6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Симфоник оркестрға хәтирәләр мөһим
06.05.10


       - Сығыш яһағанда, зинһар, Ватаныбыҙҙы фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған туғандарығыҙҙы хәтергә төшөрөгөҙ. Иҫтәлектәр эшкә күңел һалырға, шул йылдарҙың атмосфераһын тойорға ярҙам итер, - шундай һүҙҙәр менән музыканттарына нәсихәт бирә дирижер, Башҡортостандың халыҡ артисы Таһир Камалов.
       Көн элгәре Өфө сәнғәт училищеһы залында маэстро ҡулы аҫтында Башҡортостан Республикаһының симфоник оркестры Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына бағышланған "Һуғыш музыкаһы. Еңеү музыкаһы" исемле байрам концертын тәҡдим итте. Тантаналы сараға тиклем бер көн алдан, репетиция барышында, Таһир Камалов "БАШвестЪ" менән етеп килгән байрамға ҡағылышлы тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм оркестр әҙерләгән программа тураһында һөйләне.
       - Еңеү Көнө - ул атай-олатайҙарымдың байрамы. Мин илде атайымдың Ватаны һәм ҡартатай-олатайҙар зыяраты кеүек ҡабул итәм. 9 Май - ир-егеттәр өсөн, берҙәмлек, еңеп сығыу байрамы, хәтер һәм һәләк булғандарҙы юҡһыныу көнө, һәм шул уҡ ваҡытта ул - яҡты, шатлыҡлы байрам. Был һуғыштағы Еңеүҙе онотоу халыҡтың үҙен онотоуға тиң. Ул халыҡ өсөн телгә бәрәбәр. Бындай көндәрҙә беҙ кемгә бурыслы булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрөргә тейешбеҙ. Минең был һуғышта ике туған ике олатайым хәбәрһеҙ юғалды. Махсус сайттарҙа күптән түгел бер мәғлүмәт таптым - туғандарымдың береһе Камалов Әхмәтзәки Ғәйникамал 1942 йылда Сталинград эргәһендә һәләк булған. Икенсе олатайым хаҡында, үкенескә күрә, бер мәғлүмәт тә тапманым. Улар икеһе лә бик һәләтле һәм музыка менән бәйле кеше булған. Олатайҙарым скрипкала, тальянда, гармунда уйнаған һәм шуның менән бергә акробатик күнекмәләр ҙә башҡарған, улар тураһында шаян, тормош һөйгән кешеләр ине, тип һөйләйҙәр. Фронттан әйләнеп ҡайта алмаған туғандарым араһынан уларҙың иң сағыу шәхес булыуҙары үкенес. Минең уйымса, яуҙа иң яҡшылар - тәүәккәл, бер-береһе өсөн терәк булған, тоғро, ҡыйыу рәүештә Ватаны һағына баҫҡандар башын һалған. Тоғро ҡулдарға тапшырылған ҡоралдың быуаттар буйы ырыу, ҡәбилә туплаған ҡиммәттәрҙе һаҡлауына ихлас ышанам. Ул йәш быуын өсөн киләсәкте һаҡларға һәм иртәгәһе көндө тәьмин итергә бурыслы. Бына ошо инде ир-егеттәрҙең тормошҡа булған нигеҙле ҡарашының асылы.
       Үҙе лә яугир булараҡ - элек күсереп йөрөтмәле зенит-ракета комплексы бүлексәһе командиры булған - Таһир Камаловтың билдәләүенсә, үҙенең дуҫтары - полкташтары менән был датаны улар туғанлыҡ байрамы кеүек ҡабул итә һәм оло быуынға - һуғыш ветерандарына тәрән ихтирамын белдерергә тырыша.
       - Дуҫтарым араһында орден алған, хәҙерге заман һуғыштарында ҡатнашҡандар күп, улар менән аралашып, ниндәй заман булыуына, Ватанға ҡараштың үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһендә Ватан ауыр саҡта ҡулын һуҙыр, ағай-энеһен, дуҫын ҡотҡарырға ярҙам итер, тигән ышаныс барлығын тоям. Дуҫтар бергә йыйылғанда, уларға ҡарап һөйөнәм. Мин шулай уҡ бөгөнгө көнгә килеп еткән ветерандарға ла иғтибарлы ҡараштамын. Халҡым тарихы күҙ алдымда торған кеүек, уны мин шәхси миҫалдарҙан өйрәнәм.
       Дирижер яҙмыш ҡушыуы менән булып үткән мөһим осрашыу тураһында телгә ала. Ул Бөйөк Ватан һуғышына тиклем хәрби прокуратура урынлашҡан Воровский урамында була (әле Салауат Юлаев проспекты, элек - Поварская). Унда һуғыш алдынан репрессияға эләккән һәм төрмәгә ултыртылған юғары вазифалағы кешеләр урынлаштырыла.
       - Был тарихи бинанан бер нисә аҙымда ғына урынлашҡан транспорт туҡталышында мин оло йәштәрҙәге ағайҙы күрҙем, ул баҫҡан килеш был бинаға текләп ҡарап тора ине. Мине күрҙе лә, өндәште:
       - Йәш кеше, был урамдың элекке исемен беләһегеҙме? 37-39 йылдарҙа Поварская урамынан эт тә йөрөмәҫ ине. Мин ошо төрмәлә ултырҙым. Һин ошонда серейһең, тинеләр, мыҫҡыл иттеләр, һәм бына нисә йылдан һуң да мин тере әле (һөйләшеү 20 йыл элек булған, күрәһең), ә улар - юҡ. Тимәк, дөрөҫлөк минең яҡта булған, - тип осраҡлы тап килгән кешегә серен систе бабай.
       Таһир Камалов әйтеүенсә, һуғышҡа ҡағылышлы осрашыуҙар уның тормошонда аҙ булмаған. Бер ваҡыт ул бала килеш 1945 йылда Ялта конференцияһында булған кеше менән таныша. Уҡыусыларыбыҙҙың хәтеренә төшөрәйек, союз державаларының 1945 йылдағы Ялта (Ҡырым) конференцияһы - Гитлерға ҡаршы коалиция илдәренең - СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британияның икенсе осрашыуы. Конференция Ҡырымдағы Ялта ҡалаһындағы Ливадия һарайында үткәрелә.
       - Ошо кеше, ул ваҡытта бәләкәй малай, башҡа пионерҙар кеүек Сталинға сәскә биреү урынына гөлләмәһен яҡыныраҡ ултырған Рузвельтҡа тапшыра. Минең яңы танышым Өфөлә йәшәй, һәм ул 15 йәшенән һуң был ваҡиғаның уның бар тормошона йоғонто яһауын йәшермәне.
       Таһир Камалов билдәләүенсә, бындай тарихи ваҡиғалар бихисап, һәм уларҙың барыһы ла кеше яҙмышына туранан-тура бәйле. Музыка ла тарих, психология, тойғо-кисерештәр менән үрелеп бара, һәм байрам программаһын әҙерләгәндә ул әлеге ваҡытта илебеҙҙә барған ваҡиғаларға ла битараф ҡала алмай.
       - Халыҡ һуғыш касафатын йөрәге менән кисерә, - ти дирижер, - Концерт программаһын әҙерләгәндә беҙ унда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡағылышлы музыканы ғына индермәнек, башҡа һуғыштарҙағы Еңеүҙәргә арналғанын да алдыҡ. Башҡарыу өсөн Петр Чайковскийҙың "1812 йыл" исемле тантаналы увертюраһын да индереп, параллель үткәрҙек, сөнки башҡорт ғәскәрҙәре лә был яуҙа ҡатнашҡан. Уларға француз генералы менән бирелгән "Төньяҡ амурҙары" исеме Европала һаман да ҡулланыла, ә беҙҙең ватандаштарыбыҙ менән бөйөк Гетеға бүләк ителгән уҡ менән һаҙаҡ музейҙа һаҡлана. Рус халҡы менән бергә башҡорттар Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын да еңеп сыға алды. Шуға күрә Башҡортостанда Советтар Союзы геройҙарының күп булыуы ла осраҡлы түгел. Халыҡтың ҡаһарманлығы тарихта, йырҙарҙа һәм башҡаларҙа ғына сағылыш тапмаған, ул бихисап юғары наградалар менән дә билдәләнгән.
       Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған концерттың икенсе бүлегендә бөйөк музыкаль мираҫ әҫәрҙәре урын алған. Улар иҫәбендә Андрей Березовскийҙың "Варварлыҡ" вокаль-симфоник картинаһы, Морат Әхмәтовтың "Һуғышта ял юҡ" әҫәре. Һуңғыһы - оҙаҡ ваҡыт үткәндән һуң һуғышҡа яңы ҡараш, уға хәтирәләр аша әйләнеп ҡайтыу ул.
       - Ябай башҡарыуҙа симфоник оркестр менән хәрби марш уйнау - минең күптәнге хыялым, - тип уйҙары менән уртаҡлашты сығышы алдынан Таһир Камалов. - Шулай итеп, концертта Семен Чернецкийҙың танкистар маршы, Петр Чайковскийҙың "Славян маршы", Юлий Хайттың "Һаман юғарыраҡ" авиация маршы һәм башҡалар башҡарыласаҡ. Шулай уҡ Микаэл Таривердиевтың "Яҙҙың ун ете миҙгеле" кинофильмынан сюиталар уйнаясаҡбыҙ, сөнки был картинаның совет һалдатына тәьҫире ҙур булды һәм ул әле лә замандаштарыбыҙҙы битараф ҡалдырмай. Байрам концертын бөйөк йыр - "Еңеү көнө" менән тамамлаясаҡбыҙ.
       Әңгәмәлә Таһир Камаловтың билдәләүенсә, һуғыш менән бәйле Рәсәй музыкаһы сағыулығы менән айырылып тора, - сөнки ул Еңеү музыкаһы. Кисә өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн БР Милли симфоник оркестры аккомпанементына уны БР Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм дирижер Илдар Ишбирҙин), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Владимир Копытов һәм Любовь Буторина башҡарҙы.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал