6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Ышаныс символы - "Еңеү салюты"
26.04.10


       Һәйбәт нәмә күп булмай - шундай принцип буйынса эш итте киң күләмле проектты - "Еңеү салюты" республика үҙешмәкәрлек ижады конкурсын ойоштороусылар. Оло сара - Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығының темаһы уҡ бихисап ҡатнашыусыларҙы, киң репертуарҙы күҙаллай. Бындай смотр тап ошондай шарттарҙа үтергә тейеш ине, һәм республикала ул йөҙ процентҡа үтәлде.
       Бөйөк Ватан һуғышына арналған "Еңеү салюты" конкурсы бар ил буйынса бара. Башҡортостанда был акция 2010 йылдың ғинуарында старт алды. Эстафетаға балалар, йәштәр, урта йәштәге кешеләрҙән һәм ветерандарҙан торған бик күп вокаль, музыкаль, бейеү коллективтары ҡушылды. Республиканың бар ҡалалары һәм райондарында һайлап алыу турҙары үтте, уның еңеүселәре үҙҙәренең программаһын конкурстың һуңғы этабында тәҡдим итте. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшылар оҫталығын гала-концертта күрһәтергә мөмкинлек алды, был байрам концерты ял көндәрендә Өфөнөң Конгресс-холында үтте.
       Был сарала республиканың 45 район һәм ҡалаһынан 1230 үҙешмәкәр артист (68 коллектив) ҡатнашты. Конкурс үткәреүгә яуаплы Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре төрлө жанрҙағы номерҙарҙы бер бөтөн композицияға берләштергәйне. Тематик кисә дауам иткән бер нисә сәғәт эсендә гала-концертта ҡатнашыусылар һуғыш иғлан ителгән көндән алып Еңеүгә тиклемге һуғыш тарихын һөйләне. Концерт программаһы һуғыш тураһындағы йырҙар һәм шиғырҙар, һалдат бейеүҙәре теҙмәһенән торҙо. Театраль сәхнәләр һәм тематик фотослайдтар ул йылдарҙың атмосфераһын бирҙе.
       Сәхнәлә лә, залда ла кеше шығырым тулы ине. Байрам концертына республика район һәм ҡалаларынан вәкилдәр йыйылған. Туғандары оҙатыуында килгән ветерандар тантананың маҡтаулы ҡунаҡтары булды.
       - Бөйөк Еңеүҙе байрам итеүгә арналған кисәләрҙең береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ, - ти Зәҡуан һәм Вера Йосоповтар.
       Ветерандар әйтеүенсә, әһәмиәтле датаға арналған саралар быйыл бик күп. Уларҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар, китапханалар, ҡаланың белем биреү учреждениелары, башҡа төрлө ойошмалар үткәрә, һәм барыһына ла Йосоповтар ҙур теләк менән йөрөй.
       "БАШвест"тың хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә Зәҡуан Йосопов һуғыш тураһындағы йырҙарҙы ныҡ яратыуын белдерҙе. Яу яланында һуғыш тынған арала йыр башлаһа, полкташтары уны һәр ваҡыт күтәреп алған. Бигерәк тә "Темная ночь" йөрәккә яҡын булған. Әңгәмәсебеҙ әйтеүенсә, һуғышты иҫләткән йырҙар бихисап булған концертта. Ветеран уларға ҡушылып йырлауын да йәшермәй.
       Зәҡуан Йосоповтың пиджагын Орел һәм Курск янындағы һуғыштарҙа алған наградалар биҙәй. Һуғыштан һуң ул, Шишмә егете, демобилизациялана һәм юғары уҡыу йортона инергә Өфөгә килә. Бында буласаҡ ҡатыны менән таныша һәм баш ҡалала тороп ҡала. Быйыл Зәҡуан Йосопов үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй, ә киләһе йылда Йосоповтарҙы йәнә бер юбилей көтә - бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тула.
       - Концерттан йылы тойғолар ҡалды, - ти Зәҡуан Йосопов. - Үҙешмәкәр коллективтарҙың республикала йәшәүсе төрлө милләттәрҙең ижадын тәҡдим итеүе оҡшаны. Программала башҡорт, татар, рус, украин, сыуаш йырҙары һәм бейеүҙәре бар ине, улар берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын.
       "Еңеү салюты" республика үҙешмәкәрлек ижады конкурсында ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был мөһим сараға улар алдан һәм ентекле әҙерләнгән. Бар коллективтарҙың репертуарында һуғышҡа арналған йырҙар һәм бейеүҙәр бар, ләкин улар гала-концертҡа алып сығырға тейешле берҙән-бер номерҙы һайлауға айырыуса ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған.
       - Беҙҙең коллектив эрзян йырҙарын башҡарыуы менән айырылып тора, беҙ йыр башҡарыу традицияһын старожилдарҙан үҙләштерҙек, - ти "Эрзяночка" мордва фольклор халыҡ ансамбле етәксеһе Елена Руденко. Өфөгә вокаль төркөм Башҡортостандың Дыуан районынан килгән. - Репертуарыбыҙ нигеҙен шаян йырҙар һәм таҡмаҡтар тәшкил итә, шулай ҙа уйсан моңло йырҙарыбыҙ ҙа юҡ түгел.
       Тап ошо һуңғы вариантта туҡтала "Эрзяночка"ла ҡатнашыусылар һәм ауылдарына дошмандар баҫып килеүен күреп, ватан һағына баҫҡан ике урман ҡырҡыусы мордва егете тураһында йыр башҡарырға ниәтләй. Ләкин һуңғы мәлдә драматик сюжетлы йырҙы оптимистик "Эрзян Полине"ға - оҙайлы һуғыш йылдарынан һуң фронттан һөйгәнен көтөп алған ҡыҙ тураһындағы йырға алмаштыра.
       Йәштәр башҡарыуындағы һуғыш тураһындағы йырҙар күңелгә айырыусы ныҡ тәьҫир итте. Сөнки яу-ғәрәсәт хаҡында тарих дәрестәренән һәм китаптарҙан ғына уҡып белгән егет һәм ҡыҙҙар уны нисек нескә тойоуын күрһәтә алды. Республиканың Баҡалы районынан килгән "Катарина" өлгөлө вокаль ансамбле Лев Ошанин һүҙҙәренә яҙылған "Эх, дороги" йырын үҙенсәлекле башҡарыуы менән хайран итте. Екатерина Петунина етәкселегендәге коллективта ауыл мәктәбенең 8-11 класс уҡыусылары шөғөлләнә. Репертуарында рус һәм башҡорт телендәге йырҙарҙан тыш, француз, инглиз, итальян телдәрендә ундарса йыр иҫәпләнгән ансамбль үҙенең районынан ситтә лә яҡшы билдәле. Ҡыҙҙар төрлө музыкаль конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша, шулай уҡ республика буйынса гастролдәрҙә лә йөрөй. "Катарина" вокаль коллективы ҡатнашыусылары эстрада йырҙары менән бергә һуғыш йылдары йырҙарын да башҡара һәм быға тиклем ветерандар алдында бер нисә тапҡыр сығыш яһап та өлгөргән.
       - Ғаиләләребеҙҙә фронтовиктар ҙа, тыл хеҙмәтсәндәре лә бар ине. Һәм әле һуғыш тураһында йырҙар башҡарып, беҙ уларҙы хөрмәтләп иҫкә алырға теләйбеҙ. Ижадыбыҙҙы ошо көндәргә тиклем йәшәгәндәргә лә бағышлайбыҙ, һәм ҡәҙерле ветерандарыбыҙға, иң элек, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф теләйбеҙ, - тип йәш вокалсылар беҙҙең гәзит аша һуғышта ҡатнашыусыларҙы ҡотланы.
       Гала-концерт Өфө ветерандар хоры һәм Учалы менән Мәләүездең тынлы халыҡ оркестрҙары башҡарыуындағы легендар "Еңеү көнө" ("День победы") йыры менән тамамланды. Концертта ҡатнашыусылар һәм тамашасылар артабан ҡул эштәре күргәҙмәһе урынлашҡан Конгресс-холл фойеһында аралашыуҙы дауам итте.
       Олег Яровиков фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал