6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Ветерандар иғтибар үҙәгендә
28.04.10


       Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек финиш һыҙығына сыҡты. Ике йыл дауамында торлаҡ шарттарын, медицина хеҙмәтләндереүен һәм дөйөм алғанда ветерандарға социаль ярҙам күрһәтеүҙе яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарылған. Был турала бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов һөйләне.
       - Үткән йылда фатир һәм өй буйынса йөрөп, ветерандарҙың, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындарының, шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәренең торлаҡ шарттарын тикшерҙек, - тип билдәләне Фидус Ямалетдинов. - Был маҡсатлы эш арҡаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж кешеләр асыҡланды. 2005 йылдың 1 мартына тиклем ғариза биргән йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж бар ветерандар ҙа торлаҡ менән тәьмин ителде. Республикала улар 832 кеше ине. Әммә бының менән эш бөтмәне, сөнки ветерандарҙың күбеһе 2005 йылдың 1 мартынан һуң сиратҡа торҙо. Бар республика буйынса, ағымдағы йылдың 23 апреленә ҡарата, 1816 ветеран иҫәпкә баҫҡан. Шуларҙан 381 кеше таныҡлыҡ алды, 41-е - торлаҡ мәсьәләһен хәл итте. Ҡалғандар торлаҡ шарттарын йыл аҙағына тиклем яҡшыртырға тейеш. Был маҡсатҡа былтырҙан 563 миллион һум тороп ҡалған, ә 1,08 миллиард һум федераль бюджеттан ағымдағы йылдың 12 апрелендә күсерелде.
       Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисермәгәндәргә йәшәгән йортона, кәртә-ҡураһына ремонт, ихатаһын төҙөкләндереү һәм башҡа көнкүреш проблемаларын хәл итеү кеүек адреслы ярҙам күрһәтелә. Дөйөм алғанда яҡынса 2,8 мең ветеран иҫәпкә ҡуйылған. Һәм шуларҙың 2,2 меңенә ярҙам күрһәтелгән дә инде. Йыл аҙағына тиклем был эш тулыһынса тамамланырға тейеш.
       Вице-премьер әйтеүенсә, республика етәкселеге ветерандар сәләмәтлеген ҡайғырта. Республиканың бар дауалау-профилактик учреждениеларында, шулай уҡ Өфөнөң ҡала һуғыш ветерандары госпиталендә һәм Өфө һуғыш ветерандары туберкулез госпиталендә уларға махсус медицина ярҙамы күрһәтелә.
       - Әлеге ваҡытта Өфө ҡала һуғыш ветерандары госпитале иҫке бинала урынлашҡан, - тип билдәләне Фидус Ямалетдинов. - Шуға күрә яңы госпиталь төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Быйыл проект эштәрен башҡарыуға республика бюджетынан 20 миллион һум күсереү ҡаралған. Яңы госпиталь төҙөлөшө яҡынса 1,021 миллиард һум тип баһалана.
       Өфөлә 7-10 майҙа үтәсәк тантаналы саралар барышында ветерандар һаулығына айырыуса иғтибар биреләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, байрамға бар республиканан 270 һуғышта ҡатнашыусының килеүе көтөлә. Улар барыһы ла Өфө шифаханаһында урынлаштырыласаҡ һәм дауаланыу курсы үтәсәк.
       - Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған тантаналы саралар дауамында ветерандар сәләмәтлеге хаҡында ун меңдән ашыу табип хәстәрлек күрәсәк, - тип өҫтәне министр. - 117 дауалау - профилактика учреждениеһы тейешле әҙерлектә торасаҡ, уларҙа ветерандар өсөн махсус палаталар асыла.
       Ямалетдинов әйтеүенсә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Курск һәм Волгоградтағы тантаналарҙа ҡатнашасаҡ ветерандарҙы ла табиптар оҙатып йөрөйәсәк. Рәсәйҙең баш ҡалаһына Башҡортостандан дүрт ветеран юллана. Был хөрмәткә РФ Хәрби фәндәр академияһының почетлы ағзаһы, генерал-майор Ростислав Сибәғәтуллин, БАССР-ҙың элекке мәғариф министры , Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары союзы президиумы ағзаһы Сабир Йыһаншин, Стәрлетамаҡ һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты рәйесе Владимир Тараторкин һәм Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Марат Муллағәлләмов лайыҡ булған. Ростислав Сибәғәтуллин шулай уҡ РФ Президенты Дмитрий Медведев ойошторған ҡабул итеү тантанаһында ла ҡатнаша. Ветерандар Мәскәүҙә 7-11 майҙа буласаҡ. Рәсәй Президенты Указына ярашлы, улар баш ҡалаға бушлай барып ҡайтасаҡ.
       Еңеү байрамын билдәләү менән бәйле РФ Пенсия фонды средстволары иҫәбенән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә матди ярҙам күрһәтелә.
       - Һуғышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла федераль бюджет иҫәбенән бишәр мең аҡса күсерелә, тыл хеҙмәтсәндәренә - берәр мең, - тип билдәләне Фидус Ямалетдинов. - Республика бюджетынан 12,6 миллион һум бүленә, шуға ярашлы һуғышта ҡатнашыусылар бер мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелергә тейешле өҫтәмә аҡса аласаҡ.
       Фото www. fotki.yandex. ru сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал