6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Күсемһеҙ милеккә тиҙ арала хаҡ артмаясаҡ
26.04.10


       Юҡ, яҡын арала күсемһеҙ милеккә хаҡтарҙың ныҡ артыуын көтөргә кәрәкмәй. Тап шундай фекер менән килеште XIV "Күсемһеҙ милек. Яҙ-2010" күргәҙмә - йәрминкәһе сиктәрендә үткән "Коммерция күсемһеҙ милке: идара итеү, үҫеш, аналитика" секцияһында ҡатнашыусылар.
       Форум Өфөлә, "Аҡбуҙат" ипподромында үтте. Параллель рәүештә "Финанстар йәрминкәһе" һәм "Коттедж. Усадьба. Дача. Аҙ ҡатлы һәм ағас йорттар һалыу" күргәҙмәләре лә эшләне. Был сараларҙы ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм "Азимут" күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте сығыш яһаны.
       Күргәҙмәгә ойоштороусылар күсемһеҙ милек баҙары операторҙарын ғына саҡырырға тырыша. Ләкин күсемһеҙ милек баҙары - ярайһы киң төшөнсә. Бында инвесторҙар, банктар, төҙөүселәр, проект һәм төҙөлөш ойошмалары, төҙөлөш материалдарын ташыусылар бар. Шулай уҡ хаҡ ҡуйыусылар, страховкалаусылар, риэлторҙар, киң мәғлүмәт саралары һәм аналитик хеҙмәттәрҙе лә ситтә ҡалдырып булмай. Улар барыһы ла 22-24 апрелдә күргәҙмәлә үҙ эшен тәҡдим итте.
       "Коммерция күсемһеҙ милке: идара итеү, үҫеш, аналитика" секцияһында докладсылар иҡтисадтың был тармағындағы эштәр торошо тураһында фекер алышты.
       - Әлеге ваҡытта баҙар тотороҡло стагнация хәлендә, - тип иҫәпләй "Сан" күсемһеҙ милек агентлығының генераль директоры Рөстәм Камалов. - Уҙған йыл эсендә һатыу-һатып алыу буйынса килешеүҙәрҙең кинәт кәмеүен күҙәттек, ә инвестициялар йәлеп итеү бөтөнләй булманы. Шулай уҡ ҡуртымға алыусыларҙың Өфө үҙәгенән ҡаланың ҡуртымға түләү хаҡы түбән булған райондарға күсеүе күҙәтелде. Әгәр 2008 йыл башында сауҙа биналарына уртаса ҡуртым ставкаһы бер айға квадрат метрына 1200 һум тәшкил итһә, 2009 йыл башында ул 900 һумға тиклем кәмене, ә 2009 йыл аҙағында 800 һумға етте. Сауҙа биналары өсөн уртаса хаҡ 2008 йыл башында бер квадрат метрға 90 мең булһа, 2009 йыл аҙағына ул 65 меңгә ҡәҙәр кәмене. Офис биналарына ҡуртым ставкаһы 2008 йыл башында 900 һум тәшкил итһә, 2009 йыл аҙағына 500 һумға ҡалды. Офис биналарына уртаса хаҡ та төштө, бер квадрат метрына 69 меңдән ул хәҙер 50 меңгә етте.
       Күсемһеҙ милек баҙары аналитигы, "Уникум" идара итеү компанияһының үҫеш буйынса директоры Наил Ғиләжев та ошо турала һөйләй:
       - Күсемһеҙ милек баҙары килешеүҙәр күләме, хаҡтар буйынса ла ныҡ төштө. Операциялар күләме кәмеүе һәм, һөҙөмтәлә, күсемһеҙ милеккә хаҡтар төшөүе 2008 йылдың көҙөндә башланды һәм 2009 йыл буйына дауам итте. 2009 йылдың дүртенсе кварталында хәлдәр бер аҙ тотороҡланды. Ә 2010 йылдың тәүге кварталында төрлө йүнәлештә хәрәкәт күҙәтелә. Торлаҡ хаҡын күтәрергә ынтылыуҙары күҙәтелә. Ләкин бик арзанға тәҡдим иткән осраҡтар ҙа бар. Сөнки төҙөүселәргә аҡса кәрәк, һәм улар ниндәй хаҡҡа һатып алыусылар таба ала, торлаҡты шулай һатырға тырыша.
       Коммерция күсемһеҙ милке тураһында айырым һүҙ алып барырға кәрәк. Бында бер нисә йүнәлеш бар - сауҙа, офис, келәт, мәҙәни-ял, сәнәғәт милектәре. Коммерция милкенә һорау ҙа, хаҡ та төшөүен дауам итә. Шулай ҙа ҡайһы бер эре проекттар төҙөлөшө һаман дауам ителә, улар файҙаланыуға тапшырылғас, нимә булыр - быныһын тормош күрһәтер.
       Секцияла сығыш яһаған эксперттарҙың иҫәпләүенсә, быйылғы йылда күсемһеҙ милеккә хаҡтар артыуға бер сәбәп тә юҡ. Алдағы бер нисә йыл дауамында хаҡтар инфляция сиктәрендә генә үҫәсәк - 10-15 процентҡа. Төрлөсә күҙаллауҙар бар, кемдер өс-биш йылда күсемһеҙ милеккә хаҡтар ныҡ күтәреләсәк, ти, кемдер хаҡтар артыуға унан да күберәк ваҡыт бирә.
       - Яҡын арала ажиотаж хаҡ артыуын көтөргә кәрәкмәй, бындай хәл башҡаса ҡабатланмаҫ, моғайын, - ти Наил Ғиләжев. - 2008 йылға тиклем нимә булды? Иҡтисадҡа ипотека аша күп аҡса тыҡтылар. Банктар уны ҡайҙа ҡуйырға белмәне, һәм шул арҡала хаҡтар артты. Тәүҙә күсемһеҙ милеккә хаҡ күтәрелде, артабан хаҡ артыуы башҡа сегменттарға күсте. Тәүҙә үҙенең продукцияһына ике-өс тапҡырға хаҡ күтәргән инвесторҙар, төҙөүселәр, төҙөлөш материалдары ташыусылар һәйбәт килем алды, һуңынан башҡалар. Әлеге ваҡытта төҙөлгәнде һатыу буйынса билдәле нормаларҙы үтәргә тейешле төҙөүсе-инвесторҙарға ҡыйынға тура килә.
       Һәм хаҡтарҙың ныҡ артыуы көтөлмәһә лә, улар ниндәйҙер кимәлдә барыбер артасаҡ, сөнки барыбыҙға ла билдәле "инфляция" тигән төшөнсә бар.
       Илебеҙ иҡтисадының тотороҡһоҙлоғо ҙур роль уйнай, - тип дауам итә Наил Ғиләжев. - Сит ил инвесторҙары иҫәпләүенсә, Рәсәйҙә дөйөм иҡтисади һәм сәйәси хәүеф ҙур. Беҙҙең илгә артыҡ ышанып бармайҙар. Көнбайыштың аҡсаһы бар. Ләкин был аҡсалар беҙгә килергә ашҡынып тормай. Улар тик ята, инвесторҙар Рәсәйҙә 15-20 процент килем эшләй алмағанына үкенә, әммә хәүеф бигерәк ҙур, һалынған аҡсаның кире ҡайтырына ныҡлы ышаныс юҡ.
       Ләкин беҙ бындай шарттарҙа эшләп өйрәндек, баҙарҙа ниндәйҙер кимәлдә йәнләнеү күҙәтелә, һәм был ыңғай күренеш.
       Күсемһеҙ милек күргәҙмәһе Өфөлә даими рәүештә йылына ике тапҡыр үткәрелә һәм күптән инде баш ҡала тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһенә әйләнгән. Тармаҡ профессионалдары эшен күрһәтеү һәм халыҡҡа һатыу-һатып алыу һәм күсемһеҙ милек менән бәйле башҡа операцияларҙа кәңәштәр менән ярҙам итеү - уның төп маҡсаты.
       Был юлы күргәҙмәлә 50-гә яҡын экспонат ҡуйылғайны. Шулар араһында БР Аҙ ҡатлы төҙөлөш идаралығы, БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды, Өфөнөң Инвестицион төҙөлөш комитеты, республиканың байтаҡ райондары хакимиәттәренеке лә бар ине.
       Күргәҙмә-йәрминкә сиктәрендә бер нисә тематик семинар, конференциялар үтте. Беренсе көндә белгестәр күп ҡатлы йорт төҙөлөшө өсөн ер участкаһына хоҡуҡтарҙы теркәү, төҙөлөш башланған участкаларҙа ҡуртымға алыу срогын оҙайтыу тураһында һөйләне. Шулай уҡ БР төҙөлөш комплексы белгестәренә, күсемһеҙ милек агентлығы етәкселәренә семинар-тренингылар ойошторолдо. Иртәгәһенә аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө һәм торлаҡты ипотекаға һатып алыу менән бәйле һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ күсемһеҙ милек баҙарында көнүҙәк мәсьәләләр буйынса халыҡҡа консультациялар алып барылды.
       Быйылғы йылда йәнә яңы проект - "Буш майҙандар йәрминкәһе" тәҡдим ителде, унда хужалар һәм коммерция күсемһеҙ милке менән идара итеүселәр сауҙа, офис, келәт биналарын тәҡдим итә алды. "Шәхси иғландар" стендында күргәҙмәгә килеүселәр үҙенең иғланын урынлаштырып, фатирын, йортон, гаражын һатырға, алмаштырырға йәки ҡуртымға бирергә мөмкинлек алды.
       Фото www. temernik. ru сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал