менән етәкселек итә башланым.
       Украинаның уң яҡ ярындағы уңышлы һөжүм һөҙөмтәһендә 1944 йылдың апрелендә II Украина фронты ғәскәрҙәре Яссы, Оргеев ҡалаларының төньяғында оборонаға күсте. Ә беҙ, III Украина фронты ғәскәрҙәре, Днестр йылғаһына сыҡтыҡ һәм уның көнбайыш ярында бер нисә плацдармды ҡулға төшөрҙөк. Бар йәй Днестрҙы обороналап үтте. Провиант етешмәй, траншеяларҙа ярым ас торҙоҡ. Утҡа тотҡандан һуң өҫтөбөҙгә алма, абрикостар ҡойола, ә беҙ уларҙан компот ҡайнатабыҙ, - тип көлөп һөйләй ветеран.
       Ғөмүмән алғанда, төнөн немец разведчиктарының ҡулына төшмәҫ өсөн һәр ваҡыт һиҙгерлек һаҡларға тура килде, сөнки разведка шәп эшләй ине. Ләкин һөҙөмтәлә беҙ барыбер ныҡ торҙоҡ, ауыр хеҙмәт менән эләккәнде дошманға бирмәнек.
       1944 йылдың 20 авгусында Яссы-Кишинев операцияһы - совет ғәскәрҙәренең Балкан йүнәлешендәге эре немец-фашист һәм румын ғәскәрҙәре төркөмөн юҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған һөжүм операцияһы башланды. Ул ике фронт - II һәм III Украина, шулай уҡ Ҡара диңгеҙ флоты һәм Дунай флотилияһы көстәре менән үткәрелде. Хәйер, мин Яссы-Кишинев операцияһы башында уҡ йәрәхәтләндем һәм мине госпиталгә, Тирасполгә, артабан Одессаға оҙаттылар.
       Һауыҡҡандан һуң Ғәлиев дүртенсе гвардия армияһының 34-се уҡсылар дивизияһы составында Югославия һәм Румыния территорияһындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Артабан уларҙың дивизияһы Венгрияла, Будапешт янында фашистар менән ҡаты һуғыштар алып бара.
       Дөйөм алғанда Мансаф Ғәлиев автомат менән биш илде атлап үткән (беҙҙең илде һанамағанда). Был Румыния, Венгрия, Болгария, Югославия һәм Австрия. Һәм нимәһе мөһим, совет һалдаттарына урындағы халыҡ һәр ваҡыт йылы ҡарашта булған, уларҙы оккупанттар итеп түгел, ә яҡлаусылар итеп ҡабул иткән.
       Үрҙә әйтелгәнсә, Саҡмағош районы улы Еңеүҙе Австрияла ҡаршылай, уға артабан бында 1951 йылға тиклем хеҙмәт итергә тура килә. Шунда ул өлкән лейтенант званиеһын ала, автоматсылар ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә. Артабан уны Украинаның Славутаһына ебәрәләр, ул унда өйләнә. Хәйер, ҡатынын Ғәлиев Башҡортостандан алып килгән. Шул уҡ 1951 йылда тыуған яҡтарына отпускыға ҡайтҡанында Өфөлә Әнисә Нурлығаян ҡыҙы менән таныша, бер аҙ ваҡыттан һуң буласаҡ ҡатынын Славутаға күсереп алып килә. Әйткәндәй, улар 60 йыл инде бергәләр. Быйыл улар, Алла бирһә, ғаилә бәйләнешенең алмаз ныҡлығы символы - бриллиант туйҙарын билдәләйәсәк.
       - Тап шунда, Славутала, ҡыҙыбыҙ Лилиә тыуҙы, - ти әңгәмәсебеҙ. - Унда киске мәктәпте тамамланым, һуңынан Львовта офицерҙарҙы ҡайтанан әҙерләү буйынса хәрби курстарҙа уҡыным. Һәм һуңынан ғына, ә был 1956 йылда булды, Ленинград тыл һәм транспорт хәрби академияһының команда факультетына уҡырға индем, өс йылдан һуң уны уңышлы тамамланым.
       Билдәле булыуынса, хәрби кеше - мәңгелек мосафир, ғүмере буйы сумаҙан өҫтөндә. Мансаф Ғәлиевҡа ла үҙ ғүмерендә СССР һәм сит ил буйлап күп йөрөргә тура килә. Мәҫәлән, хәрби академияны тамамлағас та, уны Тамбовҡа йүнәлтәләр, унан - Ковровҡа, артабан - Германияға.
       Белоруссия, Бобруйск ҡалаһы, бишенсе гвардия танк армияһы Ғәлиевтар өсөн һуңғы "дислокация" урынына әйләнә. Мансаф Нурый улы 1983 йылда демобилизациялана һәм шунда уҡ Өфөгә ҡайта. Демобилизациянан һуң һигеҙ йыл дауамында йәмәғәт эшендә - Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советының йәштәр менән эшләү буйынса комиссияһында эшләй.
       Дивизияның ойоштороу-план бүлексәһе начальнигы, полк командиры урынбаҫары, дивизия командиры урынбаҫары, тылдағы армия командующийы - Мансаф Нурый улы биләгән вазифаларҙың бер нисәүһе генә әле былар.
       Ғәлиевтарға килгәндә йорт хужаһын "БАШвестЪ" өҫтәл артында ултырғанында тап итте, Мансаф Нурый улы ветеран дуҫтарына Еңеү Көнө менән ҡотлап окрыткалар яҙа ине. Ҡайһы берәүҙәре менән ул бөгөн Еңеү паркында сәскәләр һалыу һәм Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимовҡа һәйкәлдәр асыу тантанаһында күрешәсәк. Кемеһендер - иртәгә Конгресс-холдағы тантаналы йыйылышта, ҡайһыларын Ленин майҙанындағы Еңеү парадында осратасаҡ. Йәнә берәүҙәре генерал Ғәлиевтан изге теләктәр яҙылған открыткалар аласаҡ.
       - Еңеү Көнө минең өсөн был донъяла булған бар байрамдарҙан да мөһимерәк, - тип тамамлай беҙҙең әңгәмәне Мансаф Нурый улы. - Унан әһәмиәтлерәк дата юҡ. Һеҙ уйлап ҡына ҡарағыҙ: был ниндәй оло хеҙмәт, ҙур ҡорбан, ҙур ҡаҙаныш. Был турала беҙ белергә, хәтерләргә, һуғышһыҙ киләсәгебеҙ өсөн үҙенең ғүмерен аямаған, тереләр араһында булмаған яугирҙар иҫтәлеген хөрмәтләргә тейешбеҙ.
       Олег Яровиков фотоһы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал