6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Pink Floydтың ҡартаймаҫ рухы
29.04.10


       Өфө - бәхетле ҡала. Бик ҡатмарлы исемле янартауҙың атылыуы арҡаһында Лондон һәм Манчестер аэропорттары ябылғас, The spirit of Pink Floyd Show төркөмө Рәсәйгә ваҡытында сыға алманы. Һөҙөмтәлә Ырымбурҙағы концерттың булмаясағы, ә Магнитогорскиҙағы һәм Силәбеләгеһенең кисектерелеүе билдәле булды. Ә беҙҙә ул көнөндә үтте. Фанаттар шат ине.
       Эйе, The spirit of Pink Floyd Show - Pink Floydтың үҙе түгел, автор һәм хоҡуҡ эйәләре менән килешеү буйынса легенданың хиттарын уйнаған ярайһы йәш коллектив был. Тормош бер урында тормай, ысын Pink Floydты беҙ, бәлки, бер ҡасан да күрә алмаҫбыҙ. Тимәк, уларҙың эшен дауам итеүселәр ижады менән ҡәнәғәтләнергә генә ҡала.
       Минең уйлауымса, бындай төркөмдәр ваҡыт үткән һайын арта ғына барасаҡ. Легендар музыканттар ҡартая, ләкин тамашасы уларҙың музыкаһын элеккесә тере тауышта ишетергә теләй. Бик күп ҡалаларҙа, шул иҫәптән Өфөлә лә, билдәле хиттарҙы уйнаусылар бар. Һүҙ юҡ - халыҡҡа оҡшай. The spirit of Pink Floyd Show башҡаларҙан юғары профессионализмы һәм тамашаһы, тауыш сифаты менән айырыла. Техниктар һәм тауыш операторы - инглиздәр, аппаратура һәм яҡтылыҡ - юғары кимәлдә. Барыһы ла энәһе-ебенә тиклем уйланылған. Ысын профессиональ концертҡа тамаша ҡылыу - оло бәхет. Был һиңә ялтыр кейемдәге апай-ағайҙарҙың фонограммаға ырғыуы түгел.
       Исеменән күренеүенсә, ваҡытында Дэйвид Гилмор, Роджер Уотерс һәм Pink Floydтың башҡа музыканттары донъяға таратҡан ҡабатланмаҫ рухты күрһәтеү - туғыҙ кешенән торған төркөмдөң төп маҡсаты.
       Килеп сыҡтымы һуң? Әйтеүе ҡыйын. Сөнки мин, әлбиттә, Pink Floydтың бер концертында ла булманым. Ләкин тәьҫораттар шәп.
       Темалары шул уҡ, йырҙары ла шул, хәтәр шәп тауыш һәм ҡатмарлы, концепцияһына тура килгән яҡтылыҡ. Түңәрәк һәм шаҡмаҡ ике экранда видеоһүрәт - ҡыҙ бейей, тәреләр, "МОNEY" һүҙе, бүре бәрәс менән уйнай, Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытындағы ил башлыҡтары бер-береһен алмаштыра, һуғыш кинохроникаһы кадрҙары үтә...
       Pink Floyd тураһында бер нәмә лә белмәгәндәргә белешмә бирәбеҙ, был цивилизациялы илдәрҙә киң билдәле, үҙенең заманы өсөн прогрессив, психоделик музыкаға ҙур иғтибар биреүсе инглиз рок-төркөмө. Команда, тәү сиратта, үҙенең фәлсәфәүи текстары, акустика менән эксперименттары, альбом биҙәлешендә инновациялары һәм күләмле концерттары менән билдәле. Pink Floydтың 200 миллион альбомы һатылған.
       Төркөмдөң төп альбомдары: "The Dark Side of the Moon", "Wish You Were Here", "Animals", "The Wall". Уның фанаттары төркөм тураһында тап ошо альбомдары аша белде.
       "The Dark Side of the Moon" альбомында бар композициялар ҙа бер идеяға бәйләнгән - йырҙар замандың кеше психикаһына баҫым яһауына арналған. Миҫал өсөн, "Моney" хиты дан менән бергә килеп, кешене буйһондорған аҡса тураһында һөйләй, ә "Time" ҡартлыҡ килеүен һәм тормоштоң юҡҡа үтеүен һүрәтләй.
       "Wish You Were Here" альбомындағы төп трек һәм "Shine On You Crazy Diamond" - төркөм ижадының бриллианты.
       "Аnimals" ("Животные") фашлаусы альбомға әйләнде. Эттәр унда бизнесмен-карьеристар образында, сусҡалар - әхлаҡһеҙ сәйәсмәндәр һәм өгөт-нәсихәт уҡыусылар. Эттәр һәм сусҡалар һарыҡтар - ҡаршы өндәшмәүсе өйөр менән идара итә, йәғни быны ябай кешеләр, лидерҙары артынан өнһөҙ эйәреүселәр тип аңларға кәрәк.
       Pink Floydтың иң билдәле альбомы - "Стена" "The Wall" (1979). Төп идеяһы - тыйыуҙарға, кәртәләргә һәм стенаға протест. Ә һуңынан сыҡҡан фильм инглиздәрҙең тәртипте алғы планға ҡуйыуына һәм нығынған идеалдарға ҡаршы сыға. Тап ошо альбомда сыҡты уҡыусыларҙан мәктәптә дөйөм бер фарш эшләүҙәре хаҡындағы Anothe Brick In The Wall исемле иң популяр композициялары.
       Үҙегеҙҙе оҙаҡ йылдар дауамында был альбомдарҙы тыңлап та, үҙҙәрен һаман күрә алмаған кеше урынына ҡуйып ҡарағыҙ. Һәм бына улар, һин уларҙы ишетәһең, тояһың, күрәһең. Сифаты юғары, музыканттар күңел биреп уйнай, энергетика шәп. Бар хиттар ҙа уйналды, ахырҙа киң билдәле, мәктәп тураһында йыр башҡарыла. "Эй, уҡытыусы! Балаларҙан ҡулыңда ал!" Бында ниндәй хис-тойғолар булырға тейеш һуң? Әлбиттә, иң сағыуы.
       Тамашасылар был кистә күп алҡышланы, хатта ҡушылып йырланы, һәм концерттан бәхетле йылмайып сыҡты. Pink Floyd рухын тойҙо.
       The spirit of Pink Floyd Show музыканттарының үҙҙәре тураһында нимә әйтергә һуң? Уларҙың һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы. Барыһы ла тиерлек башҡа проекттарҙа ла ҡатнаша.
       Тәүҙә гүзәл заттар хаҡында. Вокалсыларға Харли фамилияһындағы ике ҡыҙ ҡушылып йырлай - Каролин (брюнет) һәм Адель (һары сәсле һылыу). Улар статист ҡына түгел. Тауыштары йырҙа ишетелә һәм, һис шикһеҙ, композицияны биҙәй.
       Барабанда һәм икенсе гитарала - йәнә ҡыҙҙар. Виртуоз түгелдәр, әлбиттә, әммә үҙҙәренең эшен беләләр. Стела Фэйрхэд уйнауға ҡарағанда матурыраҡ йырлай. Ә һуҡма инструменттарҙағы Каролин Боден күптән түгел Take That менән гастролдәрҙән ҡайтты.
       Клавишалағы Ричард Бэнбоу Pink Floydтың элекке музыканты кеүек. Ысынында был, әлбиттә, улай түгел. Бас-гитарала уйнаусы Нил Фэйрклаф шәп, шулай ҙа лидер-гитарасы Ник Рэдклиф төп виртуоз иҫәпләнә. Был егеткә Pink Floydтың ябай солоһын уйнауы ҡыйын түгел, ул артығырағына ла һәләтле.
       Ҡыҙҙарға ике ерән сәсле егет - көслө вокал эйәһе Эндрю Гибсон менән йәшелле-ҡаралы шотланд килтында сығыш яһаған саксофонсы һәм перкуссионист Бэн Эплби оҡшаны, буғай. Башҡаларға ҡарағанда был егеттәр дәртлерәк ине, уларҙың оҫталығына һүҙ ҙә юҡ.
       Ярай, улар беҙгә, ә беҙ уларға оҡшаныҡ. Тамаша һуңында музыканттар фотоға төшөргә сыҡты, ихлас көлөшөп, тамашасылар менән аралашты. Өфө ҡыҙҙары йөрәген яулаған вокалсы Эндрю Гибсон "БАШвест"ҡа:
       - Беҙҙең Рәсәйҙә булғаныбыҙ бар, һәм элекке концерттарыбыҙ һәйбәт үтте. Әммә бөгөн үҙенсәлекле шоу, беҙҙе йылы ҡаршылаған тамашасыларыбыҙ ҙа үҙенсәлекле. Бөгөн улар бар донъяһын онотоп ял итте. Һәм был бик шәп булды...
       Эйе, Эндрю, был бик шәп булды...
       Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал