6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Күгебаев ике олимпия чемпионын уҙып китте
20.04.10


       Петропавловск-Камчатскиҙа "Виталий Фатьянов мемориалы" тамамланды. Эҙәрлекләү уҙышы хәл иткес стартҡа әйләнде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Газпром бүләге, яңы автомобиль, карьераһында һуңғы стартҡа сыҡҡан немка Катя Вильхельмға тәтене. Ир-егеттәр араһында еңеүҙе Иван Черезов яуланы. Бишенсе булып стартҡа сығып, ул бар көрәштәштәрен, шул иҫәптән спринт лидеры - норвег Эмиль Хегле Свендсенды, уҙып китте.
       Өфөлөләр был уҙышта сағыу балҡыштар күрһәтмәне. Сергей Күгебаев 11-се булып стартҡа сығып, күп тапҡыр яҙа атты һәм 25-се урында финишҡа килде. Өфөнөң иң яҡшы биатлонсыһы Максим Чудов уны артыҡ көсәнмәй генә уҙҙы, һәм 26-сы урындан 21-сегә күтәрелде.
       Бына нимә һөйләй тәрбиәләнеүселәре тураһында "БАШвест"ҡа Башҡортостан йыйылма командаһы баш тренеры Виктор Никитин:
       - Минең уйлауымса, Күгебаевтың спринттағы 11-се урыны - ул ҙур уңыш, унда көслөләр күп ине. Ә пасьютта уны атыуы ҡыйын хәлгә ҡалдырҙы. Чудов эҙәрлекләү уҙышында спринттағы һөҙөмтәһен бер аҙ яҡшыртыуға өлгәште.
       - Һеҙ еңеүҙе лә, автомобилде лә Свендсен берәүгә лә бирмәйәсәк, тип ышаныслы әйтә инегеҙ, ә Чудовтың бүлмәләше Иван Черезов еңеү яуланы һәм автомобилле булды.
       - Ни эшләйһең - был бит биатлон. Ул көндө ел көслө ине, һәм барыһы ла һөҙөмтәле ата алманы.
       Сергей Күгебаев та тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
       - Камчатка иң элек тәбиғәте менән матур. Диңгеҙ, янартауҙар, диңгеҙ ҡултыҡтары, гейзерҙар. Самолетта осҡанда быларҙың барыһына ла өҫтән ҡарауы ҡыҙыҡ. Үҙеңә килеп күрергә кәрәк. Барығыҙға ла унда осорға кәңәш итәм.
       - Ә ярыштар шатландырҙымы?
       - 11 урын - насар һөҙөмтә түгел, яҡшы әҙерлек нәтижәһе. Камчаткала һауа торошо насар булып, бер тәүлек Новосибирск аэропорты ҡунаҡханаһында ултырыуыбыҙ ғына насар булды. Килеп тә төштөк, ярышҡа ла сығырға тура килде. Тағы бер тренировка булһа, үҙемде яҡшыраҡ тойор инем.
       - Ә спринтта нисек сәпкә тейҙерә алманың?
       - Баҫып торған килеш өсөнсөгә атҡанда. Үҙемде артыҡ ышаныслы тотҡанмындыр, күрәһең.
       - Әгәр ошо бер тапҡыр яҙа атыуың булмаһа?
       - Ул ваҡытта өсөнсө йәки дүртенсе килер инем.
       - Шәп! Һин бит спринтта йәнә тиҙлек етмәне, тинең...
       - Спринтта мин һәйбәт аттым, әммә тиҙлек күрһәтә алманым. Ә эҙәрлекләү уҙышында - киреһенсә. Шәп йүгерҙем. Ләкин шул тиклем күп яҙа аттым, бығаса бер ҡасан да ундай һөҙөмтә күрһәткәнем булмағандыр, моғайын.
       - Нисә тапҡыр инде?
       - Әйтеүе оят - 20 атыуҙан 11 тапҡыр! 4+2+3+2...
       - Ниңә улай килеп сыҡты һуң?
       - Аңлар өсөн үҙеңә ҡатнашырға кәрәк. Киҫкен ел ине. Кемдер ел тынған ваҡытҡа эләкте, кемдер - ел көсәйгәндә. Кемгә нисек тура килде. Беренсе һыҙыҡҡа килгәндә унда ел уйнап тора ине...
       - Һине уҙғанда Чудов шаяртҡандыр әле?
       - Мине нисек үткәнен күрмәнем. Штраф юлынан киткәйнем.
       - Эҙәрлекләү уҙышында тиҙлек менән эштәр көйлө ине, тинең.
       - Эйе, 11 штраф ҡулсаһынан һуң мин һуңғы арала ике французды - Туринда "алтын" алған Венсан Дефран менән Ванкуверҙа еңгән Венсан Жейҙы үтеп киттем.
       - "Йондоҙҙар" менән аралашып булдымы?
       - Бер ваҡыт Чудов менән икебеҙгә норвег ветераны Халвард Ханеволд менән бергә ашарға тура килде. Ярыштарҙан һуң йәштәр - француз Жей һәм ике норвег Бе һәм Свендсен менән төнгө клубҡа барҙыҡ.
       - Моғайын, ҡыҙыл ыуылдырыҡ та алып ҡайҡанһыңдыр әле?
       - Эйе - значоктар һәм ҡыҙыл ыуылдырыҡ.
       - Ул унда арзан һәм яңы ғына тоҙланғандыр инде?
       - Юҡ, яңыһы майҙа ғына буласаҡ. Ә хаҡы - бер килограмға бер мең һум. Беҙҙә, Өфөлә, билдәле булыуынса -1300.
       - 300 һум өсөн ниңә уны алыҫтан ташырға?
       - Унда ыуылдырыҡ күп. Баҙар буйлап йөрөйһөң, һәр береһен тәмләйһең. Ныҡ тоҙланған, еңелсә тоҙланған - һәр төрлөһө бар. Ахырҙа үҙеңә оҡшағанын һайлап алаһың.
       - "Йондоҙҙар" менән сығыш яһағас, Донъя кубогында ла ярышырға иҫәп тотаһыңдыр әле?
       - Юҡ. Етди әҙерләнергә кәрәк. Ярым-ярты әҙерлек менән юғары кимәлгә ашҡынырға түгел. Нимәгә ул? Ҙур көсөргәнеш менән бер нисә йыл эсендә һине юҡҡа сығарһындар ҙа, сығарып ташлаһындар һәм онотһондар өсөнме? Юҡ - тәүҙә мин яҡшылап әҙерләнәм, һуңынан башлармын...
       Фото www. bashsport. ru сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал