6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

Ә һиндә Георгий таҫмаһы бармы?
07.05.10


       Һеҙ Георгий таҫмаһын алдығыҙмы? Юҡ! Улайһа иғтибарлы булығыҙ! Урамдан үткәндә ян-яғығыҙға ҡарағыҙ. Һалдат формаһында йәш егеттәр күренмәйме? Бөйөк Ватан һуғышының ысын символына әйләнгән был таҫманы тап уларҙан алырға мөмкин.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Мин хәтерләйем, мин ғорурланам!" лозунгыһы аҫтында "Георгий таҫмаһы" бөтә Рәсәй акцияһы беҙҙең илдә алтынсыға үткәрелә. Тәүге тапҡыр ҡыҙғылт һары-ҡара таҫмаларҙы 2005 йылдың 9 майы алдынан мәскәүлеләргә тараталар. Акция уңышлы үтә, халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныуын белдерә. Һәм шул саҡта ил хөкүмәте Георгий таҫмаларын Мәскәүҙән тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә таратырға ҡарар итә.
       Йылдар үткән һайын патриотик акция күләмлерәк була бара, кешеләр күберәк ҡатнаша. Биш йыл эсендә 55 миллиондан ашыу таҫма таратылған. Һәм бер беҙҙең илдә генә түгел, был акция бар донъяны яулай. Уҙған йылда, мәҫәлән, Рәсәй һәм БДБ илдәренән тыш, акцияла Бөйөк Британия, АҠШ, Мексика, Төркиә, Аргентина, Ҡытай, Исландия, Көньяҡ Африка республикаһы, Греция, Вьетнам, Эстония, Латвия, Франция, Италия, Германия һәм Бельгия ҡатнашҡан.
       Быйыл "Георгий таҫмаһы" акцияһы 22 апрелдә старт алды. Уны ойоштороусылар бар донъя буйлап ун миллион самаһы таҫма таратырға ниәтләй.
       Бөйөк Еңеүҙең сисмволы сифатында ниңә тап Георгий таҫмаһы һайланыуы ҡыҙыҡһындырамы һеҙҙе? Эш шунда, был таҫма ошо ролгә нығыраҡ тап килә. Элек был ҡыҙғылт һары-ҡара таҫма Изге Георгий орденын, Георгий тәреһен һәм Георгий миҙалын биҙәгән. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул совет наградлау системаһына "Гвардия таҫмаһы" исеме аҫтында индерелә. Уны Дан орденының һәм "1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалының ҡалыбын биҙәүҙә ҡулланалар. Таҫма төҫө - ҡыҙғыл-һары һәм ҡара төҫтәр - "төтөн һәм ялҡын"ды аңлата һәм яу яланында һалдаттың шәхси батырлығын билдәләүсе булып тора. Тимәк, Георгий таҫмаһының һуғыш геройҙары хаҡындағы хәтергә торошло символ булыуында шик юҡ.
       Уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе Георгий таҫмаһын нисек һәм ҡайҙа бәйләргә кәрәклеге менән ҡыҙыҡһына. Быны "БАШвест"ттағы эҙләү өсөн билдәләнгән бүлек күрһәтә. Акцияны ойоштороусылар таҫма менән автомобилде, суумканы йәки кейемде биҙәргә кәңәш итә. Әммә "БАШвестЪ" ойошторған мини һорау алыуҙа ҡатнашыусылар патриотик акцияға ҡатнашлығын күрһәтеү өсөн креатив алымдар ҙа уйлап тапҡан.
       Мәҫәлән, һорауға яуап биреүселәрҙең бер өлөшө таҫманан беләҙек эшләргә тәҡдим итә. Ярайһы үҙенсәлекле биҙәүес килеп сығасаҡ, уны бер Еңеү көнөндә генә түгел, башҡа ваҡытта ла тағып йөрөргә мөмкин буласаҡ. Автомобиле булмаған респонденттар Георгий таҫмаһын велоосипедҡа, мотороллерға, мотоциклға һәм башҡа төрлө транспорт сараларына тағырға кәрәклеген билдәләй. Таҫманан сәсенә биҙәүес әйбере йәки шнур эшләргә теләүселәр ҙә бар. Бында инде кем нимәгә һәләтле.
       Һорауға яуап биреүселәрҙең күбеһе шулай ҙа стандарт варианттар яҡлы. Күптәр таҫманы сумкаһына тағырға ниәтләй, йәнә берәүҙәре кейемгә ҡаҙауҙы өҫтөн күрә, ҡайһылары уны автомобиль көҙгөһөнә йәки антеннаһына тағасаҡ.
       Ә хәҙер һеҙ, был таҫманы ҡайҙа алырға мөмкин, тигән һорауға яуап аласаҡһығыҙ. Георгий таҫмаһын таратыусы һалдат кейемендәге волонтерҙарҙы бик йыш кешеләр күмәк йыйылған урындарҙа - үҙәк урамдарҙа, майҙан һәм скверҙарҙа, парктарҙа осратырға мөмкин. Өҫтәүенә, быйыл таҫманы улар көн һайын тарата.
       Өфөлә Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙансыҡ, Ленин исемендәге һәм Совет майҙандары, эре сауҙа-күңел асыу үҙәктәре янындағы майҙандар, парктар Георгий таҫмаһын даими таратыу урындары булып ҡала. Республиканың ҡала һәм райондарында таҫманы популяр урындарҙан һәм үҙәк майҙандарҙан эҙләгеҙ. Уларҙы 9 Май - Еңеү көнөнә тиклем таратасаҡтар.
       Һорау алыу үткәреүебеҙ һөҙөмтәһендә әңгәмәселәребеҙҙең сирек өлөшөнөң генә Георгий таҫмаһын алыуҙары асыҡланды. Һәм таҫма алмағандарҙың күбеһе был турала күптән хыял итә икән. Шуға күрә беҙ барығыҙҙы ла әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ. Байрам алды көндәрендә парк һәм скверҙарға йышыраҡ сығығыҙ. Һауа торошо ла шәп бит. Һеҙгә мотлаҡ уңыш йылмаясаҡ, һәм һеҙ, ниһайәт, Георгий таҫмаһын бүләк итәсәк волонтерҙы тап итерһегеҙ!
       Бар донъя буйынса миллионлаған кеше, таҫма бәйләп, һуғыш ветерандарына ихтирамын, теләктәшлеген белдерә. Һеҙ ҙә уларға ҡушылырға ашығығыҙ.
       Андрей Старостин фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал