6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Лилиә Ғүмәрова: ғаилә институтын бар йәһәттән нығытырға кәрәк
21.04.10


       Бәхетле бала саҡ - ололар хәстәре. Быйылдан алып Башҡортостан балаларының яҡлаусылары артты: республикала Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил институты эшләй башланы. Тәүге "балалар" омбудсмены - Лилиә Ғүмәрова менән "БАШвестЪ" хәбәрсеһе әңгәмәләште.
       - Лилиә Салауат ҡыҙы, был вазифаға тәғәйенләнеүегеҙҙе нисек ҡабул иттегеҙ, һәм ниңә тап һеҙҙе һайланылар?
       - Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкилдең конституцион вазифа булыуынан башлайыҡ һүҙебеҙҙе. Төбәк башлығы кандидатураны закондар сығарыу органына тәҡдим итә, ә депутаттар тауыш бирә. Яңы вазифа - минең өсөн оло хөрмәт һәм ҙур яуаплылыҡ. Был вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем Башҡортостан Хөкүмәтендә, социаль яҡлау бүлегендә эшләнем, ә хеҙмәт юлымды Учалы урта мәктәбендә башланым. Тәүге белемем буйынса мин педагог- психолог, компенсациялау (тиңләштереү) кластарындағы балалар өсөн коррекцион дәрестәр әҙерләнем. Артабан Учалы хакимиәтендә - тәүҙә мәғлүмәт-аналитика бүлегендә, һуңынан, юридик белем алғас, ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булдым - һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт өлкәһенә бәйле эштәрҙе алып барҙым. Шулай итеп, минең һөнәри эшмәкәрлегем һәр ваҡыт балалар, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бәйле.
       - Балаларҙың төп яҡлаусыһының ҡатын-ҡыҙ булғаны дөрөҫтөр ҙә, моғайын?
       - Ысынында ҡатынмы ул, ирме - артыҡ әһәмиәте юҡ.
       Федераль кимәлдәге балалар хоҡуҡтары вәкиле, һеҙ белеүегеҙсә, ир затынан. Төп белгеслегең дә ҡәтғи талап түгел. Әйтәйек, минең республика райондарындағы йәмәғәт ярҙамсыларым араһында педагогтар ҙа, психологтар ҙа, социолог һәм юристар ҙа бар. Кешелек сифаты, проблемаға эшлекле ҡараш - иң мөһиме. Ә эшебеҙҙең спецификаһын иҫәпкә алғанда, бында шулай уҡ мәрхәмәтлек, балаларға һөйөү, ярҙам итергә теләк тә мөһим. Битарафлыҡ беҙҙең эштә - иң ҙур хәүеф.
       - Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле институты сағ ыштырмаса яңы, федераль кимәлдә Рәсәйҙә был вазифа уҙған йыл аҙағында ғына индерелде, ләкин ҡайһы бер субъекттарҙа ул иртәрәк барлыҡҡа килде. "Балалар" омбудсмены Башҡортостанда - башҡаларҙан артта ҡалмаҫ өсөнмө, әллә хәл итәһе эштәр талап иткәнгә күрә барлыҡҡа килгәнме?
       - Башҡортостан өсөн был, ысынында, төбәк етәкселеге үткәргән социаль сәйәсәттең логик дауамы. Республика Президенты былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә үк беҙҙә Балалар хоҡуғы буйынса вәкил вазифаһын индереү бурысын ҡуйғайны. Балалар тәрбиәләүгә, уларҙың белем алыуына һәм башҡаларға уңайлы шарттар тыуҙырыуға Башҡортостанда һәр ваҡыт етди иғтибар бирелде, ә Балалар хоҡуғы буйынса вәкиллек институтын индереү уларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙың өҫтәмә механизмына әйләнде. Һүҙ ыңғайы, быйыл республика маҡсатлы "Ғаилә" программаһы раҫланды. Был йүнәлеш республика етәкселеге өсөн стратегик йүнәлештәрҙең береһе, һәм бының тап шулай булыуы бик һәйбәт.
       - Билдәле булыуынса, Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкилгә мөрәжәғәт итерҙән алда, бар инстанцияларҙы, шул иҫәптән судты ла үтергә кәрәк. Мөрәжәғәт итеүсегә хоҡуҡтар өсөн көрәшеү һөҙөмтәһен документтар нигеҙендә раҫлау талап ителә - юғиһә омбудсмен уның мөрәжәғәтен ҡарамай. Ә һеҙҙә граждандар менән эшләү нисек ҡоролған?
       - Беҙҙә ундай нәмә юҡ - ниндәй осраҡ булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт мөрәжәғәт итергә ярай. Миңә йәки урындарҙағы Бала хоҡуҡтары вәкиле ярҙамсыларына хат яҙып һалырға, хатта шылтыратырға була. Үҙем бик йыш граждандар менән күсмә осрашыуҙар үткәрәм. Ғөмүмән, күберәк юлда йөрөргә, проблеманы үҙ күҙҙәрем менән күрергә тырышам. Мәҫәлән, күптән түгел Өфөлә балалар йортонан оло тормошҡа аяҡ баҫасаҡ йәштәр менән осраштым. Улар менән педагогтарһыҙ, күҙгә-күҙ ҡарап әңгәмәләштек - улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, хәлдәрҙең ысынбарлыҡтағы торошон күрергә мөмкин.
       - Яңы вазифала эшләгән арала үҙегеҙ өсөн ниндәй һығымталар яһанығыҙ? Ниндәй ҡыйынлыҡтарға осранығыҙ - ойоштороу планында, әхлаҡи яҡтан?
       - Был вазифала 28 ғинуарҙа эш башланым. Ике айҙан әҙ генә күберәк ваҡыт эсендә граждандарҙан 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт алдым, шуларҙың иң күп өлөшө торлаҡ мәсьәләһенә бәйле. Миҫал өсөн, ата-әсәһе айырылышҡандан һуң, балалар ғаилә ағзалары булыуҙан туҡтай. Был ниндәй буш һүҙ! Бала нисек ғаиләнең элекке ағзаһына әйләнһен? Суд ҡарары менән балаларҙы бындай хәлдә фатирҙан сығарған осраҡтар бар. Был проблема федераль кимәлдә көйләүҙе талап итә. Мәҫәлән, хәҙер күсемһеҙ милек менән алыш-биреш иткәндә опека органдары ризалығы кәрәкмәй, хатта унда бәлиғ булмаған балалар йәшәһә лә - һәм был бик бәхәсле, минеңсә.
       Ойоштороу планында, беҙҙең дөйөм эшкә ҡатнашлығы булған бар министрлыҡ, ведомстволар менән хеҙмәттәшлекте камиллаштырырға кәрәк. Ғаилә, балалар менән эшләүсе институттар етәрлек беҙҙә - уларҙың берҙәм эш итеүе мөһим. Минең практикамда шундай хәл булды: ауылда бай булмаған ғаиләгә йөрөгән фельдшер һәр отчетында баланың айырым карауаты булмауы тураһында яҙҙы. Ярай, юҡ икән - юҡ. Һөҙөмтәлә, эсмәгән, тартмаған, матур холоҡло ҡатын бәләкәй балаһы менән бергә йоҡлаған һәм уны күкрәге менән ҡаплаған. Сабый тын ала алмайынса һәләк булды. Әгәр уның менән бер фельдшер ғына түгел, барыбыҙ ҙа бергәләп шөғөлләнһәк, трагедияға юл ҡуйылмаҫ ине. Ғаилә менән эшләүгә комплекслы ҡараш кәрәк. Барыһын да комплексы хәл итеү мөһим: әсәйҙе эшкә урынлаштырырға, атайҙы алкоголизмдан дауаларға, әгәр ғаиләнең кредиттары, бурыстары бар икән, улар менән дә нисектер ярҙам итергә. Әгәр бар хеҙмәттәр, белгестәр был эшкә берҙәм ҡушылһа, һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәҫ. Әлеге ваҡытта Эске эштәр министрлығы, прокуратура, суд приставтары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү әҙерләйбеҙ. Һәм был ғәҙәттәге рәсми ҡағыҙ түгел, ә бергәләп эш итеү механизмдарын асыҡ күрһәтеүсе документ буласаҡ.
       - Ниндәй мәсьәләләрҙе һеҙ иң тәүҙә хәл итергә кәрәк, тип иҫәпләйһегеҙ?
       - Беренсеһе - балалар тәүлек әйләнәһенә йәшәгән учреждениелар эшен, ғәҙәттән тыш хәлде көтмәйенсә, алдан тикшереү мөһим. Минең уйымса, бының өсөн республикала махсус комиссия ойошторорға кәрәк. Ул билдәле ваҡыт араһында бындай учреждениелар эшмәкәрлеген тикшереп, көнкүреш проблемаларынан тыш, психологик комфорт мәсьәләһен дә күҙ уңында тоторға тейеш.
       Артабан, инвалид балаларҙы реабилитациялау буйынса ентекле эшләү бурысы тора. Улар бөгөн республикала 13 меңгә яҡын, ярайһы ҡеүәтле реабилитация үҙәктәре селтәре булдырылған, һәм бөгөн уларҙы беҙ комплекслы реабилитация үҙәктәре составынан сығарырға планлаштырабыҙ. Сөнки балалар адреслы медик-психологик-социаль ярҙамға мохтаж. Үкенескә күрә, инвалид бала күп ваҡыт килем сығанағына әйләнә, ә ҡайһы берҙә инвалидлыҡ - медикаменттар, дауаланыу алыуға берҙән-бер мөмкинлек. Реабилитацияның индивидуаль программалары булырға тейеш, һәм уларҙың ҡағыҙҙа булыуы кәрәкмәй, ғәмәлдә ярҙам итеүе мөһим. Әгәр бала логопед менән 20 сәғәт аралашырға тейеш икән, уның был ярҙамды тулы күләмдә алыуын контролдә тоторға кәрәк. Бында юғары кимәлдәге белгестәр йәлеп ителергә тейеш, шулай уҡ баланың ата-әсәһе менән күберәк эшләп, уларҙы инвалид бала менән йәшәргә, ә йәмғиәтте бындай балаларға дөрөҫ ҡарашта булырға өйрәтеү мөһим. Йәнә дистанцион уҡытыу, инклюзив белем биреү проблемаларын хәл итеү ҙә кәрәк: әгәр баланың физик мөмкинлектәре сикле булып, интеллекты аҡһамаһа, ниңә уны ябай мәктәптә уҡытмаҫҡа? Һәм бында уңайлыҡтар - пандустар, лифттар һәм башҡалар кәрәк.
       Етем балаларҙың интернаттан һуң тәрбиә мәсьәләһе илебеҙҙә киҫкен тора. Үкенескә күрә, балалар йортонан сыҡҡан тәрбиәләнеүселәр күп ваҡыт тура юлдан китмәй, сөнки тәүге тапҡыр ҡулға килеп эләккән азатлыҡтан нисек файҙаланырға белмәй. Был проблема тиҙ арала федераль кимәлдә хәл итеүҙе талап итә. Һүҙ ыңғайы, республика Хөкүмәте Премьер -министры бындай программа әҙерләү бурысын ҡуйҙы ла инде. Башҡаларға өлгө булырбыҙ, моғайын.
       Йәнә бер проблема - социаль етемлекте профилактикалау. Ғаиләгә ярҙамдың ваҡытында күрһәтелеүе мөһим, мәҫәлән, әсәһе эскелеккә бөтөнләй һалышҡас, баланы уның менән ҡалдырыу хәүефле була башлағас, ниндәйҙер сара күреүҙән ни фәтүә? Профилактика мөһим, ғаиләне һаҡлап алып ҡалыу мөһим, баланы үҙенең ғаиләһендә ҡалдырыу мөһим. Бөгөн республикала 19 мең самаһы етем бала иҫәпләнә. Шуларҙың 80 проценты - социаль етем, йәғни иҫән ата-әсәһе булған етемдәр. Тапалған һүҙҙәр булһа ла, ҡабатлайым, беҙ ғаилә институтын нығытыу өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ. Һәм ташламалар менән пособиелар иҫәбенә генә түгел. Балаларҙы аш бешерергә, машина йөрөтөргә өйрәтәбеҙ бит, ә ғаиләлә йәшәргә, ауырлыҡтарҙы бергә үтергә өйрәтмәйбеҙ. Ғаиләлә йәшәү - ул ауыр хеҙмәт. Киң мәғлүмәт саралары, телевидение аша бәхетле ғаиләләрҙе күберәк күрһәтергә ине, йәштәр аңына ғаиләлә йәшәүҙең нисек шәп булыуын һеңдерер инек. Ғаилә институтын һәр яҡлап нығытыу бурысы ҡуйылған. Һәр хәлдә ныҡлы, татыу ғаиләлә генә бала хоҡуҡтары ышаныслы яҡлана - гениаль нәмә һәр ваҡыт ябай шул.
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал